«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШ БАБАЙ ҺҮҘЕНДӘ ТОРА
+  - 


Бөгөн Яңы йыл алдынан Миңъямал апаһы менән Хисам еҙнәһе ял йортонан ҡайтып етергә тейештәр. Зарифа уларҙың өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ. Урбаш ауылына килеп төшөүенә аҙна-ун көн үтеп китте. Хужалыҡта бер нисә дебет кәзәһе бар. Бына шуларҙы ҡарай Зарифа. Улы Динарға ылаҡтар менән уйнау оҡшай. Улар менән ҡуша ырғый-һикерә, һөҙөшә. Зарифа ла ҡәнәғәт, әүрәһен балаҡайы, хәрәкәттә - бәрәкәт. Яңы йыл... Зарифа өсөн ул хәҙер иҫ китерлек шатлыҡлы көн түгел. Бары улына ниндәйҙер байрам яһарға кәрәк. Ҡатын яһалма шыршыны тағы ла бер тапҡыр уратып ҡарап сыҡты. Матур! Төбөнә бүләкте һалаһы ғына ҡалды шикелле. Ҡыш бабай бүләген. Тып итеп эргәһенә улы килеп баҫты.
- Әсәй, беләһеңме?..
- Нимәне, улым? - әсә Динарға табан боролдо.
- Рәфилгә Ҡыш бабай машина бүләк итте.
- Әйткәйнең инде. Тик Ҡыш бабай бик иртәләгән түгелме?
- Тимур ағайҙар йылы яҡҡа китәләр. Ҡыш бабай унда барып тормам, алдан бирәм, тигән. Ҙу-у-ур машина! - Динар ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе. - Ултырып йөрөп була.
Эйе, Динар һөйләгән ғаилә йыл да байрамды сит илдә ҡаршылай. Тимәк, был юлы Рәфилгә атаһы Тимур бүләкте алдан биргән. Ҙур бүләкте йылы яҡҡа тейәп китмәҫтәр шул. Ярай, зирәк Ҡыш бабай бар! Зарифа үҙалдына ғына йылмайып ҡуйҙы.
- Һиңә лә Ҡыш бабай елле бүләк алып килә. Сабыр ит!
- Лего! - тип шатланып ҡысҡырҙы Динар. - Мин уға хат яҙҙым бит.
Ҡатын аптырап китте:
- Ҡасан? Нишләп мин белмәйем?
- Һин кәрәкмәйһең! "Лего" тип үҙем яҙа беләм!
Зарифаның тауышы һүрелде:
- Маладис, улым, яҙа беләһең. Тик Ҡыш бабай Легоны икенсе йыл бирер.
- Юҡ, ул мине тыңлай!
- Һиңә уйынсыҡ алып килә, тик...
Динар әсәне бүлдерҙе:
- Былтыр ҙа Лего әпкилмәне. Һин үҙең хат яҙғайның. Әсәйҙе тыңламаны. Шуға хәҙер мин яҙҙым...
- Эйе, яҙа беләһең, өйрәндең, улым, - тигән булды әсә.
- Күп итеп яҙҙым. Битте тултырҙым. Лего, лего, лего... Ҡыш бабай хатты алғандыр.
Зарифа ишетмәгәнгә һалышты.
- Улым, анау тәтәйҙе бир әле. Шыршыға эләйек.
- Атай булмағас, Ҡыш бабай тыңламаймы? Атай булғанда, нимә һорайым, Ҡыш бабай шуны әпкилә торғайны.
- Динар, бар. Тышта һине ылаҡтар көтә, - тине әсә инде ҡорораҡ тауыш менән. - Мин бәлеш бешерәм. Ваҡыт юҡ.
Бүтән һүҙ ишетмәгәс, Динар кейенеп тышҡа сығып китте. Тын алышынан уҡ кәйефе төшкәне һиҙелә баланың...
Рияз улына һәр саҡ уйынсыҡтар тейәп ҡайта торғайны. Бер йыл үтте, караптары ҡазаға осрап, бик күп моряктар һәләк булды. Диңгеҙҙә аҡса эшләйем тип, айҙар буйы ҡайтмай торғайны. Диңгеҙ йотто... Рияздың кәүҙәһе табылманы. Ул "хәбәрһеҙ юғалды"лар иҫәбендә. Үле лә, тере лә түгел. Һәләк булғаны асыҡ, тик кәүҙәһе табылмағас... Динар атаһын онотмай, иҫкә төшөрә. Ир бала бит, уға атай кәрәк... Былтыр Яңы йылды Риязһыҙ ҡаршыланылар. Ниндәй байрам, ти инде!
"Рәфилгә Ҡыш бабай машина бирҙе", тигәс, Динар ҙа шул тимер-томорҙо хыял итәлер тип, ыҡсым ғына үҙйөрөшлө машина һатып алғайны Зарифа. Ана, Лего һорай... Ах, уныһы бөтөнләй иҫтән сыҡҡан шул. Ярар, баланы артыҡ осондорорға ярамай. Булғанына риза булһын. Зарифа тәҙрә эргәһенә килеп баҫты.
Динар ун ике йәшлек Флүргә ҡулын болғай-болғай ниҙер һөйләй. Күрше малай менән тиҙ дуҫлашты ул. Йәтеш булды. Ун ике йәшлек Флүр балаһына күҙ-ҡолаҡ. Ҡалдырмай, эйәртә. Бергәләшеп сығып йөрөп киләләр. Эйе, һәйбәт булды. Зарифа тәм-том бешерергә ҡамырын йәйҙе. Яңы йылға бөтәһе лә әҙер, тиергә була. Еҙнәһенең машинаһы боҙолған, бөгөн ҡайталар, тик һуңлаңҡырап. Ярар, ун икегә тиклем ваҡыт күп.
- Ҡыш бабай әпкилә, имеш, - тине Флүр туҡтауһыҙ ләпелдәгән Динарҙың башлығын аҫҡа тортып.
- Һиңә лә әпкилә ул, хат яҙ!
- Алдай бит ул, һүҙендә тормай!.. - тип һаһылданы Флүр. Динарҙың Ҡыш бабайға ышаныуы ҡыҙыҡ. Ышана бирһен, зыяны юҡ. Ҡасан да булһа, сер асыласаҡ. Әле ул бәләкәс, әкиәт донъяһында йәшәргә тейеш.
- Нимә, һораған бүләгеңде бирмәһә, Ҡыш бабай өҫтөнән ялыу яҙаһыңмы?
Динар аңламаны.
- Нимә яҙам?
- Әрләгең килмәйме, тием, Ҡыш бабайҙы?
Динар ауыҙы асылып китте.
- Юу-у-уҡ! Ул шыршы аҫтына гел бүләк ҡалдыра.
- Бүләктәрҙе бутаһа, яңылышһа? Уға асыуланмайһыңмы? - тип төпсөндө Флүр.
- Үҙе күренмәй бит... Күренмәй генә бүләк ҡалдыра, - тип Динар танауын тартты.
- Ул бит балалар баҡсаһына килә!
- Унда бер ағай кейенә. Артист ул. Мин беләм. Юрый Ҡыш бабай була.
- Юрый булғаны өсөн дә ул һүҙендә тормай. Вәт.
- Флүр ағай, һинең Ҡыш бабайҙы күргәнең бармы?
- Ба-а-ар, - тип һуҙҙы Флүр танауын ышҡып алғас, күҙҙәре хәйләкәр осҡонланды.
- Ә ысыны ҡайҙа? - тип һораны малай төшөнкө тауыш менән.
- Ысыны бит ошонда йәшәй, - тип аптыраған булды Флүр. - Әсәң әйтмәнеме ни?
- Ҡайҙа? Ошонда? - Динар баш сайҡаны, үҙенең күҙҙәре янып китте.
- Ну-у-у-у... Ней инде. Ана, күрәһеңме, ҡарағайҙар. Унда урман шәп, шунда өйө лә бар. Миңә улай ҡарама! Иртәгә апарырмын. Бөгөн эш күп.
Динар маңлайын ышҡыны.
- Ә ул сығып китһә? Алыҫҡа...
- Китһә китә инде. Ул бит Ҡыш бабай. Йөрөргә тейеш. Әйҙә, мал һарайына. Таҙартыш.
- Юҡ, мин өйгә-ә-ә...
- Өшөмтәл. Бар, улайһа!
Флүр ағай һарайға инеп китеү менән, Динар йылға яғына тартылды.

***

Динар йылғаға ағаслыҡтар үҫкән ярҙан шыуып килеп төштө. Көрткә бата-сума хәле бөтөп саҡ килеп еткәйне, аҫҡа эйеп төшөүе уғата күңелле булды. Ана ултыра бит! Ҡыҙыл бушлат. Моҡсайы бар. Эргәһендә тағы кемдер ултыра. Ул ағай, моғайын, ярҙамсыһылыр. Ҡыш бабай иңкәйгән, хәле бөттөмө икән? Динар ҙа бит бында килә-килә арыны.
- Ҡыш бабай! - тип ҡыуаныстан ярһып өндәште ул.
Ҡыш бабай ҡапыл башын ҡалҡытты. Башта аптырағандай итте, унан ирәбе йылмайҙы.
- Әйҙүк, улым, әйҙүк! Һин дә балыҡ тоторға килдеңме?
Ҡара-ҡара, Ҡыш бабайҙан балыҡ һораусы балалар бар икән!
Динар баш сайҡаны.
- Юу-у-уҡ, - тип һуҙҙы. - Ә нишләп һинән балыҡ һорайҙар?
- Кем?
- Балалар, - тине ғәжәпләнгән тауыш менән Динар. - Әтеү кемгә ҡармаҡлайһың? Һин минең хатты алдыңмы?
- Ә хат! - Ҡыш бабай тамаҡ ҡырҙы. - Хаттар күп килә. Исемеңде оноттом да ҡуйҙым...
- Мин бит Динар!- тип һөрән һалды малай.
- Буран, был бәләкәстең хаты һиндәме?
- Һинең бураның бармы, Ҡыш бабай?
- Бар, бураным да, дауылым да бар. Тик байрамда дауыл сыҡмаһын тип, уны бикләп киттем.
Күршеһендәге ағай буран әпкилгәндер. Кемгә кәрәк ул буран? Вәт, әкәмәт!
- Һин минең хатты уҡый алдыңмы? "Лего" тип үҙем яҙҙым, - тип ләпелдәне малай.
- Динар, һин нитмә... Ашыҡма. Мә, тот, ҡармаҡты. Бәлки, һиңә сиртер.
Ҡыш бабай хәҙер иптәшенә боролдо:
- Таныйһыңмы?
Буранғол баш сайҡаны.
- Иҫәүән түгел былай... Бәләһенән баш-аяҡ, апарып ҡуйыр кәрәк, Сабир.
- Мин иҫәүән түгел! - Динарҙың асыуы килде хатта.
- Гел бүләк һорағансы, аҡыл һорарға кәрәк. Егет кешегә ул бик кәрәк. Шуны ғына әйтәм, - тип аҡланды Буранғол.
Малай телһеҙ ҡалды. Уның бер ҡасан да Ҡыш бабайҙан аҡыл һорағандарын ишеткәне юҡ.
- Бына минең Ҡыш бабайҙан аҡыл һорарға баш етмәгән дә, шуға гел өскә уҡыным, -тип дауам итте күҙҙәрен мут ҡыҫҡан Буранғол.
Ҡыш бабайҙан Динар мотлаҡ аҡыл һорар. Тик икенсе йыл - мәктәпкә уҡырға барғас һорар.
- Эй, Ҡыш бабай, - тине Буранғол иптәш. - Алып бар, баланы юғалтҡандарҙыр.
Ҡыш бабай ҡармаҡтарын йыя башланы.
- Ур-ра, Ҡыш бабай беҙгә килә! Өйгә! Үҙе килә! - Динар сәпәкәй итте.
- Ҡыш бабай бында ла эшен башланы, - тине Ҡыш бабай. - Тынғылыҡ юҡ уға.
Малай өлкәндәрҙе аптыратып, тағы ла һорай ҡуйҙы:
- Арғымаҡта апараһыңмы?
Ҡыш бабай елкәһен ҡашыны.
-Арғыма-а-аҡ! Яңы йыл төнөндә генә бит ул. Әле Арғымағыбыҙ көс йыя.
- Ал машинаны. Мин яйлап ҡайтырмын, - тине Буранғол.
- Ризаһыңмы? - Ҡыш бабай Динарҙан шулай тип һораны.
Динарҙың ҡыуаныстан тыны ҡыҫылды. Ләззәтләнеп, күҙҙәрен йомоп, баш ҡаҡты. Ҡыш бабай уны машинала алып бара. Был турала ул бит хыял да итмәгәйне!

***

- Әсәй, мин Ҡыш бабайҙы таптым! - тип ҡысҡырып ебәрҙе өйгә атылып килеп ингән Динар.
Ҡыш бабай менән әсә текләштеләр. Әсәнең күҙҙәре ҙур асылды.
- Һеҙ кем булаһығыҙ? - тине ул ғәжәпәләнеп.
- Әсәй, Ҡыш бабай! Һин бит Ҡыш бабайҙы беләһең! Ул һиңә генә күренә... Бүләк әпкилгәндә һиңә күренә бит!
Әсәһе, нишләптер, өндәшмәй...
Бына Ҡыш бабай бүреген систе.
- Зарифа!
- Ҡыш бабай әсәйемде белә! Таныны! - тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе Динар.
Зарифаның тауышы ҡалтыранды.
- Балам, бар сисен.
- Мин хәҙер уйынсыҡтарымды алып киләм. Ҡыш бабай, китмә! - малай төпкө бүлмәгә йүгерҙе.
- Сабир... Һинме был?
- Мин, Зарифа.
- Һаҡалтай...
Сабир һаҡал-мыйығын һыпырҙы,
- Ә һаҡал үҙемдеке.
- Үҙенеке, әсәй, үҙенеке!- тип һөрәнләне уйынсыҡтарын ҡосаҡлап килеп сыҡҡан Динар. - Әртис түгел. Мин таныным уны!
- Һине ҡапылғара танырлыҡ түгел. Ҡыҙыл бушлат кейеп алғанһың.
- Бушлат һәр саҡ үҙем менән. Кәрәге тейә.
- Үҙгәргәнһең, - тине Зарифа.
- Ә һин шул көйө, - шулай тине лә Сабир еңелсә генә йүтәлләне.
Ололарға иғтибар менән ҡарап торған Динарҙың йәнә ауазы яңғыраны.
- Һин тамаҡ ҡыраһыңмы, йүткерәһеңме?
Яуап урынына йәнә тамаҡ ҡырылды.
- Ҡыш бабайға һыуыҡ тейгән. Әсәй, сәй эсер!
- Үт, Ҡыш бабай, - тине Зарифа шелтәле ҡараш менән.
- Ә беҙ уйнай торабыҙ, - тине шат тауышлы Динар.
Сәй әҙерләгән арала Зарифа уларҙың уйнын күҙәтте, Сабирҙың шул тиклем күп уйын-мәҙәк белгәненә аптыраны. "Рәхәтләнеп уйната. Ҡайҙан белә? Ә нишләп Урбашҡа килеп сыҡҡан?" Әлегә һорашыр мөмкинлеге юҡ. Динарҙың бөтөн диҡҡәте Ҡыш бабайҙа. Күптән бындай шатлыҡ-дәрт менән уйнағанын күргәне юҡ ине әсәнең. Улыҡайы рәхәтләнеп көлә. "Сабир килештерә... Һы, Ҡыш бабай, имеш..."
Бына эҫе бәлеш өҫтәлгә килеп ултырҙы.
- Сәй эсергә!
Ҡара-ҡара, Динар хәҙер Ҡыш бабайҙың елкәһенә менеп ҡунаҡлаған. Тегенеһе әкиәт һөйләй. Бала тыңлай ҙа көлә, хатта сәсәй. Унан һорауҙар яуҙыра. Шунан бөтәһе лә яңынан башлана...
Диванға барып ултырған Динар бер аҙҙан әүен баҙарына китте.
- Бала-сағаны үҙеңә ҡарата беләһең, Сабир, - тип баш сайҡаны Зарифа.
- Мин бит йыл һайын Ҡыш бабаймын. Башлыса Өфөлә эшләйем. Күптән инде.
- Урбашҡа нимәгә килеп сыҡтың?
- Буранғол исемле дуҫ егетем ошонан. Әле шыршы байрамдарында ныҡ ҡына эшләп алдыҡ. Шунан Яңы йылды ҡаршыларға үҙҙәренә алып ҡайтты. Иртәгә кире ҡуҙғалабыҙ. Балаларҙың каникулында беҙгә эш етерлек. Заказдар күп. Мин һине бында осратырмын тип уйламағайным да, Зарифа...
- Ярай, класташ, рәхмәт, байрам яһаның улыма. Бер уйлаһаң, бала-саға өсөн ҡыш үҙе бер мөғжизә. Шул мәл етте, - тип Зарифа моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы.
- Мөғжизә-ә-ә, - тип һуҙҙы Сабир. - Хәтерләйһеңме, ҡыш көндәре урманға саңғы шыуырға йөрөй торғайныҡ. Бәҫ өҫкә ҡойолһа, бөтөнләй икенсе донъяға барып ингән кеүек ине. Аҡлыы-ыҡ. Ем-ем иткән ҡар бөртөктәре... Шул мәлдәр йыш иҫкә төшә.
Зарифаның йөҙө ҡараңғыланды.
- Мин хәҙер Динарҙың атаһын ғына иҫкә төшөрәм. Башҡалары онотолдо.
- Хәлдәреңде ишеттем, Зарифа. Ҡайғыңды уртаҡлашам.
Зарифа яуап бирмәне.
- Һынауҙарға бирешмә, - тине Сабир.
- Йә, ярар, Сабир. Хушлашайыҡ. Динарҙың күңеле булды. Байрам күп булмай.
- Аңланым. Ҡыш бабайға китергә ваҡыт, тиһең инде.
- Эйе, һин беҙҙең өсөн Ҡыш бабай. Бурысың үтәлде.
- Мине ғәфү ит, Зарифа, - тине шул саҡ Сабир. Ихтыярһыҙҙан йәнә йүтәлләне. - Беҙ ҡапыл айырылыштыҡ.
- Һин һүҙеңдә торманың! - Зарифа был һүҙҙәрҙе ҡайҙалыр билдәһеҙлеккә, сикһеҙлеккә ҡарап өндәште. Ярһыу һәм бер үк ваҡытта һалҡын тауыш менән.
- Икенсе ҡыҙҙы бер тапҡыр оҙата барыу хыянат буламы ни инде?
- Алдашма. Дуҫлашып йөрөнөгөҙ. Сибәр инең. Шуға башың әйләнде. Әйләндерҙеләр.
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты.
- Һин ҡыуғас, мин...
- Нишләптер, ҡауышманығыҙ, - тине Зарифа уны ишетмәгәндәй.
- Мин тик бер генә ҡыҙҙы...
Зарифа йәнә әйтеп бөтөргә ирек бирмәне.
- Һин тоғро була алманың!
Сабирҙың тауышы үҙгәрҙе:
- Тоғро була алманым?
Зарифа сәғәткә күҙ һалды:
- Бына СМС килде. Апайым менән еҙнәм ауылға килеп инделәр. Һиңә лә бит әллә нисә тапҡыр шылтыраттылар. Юғалттылар. Ваҡыт...
- Әгәр ҙә Яңы йылды ҡаршы алырға бында ҡалһам? Апайың да, еҙнәң дә миңә ят кешеләр түгел, - тине шул саҡ Сабир, эске тулҡынланыуын бар көсөнә йәшереп. - Буранғолға шылтыратып әйтәм. Ул аңлай торған кеше.
- Ә беҙ ҡунаҡ көтмәйбеҙ, - Зарифа башын ғорур күтәрҙе. - Буранғол һине хөрмәт итеп алып ҡайтҡан. Ана бит, йәнә шылтырата. Әйткән һүҙеңә тоғро була бел. Һәм хуш!
- Аңланым. Шулай ҙа хушлашыр алдынан әйт әле, мин Ҡыш бабай була алдыммы, Зарифа?
- Һин ысын Ҡыш бабай булдың, улым һине онотмаясаҡ.
Сабир урынынан ҡалҡынды.
- Шул һүҙең өсөн булһа ла рәхмәт... - тине ул, ишеккә еткәс, тағы боролдо. - Легоһын алғас, ҡыуаныр. Тик минең бүләк тип уйлар инде.
- Лего юҡ. Машина көтә уны, - Зарифа көлөмһөрәне. - Сабир, ниңә күҙең аҡайҙы?
- Бәй, Динар бит... Лего тип юл буйы тәтелдәне.
- Борсолма. Ҡыш бабай ҙа һәр саҡ һүҙендә тора алмай, Динар ҡасан да булһа, аңлай башларға тейеш.

***

Иртәгәһен Динар йоҡонан уяныу менән шыршы янына йүгереп килде. Ана, төптә мамыҡҡа күмелгән ҡумта ултыра! Ҡыш бабай бүләге! Малай йәһәтләп төргәкте ҡутарырға кереште. Бер аҙҙан үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай ҡатып ҡалды. Лего! Ул теләгән, ул хыялланған Лего!
- Әсәй! - тип һөрәнләне малай. - Бына, күрҙеңме? Ҡыш бабай минең хатты уҡыған!
Зарифа улының эргәһенә килеп баҫты.
- Эйе, уҡыған... - тине.

***

Зарифа менән һөйләшкәндән һуң Сабир район үҙәгенә шылтыратты һәм ай-вайына ҡуймай, Буранғолдо ултыртып, шунда елдерҙе. Таныштары Лего тапҡандар ине инде. Нисек инде балаларға шатлыҡ өләшеүсе Ҡыш бабайға ярҙам итмәһендәр! Кире ҡайтҡанда Сабир тур-тура Зарифа торған өйгә йүнәлде. Аптырап киткән ҡатынға ҡумтаны тотторҙо:
- Динарға әйтерһең, Ҡыш бабай әйткән һүҙендә тора, - шулай тине лә, ҡырт боролоп, ҡапҡанан сығып та китте. Зарифа Сабирға рәхмәт әйтергә лә өлгөрмәй ҡалды. Бөгөн дә шуның өсөн уңайһыҙлыҡ кисерә ул. Тап ошо мәлдә уйҙарын Динар бүлдерҙе.
- Их, Ҡыш бабайҙың бүләк килтергәнен күргем килгәйне. Төнөн йоҡламаҫмын, тигәйнем. Әллә нишләп йоҡлаған да киткәнмен, - тип малай үкенес белдереп баш сайҡаны.
- Тылсымлы төндә бүтән балаларға ла бүләк биреп өлгөрөргә кәрәк бит. Ул ашыҡты.
Быны ғына аңламаймы ни инде Динар? Малай ризалашты, әсәһенә ҡарап йылмайҙы.
- Мин уны көндөҙ күрҙем, ивет! Әсәй?..
- Әү, улым.
- Ысын Ҡыш бабай һиңә оҡшанымы?
Зарифа улының сәсенән һыйпаны.
- Оҡшаны. Ныҡ оҡшай торғайны. Ныҡ.
- Бәләкәй саҡтамы?
- Бәләкәй саҡта ла, ҙурайғас та... - Зарифа улына табан эйелде. - Балаҡайым, һин миңә әйтмәнең бит әле. Сабирҙы... - Зарифа ирекһеҙҙән тамаҡ ҡырҙы. - Ҡыш бабайҙы әйтәм, уны ҡайҙан табып алдың?
- Флүр белә! Ҡайҙа торғанын ул белә. Әйтер ул һиңә, - тип сере менән уртаҡлашты шат тауышлы Динар. Унан тәҙрәгә һонолдо. - Унда Флүр ағай! Уға Легоны күрһәтәм, Легоны! Ҡыш бабай һүҙендә торҙо!
Динар йәһәт кенә курткаһын эләктерҙе лә һөрәнләй-һөрәнләй ишеккә табан атылды...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 172

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru