«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 7
+  - 


* * *

Эштәр бына шулай көйләнеп китте. Күбәләрҙе һис тә ҡолатмай тарттыра башланым. Ат өҫтөндә лә ныҡ ултырам. Әхәт менән яландың осонан-осона йән-фарманға туҙҙырып сабышыуҙан да ҡурҡып торған юҡ. Унан һис тә ҡалышмайым.
Көн буйына һыбай йөрөү арыта икән шулай ҙа: кисен эштән туҡтағас, бил, беләктәр ауырта, иртәнсәк ҡабат атҡа менге килмәй тора. Ләкин һыр бирмәҫкә тырышам. Тағы ике көндән ауылға ҡайтып китәсәкбеҙ бит, аҙына ҡалғас, ниңә түҙмәҫкә? Эшләгәнем өсөн хаҡ та бирәсәктәр. Тоҡ менән әллә нисәмә карауай бойҙай икмәген күтәреп алып ҡайтып, уларҙы урындыҡҡа теҙеп һалып ҡуйһам, әсәйем ҡайһылай шатланасаҡ! Ошо уйҙан ғына ла күңелгә рәхәт булып китә.
Әсәйем менән апайым хәҙер бесән сабыуҙы еткерәләрҙер ҙә инде. Мин ҡайтҡас, йыйырға йөрөй башларбыҙ, моғайын. Күбәне иһә быйыл үҙем тарттырасаҡмын. Минең атта елеп йөрөгәнде күреп, әсәйем тағы бер тапҡыр ҡыуаныр әле.
Кис эштән туҡтағас, башты-күҙҙе йыуып алыу өсөн, йылға буйына киттем. Көн буйы тирләп йөрөгәндән аҙаҡ һалҡын ҡаран һыуында йыуынһаң, шул тиклем рәхәт булып ҡала, хатта арығаның бөткәндәй онотола.
Инде йыуына башлағайным, үҙемдән өҫтәрәк өйкөм тал аръяғында көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкән кешеләрҙең тауышына ҡолаҡ һалдым. Кәбән ҡойоп ҡайтып килеүселәр йыуынырға туҡтаған, күрәһең.
- Бөгөн мин йөҙ күбәнән артыҡ ырғыттым, әй, - ти береһе.
- Эш ырап барҙы бөгөн, - ти икенсеһе. - Иллә һиндәге ос һәнәге шәп. Иртәгә кәбән ослағанда миңә биреп торорһоң әле.
- Һәнәкте - әйтәһе лә түгел. Бесәнде көрәп кенә ала! Күтәргәндә һис тегеләй-былай әйләнмәй. Бындай һәнәкте ҡайҙан эҙләп тапҡан эйәһе.
- Табыуын да тапҡан, шартына килтереп эшләй ҙә белгән...
Бәй, былар беҙҙең ос һәнәген маҡтай түгелме һуң? Теге икәүҙең һөйләшеүенә ныҡлабыраҡ ҡолаҡ һалдым.
- Нажар ағай, һатманылар, бик инәлтеп бирҙеләр, һындыра-фәлән ҡуймағыҙ, тине бит. Шәп булған өсөн дә ҡыҙғанғандарҙыр инде.
- Ҡара әле... - Береһе шулай тине лә һүҙен осламайынса туҡтап ҡалды. Шунан тауышын әкренәйтеп өҫтәне: - Әллә, мин әйтәм...
Аҙаҡҡы һүҙҙәр бөтөнләй шым әйтелде, бер ни ҙә аңлашылманы.
- Шәп булыр ине, - тип яуап бирҙе икенсеһе. - Бындай һәнәкте ҡулға төшөрөү - үҙе бер бәхет. Ғүмерең буйы рәхәтләнәсәкһең.
- Һынғайны, ырғытып киттек шунда, тиһәк, һынығын таптырырҙармы икән?
- Һәй, юҡҡа башың ҡатҡан тағы. Берәй ергә йыйып ҡуяһың да, ҡайтҡан саҡта...
- Тәүәккәлләйек...
Үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмай торҙом. Беҙҙең ос һәнәген бирмәү, үҙҙәренә һеңдереү тураһында һөйләшә бит былар!
- ...Урманда һәнәк тапмаҫтар тиһеңме ни? Ҡулға эләккәнде ысҡындырырға ярамай.
Минең хәҙер үк ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсенең алдына барып баҫҡым, "Ул бит - атайымдан ҡалған ҡомартҡы! Үлһәм - үләм, һәнәкте бирмәйем!" - тип ҡысҡырғым килде. Тик урынымдан ҡыбырлай алманым, һеңгәҙәгән кеүек ҡатҡанмын да ҡалғанмын. "Ни эшләп ҡарарға? Һәнәкте былар ҡулына нисек итеп бирмәҫкә?" - Ошо уйҙар мейемде өҙлөкһөҙ сүкей. Ул арала теге икәү ҡыуыштар яғына китеп барҙы. Ярай әле, минең йылға буйында ултырғанды күрмәнеләр. Кискелеккә рәтләп ашағы ла килмәне. Башымда - ос һәнәге тураһындағы ғына уй. Әллә Нажар бабайға әйтеп ҡарайһымы икән был хаҡта? Бәлки, теге кешеләр менән һөйләшеп, насар уйҙарынан кире дүндерер. Ул бит һәнәктең атайымдан ҡомартҡы булып ҡалыуын белә. Йәноҙаҡ бабай ҙа киҫәтеп ебәрҙе үҙен. Әгәр ул да теге икәү яҡлы булһа?.. Кешенең күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең? Һатмағайнығыҙ, ҡулға эләккәс, былай ҙа бирмәйбеҙ уны, тиер ҙә... Әхәт менән кәңәш итһәм инде... Ул ни эш ҡыра алыр тиһең?
Ҡараңғы төштө. Кешеләр берәм-һәрәм йоҡларға ятып бөттө. Әхәт күптән инде рәхәтләнеп йоҡлай, ә миндә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Ҡараңғылыҡҡа төбәлгәнмен дә тик ятам. Шулай уҡ һәнәкте ошо әллә ниндәй кешеләр әллә ҡайҙарға алып ҡайтып китерме икән ни? Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбән дә ҡоя алмаммы?
Ҡайҙалыр, йылға аръяғындағы урманда, өкө ҡысҡырғаны ишетелә. Ниндәйҙер ҡош һирәк-мирәк ҡыйҡылдап ҡуя. Был тауыштар төнгә хәүеф өҫтәгән кеүек. Мин бишмәтемде башым аша бөркәнеп ятып ҡарайым, ләкин барыбер йоҡо алмай. Шулай итеп, һәнәкте күрәләтә кеше ҡулына биреп ебәрергәме ни? Был хаҡта ҡайтып һөйләһәм, әсәйем ҡайғырыр инде. Алдан белмәһәң - бер хәл, ниңә мәүешләндең, тип әрләр.
Юҡ, былай ятып түҙеп булмай. Шым ғына торҙом да, бишмәтемде алып, ҡыуыштан сыҡтым. Аяҙ күкте йондоҙҙар сыбарлаған. Ҡаршылағы урман стена һымаҡ ҡарайып күренә. Шул яҡҡа арҡанлап ҡуйылған аттарҙың гөршләтеп ашанғаны ишетелә. Ҡыуыш артындағы ҡайынға һөйәп ҡуйылған һәнәктәр эргәһенә килдем. Бына ул беҙҙең һәнәк. Башҡаларҙан әллә ни тиклем оҙон. Уҡтай төҙ һаплы, дүрт йәпле. Ҡасандыр атайым кәбән ҡойоп йөрөгән, Йәноҙаҡ бабай маҡтап бөтә алмаған һәнәк. Их, теге көндә Йәноҙаҡ бабайға ниңә, биреп торайыҡ, тип әйттем икән? Йәнәһе, берәү кешеләргә изгелек күрһәтә. Бына хәҙер ни эшләргә белмәй йөрө инде. Был кеше тигәнең һинең яҡшылығыңа ниңә этлек менән яуап бирә икән? Ит изгелек - көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор инде...
Юҡ, бирмәйем мин атайымдың һәнәген ят кешеләргә! Бирмәйем! Һәнәкте алырға ла хәҙер үк ауылға ҡайтып китергә кәрәк.
Ос һәнәген ҡайынға һөйәлгән еренән ипләп кенә ҡулыма алдым. Һәлмәк кенә ине ул. Алып ҡайтып етеп булырмы? Әй, тауыш сығармау өсөн ҡыуыштан алыҫлашҡансы күтәрһәм, аръяғына һөйрәтеп алыр ҙа китермен. Туҡта, ҡыуышта ботинка менән тоҡ ятып ҡала бит. Әсәйем, икмәгеңде тоҡҡа һалып алып ҡайтырһың, тигәйне. Икмәкһеҙ ҡайтып инергәме ни инде? Икеләнеп туҡтап ҡалдым. Аҙыраҡ шулай уйланып торғас, бөтәһенә лә ҡул һелтәнем: иҫке ботинкаһы ла, тоғо ла, икмәге лә кәрәкмәй! Һәнәкте генә алып ҡайтып еткерһәм...
Бына мин, һәнәкте күтәреп, арба юлына төштөм. Ярты саҡрым самаһы барһам, оло юлға сығасаҡмын. Унан ауылға биш саҡрым тирәһе ҡала шикелле. Нисек тә ҡайтып етермен әле.
Ҡыуыштар ҙа, уның алдында һүнер-һүнмәҫ янған ут та күҙҙән юғалды. Һәнәктең бер сатынан тоттом да артабан һөйрәп алып киттем. Тирә-яҡ дөм ҡараңғы, юлдан тоҫмал менән генә атлайым. Ҡыуыштарҙан алыҫлашҡан һайын, күңелгә әллә ниндәй шик йүгерә. Аҙыраҡ барам да әйләнә тирәмә ҡолаҡ һалам. Йәнәшемдә генә ниҙер йөрөгән һымаҡ ине, туҡтағайным, һис ниндәй тауыш-тын юҡ. Тағы аҙыраҡ барғас, юлда ниндәйҙер ҡарасҡы күренде. Төбәлеп ҡарайым - ҡыбырлаған һымаҡ. Юл эргәһендәге йыуан ағас олонона һыйындым. Айыумы икән әллә? Был уйҙан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уҡлытауҙы айыу ояһы тиҙәр. Ни эшләргә? Әллә ҡысҡырып ебәрергәме? Улай итһәң, әле бит йыраҡ китмәнем, ҡыуыштағылар йүгерешеп килеп етерҙәр. Әлеге ҡарасҡы яғына ныҡлабыраҡ ҡарайым - ул баяғы урынында. Айыу булһа, шулай тик торор ине тиһеңме ни? Батырайып, алға ҡуҙғалдым, үҙем, тамаҡ ҡырып, тауыш биреп маташам. Яҡыная төшкәс кенә уның бейек түңгәк икәнен күрҙем. Күңелгә йылы инеп, рәхәт булып ҡалды.
Оло юлға сыҡҡас, ҡараңғылыҡ шыйығая төшкәндәй тойолдо. Һәнәкте дыңғырҙатып һөйрәп, таш юлдың уртаһынан атлайым. Тирә-яғыма ҡарамаҫҡа тырышам: йә күҙгә тағы әллә нимә күренер.
Ауыл осона килеп ингәс кенә, еңел тын алып ҡуйҙым мин. Арыуымды, аяҡ табандарым ауыртыуын шунда ғына тойҙом. Таш юлда яланаяҡ көйө атлау шаңҡытҡан, күрәһең. Йә инде, ете төн уртаһында шул тиклем ерҙән йәйәү ҡайттым бит. Малайҙарға һөйләһәм, ышанмаҫтар әле.
Ҡапҡабыҙҙан инеп, һәнәкте өй мөйөшөнә һөйәнем. Ләкин төнөн кем дә булһа алып китер һымаҡ күреп, һарай эсенә үк индереп ҡуйҙым. Әсәйем, йоҡоһонан уянып, ишек асҡас бөтөнләй аптырап ҡалды.
- Китсе, ниңә көндөҙ килтермәнеләр? - ти.
- Мине килтермәнеләр... Үҙем ҡайттым, - тинем дә әллә ниңә иланым да ебәрҙем.
Әсәйем тағы ла нығыраҡ ҡаушай төштө.
- Ни булды? Ниңә илайһың? Ниңә ҡайттың?
Тынысланып, ниңә ҡайтыуымдың сәбәбен һөйләп биргәс, әсәйем байтаҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы, шунан мине ҡосаҡланы ла башымдан һыйпаны.
- Икмәктәре ары торһон. Дөрөҫ эшләгәнһең, улым.
Миңә рәхәт булып ҡалды. Тик шул саҡта ғына бик ныҡ арыуымды, бөтә тәнем ҡойолоп килеүен, күҙемә йоҡо төйөлөүен тойҙом. Әсәйем алдыма ҡуйған ҡатыҡты эсеү ҡайғыһы ла юҡ. Йомшаҡ мендәргә башым төртөлөү менән үлек кеүек йоҡлап киткәнмен.
Иртәгеһенә бесән йыя барайыҡ тип ҡапҡанан сыҡһаҡ, урамдан Нажар ҡарт һыбай елеп килә. Алыҫтан уҡ мине күреп:
- Бына ҡайҙа икән ул, ҡасҡалаҡ малай! - тип ҡулындағы сыбыҡ остоғо менән янай.
Мине юғалтып, эҙләргә сыҡтымы икән ни? Нажар ҡарт эргәбеҙгә килеп етте лә дөп итеп ергә һикерҙе. Яланбаш, күлдәксән көйө генә бит әле. Уның алдында үҙемде ниңәлер ғәйепле һиҙеп, башымды түбән эйҙем.
- Ҡотто алдың бит, улым. Ни булды һиңә? Ниңә әйтмәй-нитмәй төнөн ҡайтып киттең? - Ул әле миңә, әле әсәйемә ҡарай. - Тәҡәт ҡороно бит. Уйламаған уй ҡалманы, ахырыһы, бында тороп саптым.
Ни эшләйһең инде, бөтәһен дә һөйләп бирергә тура килде. Әсәйем:
- Ҡайтып ингәс, үҙем дә ҡурҡып киттем, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Мине ҡурсаларға әҙер ҡиәфәттә өҫтәне : - Ҡуй инде, ағай, изгелеккә яуызлыҡ менән яуап бирәме шулай кеше...
Нажар ҡарт:
- Бына әй, йә инде, - тип һөйләнеп торҙо ла ҡапыл ғына ҡыҙҙы ла китте. - Йәндәрен алам мин уларҙың! Йөҙөмә оят килтерҙе бит ишһеҙҙәр. Тәүбәгә килтермәһәмме шуларҙы!..
Ул атына менеп китергә йыйынған еренән туҡтаны, миңә боролоп ҡараны.
- Ә һин, улым, маладис. Эш хаҡыңды Әхәт алып ҡайтып бирер.
Уға бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡайтарып әйтә алманым. Тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, һөймәлекһеҙ күренгән ошо кешегә үҙемдең кәңәш-төңәш итмәүем, уға артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғаным өсөн уңайһыҙланыу тойғоһо күңелемде тырнап тик тора ине.

* * *

Ваҡыт тигәнең ғәләмәт тиҙ үтеп тик тора икән дә. Кешеләргә тормош ауырмы, еңелме - унда ла эше юҡ. Уҡлытау һыртына минең күбә тарттыра барыуыма ла тағы бер йыл үтеп китте. Хәҙер инде минең кеүек ун ике йәштәге малайҙарҙың уйын ҡайғыһы юҡ. Үҙебеҙгә күрә эш табылып ҡына тора.
Былтыр етенсе класты бөтөп сыҡҡан һуҡыр Шәһит беҙҙән бөтөнләй айырылды. Артель келәтендә эшләй ул, бөтә тауарҙы ҡабул итә, тейәтеп, ҡалаға оҙата. Үҙенсә ҡып иттереп кейенеп алған да әллә кем булып йөрөй. Беҙҙе күҙенә лә элмәй. Әй, ҡыланһын да, беҙ ҙә үҫеп киләбеҙ ҙә инде...
Бесән ваҡыты еткәйне, тағы эш күбәйә төштө. Мин инде быйыл бесәнгә ныҡлап тотонорға уйлап йөрөйөм: бесән сабырға иҫәп бар. Хәшейә апайым былтыр уҡ салғы алды, миндә уның тиклем генә көс юҡмы ни?..
- Сабыуын сабып йыйырбыҙ, кемдән кәбән ҡойҙорорбоҙ инде, - тип ҡайғыра әсәйем.
Йәноҙаҡ бабай сәләмәт булһа, улай хәсрәтләнмәҫ ине, бәлки. Бабайым ҡыш көнө бүрәнә тарта йөрөгәндә, билен биртендереп, һаман төҙәлә алмай ыҙалана. Шулай ҙа бер бәләкәй генә иҫке салғы һаплап бирергә хәленән килде уның. - Мин дә һинең кеүек саҡта - ун ике йәшемдә саба башланым, өйрән. Егет кешенең биле йәштән нығынырға тейеш, - тип салғыны сүкеп, ҡулыма тоттороп ҡайтарҙы.

(Дауамы. Башы 15-20-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru