«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХЕҘМӘТ ДӘРЕСЕ ҠАЙҘА БУЛҒАН?
+  - 


Күберәк художестволы керамика, скульптура менән шөғөлләнәм һәм был эшкә балаларҙы ла өйрәтәм, шәхси музейыбыҙ, цехыбыҙ бар. Ҡул эштәре араһында Шайморатов генерал, Ғәлимйән Ибраһимов, Рәшит Назаров һәм башҡа башҡорт әҙиптәренең һындары, Хөсәйенбәк кәшәнәһенең күсермәһе бар. Әле бына военкомат һәм район хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған алты яҡташыбыҙҙың иҫтәлекле һындарын яһау буйынса һөйләшеүҙәр алып барам.

2022 йылдың декабрендә ВДНХ-ла үткән күргәҙмәлә "Йыл һөнәрсеһе" булдым. Быларҙы эшләр өсөн бөгөн кадрҙар әҙерләү бик мөһим. Ә ҡыҙыҡһыныусы балалар бар, мин ойошторған түңәрәккә лә 10-15-ләп бала йөрөнө. Әммә уҡыусылар дәрестәрҙән бик һуң бушай һәм арып ҡайта, барыһының да уйында бер нисә кәрәкле предметтан БДИ тапшырыу ғына. Өлкәндәрҙе бала рухи тәрбиә алып, кешелекле булып үҫәме-юҡмы, борсомай ҙа кеүек. Балалар нимә матур, нимә юҡ икәнен айырмай, эш һөймәй, бөтә мәғлүмәт ҡулдарындағы телефонда. Йәмәғәт урындарында ла йәш быуында илһөйәрлек, халҡың һәм илең өсөн ғорурлыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылыш кеүек тәрбиәүи әһәмиәте булған һәм реализмға ҡоролған һынлы сәнғәт өлгөләре һирәк күренеш, ҡыҙғанысҡа күрә. Беҙҙең геройҙарҙы һынландырған скульптуралар кәрәк, ә абстракцияны балаларыбыҙ аңламай ул. Хәҙер бит хеҙмәт дәрестәрен дә "Технология" тип атайҙар, ә унда балалар ҡулдарына тотоп, ниҙер әтмәләү урынына теория уҡып ултыра. Беҙ үҫкән осорҙа хеҙмәт дәрестәрендә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәрҙең барыһын да үҙебеҙ эшләргә өйрәнә инек бит. Көрәк эшләһәк, уны колхозға, ауыл советтарына таратып бирәләр һәм ҡулланалар, атай-әсәйҙәребеҙ эшләгәндә кейер өсөн тәғәйенләп бейәләй тегә инек. Кәрәкле әйбер эшләүебеҙгә ҡыуана инек. Өйҙә атай-әсәйҙәр ҙә бәләкәйҙән эш ҡушып үҫтерҙе. Ә хәҙерге йәштәрҙе ғаиләлә лә, мәктәптә лә бер кем бер нәмә эшләргә өйрәтмәй, хеҙмәт дәрестәре лә юҡ хатта. Балаларыбыҙ ҡулланыусы булып үҫә, эшләмәйҙәр, әммә ихтыяждары юғары: яҡшы телефон, машина, тир түкмәй генә ҙур аҡса ҡулға төшөрөү. Бына ниндәй хәлгә барып еттек.
Ауылдарҙа тракторға ултырып ер һөрөргә лә кеше таба алмайҙар бит хәҙер. Тағы ла 5-6 йылдан икмәк үҫтерергә лә кеше булмаҫ, тимә. Ауылда йәшәп тә мал тота белмәгән, картуф сәсмәгән, хатта баҡсала ҡыяр ҙа үҫтереп ашамағандар бар. Яуаптары, һатып алабыҙ, имеш. Хеҙмәт тәрбиәһен киренән аяҡҡа баҫтырырға кәрәк беҙгә. Ә нисек? Мәктәптә бит уҡыусынан хатта таҡта һөрттөрөргә ярамай. Уҡыусы иҙән йыумай, дежур булмай, уны кемдер башҡа берәү хеҙмәтләндерергә тейеш. Ә беҙ уҡығанда мәктәп өсөн ағас ҡырҡып, утын әҙерләнек. Эшләп үҫтек, бер еребеҙ ҙә кителмәне.
Рәсәй музейҙары ассоциацияһы ағзаһы булып торабыҙ һәм шәхси музейыбыҙға уҡыусылар экскурсияға килеп йөрөй, Ауырғазы районы белем усаҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Шау-гөр килеп ингән балаларға ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреш кәрәк-ярағын, ҡоралдарын, һауыт-һабаларҙы, кейемдәрҙе күрһәтеп һөйләйем. Бына элек нисек йәшәгәндәр, тимерлектә нимәләр эшләгәндәр. Ағастан соҡоп яһалған тәпәндәрҙе күрһәтәм дә: "Һеҙ ҙә эшләр инегеҙме?" - тигән һорау бирәм. Әлбиттә, яуаптары "Юҡ!" була. Араларында бик һирәктәре генә шөрөп бора белә. Һөйләшкән арала өлкәнерәктәренә "Өйләнәһеңме, кейәүгә сығаһыңмы?" тигәнерәк тә һорауҙар бирәм. Һәр кеме ғаилә ҡорорлоҡ йүнле пар таба алмауын әйтә. Сөнки ҡыҙ баланы - әсәй, ҡатын булырға, хужалыҡ алып барырға, ирҙе ир итеп йәшәтергә, ә егет кешене донъя көтөргә, ғаилә аҫрарға өйрәтмәйҙәр. Үҙҙәренең уйҙарында тик иномарка ла башҡаһы. Оҙаҡламай ғаилә институты бөтәсәк былай барһа. Төймә таҡҡаның, йыртылған кейемеңде теккәнең бармы, салбар үтекләгәнегеҙ бармы, тип ҡыҙыҡһынғаным да бар, береһе: "Нимәгә ул, джинсыны хәҙер үтекләмәйҙәр", - тимәһенме.
Бындай хәлдәрҙә балаларҙың һис бер ғәйебе юҡ, бар яуаплылыҡ атай-әсәйҙәрҙә. Бына миңә атайым һәр ваҡыт: "Һинең ҡулыңдан килмәһә, минән көләсәктәр", - тип әйтер ине. Әсәй ҙә апай-һеңлекәштәрҙе: "Ашарға бешерә, йөн иләй, бәйләй белмәһәң, тимәк, әсәйең ялҡау булған, тип әйтәсәктәр", - тип тәрбиәләне. Ғаилә генә түгел, урам да тәрбиәләне беҙҙе: урамдан берәйһе менән иҫәнләшмәй үтеп ҡара! Кискегә атай белә, сыбыҡ менән ҡаршы ала. Колхоз эшендә йөрөгәндә лә берәй эште белмәй торһаң, "Кемдең малайы? Исмәғилдеке, балаһын эшкә өйрәтмәгән", тигән һүҙ сыҡһа, атайҙың ҡулында - сыбыҡ. Шуға үҙебеҙ эшләргә, атай-әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышып үҫкәнбеҙҙер инде. Балта һабы һынһа, утын яра алмай, атайҙы көтөп торманыҡ, үҙебеҙ эшләп ҡуя инек. Хеҙмәт ярҙамында кеше яһанылар беҙҙән.
Бөгөн бөтә ерҙә эшсе ҡулдар, оҫталар етмәгәндә, халыҡтың мәшғүллек үҙәктәрендә йөҙәр-меңәр кеше теркәлеп, хөкүмәттән бушлай аҡса алып ятыуҙары ғәжәйеп күренеш. Имеш, эш юҡ.
Быларҙың барыһын да зарланыуҙан түгел, күңелем әрнеп һөйләйем. Шул тиклем борсолдорған, әрнеткән күренеш бит! Балаларҙы эшкә өйрәтеп, хеҙмәтте һөйҙөрөп үҫтерһәк ине. Бының өсөн йәш ғаиләләр үҙҙәре белмәгәндәрен өйрәнеп, шуны балаларына өйрәтеп тәрбиәләһендәр. Ә мәғариф системаһында өр-яңынан ҙур үҙгәрештәр талап ителә был йәһәттән: мәктәптәргә рәсем һәм һыҙым (черчение) дәрестәрен тулы күләмендә кире ҡайтарыу, хеҙмәт дәрестәрен элеккесә файҙалы итеп уҙғарыуҙы тергеҙеү мотлаҡ. Сөнки балалар уй-ниәттәрен ҡағыҙға төшөрә лә белмәй бит хәҙер. Шуғалыр ҙа, бәлки, ауылдарҙа ла бөтә ерҙә тик төҫтәре менән генә айырылған профнастилдар, элекке кеүек көнләшерлек матур семәрле ҡойма, тәҙрә ҡапҡастары, кәрниз, фронтондар юҡ. Ижадсылар тәрбиәләнмәй. Шуға педагогтарҙың абруйын күтәреү, уларҙың эшмәкәрлеген ҡағыҙ тултырыуҙан арындырып, тәрбиәүи юҫыҡҡа йүнәлтеү бик мөһим. Былар, әлбиттә, бөтә Рәсәй кимәлендә бойомға ашырылырға тейеш бурыстар һәм теләктәр, шулай ҙа, бәлки, боҙ ҡуҙғалыр.

Зәки НАГАЕВ,
"Ҡурай даны" милли телевизион премияһына лайыҡ булыусы һөнәрсе, нәфис керамика оҫтаһы, Ауырғазы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 116

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru