Дәүләт машинаһы эшләмәй, тип ҡарағыҙ: ярлы халыҡ категорияһын кәметеү өсөн бөтөн булған фантазия эшкә егелә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Әле яңыраҡ ҡына беҙ фәҡирҙәр һанын иҫәпләүҙең яңы ысулы хаҡында хәбәр иткәйнек. Яңы формула байтаҡҡа кәметә түгелме шул "күҙгә сүп" ҡатламды? Ҡағыҙҙа булһа ни...
Эйе, был өлкәлә ашығыс эш дауам итә. Әле бына фәҡирлеккә ҡаршы көрәшкә хатта ки РФ Үҙәк Банкы үҙе килеп ҡушылды! Юҡ, аҡса таратмай таратыуын, әлегә шартын ҡуя: фәҡирҙәргә "аҡсаларын" (?) һаҡлыҡ кассаһына һалырға тәҡдим итә һәм төп (ключевая) ставканан юғарыраҡ проценттар вәғәҙәләй. Шул уҡ ваҡытта Банктың сикләүсе талаптары ла ҡаты ғына: ярлы граждандар тик бер генә вклад аса ала икән һәм уның да суммаһына сик ҡуйыласаҡ, юғиһә, әрһеҙләшеп, миллионын да килтереп һалыр берәй йолҡошо, кем белә, процент бит юғары, тиҙәр. Шуның өсөн дә, күрәһең, иҫәп асасаҡ һәр ярлы кеше "йолҡошлоҡҡа" тикшереү ҙә үтәсәк әле: уларҙы социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы аша энә күҙәүенән үткәрмәкселәр, юғиһә, шәп проценҡа ҡыҙышып, берәй ҡомһоҙ байы йә урта хәлле әҙәм килеп ҡыҫылыуы ла бар...
Был һеҙгә көршәктәге һыуын түкмәҫ элек балаһын ҡыйнаусы әкиәт геройын иҫкә төшөрмәйме, йәмәғәт? Шулай тәртип ҡаты инде ул беҙҙә байырға теләгән ябай халыҡ өсөн, һәр тине күҙҙән үткәрелә. Ике балалы бер ғаиләнең дөйөм килеме 25 тингә артыҡ булған өсөн аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә индермәгәйнеләр, хәтерегеҙҙәме? Хәйер, бындай миҫалдар берәү генә түгел инде ул. Ә бит асылда юғары процент хаҡындағы был положение әле ҡабул да ителмәгән: "иләнмәгән, һуғылмаған", тигәндәй. Әммә ҡабул ителә ҡалһа, мин һиңә әйтәйем, был бөтөн баҙар күләмендә иң-иң отошло вклад буласаҡ икән.
Был нимә менән нигеҙләнә һуң? Төп (ключевая) ставка ағымдағы йыл эсендә ике тапҡырға артты, ти белгестәр. Мәҫәлән, марттағы ставка 4,25 процент булһа, октябргә ул 7,5-кә артты, ләкин депозит буйынса проценттар төп ставканан да (7,5 процент), инфляция кимәленән дә (8,1 процент) түбән ҡала килде. Ә бына ярлыларҙың һаҡлыҡ кассаһына һаласаҡ аҡсаһына өҫтәмә процент әлеге ике күрһәткестән дә артығыраҡ булмаһа ла, кәм булмаясаҡ, тип ышандыра проект авторҙары.
Бындай отошло шарттарға ҡыуанырға ғына ла бит... тик эш хаҡынан - эш хаҡына, пенсиянан пенсияға тиклем аҡса еткерә алмаған ярлы ҡатлам һаҡлыҡҡа һалырға аҡсаны ҡайҙан алыр? Әйткәндәй, рәсәйҙәрҙең 37 процентының һаҡлыҡ кассаһында бер тине лә юҡ. Күп аҡса менән эш итеп өйрәнгән юғары ҡаттарҙа ултырыусыларға ярлы халыҡтың аяныслы хәле күренеп етеңкерәмәйҙер, ахыры, тип уйларға ғына ҡала.
Рәсәй Үҙәк Банкының был "ҡиммәтле" тәҡдиме, тәбиғи, эксперттарҙа аңлау тапманы әлегә. "Быйылғы йылда граждандарҙың бөтөн хеҙмәт килемен "ашап" торған юғары инфляция арҡаһында йәмғиәттә Рәсәй Банкы эшмәкәрлеге менән ризаһыҙлыҡ арта бара, - ти эксперт Антон Гринштейн. - Һаҡлыҡта бер тин аҡсаһы булмаған рәсәйҙәр өсөн вәғәҙәләнгән был махсус вкладтың, айырыуса аҙ килемлеләрҙең хәлен иҫәпкә алғанда, был тәҡдимдең күҙгә күренерлек файҙаһы булмаясаҡ..."
Үҙәк Банк инфляцияның үҫеүе менән көрәшә, шуға күрә уға әйләнештәге аҡсаларҙы банк депозиттарына "бәйләп" тотоу кәрәктер, тигән фекер ҙә белдерелә. Өсөнсөнән, һәр яңылыҡҡа шикләнеп ҡарарға өйрәнгән күңел барыбер яҡшылыҡ өмөт итмәй дәүләт машинаһы маневрынан: кассаға һалырлыҡ аҡсаһы булғас, тимәк, ярлы түгел, тип әйтерҙәр һәм тағы ла күпмелер "процент" ярлы-ябаға урта хәлле ҡатламға әүерелеп китер, кем белә...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА