«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮҘӘ ҺИН ЫРЫУЫҢДЫ АСЫҠЛА, ЫРЫУЫҢ БАШҠОРТЛОҒОҢДО РАҪЛАР...
+  - 


Башҡортостан юлдаш каналы аша "Бәйге"не - беренсе башҡорт милли уйындары чемпионатын ҡарағанһығыҙҙыр. Оҡшанымы? Оҡшамай әллә! Беренсе бит! Милли бит! Һәр тамаша үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны кемдәрҙер ойоштора, көс түгә. Тамаша булараҡ, тамашасыға еткерерҙән алда ул бик күп юл үтә, ваҡиғаларға байып, йүргәктән сыҡҡан бала кеүек, аяҡ баҫа, нығына, халыҡ биргән баһаны көтә. Ошо чемпионаттың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләүен һорап, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, этнограф, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш ЙОСОПОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Аҫабалыҡ ҡасан барлыҡҡа килгән?

Милләт булып формалашҡансы ырыуҙар араһындағы ыҙғыштар арҡаһында тарҡаулыҡ булған, тиҙәр. Улай уҡ ҡырҡа раҫларға ярамай, сөнки дошманлашыу һәр бер йәмғиәттә күҙәтелә. Шуны аңларға кәрәк: ырыуҙарға бүленеү тарҡаулыҡтың төп сәбәбе түгел, ә ырыуҙарҙың үҙҙәрен ырыу булараҡ таныуы, идентификациялауы, тип ҡабул итергә кәрәк.
Тарихи Башҡортостан сиктәрендә иң башта ырыуҙарҙың биләмәләрен бүлеп ҡарағандар, йәғни һәр бер ырыу үҙенең аҫабалыҡ хоҡуғын тулыһынса файҙаланған. Ниңәлер тик Иван Грозный осоронда ғына аҫабалыҡ хоҡуғы бирелгән, тигән хата фекер нығынған. Әлеге ваҡытта тарихсылар аҫабалыҡты Алтын Урҙа осорондағы процестар менән бәйләй. Мин дә тарихи Башҡортостандағы аҫабалыҡтың үҫешен 14-се быуаттағы ваҡиғалар менән бәйләйем. Нәҡ шул осорҙа, Туҡтамыш хандың идараһы ваҡытында, аҫабалыҡты булдырыу өсөн шарттар барлыҡҡа килә. Башҡорттар Туҡтамышты хан булараҡ ҡабул иткәндәр. Ул осорҙа һәр хандың төп проблемаһы - яугирҙар етмәү. Сыңғыҙхандың вариҫтары күп, һәр береһенә ғәскәр кәрәк. Кемдең һуғышсан яугирҙары күп, шул бөтөн яҡтан, бигерәк тә сәйәси яҡтан өҫтөнлөк алған. Башҡорттарҙың яугирлығын яҡшы белгән Туҡтамыш, үҙ яғына ауҙарыу өсөн, уларҙың аҫабалыҡ хоҡуғын танырға мәжбүр була.
Әлбиттә, быға тиклем дә башҡорттарҙың үҙ иерархияһы, сәйәси төҙөлөшө булған. Дөйөм алғанда, 14-се быуатта ошо структура хоҡуҡи төҫ ала, аҫабалыҡ системаһы формалаша барып, ырыуҙар үҙҙәренең статусын раҫлай. Тарҡаулыҡ мәсьәләһенә килгәндә, низағҡа алып килгән шарттар, ҡабатлап әйтәм, һәр бер йәмғиәттә булыуы ихтимал. Ырыуҙарға бүленеп йәшәү һис кенә лә тарҡаулыҡты аңлатмай. Беренсенән, иҡтисади проблемалар тартҡылашҡа алып килеүе ихтимал. Ер өсөн талаштар ҙа булғандыр. Мәҫәлән, "Бабсаҡ менән Күсәк" эпосында бөрйәндәр менән ҡыпсаҡтар араһындағы шундай мөнәсәбәт сағылған. Сюжет һыҙығы әкиәткә тартым булһа ла, ул бит ниндәйҙер тарихи ваҡиғаларҙан сығып ижад ителгән. Ул әҫәрҙе беҙ бер нисек тә фантазия емеше тип ҡабул итә алмайбыҙ. Тимәк, шуға оҡшаш ниндәйҙер сетерекле хәлдәр булған.
Ике йыл элек Ҡаҙандан коллегабыҙ 1735-1740 йылдарҙағы ихтилал тураһында бик ҡыҙыҡлы сығанаҡ баҫтырҙы. Билдәһеҙ автор (аноним) башҡорт ғәскәрен һүрәтләгән. Яугирҙар мобилизация ваҡытында ырыу-ырыу туплана. "Әйҙәгеҙ, бөтә башҡорттар, тупланығыҙ", тип түгел, ә һәр ырыу айырым оран буйынса йыйыла. Салауат Юлаев осоронда ла башҡорттар шулай тупланғандыр, тигән уйҙамын. Башҡаса ҙур майҙанда йәйелеп йәшәгән башҡорттарҙы тиҙ генә бергә туплап булмай. Ғөмүмән, күсмә тормош алып барған халыҡтарҙа ырыуҙарға бүленеү, иң беренсе, хәрби торошҡа бәйле. Икенсенән, бындай бүленеш хужалыҡ эштәрен алып барыу өсөн дә ҡулай. Кем, ҡайҙа, күпме икәне һәр саҡ билдәле. "Сыңғыҙнамә" ҡиссаһынан башҡорттарҙың тыуған ил төшөнсәһен нисек аңлауы тураһында белергә була. Был әҫәрҙәге риүәйәттәр буйынса башҡорт ырыуҙарының, башҡорттарҙың легендар бейҙәренең Сыңғыҙханды ҡабул итеүен аңлайбыҙ. Хан шуның өсөн башҡорттарға хоҡуҡ атрибуттары - инсегниялар (ҡош, ағас, тамға, оран) тәғәйенләгән дә инде.

Ырыуҙар системаһы

Һаҡланып ҡалған яҙма сығанаҡтарҙың авторҙары иң тәүҙә һандарға һәм ҙур ваҡиғаларға иғтибар иткән. Ябай халыҡтың тормош шарттары ул сығанаҡтарҙа, ғәҙәттә, сағылыш тапмаған. Башҡорт йәмғиәтенең эске торошо тураһында төҫмөрләргә генә ҡала. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, 16-сы быуатта Иван Грозный Ҡаҙанды баҫып ала. Урта Волга буйының Рус дәүләтенә ҡушылыу осоро башлана. Нәҡ ошо ваҡыттағы тарихи сығанаҡтарҙа башҡорттар үҙҙәрен күрһәтә лә инде. Уларҙан күренеүенсә, башҡорттар айырым бер башҡорт династияһы түгел, ә ырыуҙар берләшмәһе - сәйәси субъект һымаҡ ҡабул ителә. Артабанғы 16-18-се быуаттарҙағы сығанаҡтарҙан күренеүенсә, башҡорттар үҙҙәренең эске сәйәси донъяһын тик ырыуҙар берҙәмлеге аша күргән, донъяға ошо берләшмә аша ҡараған. Хәрби мобилизация, ырыуҙарҙың сиктәре, ергә хоҡуҡ мәсьәләләре, ғаилә ҡоролошо, аҫабалыҡ - бөтәһе лә тарихи сығанаҡтарҙа нығынған система булып күҙ алдына баҫа. Шундай һығымта яһарға була: ырыуҙар системаһы башҡорт йәмғиәтенең, сәйәси системаһының төп сағылышы булған.

"Беҙ - урман башҡорттары"

Бөгөн беҙ әҙәби тел нормалары нығынған осорҙа йәшәйбеҙ. Элек бит ундай нормалар булмаған. Ул осорҙа башҡорт теленең диалекттары күберәк тә булғандыр, әммә һәр ырыу вәкилдәре бер-береһен талмасһыҙ ҙа төшөнгән. Әле беҙҙең өсөн төп мәсьәлә - башҡорт ырыуҙарын нимә берләштергәнен аңлау. Башҡорт ырыуҙарын нимә башҡорт итеп тота? Элек нисек булған, бөгөн хәлдәр нисек? Минеңсә, төп сәбәп - ул сәйәси автономия. Ул нисек формалашҡан? Буштан-буш үҙе килеп сыҡмаған бит. Ул, иң тәүҙә, тәбиғәт шарттарына бәйле. Мәҫәлән, йыш ҡына, ана, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, нуғайҙар бер-береһенә оҡшаш, тип сағыштырырға яратабыҙ. Улар башта бер халыҡ булған, аҙаҡ тарҡалғандар, тип ебәрә ҡай берәүҙәр. Ә бит башҡорт ырыуҙарындағы кешеләрҙе айырып ҡараһаҡ, улар бер-береһенә оҡшамаған даһа! Ҡырҡтан ашыу ырыу халҡының һәр береһенең үҙенсәлеге бар, әммә улар икенсе милләт кешеләренә оҡшаған, тип фекер йөрөтөп булмай. Нимәһе ҡыҙыҡ: башҡа милләттәрҙә улай күп ырыуҙарға бүленеш юҡ та. Тимәк, ырыу системаһы башҡорттарҙа бик борондан булған, йәшәгән, нығынған. Мәҫәлән, ҡаҙаҡтар, нуғайҙар йәшәгән далаға барып сыҡҡан башҡорт "Былар бында нисек көн итә икән?" тип аптыраясаҡ. Урал тауҙарын киң дала менән сағыштырып булмай. Дымға бай урмандар менән ҡапланған территория беҙҙең хужалыҡта, йәшәйештә тәрән эҙ ҡалдырған. Ә дала ерендә сиктәрҙе бүлеү ҡыйын түгел. "Быйыл һеҙ көтөүегеҙҙе бында алып йөрөйһөгөҙ, һеҙ тегендә", тип әйтеү етә. Йәғни, хужалыҡты көйләү бер ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Ә башҡорттар йәшәгән урындарҙа былай эшләп булмай, сөнки һәр ырыуҙың тәғәйен ер майҙаны бар, ул шулай быуаттар дауамында нығынған. Кемдәрҙеңдер ҡиммәтле тиреләр (ул ваҡытта валюта ролен үтәгән) эшкәртергә мөмкинлеге бар, кемдәрҙер рудаға бай урында төпләнгән. Ҡыуып сығарып ҡара һин уны эҫенгән еренән! Ошондай көнкүреш үҙенсәлектәре сәйәси автономияға мөмкинлек биргән дә инде. Башҡорттар дөйөм дала цивилизацияһының өлөшө булһалар ҙа, унда йәшәмәгәндәр, урмандарҙы хуш күргәндәр. Шуға ла арҙаҡлы шәхесебеҙ Ғәли Соҡорой "Беҙ - урман башҡорттары", тип яҙғандыр. Тимәк, беҙ тарихи үткәнебеҙ менән күсмә халыҡтарҙан ҡырҡа айырылабыҙ.

Башҡортлоҡ идентификацияһы

Автономия булғас, эске ойоштороу алымдары булырға тейеш. Һис шикһеҙ, ырыуҙар системаһы - аҫаба булған ата-бабаларыбыҙҙың төп нигеҙе булған. Улар ергә хужа ғына булмаған, уның байлыҡтары менән дә файҙаланған. Быны аңлау бик мөһим. Юҡ, Сыңғыҙхан да түгел, рус батшалары ла түгел - бер кем дә бирмәгән беҙгә был ерҙе, ул бик борондан башҡорттарҙың үҙ ере булған. Сығанаҡтар ҙа шуны раҫлай. Мәҫәлән, рус батшаһының Жалованный Грамота бирергә хоҡуғы юҡ, сөнки ерҙәр уныҡы түгел. Ул, был ерҙәр башҡорттоҡо, тип, Оберегательная Грамота ғына бирә алған. Тыуған еребеҙ, тәбиғәтебеҙ, экологик мөмкинлектәребеҙ эске сәйәси системаның төп факторы булған. Быуындан-быуынға күсә килгән ошо тотороҡлоҡ. Сыңғыҙхан дәүерендә лә, Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң да, Рәсәйгә ҡушылғас та, башҡорт ихтилалдары ваҡытында ла был система үҙен аҡлаған. Башҡортлоҡ идентификацияһының төп асылы - бер-беребеҙҙе ырыу-ырыу бүленеше аша танып белеүҙәлер, минеңсә. Шунһыҙ ул тарихи ысынбарлыҡтан төшөп ҡалыр ине.

Тарҡау түгел, берҙәм улар!

Башҡа халыҡ вәкилдәре беҙҙең араға инһә (башҡорт бит киң күңелле), мәҫәлән, ҡалмыҡтар йә нуғайҙар, кемгә бара, шул ырыу эсендә аралар төҙөгәндәр. Нуғай-бөрйәндәр ана шулай килеп ҡушылған төркөмдөң бер өлөшө. Улар ситкә тибелмәгән, әҙер системаның ағзаһына әйләнгән. Бер ырыу вәкиле лә нығынған тәртиптәрҙе үҙгәртә алмаған. Миҫал өсөн, бер династия кешеһе үҙен баш тип иғлан итте, ти. Хәҙер яһаҡты тик ул ғына йыйырға тейеш. "Бөгөндән миңә буйһонаһығыҙ, яһаҡты миңә түләйһегеҙ, сөнки мин - баш", - тиһә, икенселәр: "Самалап ҡара, ҡораллы яугирҙар беҙҙә лә бар!" - тип яуап бирәсәк. Һуғыша белгән, яҡшы ҡоралланған ҡырҡтан ашыу ырыуҙы берәмләп буйһондороп ҡара! Тарҡау түгел, берҙәм улар! Тамаҡ иҫәбенә ер эшкәртеп йәшәүсе игенселәр түгел дә баһа улар! Еңел һөйәкле бит улар! Һә тигәнсе йыйылалар! Ғәйнәләрҙе алайыҡ. Тимергә бай ерҙә ултыралар, уҡ башаҡтарын, һөңгө остарын үҙҙәре етештерә. Башҡа ырыуҙарҙың да, бәләкәй булһа ла, ғәскәре бар, ашар тамағы бар. Тейеп ҡара һин башҡортҡа! Бөтәһе өсөн бер юғары власть булдырырлыҡ та түгел.

Паскарти - башҡорт ҡалаһы

Башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙә бер нисә сауҙа үҙәге булған. Йылғалар ҡушылған ерҙә, географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡан Өфө - иң билдәлеһе. Бында тауарҙар төрлө яҡтан килтерелгән һәм һатыу итеү халыҡ-ара кимәлдә барған. Йәйгеһен беҙҙә ғилми сессия үтте. Унда билдәле ғалим Александр Григорьевич Юрченко ла ҡатнашты. Ул махсус рәүештә 1375 йылда төҙөлгән Каталония атласы буйынса шөғөлләнә. Фалантия сауҙагәрҙәре һорауы буйынса эшләнгән был картала әлеге Өфө урынында Паскарти ҡалаһы күрһәтелгән. Тимәк, бынан алты быуат ярым элек Башҡорт тигән ҡаланы, сауҙа үҙәге булараҡ, халыҡ-ара кимәлдә лә белгәндәр.

Йәмәғәтселеккә сиктәр юҡ

Ырыуҙар хәрәкәтен йәнләндереү проектына тотонорға нимә этәрҙе һуң? Йәмәғәтсе, Ҡоролтай ағзаһы булараҡ, төп бурысым - башҡорт халҡын берләштереү. Уны тормошҡа ашырыу өсөн егеттәр менән оҙаҡ уйландыҡ. Тарихи Башҡортостан сиктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплау, берләштереү - төп ниәтебеҙ. Ырыуҙар берләшмәһен нигеҙ итеп алдыҡ һәм ошо йүнәлештә эш башланыҡ. Яңыса бер нәмә лә ҡулланманыҡ, бары үткән быуаттың 90-сы йылдарында башланып киткән ырыуҙар ҡорон иҫкә төшөрҙөк, юрматылар күтәргән байраҡты артабан алып киттек. Эште көнбайыш райондарҙан башланыҡ. 2011 йылда гәрәйҙәр, 2012 йылда ҡаңлы, йылан ырыуҙары вәкилдәре башланғысты дауам итте. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәрен аша сыҡтыҡ, был бүленеш беҙгә мөһим дә түгел. Ғәйнә ырыуы йыйындары, мәҫәлән, Пермь крайының Барҙа районында үтте. Бындай саралар йәмәғәтселекте туплауға, уй-фекерҙәребеҙҙе киңерәк йәйелдерергә мөмкинлек бирә.

Герб хужаһы - ырыу!

Икенсе проект яңыраҡ башланды. 2020 йылдың 1 октябрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Геральдика комисссияһы ойошторолдо һәм ырыуҙар атрибуттары, инсегниялары раҫланды. Быға тиклем уларҙың график сағылышы булмағас, берәү ҙә атрибуттарҙың һүрәтен (тамғаларҙан башҡа) күҙ алдына килтермәй ине. Тарихта һөйләп кенә ҡалдырылғанды күрһәтеү бик мөһим. Эмблема, логотип рәүешендә сағылдырыу балаларса килеп сыға, етмәһә, ундай сағылдырыуҙың юридик нигеҙе лә булмай. Ә был бик мөһим мәсьәлә. Геральдика ысулдарын ҡулланып, комиссия тарафынан раҫланған ырыу гербтары булдырыу - халыҡ-ара юридик көскә эйә булған аҙым булды. Ырыуҙар геральдикаһын булдырып, беҙ тулы хоҡуғыбыҙҙы ҡулланабыҙ. Бында бит һүҙ ниндәйҙер шәхси, муниципаль гербтар тураһында бармай, ә ырыу гербы тураһында. Аңлағыҙ: был гербтың хужаһы - ырыу! Ырыу вәкилдәре уны дөйөм йыйында, йә булмаһа, һайланған йәмәғәтселек советында ҡабул итә.

Бәйге йолаға әйләнер

Быйылғы проектыбыҙ "Башҡорт халыҡ уйындары "Бәйге" тип атала. Элек бит һабантуйҙар, төрлө йыйындар тик кәңәш ҡороуҙар, һөйләшеүҙәр менән генә үтмәгән, төрлө ярыштар, бәйгеләр уҙғарылған. Ошо йоланы тергеҙеү өсөн ойошторолдо ла инде был сара. Тәүге бәйгене Яңауыл районында уҙғарҙыҡ. Артабан уны туймазылар ҡабул итте. Тәүге ярыштарҙа икешәр команда ҡатнашһа, Туймазыла үткән ырыу-ара чемпионатта һигеҙ команда көс һынашты. Заманлаштырылған традицион уйындар тип ҡабул итергә кәрәк был бәйгеләрҙе. Бик күп физик көс талап ителә был ярыштарҙа, команда рухы тәрбиәләнә. Бәйгеселәр үҙ ырыуының данын яҡлай һәм уларҙа үҙ ҡорона һөйөү тойғоһо уяна. Киләһе йыл был проект тағы ла киңәйер һәм тарихи Башҡортостан сиктәрен солғар тигән уйҙабыҙ. Ни булһа ла, был бер тапҡыр ғына үткәрелә торған сара түгел, бәйге йолаға әйләнергә тейеш.

Йүнәлештәр күп

Башҡорттар тарихын ғилми яҡтан тәрәнерәк өйрәнеү, халыҡҡа еткереү - үҙе бер ҙур йүнәлеш. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" проекты уны тормошҡа ашыра башланы ла инде. Һәр ырыуға бағышланған күп томлыҡ сығарыу - ҙур ҡаҙаныш. Халыҡ-ара журналдарҙа баҫылған төп мәҡәләләр был йүнәлешкә киңерәк мөмкинлектәр бирә. Ошо материалдарҙы туплап, йомғаҡлап, йәмғиәттә башҡорт генофонды тураһында объектив фекер нығынырға тейеш.
Йүнәлештәр күп. Мәҫәлән, башҡорт ырыуҙары гимндарын өйрәнеү, заманса кимәлдә яңғыратыу уйы бар. Башҡорт ырыуҙары парадын, бәлки, 1812 йылғы Ватан һуғышының 110 йыллығына арнап үткәрербеҙ. Был сараға бик күп кеше йәлеп итергә кәрәк: һыбайлылар, ҡурайсылар, барабан һуғыусылар. Ҙур әҙерлек талап итә был сара. Тарихтан билдәле булыуынса, 1837 йылда губернатор Перовский батшаға башҡорт ғәскәренең парадын күрһәткән. Был турала һәйбәт сығанаҡ бар. Унда парад нисек үтеүе һүрәтләнгән. Француз һуғышын сағылдырған гравюралар аша башҡорттарҙың парад кейемдәрен тергеҙергә кәрәк. Башҡорт марштарын өйрәнеү ҙә күп ваҡыт талап итә.

Аңлы аңлар

Төрлө ырыуға ҡараһаҡ та, бер-беребеҙ, үҙенсәлектәребеҙ тураһында күберәк белһәк, был ойошоу өсөн төп шарт буласаҡ. Дөйөм башҡорт милләтен ырыуҙар тарихы, уларҙың үҙенсәлектәре аша өйрәнһәк, рухыбыҙ нығыясаҡ, үҙ милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянасаҡ. Эпик әҫәрҙәрҙең иң боронғоһо булған "Урал батыр" беҙгә төп байраҡ һәм юл күрһәтеүсе маяҡ булырға тейеш. Аңлы кешеләр Урал һүҙенең тик географик атама ғына түгел икәнен күптән аңлай.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Элек күп кенә ауыл сәхнәләренең артҡы яғында тәбиғәт күренешен сағылдырған ҙур ғына полотно була торғайны. Ғәҙәттә, уны ошо ауылдан сыҡҡан йә булмаһа ситтән килеп ялланған берәй һәүәҫкәр рәссамдың картинаһы биҙәй ине. Урыҫсалап, задник, тип атай торғайнылар. Сәхнәләге йыр-бейеү, төрлө тамашалар, йәнәһе, тәбиғәт ҡосағында уҙа. Тәү ҡарамаҡҡа, матур ҙа, йәмле лә күренә. Ләкин ваҡыт уҙа килә, тамашаларға йәм биргән һүрәткә иғтибар кәмей бара. Уны күрәләр ҙә, күрмәйҙәр ҙә һымаҡ була башлай. Картинаның авторын да, ҡасан эшләнгәнен дә оноталар. Ләкин ул бар! Яңы хужа, яңы ҡараш килгәнсе, минең барлығымды онотмағыҙ, тигәндәй, ул шул килеш эленеп тора, үҙ вазифаһын үтәй. Ә картинаны тыуҙырыусы рәссам ҡайҙа? Ул бит тырышҡан, күңел көсөн түккән, юҡтан бар яһаған. Хәтер ҡыҫҡа булмаһын өсөн һәр тамашаның барлыҡҡа килеү тамырын белергә һәм онотмаҫҡа кәрәк шул. Тамашаның тамыры була.

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 381

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru