«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРСЕЛӘР һәм ӨЙРӘНСЕКТӘР (1-бүлек)
+  - 


Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән саҡта "Тиҙ ярҙам" станцияһының водителе Әхмәт ағай көтмәгәндә-уйламағанда мине үҙҙәренә ҡунаҡҡа йәүкәләне. Көтмәгәндә, тип әйтеүем шунан килә, беҙ уның менән эш буйынса тимәһәң, яҡындан аралашҡан, бер табаҡтан аш ашаған, бер көрәгәнән ҡымыҙ һемергән әшнәләр ҙә түгел түгеллеккә, тағы йәш айырмабыҙ ҙа апаруҡ ҡына, мин яңы әрме сафында хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан егет, ә ул ҡырҡ йәштән уҙған ир уртаһы кеше, ике бала атаһы. Малайҙары ҙурайған инде, күптән үҫмерлеккә ингән, йомош һылтауынан дауахананың гаражына килеп күренгеләйҙәр ылғый, ҡатыны терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әхмәттең һүҙ ыңғайында тубытыуына ҡарағанда, әле ойошторолаһы табынды улар, олонан ҡубып, ҙурҙан ҡормаҡсылар икән. Ғаиләлеләр унда парлап барыры көн кеүек асыҡ, ә мин - буйҙаҡмын, ирекле, үҙаллы, бойондороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрәм, өйләнеү, муйынға мәленән алда ҡабаланып тормош ҡамытын кейеү ике ятып бер төшөмә инеп сыҡмай әлегә. Вайымһыҙ, елғыуар йәшәү рәүешем дә күсмә ҡаҙаҡтыҡылай - бөгөн бында, иртәгә тегендә, ҡайҙа ҡыҙыҡ, ҡайҙа мәрәкә, ҡайҙа кәмит - мин шунда. Етем ҡорһағы ете ҡат тиҙәр бит, тамаҡ туйыр ерҙе лә алдан ҡарап- байҡап ҡына йөрөйөм үҙем дә. Әлеге өндәшелгән ерҙә ҡыутомшоҡ йәшәйештең ҡоро-һарыһы, ҡаты-ҡотоһона күнгән, күнеккән тамағым һис шикһеҙ туйыр, уныһы бәхәсһеҙ, әммә үҙемдән әллә күпмегә оло йәштәгеләр менән йыйылышып ултырыу миңә ҡыҙыҡ, та кәрәк тә түгел һымаҡ.
Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тиҙәр бит, саҡырылғас, ни булһа ла булыр, барайым. Йәнә, орҙо-бәрҙерәк, яндырайыраҡ холоҡло Әхмәттең саҡырыуы ла бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡты, ул кире ҡаҡҡыһыҙ, бойорғандай итеп һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй ҡаҙаны: "Ызначит, молодой человек, мы приглашаем тебя, киләһең, килмәй генә ҡара! Берәй юҡ һылтауҙы табып, уйлап сығарып, һүҙемде йыға ҡалһаң, сматри, башҡаса миңә яҡынлайһы, күрешәм, тип ҡул бирәһе булма! Ясно выразился?" Төшөнмәгән ҡайҙа, төшөндөм. Тағы йор һүҙле, көләмәс, лаҡап һөйләргә әүәҫ Әхмәттең шаяртып, уйынлы-ысынлы, яйы сыҡҡан һайын ҡабатлаған бер әйтеме лә бар бит әле: "Саҡырып ҡунағың килмәһә, ауырып бисәң үлмәһә, шунан ҡыйыны юҡ!"
Шулай итеп, барырға ҡарар ҡылдым, бер сменала, уртаҡ эш атҡарған хеҙмәттәшемә ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа булдым, һин дә мин эшләп йөрөгән, ҡап урталай бүлһәң, упа достоиндан ике бисә сыҡмалы, сәләмәтлеге тышҡа бәреп торған ҡатыны ла имен генә була күрһен. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, ҡулды төбө тишек кеҫәгә тығып барып инеү килешеп бөтмәҫ, тип, күстәнәскә затлы әрмән коньягын һатып алып, ҡултыҡ аҫтына "Ҡош һөтө"тип аталған ҡаплы кәнфит ҡыҫтырҙым да, киттем кисҡырын ҡасаба осондағы кирбестән һалынған йортҡа. Күреп-белеүемсә, Әхмәттәр шул ике ҡатлы йорттоң аҫҡыһында өс бүлмәле фатирҙа йәшәй. Ни хәл итмәк, әҙерәк кенә ултырырмын да, мәжлес ҡыҙа төшһә, һиҙҙермәй, ҡунаҡтарҙың күҙенә артыҡлап салынмай ғына сығып та һыпыртырмын, Әхмәткә һый-хөрмәт өсөн рәхмәтте һуңынан, иртәгеһен әйтермен әле. Исем өсөн булһа ла барып күренеп киткәс, ихтирамың, иғтибарың шулдыр, эшкә һынаманың, тип мыжый алмаҫ аҙаҡ, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа имен, был осраҡта, бөттө-китте.
Ысынлап та, ҡунаҡтарҙы күп итеп йыйғандар, ян-тирәләге ауылдарҙан яҡын ҡәрҙәштәре, сыбыҡ осо туғандары килгән, араларында мин күргән-белгән таныштар ҙа бар, таныш түгелдәр ҙә. Күрешеп, көңгөр-ҡаңғыр хәл-әхүәл белешкәндән һуң ир-ат, абруй-дәрәжәләренә, тотҡан урындарына, йәшәлгән йәштәренә ҡарап, ҡурсаҡтай ҡуҫтарланған, һыланған-һыйпанған ҡатындарын яндарына алып, сиратлап өҫтәл тирәләй ултырыша, урынлаша башланы. Кимәле ярты һыңарҙың биләр биләмәһе, һағыр ҡуналҡаһы алдан тәғәйенләнгән - ҡуныр еремә төртөп күрһәтеп әйҙүкләмәһәләр ҙә, бер яҡ мөйөштән, ишек ҡырлауынан урын алдым. Бер үҙем, тип бошонһам да бөтөнләй үк яңғыҙ түгелмен икән дәбаһа, көтмәгәндә-уйламағанда, яр аҫтынан яу сыҡҡан, бына һиңә мә, һиҙемләүемсә, кемеһенеңдер ҡарындашынмы, яҡын һеңлеһенме, алыҫ балдыҙынмы, әллә күҙ алдында йөрөгән ултыраҡ бикәсенме шунда, тәбәнәк буйлы, ҡыҫҡа аяҡлы, ҡалҡыу янбашлы, тар бәрхәт күлдәгенә саҡ, илла-алла менән һыйған тыңҡыш кәүҙәле, еҙ батмустай ерән сәсле, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкелле бер ҡыҙҙы миңә терәп, йәнәшәләтеп ултыртып та ҡуйҙылар.
Әхмәттең ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп саҡырыу сәбәбе, ниһайәт, асыҡланғандай итте, шулай итеп, үтемһеҙ тәғәмде балғалаҡҡа һалып, теләкһеҙ ҡабып, ауырлыҡ менән йотоп ебәрерлек ошо үтә йәмһеҙҙән саҡ ҡына юғары, урта сибәрҙән һиҙелерлек ҡайтыш һылыуҙы миңә димләмәкселәрҙер, шыма килеп сыҡҡан осраҡта, һылап, тағып, йәбештереп үк ҡуймаҡсыларҙыр. "Димсе диңгеҙ кисерә" тиҙәр бит, күҙләштереүселәр, ҡоҙалаусылар әүәле лә булған, хәҙер ҙә бар. Һайланған һаҙға батҡан, ултырыр ултырыш урыны тапмай, аҙып-туҙып, һикрәңләгән ас саранча сиңерткәһеләй оса-ҡуна торғас, ҡаптым ҡармаҡҡа, көтмәгәндә. "Юҡ инде, мин улай тиҙ генә, күндәм генә баш һалып, телһеҙ-тешһеҙ ауыҙлыҡланғандарҙан, тибешмәйенсә өнһөҙ тышалғандарҙан түгел, тәртә араһына ла ҡаршылыҡһыҙ тыға алмаҫһығыҙ, бешмәгән мәмәйҙе икенсе урындан, ситтән эҙләгеҙ, йәме?"- тип йыуатам үҙемде эстән.
Теге ҡыҙ ултырышыу, урынлашыу ығы-зығыһынан файҙаланып, шыпырт ҡына ҡаш аҫтынан минең яҡҡа ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл һирпелгәйне, мин дә үҙ сиратымда, уны оҡшатҡандай, үҙһенгәндәй итеп текәлеп, дөйөм иғтибарҙы артыҡлап йәлеп итмәй генә, һыумейе, шыр тиле кешеләй ауыҙымды ышпайтып, күҙ алмаларының ағын әйләндереп, ҡараларын ҡылыйландыра биреп танау осона йүнәлтеп, эҫелә сарсаған бурҙайҙай телемде һәлберәтә төшөп, ике донъя, бер мөрйә тормошта көн иткән, зиһен-аң кимәле тап-таҡыр, иҫкә бер төрлө һантый әҙәмдәй иркен итеп, мәғәнәһеҙ, хаяһыҙ йылмайып ебәрҙем. Был минең аңыш, семтем дә аҡыл сағылмаған фиғелемдән шикләнде, һипһенде шикелле, тумалаҡ, тығыҙ аяҡ сираҡтарын ишеп, күлдәгенең наҡыҫ итәген ҡымтып, тубығы яғына тарта төшөп, ике арала һиҙелерлек арауыҡ ҡалдырып, арыраҡ шылды. "Ситкә тибәреп, саф хистәремде яуапһыҙ итмә, зарыҡтырма, һылыуым, китмә берүк, ташлама мине аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына!" Эскерһеҙ, ихлас һөйөүгә туҡылған игелекле уйымды тормошҡа ашырырға теләп, мөкиббән китеп ғашиҡ булған мәжнүн ише, быжыр биттәрҙән сиратлап үпәкәй итергә йыйынғандай ыңғайы ҡыҙҙың артынан тартылғайным, был, яҡын юлайһы, һырпаланаһы булма, тигән фиғелдә һыпатһыҙ йөҙөн уҫал төмһәртте. Шөкөр, ҡотолдом әләйгәс был аяҡлы бәләнән дә, өнөндә шөрләттем, инде килеп төшөнә инеп йөҙәтермен, ҡотон алырмын, шай.
Һүҙ ҙә юҡ, хужабикә ҙур ҡалаларҙағы һиммәтле ресторан залына торошло, һәммәһе юғары зауыҡ менән урынлаштырылған күркәм өҫтәл хәстәрләгән. Буштың атаһы күптән үлгән, сәбәпһеҙ, осраған береһенең алдына һый ҡуйып, ҡалъя һоғондора һалып бармайҙар хәҙерге көндә, йә берәйһенең юбилейы, бәпес туйы, ҡул ҡулды йыуыу һөҙөмтәһендә ҡутараһынан килгән табыш, йә бүләк, юҡ тигәндә таныш-белешлек арҡаһында алынған Маҡтау ҡағыҙы йыуыла. Ә унда инде ундай мәжлестәргә ҡоро ҡул барыу шыпа ла килешмәгән эш, түш кеҫәңдәге конвертта тәғәмләнер ризығыңды ҡапларлыҡ төйөрөм генә аҡса ятыу фарыз. Баҙар иҡтисады шарттарында шулай һәммәһе лә алдан уйланыла һәм иҫәпләнә. Ә теге саҡтағы Әхмәттәрҙең табыны, һиҙемләүемсә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, маҡсатһыҙ йыйылғайны. Иркенләп күңел асып ултырыуҙыр теләктәре. Ысынлап та, ятһырап-тартынмаған, бер-береһе менән аралашып, ҡатышып йәшәгән таныштар, ауылдаштар, дуҫтар ирәүәнләп, иркенләп байрам итә.

* * *

Һәүетемсә башланып, кемуҙарҙан һыу буйы итеп һөйләнелгән хәбәрҙән, ҡашығаяҡ шалтырауынан, бер яҡ ҡырҙағы ултырғысҡа ҡуйылған магнитофондан ағылған бейеү көйөнән ҡорт күселәй геүләп ҡуҙғыған тынсыу табын ҡыҙған ғына мәлдә ишек ауыҙында ҡойто кейенгән, урта йәштәрҙәге бер ир күренде; башында бумазыйҙан тегелгән, маңлай өлөшөнә, ҡолаҡсындарына яһалма йөн ишараты йәбештерелгән алама кәпәс, өҫтөндә ҡаҡашыуҙан йылтырап ҡатҡан фуфайка, аяҡтарында сүсинкә быйма, үҙе күрер күҙгә үтә лә күрмәлекһеҙ - тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған яҫы маңлай, ялбыр, тура тартып ҡушылып үҫкән яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡтар, ҡан һауып ҡыҙарған күҙҙәр, ҡырынмағанлыҡтан шырт төк япҡан һалынҡы биттәр бергә ҡушылып таушалған, йоҡоһоҙлоҡтан арып талсыҡҡан ындырһыҙ йөҙҙө хасил итәләр. Торғаны бер шыҡһыҙ күләгә, торғаны бер өркөткөс баҡса ҡарасҡыһы. Йыйылыусылар кем йөрөй әле ваҡытһыҙ һуңлап, бимазалап, тигәндәй, бар иғтибарҙы инеүсегә йүнәлтеп, бер аҙға ғына тынып шымтайыштылар. Уҫлаптай, шупан кәүҙәле ир урынһыҙ килеп ингәнен абайлап, икеләнгәндәй туҡтап ҡалды, һырыған салбарына йәбешкән ҡар бөртөктәрен һыпырып, аяҡтарын алмаш-тилмәшләне, кире боролорға йыйыныпмылыр, ҡайырылып ишек тотҡаһын һәрмәгәйне генә, инеүсене мәлендә шәйләп өлгөргән йорт хужаһы, тауыш алыштырмай ҡамасаулаған магнитофондың тауышын бөтөнләй баҫып, тәбәнәк кәүҙәһен төмрәңләтеп, ҡоласын киң йәйеп, йөҙөн айҙай балҡытып, уға ҡаршы атланы:
- Һо, кемде күрәм, Ғәйсәр абзый, был һин түгелме?
Ир асарбаҡ төҫ-башынан ары китмәгән шыҡһыҙ ҡиәфәтенән оялғандай, үртәлгәндәй, ҡулындағы йоран бейәләйҙәрен һалып, уңлы-һуллы быйма ҡуңыстарын ҡаҡҡылағандан һуң кәпәсен систе, йомро башының түбә тапҡырында майланып тырпайған тыңлауһыҙ, саллана төшкән сәстәрен рәткә килтереп һыйпаны:
- Ызнамы, танының тәки, эрәхмәт. Өй беренсә әрһеҙ хәйерселәй кем әйенселәһен ҡараңғы юҡҡа, эңер төшкәс, минән башҡа... Һаумыһығыҙ барсағыҙ ҙа! - Өҫтәл тирәләй ултырғандарҙың яғына йылы ҡарашын һирпеп, йөҙөн ирәмһетеп, сәхнәләге әртистәй кеселекле баш эйҙе.
- Иҫәнлектәбеҙ! - тине Әхмәт бөтәһе өсөн яуап биреп. - Бына шәмбе көн булғас, ял алдынан, тик ултырғансы тип, туған-тыумасаны, дуҫ-иштәрҙе, күрше-тирәне йыйып алырға иттек әле. Һин дә һөйләмәй генә йөрөйһөң икән дәбаһа, рәхим итә күр! Инеүсе һенағастай һерәйеп урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы:
- Мине берүк ғәфү итә күр, мыртый, һеҙҙә ҡунаҡ барлығын белмәнем, юғиһә, борола буламмы тағы, ысынлап әйтәм. Теләнселәгән йомошом билдәле, бер йотом нәмә инде шунда, кисәге эскелектән һуң баш сатнай, сатнай ғына түгел, ярылып бара... - Һин нимә, бер йотом, имеш, әйҙә, ҡәҙерле ҡунаҡтарым араһына!
- Бәлки, кәрәкмәҫ, ә? Саҡырылмай йөрөгән һөймәлекһеҙ әҙәм һөмһөҙҙөң һөмһөҙө лә, ә мин ошондай хәлгә ҡалһам да, оятымды, намыҫымды юғалтмағанмын әлегә, әрһеҙ ҙә түгелмен...
- Ништәп кәрәкмәһен, кәрәк! Ә һине белеү, һинең менән аралашыу, абзый, минең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, үҙе бер оло мәртәбә! - Һәр ваҡыттағыса этеп алып барған Әхмәт тегенең фуфайкаһына барып йәбешеп, тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәрҙе, көсләшеп тартып тигәндәй кәпәсте алды ла ҡулындағын сөйгә алып барып элде. Ерән Сәстең биттәре бурҙаттай ҡыҙарҙы, күрәһең, уның өҫ кейеме шул тирәгә эленгән булғандыр. "Сыҙа инде, бәғрем, күҙ нурым, - эсемдән үсәүле ҡыуандым, - был донъяла таҙа, саф, стериль ҡалыу мөмкин түгел, бысраҡҡа ла ҡағылаһың ҡайсаҡ, ҡойоға ла болғанаһың!.. "

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 891

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru