«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАН ЫРЫУЫНАН, БОРОНҒО БАШҠОРТ ЗАТЫНАН БЕҘ
+  - 


(3-сө бүлек)

Тарихи фараз буйынса, боронғо осорҙарҙа ҡәүемдәш-ҡәрҙәш булып, "ҡай", "уран" һәм "аджлар" ("джилан") исемдәре менән аталып йөрөтөлгән халыҡтарҙың яҙмышы, тарихи ареналағы роле төрлөсә була. Ошо этнонимдарҙы урта быуаттарҙа йәшәгән авторҙарҙың әҫәрҙәрендә осратып була. Фарсы тарихсыһы Фәхр ад-дин Мөбәрәкшах Мәрүәрруди (1206 йылда вафат) үҙенең "Китаб әл-ансаб" тигән әҫәрендә уға билдәле булған төрки ҡәбиләләр исемлеген теркәп ҡалдыра, бында ҡай һәм уран ҡәүемдәре йәнәш ҡуйылған: "турк, иймак, киркиз, карлух, чикиль, аймур, харлух, киник, йаги, салук, халадж, угуз, хита, гай, урус, кай, уран, тухси, тибат, кара тибат, саклай (саклаб), кимджи, кимак, хазар, кара хазар, кифджак, алтай, куджат, биджинак, угул, сатик, сутук, татар, кара татар, канклы, баргу, гуз, кара гур (гуз), тогуз гуз, ягма һәм агма, аракун (аракир), кайк, салгир, йагиз (йагир), рукур, байандур, алайандулук, угур, туграк, байат, тугурга, дуджира, суийк, йабагу, афшар, бекдиз, бакдали, икба, аткук, луузтара, урул (урал), ларталак, басмил, ильбарсхан".
Ҡасандыр үтә ҙур һәм көслө булған ҡай халҡы бер нисә быуат дауамында бүлгеләнеү, айырымланыу процестарын кисерә. Тора-бара ул төрлө территорияларҙа таралып йәшәүсе 4 өлөшкә бүленә: 1) Байкал күле аръяғында көн итеүсе уранҡай ҡәүеме; 2) Көнсығыш Монголияла һәм Ҡытай сигендә йәшәүсе төп ҡай халҡы; 3) кимак ҡәбиләләре союзы составындағы аджлар ("йыландар"); 4) уғыҙ конфедерацияһы составындағы байси ("аҡ си"), йәғни "аҡ ҡай" халҡы. IX быуат аҙағында уғыҙҙар кимактар, хазарҙар һәм карлуктар хәрби союз төҙөп, Арал диңгеҙе буйы далаларына хужа булыу маҡсатында ошо территорияла өҫтөнлөк иткән бәшәнәктәргә һәм башҡорттарға оло яу аса. Аяуһыҙ алыштарҙа һан яғынан күберәк һәм көслөрәк дошман ҡыҫымына ҡаршы тора алмаған бәшәнәктәр һәм башҡорттарҙың бер өлөшө Ҡара диңгеҙҙән төньяҡтараҡ ятҡан киң территорияны үҙләштерергә мәжбүр ителә. Бәшәнәк һәм башҡорт союзы ошо ваҡыттан башлап ике быуат дауамында Көньяҡ рус кенәзлектәренә лә, Византия империяһына ла йыш ҡына һөжүм итеп, улар өсөн үтә хәүефле көскә әүерелә.
Элекке территорияларын ташлап китмәгән башҡорттар Һырдаръя уғыҙҙары державаһы составында йәшәй. Уғыҙ дәүләтенә нигеҙ һалыусы легендар Уғыҙ ханға арналған "Уғыҙнамә" дастанында бына ниҙәр бәйән ителә: "Курал һәм Башгурд иленә килгәндә, уларҙың кешеләре буйһонмаҫ һәм мәкерле халыҡтарҙан ине. Үҙҙәренең тәкәбберлеге һәм ғорурлығы арҡаһында улар бер генә хаким алдында ла баш эймәҫ ине. Шул сағында Уғыҙ уларҙың Ҡарашит исемле падишахын әсиргә алды. Шунан һуң Курал һәм Башгурд ил булып, яһаҡ түләргә риза булды... Уғыҙ улдарының башҡа илдәрҙәге эштәре камиллыҡҡа еткерелгәс, шундай ҡарар сығарылды: уң ҡанатты хасил иткән Бузук ҡәбиләһе Сайрам сиктәренән һәм Башгурд тауҙарынан Карабахтың үҙенә тиклем йәйләүҙәргә хужа булырға тейеш".
Бузук составында ҡайлылар ҙур өҫтөнлөк ала, IX быуат аҙағында уларҙың көтөүлектәре "Башҡорт тауҙарына" (Куххо-и Башгурд) тиклем һуҙылған була. Тимәк, ошо осорҙан бирле ҡайлылар һәм Көньяҡ Урал башҡорттары тығыҙ бәйләнешкә инә башлай.
Әммә XI быуатта Уғыҙ дәүләтендә эске кризис процестары көсәйә бара, сельджукиттар үҙәк хөкүмәткә ҡаршы көрәшкә күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта Ляо империяһы кидандары Ҡытай сигендә йәшәүсе ҡай һәм кундарҙы ҡыҫырыҡлай башлай, һуңғылары ошо ваҡиғалар барышында үҙҙәре Кимак ҡағанатына бәреп инеп, бында йәшәгән ҡыпсаҡтарҙы элекке ерҙәренән күсеп китергә мәжбүр итә. Ҡыпсаҡтар, 1030 йылда фарсы тарихсыһы Бейхаки яҙыуынса, Арал диңгеҙе буйы далаларында йәшәүсе уғыҙҙарҙы ла ҡасып китергә мәжбүр итә. Улары ике тарафҡа - бер өлөшө көньяҡҡа, Ислам илдәренә табан йүнәлһә, икенселәре Көньяҡ рус далаларына тиклем барып етә. Уларҙы рус йылъяҙмаларында торктар, тип атайҙар. Әммә 1054 йылда Киев Русе сиктәренә килеп еткән сары-шары (рус вариантында - половецтар) уғыҙҙарҙы был ерҙәрҙән дә ҡыуып ебәрә, уларҙың эҙҙәре Дунай буйында, Балканда бөтөнләйгә юғала. Көньяҡҡа киткән уғыҙҙар Сельджуктар дәүләтен төҙөүҙә ҡатнаша, Иран, Ирак, Сирия һәм Кесе Азия территорияларын баҫып алып, көслө империя булдыра. XIII быуатта ошо империя айырым кенәзлектәргә - бейлектәргә тарҡалғас, ҡайлы ҡәбиләһе юлбашсыһы Сөләймән шахтың улы - Эртогрул бей Византия империяһының тәре йөрөтөүселәренә лә, Үҙәк Азияға баҫып ингән монгол ғәскәренә лә ҡаршы көрәш башлап, үҙе тирәһенә ошо яҡтарҙа көн итеүсе башҡа ҡәүемдәрҙе туплай. Уның улы, Осман султан төрөктәрҙең Осман империяһына нигеҙ һала. XI быуат аҙаҡтарына, XII быуат башына ҡараған рус йылъяҙмаларында Дәште-Ҡыпсаҡ (Поле Половецкое) хандары Бүнәк (Боняк Шелудивый) һәм Тугоркан -Туғырхандың (Тугарин Змеевич) көньяҡ рус кенәзлектәренә һөжүм итеп, күп зыян килтереүҙәре хаҡында бәйән ителә. Ошо уҡ хандарҙың исемдәре европаса үҙгәртелгән хәлдә (Тогортак һәм Маниак) Византия императорының ҡыҙы Анна Комнинаның хатында телгә алына.
1091 йылда бәшәнәктәр Константинополде ҡамап алғас, император Алексей Комнин үҙенең элекке дошмандарын - ҡыпсаҡ хандарын ярҙамға саҡыра, уларҙың ярҙамында империяны тамам тар-мар ителеүҙән йолоп ҡала. Бында шуныһы ҡыҙыҡлы: Тугоркан - Туғырхандың Змеевич, тип аталыуы. Шул уҡ рус йылъяҙмаларында ҡыпсаҡ-половецтарҙың бер һуғышсан ҡәбиләһе кешеләрен "каепичтар" тип атайҙар. Был Туғырхандың тотемдары йылан булған ҡәүемдең, йәғни шул уҡ "каепичтарҙың", йәғни ҡайлы ҡәбиләһенең ханы булыуына ишара.
Шулай итеп, X-XIII быуаттарҙа Көнбайыш Евразия тарихында ҡайлыларҙың ике ҙур төркөмө теркәлеп ҡала: уғыҙҙарҙың Үҙәк Азиялағы ҡайы ҡәбиләһе (төрөк имперяһын төҙөүселәр) һәм Ҡыпсаҡ Далаһы ҡайлылары. Башҡорттарҙың "йылан" тип исемләнә башлаған ырыуы халҡы уғыҙ сығышлы булһа, ҡай (ҡайлы) этнонимын һаҡлап ҡалған башҡорттар ҙа бар. Ошо хаҡта Ә.-З. Вәлиди Туғандың "Хәтирәләр" китабында ла мәғлүмәт бар: "Беҙҙең төп ырыуыбыҙ Суҡлы Ҡай, һәм шулай уҡ беҙгә яҡын булған Санаҡлы Ҡай, Йөрәктау Ҡай, Таулы Ҡайҙар Ҡай, йәғни Ҡайлы ырыуына инә".
Ҡайлыларҙың ошо ике тармағы вәкилдәренең башҡорт халҡына ҡушылыуы бер үк осорға ҡарамай, тигән фекер менән ризалашырға була. "Уғыҙнамә" дастанына ярашлы, тәүге ҡайлылар Көньяҡ Уралға IX быуат аҙаҡтарында уҡ килеп етә. Тикшеренеүсе С.Г. Агаджанов ошо турала былай тип яҙа: "Көнбайыш Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән уғыҙ ҡәбиләләре көндәлек тормоштарында башҡорттар һәм башҡа күрше халыҡтар менән оҡшаш һыҙаттарға эйә булған. Көньяҡ Башҡортостанда ҡаҙып асылған, IX-XIII быуаттарға ҡараған курган ҡәберлектәрендә табылған инвентарь ошо хаҡта һөйләй. Ошо кургандарҙа табылған көнкүреш һәм хәрби йыһаз-ҡорамалдар, ерләү йолалары көньяҡ рус далаларындағы торк-уғыҙҙарҙан ҡалған ҡәберлектәрҙәге инвентарға оҡшаш".
X быуат башында Бөйөк Булгар ханлығына сәйәхәт ҡылған ғәрәп илселеге секретары Ибн Фаҙландың башҡорттар араһында йыланға табыныусылар булыуы хаҡындағы мәғлүмәте, күрәһең, был ваҡытта башҡорт халҡы составына ҡайлы йәиһә йылан ырыуы вәкилдәре ҡушылыуын асыҡ сағылдырып тора. Әйтергә кәрәк, Уғыҙ дәүләтселеге тарҡала барған осорҙа, Көньяҡ Уралға килеп етеп, бында төп халыҡ сифатында көн иткән башҡорттарға башҡа бәләкәйерәк ҡәүемдәр ҙә ҡушылған. Улар иҫәбенә уғыҙҙарҙың байат ҡәбиләһен дә индерергә була, Башҡорт илендә ул байлар ырыуы исемендә билдәле була. Ә Дәште Ҡыпсаҡта дан алған ҡайлыларҙың бер киҫәге (рус йылъяҙмаларындағы каепичтар), ошо уҡ далалар иленең уран, ҡобау, ҡыпсаҡ кеүек халыҡтары менән бер рәттән, XIII быуатта Евразия ҡитғаһын тетрәткән монгол яуҙарынан һуң, тарихи Башҡортостан территорияһында ахырынаса башҡортлашып, халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелә.
Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғандан һуң, йәғни XIV быуат аҙаҡтарынан башлап, көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш башҡорт ырыуҙары кеүек үк, йылан, ҡайлы ырыуҙары Нуғай хандарына буйһонған хәлдә йәшәй. 1557 йылда тарҡалыу кисергән нуғайҙарҙың ханы Исмаил бей Мәскәү подданствоһын ала. Шул уҡ осорҙа башҡорт ырыуҙары бейҙәре лә, Нуғай ханлығына буйһоноуҙан ваз кисеп, туранан-тура Рус дәүләте власын танып, Иван Грозный хакимиәте менән тарихта билдәле килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшә. Йылан ырыуы башҡорттары ла, документаль сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1573-1574 йылдарҙа Аҡ батшанан үҙҙәре биләгән ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғын ҡанунлаштырған жалованный грамоталар ала.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 444

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru