Ҡыштым Үрге тимер етештереү заводын Ҡыштым йылғаһында Н.Н. Демидов төҙөй. Ике домнаһы һәм 12 йәмшәйтеү сүкеше була. 1755-1756 йылдарҙа Ҡыштым һәм Кәҫле заводтарына Краснослобода өйәҙе крәҫтиәндәре теркәлә: 1755 йылда - 1280 кеше; 1756 йылда - 2499 кеше (хәҙер завод биләмәләре урынында Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы урынлашҡан).
Ҡыштым Түбәнге (Кеслим) тимер етештереү заводын 1760 йылда Кеслим йылғаһы буйында Берг-коллегия указы буйынса Н.Н. Демидов төҙөй. Заводтың 3 йәмшәйтеү сүкеше була.
Нәҙе-Петровск (Урайым) тимер етештереү заводын 1746-1747 йылдарҙа Нәҙе йылғаһы буйында П.И. Осокин төҙөй. Ер Ҡатай улысы башҡорттарынан оброкка алына. Заводтың бер домнаһы, 29 крица сүкеше була. Заводҡа 131 кеше теркәлә, 45 кеше Тула вотчинаһынан күсерелә. 1751 йылда Осокин заводын Мосоловтарға 27 меңгә һата. 1754 йылда Мосоловтар заводҡа башҡорттарҙан 30 һумға 70000 дисәтинә ер һатып ала, йәғни дисәтинә өсөн сирек тин генә түләй (хәҙер Силәбе өлкәһенең Нәҙе-Петровск ҡалаһы).
Покров тимер етештереү заводы. Төҙөлөш эштәре 1753 йылда Суун-Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улысы башҡорттарынан алынған ерҙәрҙә Оло һәм Кесе Ыҡ (Ыйыҡ) һәм Һүрәм йылғалары буйында граф Шувалов тарафынан башлана. 1755 йылда башҡорт ихтилалы ваҡытында емерелә. 1757-1759 йылдарҙа яңы урында тергеҙелә. Заводҡа Ырымбур губернаһында 100 һәм Яйыҡтың һул яғындағы 12 рудник беркетелә. Дүрт иретеү мейесенә һәм ике горнға эйә була. Завод ҡарамағында 100 ихатала эшселәр була. Эште ялланған эшселәр башҡара. 60-сы йылдарҙа завод Журавлевҡа, һуңыраҡ И.Б. Твердышевҡа һатыла (хәҙер Йылайыр районы территорияһы).
Преображенский баҡыр иретеү заводы Ырымбур губерна канцелярияһы указына ярашлы 1750 йылда Урман-Йылайыр йылғаһы буйында И.С. Мясников һәм И.Б. Твердышев тарафынан төҙөлә. Ер Үҫәргән һәм Бошмаҫ-Ҡыпсаҡ улысы башҡорттарынан һатып алына. Заводтың 6 иретеү мейесе була. Завод ҡарамағына 130 ихаталағы һатып алынған крәҫтиән инә (хәҙер Йылайыр районының Йылайыр ауылы).
Серге Үрге тимер етештереү заводы Серге йылғаһы буйында Заводтарҙың баш идараһы канцелярияһы указы буйынса 1740 йылда Демидов тарафынан төҙөлә. Ере Чирли һәм Өпәй улысы башҡорттарынан һатып алына. 1 домнаһы, 6 йәмшәйтеү сүкеше була. Заводта 150 ихатала эшселәр һәм 1513 приписной крәҫтиәндәр була.
Серге Түбәнге тимер етештереү заводы Демидов тарафынан 1744 йылда Заводтарҙың баш идараһы канцелярияһы күрһәтмәһе буйынса, Үрге Серге заводынан 15 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлә. 1 домнаһы һәм 6 йәмшәйтеү сүкеше була (хәҙер Түбәнге Серге - Свердловск өлкәһендәге ҡала, Үрге Серге - ҡасаба).
Эҫем тимер етештереү (сүкешле) заводы И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясников тарафынан 1759 йылда Берг-коллегия указына ярашлы һалына. Ерҙе Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарынан һатып алалар. 9 йәмшәйтеү сүкеше була. Эште ялланған эшселәр башҡара (хәҙер Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһы урынлашҡан).
Спасс баҡыр иретеү заводын П.И. Рычков 1761 йылда Берг-коллегия указы буйынса төҙөтә. Ике, һуңыраҡ 4 иретеү мейесе була.
Троицк Үрге баҡыр иретеү заводын И.Г. Осокин 1752 йылда Ырымбур губерна канцелярияһы менән контракт буйынса Ҡыйҙаш йылғаһы буйында төҙөй. Завод һалыу өсөн ер Ҡыр-Йылан, Әйле улыстары башҡорттарынан оброкка алына. 4 иретеү мейесе (1768 йылдан һуң - 6) һәм 2 горны була.
Троицк Түбәнге баҡыр иретеү заводы ла Осокин тарафынан 1761 йылда төҙөлә һәм шул уҡ территорияла урынлаша. Иретеү мейесенә эйә була. Ике заводҡа 367 теркәлгән крәҫтиән беркетелә (хәҙерге Туймазы районы территорияһына ҡарай).
Троицк Һатҡы тимер етештереү заводы Берг-коллегия указы буйынса 1759 йылда Һатҡы йылғаһы буйында А.С. Строганов тарафынан төҙөлә. Ер Ҡыуаҡан һәм Әйле улыстары башҡорттарынан һатып алына. Заводта 800 оҫта һәм эшсе эшләй, улар Строгановтың Пермь вотчинаһынан килтерелә (хәҙер Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы).
Өҫән-Ивановка баҡыр иретеү заводын 1761 йылда Берг-коллегия указына ярашлы Өҫән йылғаһында И.Г. Осокин төҙөй. Завод өсөн ер Әйле улысы башҡорттарынан оброк ҡулланыуына алына (хәҙерге Бәләбәй районы территорияһы).
Ҡатаутамаҡ тимер етештереү сүкешле заводы Ырымбур тау начальствоһы указы буйынса 1758 йылда Ҡатай йылғаһы буйында Иван-Ҡатай заводына ярҙамсы булараҡ, И.Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан төҙөлә (хәҙер завод территорияһында Силәбе өлкәһенең Ҡатаутамаҡ (Ҡатайтамаҡ) ҡалаһы урынлашҡан).
Өпәле тимер етештереү заводы П.И. Осокин менән Ырымбур губерна канцелярияһы араһында төҙөлгән контрактҡа ярашлы, 1747 йылда Себер даруғаһы Шуран волосы башҡорттары ерендә Өпәле йылғаһы буйында төҙөлә. Ҙур территория һәм урмандар ни бары 50 һумға һатыла. 1761 йылда заводты И.П. Мосолов һатып ала (хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһы).
Шәрмәйет баҡыр иретеү заводы 1760 йылда Берг-коллегия указы буйынса Тол (Тулва) йылғаһы буйында А.И. Глебов тарафынан төҙөлә. Заводҡа Ғәйнә улысы башҡорттары ерҙәре бирелә.
Йүрүҙән-Иванов (Йүрүҙән) тимер етештереү заводы 1758 йылда Сенат указы буйынса Йүрүҙән йылғаһында И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясников тарафынан төҙөлә. Заводҡа Шайтан-Көҙәй башҡорттары ере бирелә. Ике домнаһы, 16 горны, 16 йәмшәйтеү сүкеше була. Завод ҡарамағында һатып алынған крәҫтиәндәрҙең 160 ихатаһы була (хәҙер завод урынында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһы урынлашҡан).
Административ йәһәттән 1708 йылда башҡорттар Өфө провинцияһына инә. 1744-1781 йылдарҙа Өфө провинцияһы ул ваҡытта ойошторолған Ырымбур губернаһына ҡарай. 1744 йылда Ырымбур губернаһына быға тиклем Себер губернаһының бер өлөшө булып торған Исәт провинцияһы (Башҡортостандың Урал аръяғы) ла керә. Үрҙә әйтеп кителеүенсә, Ырымбурҙың беренсе генерал-губернаторы И.И. Неплюев була (идара итеү йылдары: 1744-1761), артабан Д.В. Волков (1762-1766), А.А. Путятин (1767-1769), И.А. Рейнсдорп (1769-1781), О.А. Игельстром (1796-1798), Н.Н. Бахметов (1798-1803), кенәз Г.С. Волконский (1803-1817), граф П.К. Эссен (1817-1830), граф П.П. Сухотелин (1830-1833), граф В.А. Перовский (1833-1842), В.А. Обручев (1842-1850), В.А. Перовский (1850-1857), А.А. Катенин (1857-1859), А.П. Безак (1859-1865), Н.А. Крыжановский (1865-1882) губернатор була.
Улар край тормошонда төрлө эҙ ҡалдыра. Әгәр И.И. Неплюев үҙенең ҡанһыҙлығы, йәнһеҙлеге менән айырылып торһа, үҙен башҡорт халҡының палачы итеп күрһәтһә, либерал ҡарашлы В.А. Перовский кантон идараһы системаһын индерә, уның инициативаһы буйынса башҡорттар аҡсаһына Каруанһарай төҙөлә. Граф П.К. Эссен етәкселек иткән ваҡытта 1825 йылда Неплюев хәрби училищеһы асыла, 1844 йылда ул Кадет корпусына әйләндерелә. Ул крайҙың мәҙәни тормошонда, донъяуи зыялыларҙы әҙерләүҙә яҡты эҙ ҡалдыра. М. Биксурин, М. Өмөтбаев шунда белем ала.
Губернатор отчеты буйынса 8-се ревизия (1834) материалдарында Ырымбур губернаһы халҡы 1542011 кеше була, 1850 йылда - 2130037. 16 йыл эсендә губерна халҡы йылына 36754 кеше килеүе иҫәбенә 588026 кешегә арта.
Губернаның төп халҡы рустар була (1098337), ҡалғандары: башҡорттар (444221), мишәрҙәр (97793), типтәрҙәр (196793), татарҙар (98647), сыуаштар (58240), сирмештәр (мариҙар 38567), мордвалар (77328), вотяктар (удмурттар 18205).
Ырымбур губернаһында Өфө губерна ҡалаһы, 12 ҡала, шул иҫәптән 11 өйәҙ ҡалаһы, 1 штатный, 2 посад, 24 слобода, 271 ҙур ауыл (село), 1 урын, 4566 бәләкәй ауыл (деревня) була.
1781 йылда ике: Өфө һәм Ырымбур өлкәһенән торған Өфө наместниклығы ойошторола һәм ул 1796 йылға тиклем йәшәй. Тәүгеһенә 8: Өфө, Бөрө, Минзәлә, Бөгөлмә, Бөгөрослан, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Силәбе өйәҙҙәре инә. Ырымбур өлкәһе Ырымбур, Верхнеуральск, Быҙаулыҡ, Сергеевский өйәҙҙәрен үҙ эсенә ала.
1796 йылда Өфө наместниклығы Ырымбур губернаһына әйләндерелә.
1850 йылда Һамар губернаһы ойошторолғас, Ырымбур губернаһынан Бөгөлмә, Бөгөрослан, Быҙаулыҡ өйәҙҙәре айырыла.
1865 йылда яңы административ реформа барышында Ырымбур губернаһы ике үҙ аллы - Өфө һәм Ырымбур губернаһына бүленә. Өфө губернаһына Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәре инә. Ырымбур губернаһында Верхнеуральск, Ырымбур, Орск, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре ҡала. Башҡорттарҙың бер өлөшө шулай уҡ Пермь, Һамар, Һарытау губерналарында ҡала. Был административ структура 1919 йылға, йәғни Рәсәйҙең Эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында тәүҙә Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү төҙөгәнгә тиклем һаҡлана. Республика составына Ырымбур, Өфө губерналарының, Һамар губернаһы улысы, Пермь губернаһы территорияһының 2/5 өлөшөнән күберәк территория инә. Бәләкәй Башҡортостан территорияһы 12 (Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан-Ҡошсо, Ҡыпсаҡ-Ете ер, Көҙәй, Стәрлетамаҡ, Табын, Тамьян-Ҡатай, Тоҡсура, Үҫәргән, Юрматы, Ялан) кантонға бүленә. Халыҡтың милләттәр буйынса бүленеше түбәндәгесә була: башҡорттар - 518808 (41,52 процент), татарҙар - 215795 (17,25 процент), рустар - 412097 (32,90 процент), башҡалар - 102839 (8,23 процент).
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу материалдарындағы милли состав буйынса губернала 16000145 кеше йәшәй, шул иҫәптән башҡорттар - 254561 (15,91 процент), рустар - 1126040 (70,3 процент), татарҙар - 92926 (5,81 процент), украиндар - 41541 (2,59 процент), мордвалар - 38403 (2,40 процент), типтәрҙәр - 16877 (1,05 процент), немецтар - 5064 (0,32 процент), сыуаштар - 5064 (0,31 процент), мишәрҙәр - 4898 (0,31 процент) һ.б.
Бәләкәй Башҡортостан ойошторолоуға һәм территорияһының бер өлөшө Башҡортостанға ҡайтарылыуына бәйле Ырымбур өлкәһендә башҡорттарҙың һаны кәмей. Шулай уҡ башҡорттарҙың һаны кәмеүгә башҡа тарихи ваҡиғалар ҙа - Граждандар һуғышы, аслыҡ, емереклек - йоғонто яһай.
1959, 1970, 1979, 1989 йылдарҙа уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыуҙар өлкәлә башҡорттарҙың һаны бер ни тиклем артыуҙы раҫлай. 1959 йылда Ырымбур өлкәһе халҡы 1832 мең кеше тәшкил итһә, башҡорттар - 37501 була. 1979 йылда - 2089 мең һәм 43269. 1989 йылда - 2710692 һәм 53339.
Башҡорттарҙың күпселеге Ҡыуандыҡ, Гай, Красногвардейск, Түлгән, Новосергеевск, Александровск, Һарыҡташ райондарында йәшәй.
Ғизетдин ИРҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.
(Аҙағы. Башы 41-се һанда)
КИРЕ СЫҒЫРҒА