«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙ АБРУЙЫ
+  - 

Ниһайәт, беҙҙең илдә лә быйылдан башлап "Атайҙар көнө" билдәләнә башлаясаҡ. Күп кенә илдәрҙә үткән быуатта уҡ атайҙарҙың үҙ көнө бар. Ғаилә институтын нығытыу, балалар тәрбиәләүҙә атайҙың абруйын күтәреү маҡсатында октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһен "Атайҙар көнө" итеп үткәреү тураһында Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин указға ҡул ҡуйҙы. Мин был көндө үткәреүгә бәйле өс юҫыҡты билдәләр инем:

А

Был көндө үткәреү йәһәтенән ниндәй генә саралар комплексы төҙөмә, конкурстар, ярыштар, тантаналар, байрамдар үткәрмә, йомғаҡлауҙар яһап, бүләктәр таратма, һуңғы сиктә атайҙар фәҡәт үҙҙәре үҙҙәрен һаҡлап һәм яҡлап йәшәргә тейеш буласаҡ. Был дөрөҫ тә. Атайҙар көнөн үткәреүгә икенсе төрлө ҡараш булһа, ул сағында инде "Атайҙар көнө" календарь байрамы ғына булып ҡалыуы бар. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә йәмғиәттә ир-ат үҙен яҡлап һәм һаҡлап йәшәргә әҙер түгел икән, йәмғиәт үҙе үк шундай ярҙамға мохтаж. Ни өсөн тигәндә, атай кеше иң беренсе нәүбәттә ир-ат булараҡ үҙен яҡлап һәм һаҡлап йәшәп өйрәнергә, бының менән йәмғиәттә абруй яуларға бурыслы. Лайыҡлы ир-ат юҡ икән, бөтә атрибуттары һәм институттары менән лайыҡлы атай ҙа юҡ. Йәғни һуңғы ваҡытта күпселек ғаиләләр атайһыҙ (тере булған килеш тә) ҡалған икән, ир-ат наҡыҫлығы проблемаһы хаҡында һүҙ алып барырға тейешбеҙҙер.
"Эшселәрҙе азат итеү эшселәрҙең үҙ эше булырға тейеш", тигән Карл Маркс. Остап Бендер иһә уның һүҙҙәренә шундай пародияһы менән яуап бирә: "Батыусыларҙың ҡотолоуы батыусыларҙың үҙҙәренең ярҙамында башҡарыла". Уның һүҙҙәрен үҙебеҙсәгә әйләндерһәк, шулайыраҡ килеп сыға: "Кеше башҡаларҙың ярҙамына ышанмайынса, фәҡәт үҙ көсөнә, үҙ аҡылына ғына таянып йәшәргә тейеш". Киреһенсә осраҡта ситтән килгән ярҙам ярҙамында ниндәйҙер проблемаһын хәл итеп өйрәнгән кеше артабан да ярҙамды ситтән көтөп ултырасаҡ, йәғни кешегә һалынып өйрәнәсәк.

Б

Ғаилә институтын нығытыу, бының өсөн атай абруйын күтәреү ниндәй йола-традициялар нигеҙендә башҡарылырға тейеш? Әйтәйек, совет осоронда "Ғаилә - йәмғиәттең ячейкаһы" тигән лозунг күтәрелеп, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлылығы мәсьәләһе беренсе планға ҡуйылды. Бик хуп. Тик бөгөн килеп беҙ, әгәр ҙә ғаиләне нығытыу өсөн атай абруйын күтәрергә теләйбеҙ икән, мотлаҡ рәүештә милли һәм дини йолаларыбыҙға таянырға тейешбеҙҙер. Мин бында "милли" тигәнде осраҡлы рәүештә генә тәүҙә әйтмәнем. Ни өсөн тигәндә, дини йолалар менән йәшәй башлаусы ҡайһы бер йәштәребеҙ халҡыбыҙҙа элек-электән ғаиләлә ир-атҡа, ҡатын-ҡыҙға ҡарата шундайын күркәм мөнәсәбәткә ҡоролған йола-традициялар барлығын инҡар итергә тотона, белмәй йә онота. Күпселек осраҡта "Ир-ат ҡатынынан бер башҡа юғары булырға тейеш", тигән аңлау ғына тәүге планға ҡуйыла. Һүҙ юҡ, ир-аттың шулай булғаны яҡшы, тик был шарт әсәй булған заттың хоҡуҡ-иркен инҡар итеүгә ҡоролорға тейеш түгелдер. Хәйер, динебеҙ быны хупламай. Мин дини һәм милли йола-традицияларыбыҙ һаҡланған бик күркәм башҡорт ғаиләләрен беләм. Уларҙа атай-ир кеше - үҙ урынында, әсәй-ҡатын кеше - үҙ урынында.
Шул уҡ ваҡытта күп кенә ҡатындар ирһеҙ генә бала тәрбиәләүҙе өҫтөн күрә. Ир улар өсөн бала тыуғансы ғына кәрәк. Был хәл тәүҙә Европала модала ине, хәҙер яйлап-яйлап беҙгә лә күсә. Ир-ат, атай абруйы төшөүенең һөҙөмтәһе булған ошо күңелһеҙ күренештең тамырҙары ҡайҙа: дини йолалар үтәлмәүендәме, әллә милли йолалар тарҡалыуындамы? Әгәр ҙә атай абруйын күтәреү хаҡында һүҙ алып барабыҙ икән, ошондай күңелһеҙ күренештәрҙе лә урап үтә алмайбыҙ. Икенсенән, атай булған кеше үҙ абруйы хаҡында үҙе ҡайғыртмай икән, был мәсьәләне көндәр үткәреп, закондар сығарып ҡына хәл итеү мөмкин дә түгелдер. Йәғни, "Атайҙар көнө" атай абруйы күтәрелеүенең һөҙөмтәһе булараҡ ҡына иғтибарға лайыҡтыр.

В

"Атайҙар көнө"н үткәргәндә атайҙар һәм балалар, уларҙың мөнәсәбәте мәсьәләһенә лә айырым иғтибар булырға тейештер. Сөнки балаһы булған өсөн генә атай кеше - атай, әсәй әсәй тип атала. Мин, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың телендә йөрөгән, ҡапыл ғына аңлап булмаған "Атайым һаҡал үҫтермәйенсә, мин мыйыҡ ебәрмәйем", "Ата-әсәйеңдең ҡәбере убала булһын", йә булмаһа, тау халыҡтарының "Улыңа дошман бул, үҫеп еткәс ул һинең иң яҡшы дуҫыңа әүерелер" һымаҡ әйтемдәр хаҡында йыш уйланам. Ундай һүҙҙәрҙең мәғәнәләре бик төпкә, йәғни аң аҫтына йәшерелгән, уларҙы өҫкә сығарғанда атай абруйы хаҡында ла байтаҡ хазиналарға юлығыр инек.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru