Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, республиканың бер төркөм зыялылары ойошторған Халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе "Аҡтамыр" башҡорт үҙәге республика, бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ҙур эштәр башҡарҙы. Бөгөн Дим районының Рауил Бикбаев исемен йөрөткән 102-се Башҡорт гимназияһы ла заманында, нигеҙҙә, рус мәктәбе булһа, 1999 йылда унда башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнеү синыфтары асыла. Ә 2006 йылда иһә ул "102-се Башҡорт гимназияһы" статусында ҡаршы ала. Әле был белем усағында һәр синыфты башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе параллель кластар бар, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау буйынса ҙур эштәр алып барыла. Гимназия менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында уның директоры Рөстәм ДИЛМӨХӘМӘТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемен йөрөтөү - үҙе үк уҡытыусыларҙың ғына түгел, уҡыусыларҙың да иңенә ҙур яуаплылыҡ һала. Һеҙҙең уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективы ошо яуаплылыҡты тоямы, башҡорт әҙәбиәтенең алтын бағаналарының береһе булған шағир исеменә лайыҡлы булыу өсөн нимәләр эшләнә?
- Әҙәбиәт белгесе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән бөйөк шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың исемен гимназиябыҙ 2019 йылдың 12 декабренән башлап йөрөтә. Был, ысынлап та, ғорурлыҡ ҡына түгел, иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Тыуған илен һәм туған телен яратҡан белемле киләсәк быуын тәрбиәләү, шағирҙың әҙәби мираҫына, тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, өйрәтеү - төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе булып тора. Был юҫыҡта эштәр ҙә алып барабыҙ. Быйыл 3-сө тапҡыр Төбәк-ара Бикбаев уҡыуҙары үтте. Йылдан-йыл был сарала ҡатнашыусылар һаны арта, географияһы киңәйә, яңы номинациялар булдырыла. Мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә уҡыусылар, уҡытыусылар бик теләп ҡатнашыуы беҙҙе ҡыуандырҙы. Был уларҙың шағир ижадына ҡыҙыҡһыныуын, битараф булмауын күрһәтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты Рауил Бикбаев исемендәге кабинет-музей итеп йыһазландырылды, ошо йүнәлештә эште артабан да дауам итәбеҙ. Шулай уҡ гимназиябыҙҙа Өфө ҡалаһы мәктәптәренең спорт командалары араһында Рауил Бикбаев исеменә баскетбол буйынса ярыш үткәрелеп килә.
Күп осраҡта совет заманындағы белем биреү системаһын маҡтаһаҡ та, заман башҡа - заң башҡа. Һеҙҙең белем усағы ла заман менән бергә атлайҙыр, заман талаптарына яуап биргән ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар, ниндәй проекттарҙы тормошҡа ашыраһығыҙ?
- Гимназиябыҙҙа һәр кабинет компьютер, проектор, экрандар, бер нисә интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. Дәрес этаптарын ҡыҙыҡлы ойоштороу маҡсатында төрлө заманса мәғлүмәти технология алымдарын ҡулланып үткәрәләр. Башҡорт йырҙарын, башҡорт сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү йәһәтенән 6-сы йыл рәттән гимназиябыҙҙа "Тамсылар" ҡала йыр фестивале уҙғарыла. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың башҡорт эстрадаһы йырҙарын ғына башҡарып ҡалмай, башҡорт халыҡ йырҙары менән сығыш яһауҙары, конкурсанттарҙың күпләп килеүе был фестивалдең ғүмере оҙон булырына ышаныс уята. Фестивалдә башҡорт балаларынан тыш, икенсе милләт балаларының да башҡорт телендә сығыш яһауы телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу барлығы тураһында һөйләй.
Ниндәй ул бөгөнгө заман уҡыусыһы? Элекке уҡыусыларҙан ул нимәһе менән айырыла?
- Күп осраҡта беҙ заман уҡытыусыһы - ул заман менән бергә атлаусы, тип ҡабатларға яратабыҙ. Ә заман уҡыусыһы ла бит заман менән бер ҡатарҙан атлап барыусы. Хәҙер тормош шул тиклем шәп тиҙлектә бара, һәр саҡ ниндәйҙер үҙгәрештәр булып тора. Заман уҡыусыһы ошо тиҙлеккә тиҙ генә өйрәнә, ҡулайлаша, йүнәлеште дөрөҫ таба. Интернет киңлектәрендә үҙен иркен тота, бөтә мәғлүмәтте лә тиерлек шунан ала. Күп төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, үҫешергә тырыша, өҫтәмә рәүештә онлайн дәрестәрҙә уҡыуын нығыта, белемен камиллаштыра. Ләкин шуны ла оноторға тейеш түгелбеҙ: бәләкәй бала йә уҡыусы булһынмы, улар һәр ваҡыт тере аралашыуға мохтаж. Ысынбарлыҡта аралашҡанда ғына улар асыла, башҡалар менән уртаҡ тел, яҡшы дуҫтар таба алалыр, тип уйлайым.
Балаларҙа нисек илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләйһегеҙ? Уның һәр кемгә тура килгән дөйөм рецебы бармы?
- Илһөйәрлек, төлһөйәрлек тойғоһо иң беренсе ғаиләнән - ата-әсәнән башлана. Был - дөйөм рецепт. Әгәр өйҙә ата-әсә башҡортса һөйләшә икән, тимәк, баланың да теле туған телендә асыласаҡ. Балалар баҡсаһына килгәс, бала, ғәҙәттә, рус телендә күберәк һөйләшә башлай. Бына шул ваҡытта ата-әсәгә туған теленә тағы ла күберәк иғтибар бүлергә тырышырға кәрәктер, тип уйлайым. Телһөйәрлек һәм илһөйәрлек тойғолары йәнәш бара. Телде яратып, илде яратмау мөмкин түгел. Гимназияға килгәндә, төрлө милләт балалары уҡый беҙҙә. Икенсе милләттән булған уҡыусы мәктәпкә ауыҙ тултырып: "Һаумыһығыҙ!" - тип һаулыҡ һорашып килеп инде икән, тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә барабыҙ. "Тамсы тама, тама, таш тишә", тигән мәҡәлгә таянып, баланың күңеленә беҙ ҙә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Гимназияла үткән сараларҙан тыш, башҡорт театрҙарына, концерттарға йыш алып йөрөйбөҙ.
Башҡорт гимназияһы Дим районы йәш башҡорттарының туған телдә белем һәм тәрбиә алыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме, әллә бер генә гимназия етмәйме?
- Дим районында башҡорт телен үҫтереүҙә бик күп саралар ойошторола. Был йәһәттән, беҙҙең гимназияның ғына түгел, ә башҡа мәктәптәрҙең дә роле ҙур. Әммә район йылдан-йыл үҫешә, матурая, йәш ғаиләләр һаны арта. Шуға күрә барлыҡ белем усаҡтары ла өҫтәмә урындарға мохтажлыҡ кисерә. Беҙҙең гимназия 500 уҡыусыға иҫәпләнһә лә, әлеге көндә, урындар етмәү сәбәпле, 1000-дән ашыу уҡыусы уҡый. Баш ҡаланың ҡайһы бер милли гимназия-интернаттарына территориаль беркетеү мотлаҡ булмаһа, беҙ эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүсе балалаларҙы мотлаҡ ҡабул итергә тейешбеҙ.
Был көндәрҙә барлыҡ белем усаҡтарында тағы ла бер уҡыу йылы тамамланғанын белдереп, һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Һеҙҙең өсөн был йыл ниндәй булды, ниндәй яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар яуланығыҙ, ниндәй уңыштарығыҙ һөйөндөрҙө һәм гимназияның киләсәген нисек итеп күҙаллайһығыҙ?
- Быйылғы уҡыу йылы уңышлы ла, үҙенсәлекле лә булды. Яңы коллектив менән яңы уҡыу йылын берҙәм, дәртләнеп башлап ебәргәйнек, уҡыу йылы аҙағына тиклем шул рухты төшөрмәнек. Ҡаҙаныштар, уңыштар байтаҡ булды. Һәр береһен һанап бөтөп тә булмайҙыр. Шулай ҙа киләсәктә күберәк башҡорт кластары асыуға өлгәшербеҙ, тип уйлайым. Үҙ һөнәрен яратҡан коллектив менән эште артабан да бергә-бергә дауам итербеҙ, рухлы, ижади һәләтле, алға ынтылыусан, маҡсатлы уҡыусылар тәрбиәләрбеҙ, тип ышанам.
Шулай итеп...
Заманында бөйөк милләттәшебеҙ Зәки Вәлиди башҡорт халҡын аҡтамырға тиңләп, һис яңылышмаған. Уның тамырының бер генә өлөшө иҫән ҡалһа ла, ул ҡабаттан үрсергә, таралырға һәләтле. Дим районында "Аҡтамыр" ойошмаһы тәҡдиме менән башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнеү кластары асҡан мәктәптең бөгөн Башҡорт гимназияһы статусында эшләүе лә быға асыҡ миҫал. Киләсәктә уның тамырҙары тағы ла тәрәнерәк төшөп, башҡорт халҡының әҙәбиәте, мәҙәниәте, тарихы, йолаларын өйрәнергә теләүсе балалар һаны ла аҡтамыр тамыры кеүек таралһын.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА