«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢАЙҺЫҘ МӘСЬӘЛӘМЕ?
+  - 

Ҡаршыма килгән оло йәштәрҙәге апайҙың уңлы-һуллы ҡаранғанын шәйләгәс, ҡалаға һоҡланып киләлер, тип уйлаһам, уйы башҡала булған икән.

- Яҡын-тирәлә туалет юҡмы ул, һеңлем? Үткән килгәндә лә этләнеп йөрөп ҡайтҡайным. Ыҙаланып йөрөмәҫкә тейеп, бөгөн хатта юлға сәй ҙә эсмәй сыҡҡайным. Гипертониянан ҡабул иткән дарыуҙар туалетҡа йыш йөрөтә, - тип аҡланған булды. Күмертауҙан документтар юлларға килгән апайға яҡындағы кафены өйрәтеп ебәрҙем.
Эйе, ҡалала йәмәғәт туалеттары мәсьәләһе киҫкен. Был проблема, әлбиттә, бер беҙҙә генә түгел. Үҫешкән илдәрҙә лә "ҡыуаҡ арты"на йөрөү күренеше менән көрәшәләр. Ә беҙ берәй мөйөштә йәки ағас-ҡыуаҡ янында әсәһе йәки атаһы балаһының аяғын тотҡанын күрһәк, иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Уның бәләкәйлеген генә аҡламайбыҙ, ә был хәлгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Тик оло кешеләрҙе лә күрергә тура килә. Ундай саҡта күрмәмешкә һалышып үтеп китеүҙән башҡа сара юҡ. Ҡыйыуыраҡтар иҫкәрмә яһап үтергә мөмкин. Әммә төп геройға нимә эшләргә һуң? Урамда бәҙрәф булмағас...
Кешенең был тәбиғи ихтыяжын ҡалала йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа нөктәләре, хеҙмәтләндереү ойошмалары бер ни тиклем хәл итә итеүен. Кафе, ресторан, магазиндарҙа, матурлыҡ салондарының барыһында ла туалет бар, әммә бер нәмә лә һатып алмаһаң, заказ эшләмәһәң, унда инергә һиңә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.
Яңыраҡ Һарытау өлкәһендә йәшәгән курсташым шылтыратып, йыш ҡына сит илдә ял итеүҙәре хаҡында һөйләне.
- Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында ла йөрөгө килә, әлбиттә. Әммә әлегә республикала балалар менән оҙон юл йөрөү бик үк уңайлы түгел. Юл буйҙарында, ял итә торған урындарҙа бәҙрәфтәрҙең юҡлығы, булһа ла ҡул йыуыу, йыуыныу өсөн мөмкинлектәр булмауы ҡыйын. Ял һәм сәйәхәт итеүселәргә - был иң мөһим шарттарҙың береһе. Бер нисә йыл элек улдарыбыҙҙы республикалағы иң ҙур күл - Асылыкүлде күрһәтергә тип алып барғайныҡ, тап ошо бәҙрәфкә бәйле проблема сәбәпле, барған көндө үк кисен ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ. Бәлки, хәҙер шарттар яҡшырғандыр ҙа, тик әлегә унда юл төшмәй тора, - ти.
Эйе, юлда туалеттарҙың юҡлығы ла - ҙур мәсьәлә. Булған хәлдә лә, улар бысраҡ, инһәң, еҫе кейемгә һеңеп килеп сығаһың. Яҡтылыҡ йәки ҡул йыуып сығыу түгел, ҡағыҙ кеүек элементар саралар ҙа юҡ. Шуға бәйле тағы һорау тыуа: әбрәкәйгә ҡайҙа барырға?
Пандемияға бәйле карантин саралары ваҡытында кафе, ресторандар ябылыу сәбәпле, бәҙрәфкә ҡайҙа барырға белмәгәндәр өсөн Рәсәй ҡалаларының береһендә бер эшҡыуар тәгәрмәсле кабина ултыртып, халыҡҡа уңайлыҡ тыуҙырып ҡына ҡалмай, аҡса ла эшләй. Ә ниңә? Бизнес өсөн бик яҡшы идея! Таҙа һәм уңайлыҡтары булған кабиналар түләүле булһа ла, күпер төбөнә төшкәнсе йәки ҡыуаҡ эҙләп йөрөгәнсе, беҙҙә лә өйрәнерҙәр ине ул. Шулай бит?..

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 489

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru