«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДЕПУТАТТАР ХАТАЛАНМАНЫ
+  - 


Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландары тураһында отчет менән сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.

Эш башлауына ике ай тирәһе генә ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Сергей Греков баш ҡалала күҙенә салынған етешһеҙлектәр булыуын да билдәләп үтте. Перспективаға килгәндә иһә, ул барлыҡ өлкәләргә лә йоғонто яһарға тырышырға тигән ҡараштан сығып күҙаллауҙарын бәйән итте. Йәғни, башҡалары менән сағыштырғанда былай ҙа яҡшыраҡ эшләй алған бурыстарҙы "бишлегә" башҡарыу менән генә ҡәнәғәтләнмәҫкә, артта ҡалған позицияларҙы ғына алға сығарырға тырышмаҫҡа, ә барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла даими рәүештә һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барырға кәрәклегенә баҫым яһаны. Әлбиттә, былтыр барлыҡ пландарҙы селпәрәмә килтергән пандемия кеүек көтөлмәгән күренештәргә лә әҙер булырға кәрәк. Шулай уҡ мэрҙың иғтибарынан демография мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы: элегерәк Өфөлә халыҡ һаны йылдан-йыл арта барһа, былтыр ул кәмегән һәм бының сәбәптәре тыуымдың кәмеүе йәки үлемдең артыуына ғына бәйле түгел, ә пандемия арҡаһында миграция ағымының сикләнеүендә.
Миҙал ике яҡлы булған кеүек, кире яҡтың ыңғай яғы ла була: былтыр электрон муниципаль хеҙмәт күрһәтеү өлөшө күпкә артҡан. Был социаль селтәрҙәрҙең ике яҡлы бәйләнеш булдырыуға ыңғай йоғонто яһауын дәлилләй. Әлеге ваҡытта өфөләргә ҡыҙыҡлы һәм матур идеялары менән бүлешеү мөмкинлеген биреү өсөн ҡала хакимиәте онлайн-платформа әҙерләй. Бындай майҙансыҡтар етәкселек күреп өлгөрмәгән проблемаларҙы, киҫекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе халыҡ аша алыу мөмкинлеге бирә.
Эшләнгән эштәр менән бер рәттән, Сергей Греков алда торған бурыстарға ла туҡталды. "Өс йылдан Өфө үҙенең юбилейын билдәләйәсәк һәм беҙҙең пландарыбыҙ бик ҙур, әммә, әйҙәгеҙ, хыялдарҙан ергә төшәйек - байрамға тиклем беҙгә "тығын"дарҙа ултырырға ла, ҡаҙылған урамдар аша йөрөргә лә тура киләсәк. Ҡаланың урынлашыу үҙенсәлеге беҙҙе һәр саҡ транспорт проблемаһына алып ҡайтасаҡ, шуға күрә иң перспективалы һәм экологик төрҙө - электр транспортын үҫтереү зарур. Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөнөң транспорт схемаһы иҫкергән һәм заманса талаптарға яуап бирмәй. 2019 йылдан алып Генераль план эшләнә, уны тормошҡа ашырыу өсөн һәр гектар ерҙе иҫәпкә алып, уның килем ҡеүәтен баһаларға, уларҙы эксперттар ярҙамында иң файҙалы йүнәлештә ҡулланыу кәрәк. Шулай уҡ архитектурала берҙәм һәм аңлайышлы стандарттар булдырыу зарур. Яңы йорттар төҙөгәндә уларҙы баштан уҡ социаль инфраструктура менән тәьмин итеү процесын яйға һалыу бурысы ла тора. Шулай уҡ Генплан Өфө агломерацияһы үҫешен дә иҫәпкә алырға тейеш", - тине Сергей Греков.
Әлеге ваҡытта Өфө халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһында торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса бишенсе урында тора. Тағы ла 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөшөнә рөхсәт бирелгән. Бөгөн Өфө, нигеҙҙә, Глумилино, Затон, Дим, Кузнецов затоны, Башҡортостан сәскәләре, 8 Март ҡасабаһы биҫтәләрендә төҙөлә. Шулай уҡ Ағиҙел аръяғына ла ҙур өмөттәр бағлана. Бер үк ваҡытта алданған өлөшсөләр, авария торошондағы йорттарҙа йәшәүселәр проблемалары ла хәл ителә. Шулай уҡ баш ҡалала төҙөлөп бөтмәгән ташландыҡ биналар ҙа бар. Уларҙың һаны 80-гә етә. Улар ҡаланың йөҙөн генә боҙоп ҡалмай, граждандар өсөн хәүеф тә тыуҙыра.
Бөгөн Өфөнөң сәнәғәт секторын 122 эре һәм урта предприятие, 4 меңдән ашыу бәләкәй бизнес тәшкил итә. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт предприятиелары тейәп оҙатҡан продукция күләме 785 миллиард һум тәшкил итә, пандемия тәьҫирендә был күрһәткес 200 миллиард һумға кәмегән. Шулай уҡ ҡулланыусылар һорауы ла төшкән. Эшһеҙлек тә артҡан. Шуныһы иғтибарға лайыҡ - пандемияға ҡарамаҫтан, инвестициялар күберәк йәлеп ителгән.
"Мәктәптәргә килгәндә, уларҙың 30 проценты уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында төҙөлгән, һәм балаларҙың күпселеге шунда белем ала. Әлбиттә, яңы, заманса мәктәптәр менән уҙған быуат мәктәптәрен сағыштырып булмай һәм балаларҙың унда уҡыуы ғәҙел түгел. Балалар баҡсалары тиҙ темптар менән төҙөлә, әммә 226 балалар баҡсаһының 61-ендә генә ясле төркөмө бар. Тимәк, ҡайҙалыр әсәйҙәр эшкә һәм уҡыуға иртәрәк сыға алмай. Былтыр баш ҡалаға уҡырға һәм эшкә 25 меңдән ашыу йәш кеше килгән, беҙгә уларҙы тыңларға һәм ишетергә, уларҙың теләктәрен төрлө яҡтан уйлап өйрәнергә, уларға социаль, спорт, ижади потенциалын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирергә кәрәк.
Баш ҡалала, бигерәк тә ҡала үҙәгендә, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Булғандары ла ремонт һәм модернизация талап итә. Мәҙәни йүнәлештәге дәрестәрҙе бер сменала эшләүсе мәктәптәр базаһында ойошторорға мөмкин, мәҫәлән, уларҙа сәнғәт мәктәбе филиалы асыу. Әгәр тәжрибә үҙен аҡлаһа, уны таратырға ла була.
Әлеге ваҡытта транспорт йөрөгән юлдар йәйәүлеләр йөрөгән юлдарға ҡарағанда таҙараҡ. Ләкин беҙ шуны оноторға тейеш түгелбеҙ: ҡалалар йәйәүлеләр өсөн. Урамдарҙы яҡтыртҡанда, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартҡанда, уларҙы халыҡ өсөн уңайлы итеп эшләгәндә беҙ ысынлап та глобаль мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Шундай ябай эштәрҙе башҡарыуҙы ғәҙәткә индерһәк, маҡсатыбыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынлашасаҡбыҙ.
Былтыр туристар ағымы 2,5 тапҡырға кәмеһә лә, Өфө тарихи һәм мәҙәни саралар сиктәрендә генә түгел, ә йәйәүлеләр, велотуризм, йылға туризмы, шулай уҡ ваҡиға, сәнәғәт, медицина, гастрономия туризмы ҡалаһы була ала.
Әгәр бер йылдан һуң 2020 йыл менән 2021 йылды сағыштырып ҡарап, беҙ һәр һан буйынса ыңғай үҫеш күҙәтә алһаҡ, йыл уңышлы булды, тип әйтергә мөмкин булыр. Беҙҙең маҡсаттар бер, берҙәм булып ҡына алға ҡуйған бурыстарҙы йырып сыға аласаҡбыҙ", - тине Сергей Греков.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы мэрының ҡала Советының 75-се сессияһындағы программа сығышын түбәндәге комментарий менән баһаланы:
- Сергей Греков Өфөнөң ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, әммә, иң мөһиме - ҡаланың бизмәнгә һалып хәл итә торған проблемалары хаҡында белдерҙе. Беҙҙә әлегәсә асфальт түшәлмәгән юлдар, инеүе лә ҡурҡыныс булған ихаталар, кис-ҡырын йөрөүе хәүефле булған парктар бар. Халыҡ йылылыҡ өсөн хаҡ артыуына борсолоу белдерә, тимәк, тиҙ арала хәл ителергә тейешле системалы проблема бар. Мәсьәләләр бик күп. Әйтеүемсә, беҙгә "паркет" түгел, ә "ялан" етәксеһе кәрәк. Сергей Николаевичтың беренсе аҙымдарын күрәм, улар дөрөҫ йүнәлештә яһала. Депутаттар сити-менеджер һайлауҙа хаталанманы, тип уйлайым. Мин дә үҙ яғымдан баш ҡала мэрына барлыҡ башланғыстарында ла ярҙам итәсәкмен. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ - берҙәм эшләп 2024 йылға Өфөгә уңайлы йәшәү өсөн мөһим объекттар һәм инфраструктура бүләк итеү.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 355

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru