«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТЫН УРТАЛЫҠ ҠАЙҘА?
+  - 


Ваҡиғалар ҡабатлана. Республика йәмәғәтселеге оҙаҡ йылдар "Башҡортостан сода компанияһы"на сеймалға Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан изге тауыбыҙ Торатауҙы бирмәү өсөн көрәште. Хәҙер иһә көрәш тағы бер изге тауыбыҙ Ҡуштау буйынса йәйелдерелә. Белеүегеҙсә, 9 августа Ҡуштау буйында сираттағы флешмобҡа йыйылды 3 меңдән ашыу халыҡ. Бәхеткә күрә, бер ниндәй мажара-фәләнһеҙ үтте ул сара. Кисен иһә социаль селтәрҙәр Ҡуштауҙы яҡлаусылар лагерына 300-ләп билдәһеҙ кешеләр килеп тулыуы, уларҙың тәртипһеҙ ҡылыҡтары, янауҙары, быларҙың барыһын да БСК ойоштороуы тураһындағы хәбәрҙәр менән тулды. 10 августа иһә Ҡуштау эргәһенә тауҙы эшкәртеүгә ҡамасауламауҙы талап иткән БСК эшселәре йыйылыуын хәбәр иттеләр. Республика халҡы интернет хәбәрҙәре менән генә мөрхәтһенмәй, улар сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың, был мәсьәләгә компетентлы баһа биреүселәрҙең фекерҙәрен ишетергә теләй бөгөн. Мәҫәлән, "Башинформ" шундай бер нисә кешенең фекерен баҫтырып сығарҙы. Уларҙы гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ:

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет Ҡуштау шиханы тирәләй көсөргәнеш артыуға бәйле Фейсбуктағы сәхифәһендә рәсми белдереү менән сығыш яһаны: "Ишембай районы Үрнәк ауылы янындағы Ҡуштауҙа "Башҡортостан сода компанияһы" акционер йәмғиәте ағастарҙы ҡырҡып, геология-разведка эштәрен башлауға бәйле, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡыһын һаҡлау, экологик именлек, хәүефһеҙлек нормалары өсөн сығыш яһаған республика йәмәғәтселеге протест белдерҙе.
Геология-разведка эше алып барылған урынға илткән юл эргәһендә урманда активистар лагеры барлыҡҡа килде. Унда шәхси һаҡ предприятиеһы (ЧОП), полиция хеҙмәткәрҙәре, граждандар араһында бер нисә бәрелеш булды. 9 августа активистар Ҡуштауҙы һаҡлау тураһында ҡараш белдереп, флешмоб үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡан Совет ағзалары белдереүенсә, "Ҡуштау, йәшә!" кеүек акцияларҙа тауға яҡын урынлашҡан Үрнәк ауылы халҡы төп ролде уйнай. Сара тыныс үтте, әммә 9 августан 10-на ҡарай төндә хәл киҫкенләште", - тиелә ғаризала.

Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет ағзалары Ҡуштауға бәйле ҡаршылыҡтың көсәйеүе уларҙа ҙур борсолоу тыуҙырыуын билдәләй: "Проблема ҙурайып китмәһен өсөн, ике яҡтың да хоҡуғын иҫәпкә алып, Совет "Башҡортостан сода компанияһы" акционер йәмғиәтен активистар, ғалимдар һәм урындағы власть вәкилдәре менән тура диалогҡа сығырға саҡыра. Йәмғиәт тауҙы эшкәртергә рөхсәт биргән бөтә документын баҫтырып сығарһа, йәмәғәтселектең, киң мәғлүмәт сараларының һорауҙарына тура яуап бирһә, көсөргәнеш кәмейәсәк. Совет был ҡаршылыҡта һәр төрлө дәүләт булмаған бизнес-структуралар һәм билдәһеҙ формированиелар ҡатнашырға тейеш түгел тип иҫәпләй". Совет шулай уҡ БСК-ға шәхси һаҡ предприятиелары көсөн шәхси милкен һаҡлау маҡсатында ғына файҙаланырға һәм активистарға ҡарата физик көс ҡулланмаҫҡа, Эске эштәр министрлығына, Рәсәй гвардияһына һәм башҡа көс ведомстволарына хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә Ҡуштауҙы сәнәғәт эшкәртеү мәсьәләһе буйынса үҙ ҡарашын белдергән граждандарҙың законлы мәнфәғәтен һәм хоҡуғын иҫәпкә алып эшләргә тәҡдим итә.

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Ҡуштау менән бәйле хәлгә ҡарата борсолоу белдерә һәм тиҙ арала конструктив диалог башларға кәрәк тип иҫәпләй: "Мөһим социаль мәсьәләләрҙе протест йәки көс ҡулланыу ысулы менән хәл итеүгә юл ҡуйырға ярамай. Уларға сәйәси йәки милли йөкмәтке тағырға маташыу иһә бөтөнләй урынһыҙ.
"Башҡортостан сода компанияһы" эшмәкәрлегенең республика социаль - иҡтисади үҫешендә әһәмиәте ҙур, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп сәнәғәт предприятиеһы, федераль кимәлдәге стратегик объект булып тора. Әммә БСК етәкселеге ҡайһы бер мәсьәләләрҙә компетентлы булмауын күрһәтте, мәғлүмәти асыҡлыҡ мөһим икәнен һанға һуҡманы.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы компаниянан Ҡуштауҙа геологик разведка үткәреү мөмкинлектәре буйынса етди һәм объектив экспертиза үткәреүҙе талап итә. Бынан тыш, БСК һуңғы көндәрҙәге ваҡиғаларға аңлатма бирерҙәй барлыҡ документтарҙы йәмәғәтселеккә еткерергә бурыслы! Көс ҡулланыу, баҫым, провокациялар юлына йәмғиәтебеҙҙә урын булырға тейеш түгел. Был юл Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу менән янай, мәсьәләнең конструктив хәл итеүен сикләй", - тиелә белдереүҙә.

Территориаль ижтимағи-сәйәси процестар өлкәһендәге ғалим Александр Егоров шулай ти: "Ҡуштауҙы сеймал итеп эшкәртеүгә ҡаршы үткәрелгән акциялар республика халҡының гражданлыҡ әүҙемлеге үҫә икәнен күрһәтте. Был шатландыра, әлбиттә. Башҡортостан тәбиғәте күп яҡтан уникаль, уны һаҡлау - тәбиғәт һәм киләһе быуындар алдындағы бурысыбыҙ. Бер үк ваҡытта файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм эшкәртеү ҙә беҙҙең иҡтисадтың бер өлөшө. Үҙҙәренең эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡҡан кешеләрҙе лә аңларға була. Шуға ла объектив факттарҙан һәм перспективаларҙан сығып эш итеү кәрәк был мәсьәләлә. География фәндәре кандидаты булараҡ, геоэкологик процестар тураһында ла, етештереүҙең техник-экономик нигеҙҙәре тураһында ла яҡшы беләм. Ғалимдар һәм белгестәр тарафынан шихандарҙы эшкәртеүҙең аҙыраҡ рентабелле булһа ла альтернатив варианттарын табыу тураһындағы фекерҙәр бер тапҡыр ғына яңғыраманы. Беҙ бер шиханды "ашаныҡ" инде, әлбиттә, ул бик күптәрҙе әлеге көнгә тиклем эш урыны менән тәьмин итә. Ләкин шихан урынында барлыҡҡа килгән карьер ҙа ниҙер тураһындалыр һөйләй бит. Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршы кешеләрҙең күплеге артабан да был юлдан барыуҙы дауам итеүгә һәр кемдең дә әҙер түгеллеген күрһәтә..."
Ғалим, сәйәсмән, БР Халыҡтары ассамблеяһы Советы ағзаһы Сергей Семенов: "Проблеманы комплекслы һәм йәмәғәтселек менән берҙәмлектә хәл итеү кәрәктер. "Сода"ға тап Башҡортостанда - эшләгән урынында үҙенең позитив позицияһын анығыраҡ билдәләү, был төбәктә тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар комплексы булдырыу һәм киләсәктә сеймал табыуҙың башҡа варианттары тураһында уйлау кәрәктер..."

Эксперт, сәйәсмән Евгений Соболев: "Минеңсә, был һөйләшеүҙе "таҙа биттән" башлау мөһимдер. Иң беренсе сиратта, кемдеңдер, шул уҡ ваҡытта сит илдәгеләр "мәнфәғәте" тураһындағы күптән килгән риториканы оноторға һәм ике яҡты ла тыңлап, был диалогты асыҡ киңлеккә сығарыу кәрәк. Минеңсә, мәсьәләне көс ҡулланып хәл итергә тырышыу төбәк власына ышанысты юғалтыуға, республикала ҙур бүленешкә һәм агрессия үҫеүгә килтерәсәк".

ШУЛАЙ ИТЕП...
Беләһегеҙ, өлкән быуындың да, урта быуындың да телендә бер теләк: "Донъялар тыныс булһын!" Ошондай теләк менән янған бар халыҡ тулҡынланып, хәүефләнеп күҙәтә бөгөн Ҡуштау тирәләй барған ваҡиғаларҙы. Уның ер-һыуы өсөн янып-көйгән урындағы халыҡ өсөн дә, әллә күпме кешене эш урындары менән тәьмин иткән предприятие өсөн дә ниндәйҙер ыңғай сиселеше булырға тейештер бит инде? Фекер белдереүселәр һүҙенән дә аңлашыла был: йәмәғәтселек тә, ғалимдар, сәйәсмәндәр ҙә асыҡлыҡ, диалог, мәсьәләне тыныс хәл итеү яғында.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 810

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru