«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӨФӨ ЮБИЛЕЙЫНА...
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларын "Ҡыйыу һыуһар" тигән яңы спектакль менән һөйөндөрҙө. Спектакль баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнап Светлана Чураева пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән.

Спектаклдә үҙенә хәүеф янауын белһә лә, ҡиәмәтлек ағаһын ҡотҡарырға тип юлға сыҡҡан һыуһар малайы тураһында һүҙ бара. Был юлда уны ауырлыҡтар, һынауҙар көтә, әммә Бәхет көстө атаһы һәм ағаһына тоғролоҡ, тыуған еренә һөйөүҙән ала. Яуызлыҡты еңгәндән һуң, һөйгән йәре менән ул ошо урында - таҙа йылғалар менән уратып алынған убаларҙа, бөгөн гүзәл Өфө ҡалаһы торған ерҙә йәшәргә ҡалырға хәл итә.
Идея авторы һәм ҡуйыусы режиссер Ольга Штырляева. Спектакль милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырыуы менән айырылып тора: башҡорт милли кейемдәре һәм ҡуйыусы режиссер Илнур Силәүсин тыуҙырған биҙәлеш үҙендә тыуған яҡ һулышын туплаған. Спектаклдең хореографы Рөстәм Имамов, композитор Марат Фәйзуллин да Башҡортостанды һәм баш ҡалабыҙҙы яратҡан тамашасыларҙың күңелдәрен арбарлыҡ эш башҡарған.
- Спектакль ҡаланың юбилейы айҡанлы өфөләргә бүләк булараҡ уйлап әҙерләнде. Ул береһен дә битараф ҡалдырмаҫлыҡ сюжетҡа ҡоролған. Һабантуй, байрам, яуыз, ағайыңды яҡлап алышыу, мөхәббәтеңде осратыу һәм, ниһайәт, тау башында яңы йорт - унда беҙ күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙа ҙур бер татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ", - тинеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡуйыусы режиссер Ольга Штырляева спектаклдең премьераһынан һуң, уның 12 йәштән өлкән балалар өсөн тәғәйенләнеүе тураһында һөйләне. Сөнки тамаша ике сәғәттән ашыуыраҡ бара һәм бәләкәйерәк тамашасылар өсөн мәғәнәһе лә аңлашылып етмәүе бар. Унда бик күп етди темалар күтәрелә.
- Илһөйәрлек, тыуған яҡҡа ҡарата сәнғәт, ваҡиғаларҙы күңелеңдән үткәреү аша һөйөү тәрбиәләүсе тарих килеп сыҡты. Бәхет атаһын һәм ҡиәмәт ағаһын юғалтһа ла, улар Таң, Ҡояш, Ай, тыуған яҡ, сәскәле болондар кеүек образдарға бәйләнеп, мәңгелеккә уның эргәһендә ҡала. Был тарих үлем, хыянат тураһында ла. Йыш ҡына тарихтар ҡыҙҙар өсөн яҙыла, ә был юлы тулыһынса үҫмер малайҙар өсөн ижад ителгән - экшн, көрәш, ярыш, йәберләүҙәр бар. Курикот тигән персонажда йәмғиәт ҡабул итмәгән кеше сағылыш таба, ул башҡаларға оҡшамаған. Курикот - һыуһар һәм бесәйҙән тыуған бала. Унан көләләр, йәберләйҙәр һәм ул береһенә лә кәрәк түгелмен, тигән һығымтаға килә. Ә бит шулай уйлаған үҫмерҙәр ҙә юҡ түгел. Артистар йәнлектәр образында сығыш яһаһалар ҙа, бында кешеләр тураһында һүҙ барыуы ап-асыҡ, - ти ҡуйыусы режиссер Ольга Штырляева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ҡыйыу һыуһар" спектакле йәш тамашасыларҙы туғанлыҡ, тыуған ер тураһында уйландырыр, яҡшылыҡҡа әйҙәр тамашаларҙың береһе булмаҡсы. Уны инде Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының киләһе ижад миҙгелендә генә күреп буласаҡ. Ә быйылғы 91-се ижад миҙгелен театр 25 июндә "Муха-цокотуха" әкиәте менән ябасаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 443

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru