«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨЙӨНӨРГӘМЕ, ҺӨЙӨНӨРГӘМЕ?
+  - 

Яңы йыл байрамдары ла үтеп китте. Һәүетемсә, тип өҫтәге килә, ләкин тел әйләнмәй: беҙгә - байрам, ә тегендә, ут эсендәге уландарға нисектер? Улар тарафынан был көндәрҙә сәләм-хәбәрҙәр, видео-сәхифәләр ҙә булманы (бәлки, аҙағыраҡ килеп етер, моғайын). Ҡайҙандыр аҙашып, түше тулы орден-миҙал таҡҡан, үҙен "спецназ ветераны Кирилл" тип таныштырған хәрби операция яугирының видео-мөрәжәғәте генә килеп сыҡты Бәйләнешкә.

Беҙгә, яҡташтарым, тип өндәшеүсе был егет республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, яуҙағы егеттәрҙе лә ҡайғыртыуыбыҙҙы үтенде: "Окоптарҙа уларға бик һыуыҡ, мин унда булдым, беләм. Яңы йыл өҫтәленә салат әҙерләгәндән бушаған ҡалай банкаларҙы сүплеккә ташламағыҙ, уларҙы йыйып, МХО-ға ярҙам пункттарына ебәрегеҙ",- тип өндәште байрам итергә йыйыныусыларға. Был ҡалай банкаларҙан МХО-ға ярҙам ойоштороусы ирекмәндәр май шәм эшләп ебәрәсәктәр һәм был ябай ғына һеҙҙең ярҙам егеттәребеҙгә әҙ генә булһа ла йылынырға йә хатта аҙыҡ йылытып ашарға мөмкинлек бирәсәк, тине Кирилл.
Әлбиттә, 21-се быуатта ялан шарттарында хәрбиҙәр өсөн заманса "көнкүреш" сараларының булмауы эсте бошора һәм уларҙың ҡалай банкаларға ҡалған көнө ҡыҙғаныс, сөнки һуғышта ваҡ-төйәк тигән нәмә юҡ. Тимәк, был беҙгә, халыҡ иңенә ятҡан бурыс хаҡында бер генә минутҡа ла, хатта байрам сәғәттәрендә лә, оноторға ярамай, тигән һүҙ; тимәк, яугирҙарыбыҙға ярҙам ылауы туҡтарға тейеш түгел. Быныһы Яңы йыл айҡанлы оҙайлы ялдарҙың бер яғы булһа, икенсе яғында - бөгөнгөбөҙҙөң һәүетемсә "тыныс" күренеш-ваҡиғалары: Яңы йылдың тәүге өс көнөндә республикала 120 иҫерек водитель тотола; Илештән элек хөкөм ителгән 20 (!) йәшлек иҫерек туғанының машинаһын Краснокамаға һорауһыҙ ҡыуып алып китә һәм барып етә алмайынса, соҡорға ултыра, ә водитель руль артында тәмле йоҡоға тала; Яңы йылға бер сәғәт ҡалғанда Шаран районында 13 йәшлек ҡыҙ баланы 40 йәшлек иҫерек үгәй атаһы көсләй; Туймазы районы Илсембәт ауылындағы янғында 60 йәшлек ир менән ҡатын өйҙәрендә янып һәләк була; Нефтекама ҡалаһында өс егет бер ҡыҙға бәйләнеп, уның башын йәрәхәтләй; Өфөләге торлаҡ йорттарҙың береһендә лифт пассажирҙары менән бергә шахта соҡорона ҡолап төшә... Бәлки, етеп торор? Ә Яңы йыл каникулының тәүге 3-4 көнө бындай хәүефле факт һәм ваҡиғалар менән туп-тулы, тик уларҙы һанап сығыу ғибрәт өсөн булһа ла, икенсе яҡтан, бөгөнгө тормош-йәшәйешебеҙ проблемаларына туранан-тура ишара: эскелек, енәйәт, яуапһыҙлыҡ, тәртипһеҙлек, вайымһыҙлыҡ...
Бәлки, ысынлап та, етеп торор? Ә бик күп төрлө улар, бәлә-ҡаза килтереүсе сәбәп һәм дә боҙоҡлоҡтар. Бындай хәлдәр әлеге "һәүетемсә" йәшәргә күнеккән әҙәм балаларының аңына, тормош асылына шул тиклем тәрән инеп оялаған, уларҙы хәҙер бер ниндәй ҙә МХО- ла, яу яланынан ҡайтарылған йәп-йәш егеттәрҙең табуттары ла айныта алмай. Әйтерһең дә, барыһы ла элеккесә, һәүетемсә улар өсөн. Бына шуныһы фажиғә бөгөнгө көнөбөҙҙә.
Ғәмәленә күрә - әмәле, тигәндәй, ундайҙарҙы, бәлки, ҡылыҡтарына ярашлы яза саралары айныта алыр ине? Юғиһә, күп осраҡтарҙа уларға яза сараларын йомшартыу яйы ғына ҡарала: йәнәһе, тәүге тапҡыр факторы, ҡаза булыу-булмауҙы иҫәпкә алыу, тағы ниндәйҙер ғәфү итеүҙәр эҙләү-юллауҙар ахыр сиктә потенциаль енәйәтсегә һыуҙан ҡоро сығырға йә еңелсә ҡаушау менән 30 мең түләп, язанан ҡотолорға булышлыҡ итә. Эскән килеш рулдә тәүге тапҡыр эләгеү язанан ҡотолорға хоҡуҡ бирәме? Бәлки, был әҙәм ошоға тиклем дә иҫерек көйө йөрөһә лә, бер тапҡыр ҙа эләкмәгәндер? Юл-хәрәкәт патруле хеҙмәте лә бит, өҫтәүенә, онотҡанда бер генә рейдҡа сыға. Сыҡҡан хәлдә лә был хаҡта алдан иҫкәртеү яһай. Эш күп булмаһын, тиҙәрме әллә юғиһә? Тимәк, аулаҡлап тамаҡ сылата ала намыҫһыҙ водитель һәм әйләнә-тирәләгеләргә хәүеф сығанағына әүерелә.
Ә бына ҡасандыр артта ҡалып та, бөгөн цивилизациялы илгә әүерелгән Сингапурҙа иҫерек водителдәргә ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ һабаҡ бирелә: штраф, төрмә һәм иң һөҙөмтәлеһе - таяҡ менән һуҡтырыу. Күршебеҙ Беларустан дә өлгө алырға булыр ине: тәүге тапҡыр эләгеүенә ҡарамаҫтан, иҫерек водителгә бер ҙә 30 мең түгел, ә 12 500 доллар штраф һәм 3 йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡарала, ә ҡайһы осраҡтарҙа машинаһы тартып алына.
Республикала байрам көндәрендә тотолған әлеге иҫерек водителдәр арҡаһында фажиғә-фәлән булғанмылыр-юҡмылыр, ул хаҡта ЮХХДИ мәғлүмәттәре юҡ , уның ҡарауы, декабрҙә, тап Яңы йыл алдынан, эш урындарында һәләк булыусылар ноябрҙәгенә ҡарағанда 3 кешегә артҡан. Был хаҡта Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә һылтанып, mkset.ru сайтында хәбәр ителә. Декабрҙә бөтәһе эш урындарында 13 кеше һәләкәткә осрап, шуларҙың алтауһы айҙың һуңғы аҙнаһына тура килә. Ҡыҙғаныс...
Әммә йәшәйеш ниндәй генә хәлдәрҙә лә туҡтап ҡалмай, тормош дауам итә. Әйткәндәй, Яңы йылдың тәүге көнө - 2024 йылдың 1 ғинуарында республикабыҙҙа 10 сабый - 4 малай, 6 ҡыҙ бала донъяға килә. Ә халҡыбыҙҙа шундай изге юрау бар, фәрештәләрҙең "Амин" тигән мәленә тап килһен: ҡыҙ балалар күберәк тыуһа, илгә именлек килер. Сөбханаллаһ, шулай булһын!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 194

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru