2025
әйт, тиһәгеҙ...
Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты Әхмәтзәки Вәлидиҙең Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлаштырылған бюсын алып ташлауҙы талап итеү тураһында мәғлүмәткә бәйле борсолоу белдерҙе һәм Санкт-Петербург прокуратураһына һәм университет ректорына һорау менән хат ебәрҙе. Хатта билдәләнеүенсә, Санкт-Петербург дәүләт университеты биләмәһендә урынлашҡан бюст Әхмәтзәки Вәлидиҙең фәнни ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән ҡуйылған һәм уны донъяның фәнни йәмәғәтселегендә абруй ҡаҙанған ғалим-төркиәтсе булараҡ һынландыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бюст 2008 йылдың йәйендә Санкт-Петербург дәүләт университетының филология факультеты биләмәһендә урынлаштырылғайны. Авторы - Өфө скульпторы Владимир Дворник. Бюст менән бер үк ваҡытта Санкт-Петербург университетында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге асылғайны. "47news" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бер беренсе курс студентының әсәһе Генераль прокуратураға бюст буйынса ялыу хаты яҙған. Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург дәүләт университетына ҡала прокуратураһынан Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бюсы буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмә ебәрелгән. Санкт-Петербург дәүләт университетында прокуратураның шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәлен һүтергә тигән талабына ҡаршы килмәҫкә һәм бюсты белем биреү учреждениеһы биләмәһенән алырға хәл иткәндәр.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).