«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШЛЕК НИСЕК ТӘ ҮТӘ, ҠАРТЛЫҠТА БӘХЕТ КӘРӘК
+  - 

Автобуста ҡаршыма йәш ҡыҙ ултырҙы. Уның йөҙө шундай таныш кеүек тойолдо. Һөрмәле ҡуңыр күҙҙәр, оҙон ҡуйы керпектәр, моңһоу ҡараш... Эйе, бына тап ошо ҡарашы бынан егерме йыл элек булған ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө һәм, был ҡыҙҙы беренсегә күрһәм дә, уның кем икәненә, дөрөҫөрәге, уның кем ҡыҙы булыуына шигем ҡалманы.
Уның әсәһе менән йыш ҡына балалар майҙансығында осраша инек. Ҡыҙым менән бер тиҫтер улын уйнарға алып сыға ине ул. Бер аҙҙан уның ауырлы икәнлеге беленде. Әммә ул был хаҡта ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Биле апаруҡ йыуанайғанда ла йәшерергә тырышты. Тыуырға ваҡыт еткәс кенә, эс сере менән бүлеште ул. Һуңға тиклем балаһын төшөртөргә тигән уй менән йөрөгән булған икән.
Ҡатын тәүҙә ысынлап та йөккә уҙыуын белмәгән. Беленгәс иһә, врачтар аборт эшләргә ярамағанлығын әйткән. Тыуасаҡ балаһын дауаханала ҡалдырып китергә ниәтләүенең сәбәбе иренең икенсе бала теләмәүендә икән. Быға тиклем егетенән алданған ҡыҙҙар йәки кейәүҙә булмаған ҡатындарҙың ғына сабыйын бала табыу йортонда ҡалдырыуын ишеткәнем бар ине. Әммә ирле ҡатындарҙың шундай ҡарарға килеүе тураһында беренсе тапҡыр ишеткәнгә, улай ғына ла түгел, ул кешене үҙем күреп белеүем мине төрлө уйҙарға этәрҙе. Бындай ваҡытта башҡа йүнле уй киләме ни, йәшмен дә, тормош тәжрибәм дә аҙыраҡ. Иң беренсе, әлбиттә, ҡатын иренә хыянат иткәндер ҙә, ауырға ҡалғандыр, ире үҙен ғәфү иткән, тик балаһынан баш тартҡан, тип уйланым. Әммә эш мин уйлағандың төптө киреһе булып сыҡты.
Тәү ҡарамаҡҡа татыу ғына булып күренгән ғаилә тәүҙән үк серек нигеҙгә ҡоролған. Матур хыялдар менән үҙаллы тормошҡа баҫҡан ҡыҙҙы егет көслөк менән алған. Бөгөнгө заманда көсләп кейәүгә сығыу йәки биреү бармы ни, тиһегеҙме. Бар икән шул... Мәсхәрәләнгән ҡыҙҙың атай-әсәһе суд менән ҡурҡытып, егетте өйләндереүгә ирешә.
Тик кейәүгә сығыу тигәне шунан ғына ғибәрәт була: иргә ашарға әҙерләү, кейемен йыуыу, кистән артығыраҡ "ҡырын тейәһә", иртәнсәк бала һымаҡ тәрбиәләү. Сабый тыуһа үҙгәрер, беҙ ҙә кешесә йәшәп китербеҙ, тип, киләсәккә яҡты өмөт менән бағып, бик яңылыша йәш ҡатын. Ире, бала тауышын яратмайым тип, эштән һуң тура ҡайтмай башлай. Шулай йөрөгәнендә икенсе ҡатындың унан ауырға ҡалыуын ишетһә лә, танышым ҙур сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә. Ә инде үҙенең йөккә уҙыуын әйткәс, ире: "Балаңды алып ҡайтһаң, урамға ҡыуып сығарам", - тип ҡурҡыта.
Ул ваҡытта дөйөм ятаҡтың ике урынлы бүлмәһендә йәшәй ине улар. Бер ғәйбәттең ғүмере - икенсеһе сыҡҡансы, тигән кеүек, көсләнеүе, һуңынан ауырға ҡалыуы тураһында хәбәрҙәр 4-5 йыл үткәс кенә тынып ҡалыуын, хәҙер икенсе бала күтәреп, атай-әсәй йортона ҡайтһа, тағы яман һүҙгә ҡалыуын күҙ алдына килтереп, йәш ҡатын сабыйын ҡалдырырға ҡарар иткән булған.
Был биҫтәнән күсеп китеү сәбәпле, аҙаҡ был ҡатындың яҙмышы тураһында белмәгәйнем. Уртаҡ таныштарҙан уның иренән айырылып, ситкә сығып китеүен ишеткәйнем.
Бына уның ҡыҙы алдымда ултыра. Нисек һүҙ башларға белмәй ултырғансы, төшөргә лә ваҡыт етте. Бәхеткә күрә, ул да ҡуҙғалды. Урамға сыҡҡас, уның әсәһе ниндәй хәлдә булыуын һораным. Ҡыҙ итәғәтле генә йылмайҙы ла, бөтәһе лә яҡшы булыуын хәбәр итте. Башҡортса аңлай, әммә һөйләшә белмәүенән уның шунда уҡ сит мөхиттә үҫкәнен аңланым. Был торошонан, әлбиттә, ул ғәфү үтенде. Ҡыҙ Норильскиҙа тыуған, әле лә шунда йәшәйҙәр икән.
- Әле бына атайҙы ерләшергә ҡайттым да бер ыңғайҙан туғандарҙы барлап йөрөйөм, - тине ул. - Иҫән сағында бер тапҡыр ҙа күрергә насип булмағайны, әле бына һуңғы юлға оҙаттым. Бик бәхетһеҙ кеше булған атайым, аяҡтан ҡалғас, һуңғы йылдарҙа көндәлек алып барған. Уның һәр битендә тиерлек әсәйемдән ғәфү үтенгән. Бер ғәйепһеҙгә саф күңелле кешене рәнйетеүе өсөн ебәрелгән язаларҙың бөтәһен дә күреп китеүен яҙған ул.
Ҡыҙ атаһы хаҡында тағы нимәләр әйткәндер, башҡа бер нәмә лә ишетмәнем дә, тыңламаным да, сөнки һәр яуызлыҡ өсөн кеше иртәме-һуңмы ғазапланыуын белер йәштәмен хәҙер. Уның ҡарауы, ҡыҙҙың матурлығына, аҡыллы, тәүфиҡлылығына һоҡланып кинәндем. "Баламды барыбер дауаханала ҡалдырасаҡмын", - тигән ҡәтғи ҡарарға килгәндә кире уйларға мәжбүр иткән кешегә рәхмәт уҡыйҙыр инде әсәһе.
Мин дә йәш саҡтағы танышым өсөн ҡыуаныс кисереп, был осрашыуҙан йылы тойғолар алдым һәм был ваҡиғаның күптән түгел генә ишеткән "Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлыҡта бәхет кәрәк" тигән әйтемгә миҫал булыуын аңланым.

Лена БАРЫЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.20 | Ҡаралған: 1994

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru