«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО ЗӘҺӘР СИРҘӘР
+  - 

Кешелек донъяһы төрлө иҫәптәр буйынса 7-нән алып 20 миллионға тиклем ғүмерҙәрҙе алып киткән Covid-19-ҙан һаман һушына килә алмай. Әммә тарих быуаттар ҡатламында эҙ ҡалдырған бынан да фажиғәлерәк ваҡиғаларҙы яҡшы иҫләй әле. Ул замандарҙа дауалау сараһы булмаған ҡот осҡос эпидемиялар тотош ҡалалар һәм илдәр халыҡтарын ҡырған, ҡайһы саҡ йоғошло сир хатта ки цивилизацияларҙың бөлөүенә килтергән.

Тағун (чума)

Ҡот осҡос был сирҙең атамаһын бөгөнгә тиклем бәлә-ҡаза синонимы булараҡ ҡулланалар. Тағун кешегә хайуандарҙан йоға торған инфекция. Уның ҡуҙғытыусыһы булған "тағун таясығы" кимереүселәр, ҡырағай һәм йорт хайуандарынан йоға. Византия императоры Юстиниан Беренсе хакимлыҡ иткән осорҙа башланып киткән һәм уның исеме менән тарихта беренсе булып теркәлгән юстиниан тағуны ике быуат буйына ҡуҙғып-ҡуҙғып торған. Уның сығышын Мысыр менән бәйләйҙәр һәм артабан Урта диңгеҙ буйҙарының Көнсығыш тарафтарына, Европаға һәм Яҡын Көнсығышҡа таралған, тип иҫәпләйҙәр. Тарихтағы иң ҙур ҡырылышҡа сәбәп булған был сир 50 млн, йәғни планетаның сирек өлөшө халҡының ғүмерен киҫкән. Юстиниан пандемияһы ул ваҡыттағы цивилизация биләмәһе иҫәпләнгән бөтөн Европаны һәм Кесе Азияны солғап ала һәм ике быуат буйына тоҡанып-һүнеп торған. ХIV быуат урталарында башланған "Ҡара һәләкәт" уғата ҡурҡынысыраҡ һәм ҡырылышлыраҡ була. Азиянан килеп, ул йәшен тиҙлегендә бер нисә ҡитғаны баҫып ала һәм Иҫке Донъяның өстән бер өлөшө халҡын юҡ итә.
Өсөнсө чума - Азия тағуны 1855 йылда Ҡытайҙың Юньнан биҫтәһендә башланып, 1920 йылдарға тиклем бара. Ул караптарҙа йәшәгән сысҡандар менән Һиндостанға килә һәм артабан Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкаға, Африкаға, Көньяҡ-Көнсығыш Азияға тарала. Һиндостанда ғына ла ул 12,5 млн кешене юҡ итә. Медицина ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, тағун бөгөнгө көнгәсә йәшәй һәм донъя күләмендә йыл һайын 12,5 млн кеше ғүмерен өҙә.

Менингит

Уның тәүге билдәләрен - мейе ҡабығын елһендереү үҙенсәлегенә иғтибар иткән грек ғалимы Гиппократ яҙып сыға. Ә тәүге боронғо ҡабыныу осраҡтары философ Аретей менән боронғо Рим табибы һәм ғалимы Цельс тарафынан теркәлгән. Был сирҙең килеп сығышы оҙаҡ йылдар билдәһеҙ ҡала килгән. Сирҙең бөгөнгө мәғәнәлә тәүге ҡабыныу осраҡтары 1805 йылда Женевала теркәлә. Ошонан һуң тағы бер нисә тапҡыр уның хаҡында Европала һәм АҠШ-та яҙыла. Ләкин ысынтылап етди хәүеф булараҡ ул үҙен ХХ быуатта таныта: Нигерияла һәм Ганала менингит бик күп ҡорбандар сәбәпсеһе була. Менингококк менингиты бөгөн дә Африкала ныҡ таралған һәм уның менән йыл һайын 25-тән алып 200 меңләп кеше ауырый.

Биҙгәк, тапма (малярия)

Тапма, йәки һаҙ биҙгәге байтаҡ халыҡтар тарихында эҙ ҡалдырған. Фараон Тутанхамон, изге Августин һәм лорд Байрон кеүек бөйөк шәхестәр уның ҡорбандары булған. Тапма сире хаҡындағы яҙмалар тәүләп беҙҙең эраға тиклемге 2700 йылдарҙа уҡ әле Боронғо Ҡытай тарихында осрай. Шунда уҡ кингао, йәғни бер йыллыҡ әремдең тапманан дауалау сараһы булыуы тәүләп асыҡлана. Был үҫемлек уның иң хәүефле төрө - тропик биҙгәктән һөҙөмтәле сара булып тора. Тапма биҙгәге хаҡында шулай уҡ Египет медицина папирустарында һәм боронғо грек табиптары Гиппократ менән Эмпедоклдың хеҙмәттәрендә телгә алына. Боронғо Рус илендә лә был сир хаҡында белгәндәр һәм уны "аҡ ҡоба", "ҡалтырауыҡ", "үләкһә" тип йөрөткәндәр. Биҙгәк сире медицинала иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе һанала. Күбеһенсә ул тропик илдәрҙә осраһа ла, башҡа төбәктәрҙә лә уны йоҡтороу хәүефе бар. Ер йөҙөндә йыл һайын 100-ҙән ашыу илдә 300-ҙән 500 миллионға тиклем кеше сирләй, ә 5 йәштән алып балалар араһында тропик биҙгәктән үлем осраҡтары миллиондан ашып китә.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 170

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru