«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:

1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар
7. Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы
12. М. Ғафури "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһе
13. М. Ғафури "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы
14. Ғ. Хәйри "Боролош" романы
15. Әхиәр Хәкимов "Өйөрмә" романы
16. Ноғман Мусин "Мәңгелек урман"
17. Ғәлимов Сәләм "Бала" поэмаһы
18. Яныбай Хамматов "Төньяҡ амурҙары"
Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы уҡыусыһы Азалия Ниғмәтуллина Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан" романын уҡып сығырға тәҡдим итә.

"Д. Юлтыйҙың "Ҡан" романын мин башҡорт әҙәбиәте дәресендә уҡый башланым. Был китап бик тәрән мәғәнәле, унда Беренсе донъя һуғышының ҡот осҡос ваҡиғалары һүрәтләнә. Юлтыйҙың "Ҡан" романын донъя әҙәбиәте классигы Эрих Мария Ремарктың "Көнбайыш фронтта үҙгәрештәр юҡ" әҫәре менән сағыштырырға мөмкин. Ике әҫәрҙең дә идеялары, төп проблемалары һәм тематикаһы оҡшаған. Романдарҙа һуғышҡа протест белдерелә, авторҙар һуғышты ҡурҡыныс һәм тетрәндергес афәт булараҡ һүрәтләй. Төп геройҙар ҙа власҡа ҡаршы күтәрелә, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡларға, дөрөҫлөктө табырға тырыша. Юлтый ҙа, Ремарк та был һуғыштың мәғәнәһеҙ икәнен күрһәткән.
"Ҡан" романынан күңелдәрҙе тетрәндергән, бөгөнгө быуын кешеләренә фәһем булырлыҡ бер өҙөк килтерәм: "Окоптың төп нигеҙендә кешеләр - йәғни үлек кәүҙәләр яталар. Еүеш балсыҡ менән бергә туңған күп баштар окоптың эс яғына ҡарап яталар. Уларҙың күҙҙәренә, танауҙарына тупраҡ тулған, ауыҙҙары асыҡ ҡалған. Шул асыҡ ҡалған ауыҙҙарҙа ҡайһы һалдаттарҙың ҡашыҡтары тора. Әгәр ҙә окопҡа аш килһә, шул ҡашыҡ менән ашай ҙа, тағы ла шунда ҡыҫтырып ҡуя. Үлек баштарына баш ҡуйып йоҡлау бик ябай күренеш. Сөнки ҡыш көнө атака һуғыштары булмаһа ла, немец пуляһы, немец бомбаһы, немец снаряды менән һәр көн һалдаттар үлеп торалар. Уларҙы күмеүсе лә, ташыусы ла юҡ. Кәрәкмәгән тиреҫ кеүек, улар һәр кис окоп өҫтөнә ташланалар". Йәшәү өсөн көрәшкән ябай халыҡ шулай ҡорбан була, был окоптарҙа кешелеклелек тә юҡ, яҡты хистәргә лә урын ҡалмаған. Бары тик ауылдан килгән Булат, Байғужа һәм Буранбай исемле башҡорт егеттәре генә кешелек сифаттарын нисек тә булһа һаҡлап ҡалырға, һуғыш ауырлыҡтарынан һынып төшмәҫкә тырыша. Дауыт Юлтыйҙың "Ҡан" романы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.16 | Ҡаралған: 1957

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru