«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИҘАЛДЫҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫ
+  - 

Бөтәһенә лә бөгөн аҡса кәрәк һәм бөтәһе лә уны дәүләттән талап итә, теләнселәй, бик булмаһа, ниндәйҙер бер ҡатлам, категория мәнфәғәттәре хаҡына абруйлыраҡ иҫәпләнгән фирҡә, йәмәғәт ойошмаһы тарафынан власть структураларына баҫым яһала. Ләкин бының өсөн бер кемде лә ғәйепләп булмай, бөтәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм: иҡтисад көрсөктә, предприятиелар ябыла, эшһеҙҙәр армияһы арта, ә йәшәргә кәрәк.

Юғары иҡтисад мәктәбе мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә ярлылыҡ кимәле 16 процентҡа артып китте. Ошо көндәрҙә генә РФ Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем Рәсәй үҫешенең милли йүнәлештәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тинен тингә ялғап, иртәгә ни булырын да күҙаллай алмаған бер мәлдә ярлы халыҡ өсөн ун йыл, әлбиттә, байтаҡ ваҡыт. Ләкин уға табан аҙымдар яһала, тик ул әлегә бер яҡлыраҡ ярҙам сараларынан ғибәрәт. Балалары күп булған ғаиләләргә, мәғлүм булыуынса, бик күп төрлө түләүҙәр һәм пособиелар таратыла, уларҙың осо-һанына сығырлыҡ түгел. Әммә ләкин ғаиләләр үҙҙәренә тейеш был түләү төрҙәрен бик яҡшы белә. Һүҙ ҙә юҡ, был уларға балалар тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам. Үкенескә, миҙалдың икенсе яғы ла бар: айлыҡ балалар аҡсаһын эскегә, үҙ ихтыяждарына тотоноп ятыусылар ҙа бар. Мин яҡшы белгән бер ғаилә башлығының башы эскенән сыҡмай, үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, бар һөнәре эсеп-һуғышыу, аҡса йә эсергә теләнселәү. Ҡатыны бер балаһы менән йүнһеҙ ирҙән ҡасып йөрөй, икенсе балаһын туғандары аҫрай, өсөнсөһө - иң өлкәне - эшкә ашмаған атаһы янында. Аслы-туҡлы ул бахыр үҫмерҙең хәлен кем белә лә кем күрәлер инде...
Бындай ғаиләләр берәү генә түгел. Интернеттағы "Серләшәйек" төркөмөнә шундайыраҡ хәлдә булыуы хаҡында яҙып, кәңәш һораусы ҡатын-ҡыҙ байтаҡ. Яңыраҡ, мәҫәлән, үҙенең банк картаһы ғәмәлдә булмау сәбәпле, балалар аҡсаһын ире алып ятыуы, ләкин ғаиләһенә бер тин дә эләкмәүе хаҡында зарланыусы тағы бер яҙма килеп сыҡты...
Бына шундай ғаиләләр дәүләттән әҙерҙе генә көтөп, эшләмәй ятырға өйрәнеп китмәҫме, тигән хәүеф тыуҙыра. Хәҙер улар буштан килгән пособиеларға ғына өмөт итергә буйтым күнекте инде. Ә бит түләүҙәрҙең ҡайһы берҙәре, бирһен Хоҙай, ваҡытлы сара - пандемия баҫылғансы, илдә финанс-бюджет хәлдәре тотороҡланғансы күрелгән ярҙам саралары. Бына шунда унар меңдәр шыпылдап ҡына ай һайын килеүҙән туҡтағас, улар үҙҙәрен нисек тотор икән? Дәүләт ҡаҙнаһы ла бит төпһөҙ түгел. Ахыр сиктә, бала ҡарау, аҫрау бурысы иң тәүҙә ғаиләнең үҙ иңендә ятыуын ғаилә планлаштырғанда уҡ самаларға тейештер бит һәр кем.Өҫтәүенә, 43 миллиондан ашыу пенсионерҙар армияһына ла ярҙам талап ителә. Юҡ, эшләп йөрөгән өлкәндәр хаҡында түгел, улар хәле-көсө барса үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тырыша. Эшләмәгәндәре өсөн дә (ә бит улар ҙа бәлтерәгәнсе эшләп йөрөй алмай, улар былай ҙа бөтөн ғүмерен эштә үткәргән) уларҙың пенсияларын индексациялау, өҫтәмә түләүҙәр, субсидия кеүек дәүләт ярҙам саралары аҡмаһа ла тамып тора. Шуның өсөн дә Пенсия фондына бер ҡасан да аҡса етмәй, уның бюджет "тоғон" тулыландырыу юлдары эҙләнә.
Ҡайһы саҡ бындай эҙләнеүҙәр имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙырып та ҡуйғылай. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә аңын-тоңон белештермәйенсә интернетҡа шундай хәбәр ебәрелде: имеш, барлыҡ Рәсәй граждандарының да намыҫлы юл менән эшләп алыныуы иҫбат ителмәгән мөлкәте һәм һаҡлыҡта ятҡан аҡсаһы конфискацияланасаҡ һәм Пенсия фондына күсереләсәк. Был хәбәр йәмәғәтселектә меҫкен пенсионерҙарға ҡарата ниндәй мөнәсәбәт тыуҙырырын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бер аҙҙан был мәғлүмәткә асыҡлыҡ индерелгәндәй булды һәм уның барлыҡ граждандарға ла ҡағылмауы, ә коррупционерҙар һәм чиновниктар күҙҙә тотолоуы хәбәр ителһә лә, ундай закондың ике йыл инде ғәмәлдә булыуы ла мәғлүм ки. Быйыл хатта Генпрокуратура мәғлүмәттәре буйынса шул законға ярашлы Пенсия фонды 21,4 млрд һумға тулыланған да икән әле. "Новая газета" хәбәрҙәренә ҡараһаң, граждандарҙың һаҡлыҡтағы аҡсаһына яҫҡыныу властарҙың күптәнге хыялы, имеш; был рәсәйҙәр иҫәбендә тупланған 25 трлн. һум аҡсаны ҡулға төшөрөргә маташыу. Бына шундай имеш-мимештәр халыҡты һаҡлыҡ кассаһында ятҡан аҡсаларын барып алырға, ә инде үткән быуаттың ҡәһәрле 90-сы йылдарында бер тапҡыр хәләл аҡсаһынан яҙып алданған пенсионерҙар иһә үлемтеккә йыйған барлыҡ ҡына аҡсаларын өйҙә, яҫтыҡ аҫтында тоторға мәжбүр. Шул сәбәпле улар муттар сәбе генә түгел, ҡанһыҙ бандиттар ҡорбанына ла әйләнеп ҡуя. Ундай йөрәк ярғыс миҫалдарҙы иҫкә төшөрөп тороу кәрәкмәйҙер.
Һәр хәлдә, дәүләтебеҙҙең дә ҡул менән баштан һыйпап, аяҡ менән артҡа тибеүенән биҙерәп бөткәндер халыҡ. Шундай уҡ ныҡышмалылыҡ менән байҙар (хәҙер олигархтар тип әйтергә ҡушмайҙар ), чиновниктар, коррупционерҙарҙың законһыҙ килеменә кәртә ҡуйылһын ине лә... Бының өсөн бит эшләргә, тикшеренергә, "законлы бурҙар" менән мөнәсәбәттәрҙе боҙорға кәрәк, ә халыҡ аҡсаһы - бына ул, ал да бүлгелә - былай ҙа власть структуралары ҡулында. Әммә ләкин илебеҙҙең яңыртылған Төп законы - Конституцияһы өсөн 78 процент халыҡ тауышы бының өсөн бирелмәне...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 536

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru