«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ ӨМӨТҺӨҘ ТҮГЕЛ
+  - 


Беҙ, үткән быуаттың 60-сы йылынан һуң тыуғандар, киләсәктә кем булаһың, тигән һорауға, ғәҙәттә, космонавт булам, тип яуап бирә торғайныҡ. Гагарин бөтөн Ер шары өсөн буй етмәҫлек бейеклек ине. Хыялдар бит улар юғарыға тарта, бала саҡ бейеклеккә ынтылыусан. Бер яңғыҙың йыһан гиҙ әле!

Әлбиттә, Ер менән бәйләнеш өҙөлмәгән, тәүге йыһангир ерлеләрҙең иғтибар үҙәгендә булған. Тарихҡа ингән "Поехали!" һүҙе менән башланған Ер менән Йыһан араһындағы диалог. Аҙаҡ икешәрләп, өсәрләп тә остолар. 1995 йылдың мартында бер юлы ҙур булмаған капсула эсендә 13 кеше йыһанда булды: алтыһы Рәсәйҙең "Мир" станцияһында, етеһе - америкалыларҙың "Индевор"ында. Мине иң ныҡ аптыратҡаны: бер нисә кешенең бәләкәй бушлыҡта һыйышып йәшәй алыуы. Әлбиттә, улар менән психологтар, табиптар, башҡа төрлө махсус белгестәр шөғөлләнгән, ғәҙәти булмаған шарттарҙа имен ҡалыу сараларын өйрәткән. Шулай ҙа... йәне тәненә һыймағанда кеше бер-береһенә нисек түҙә, енләнмәй? Йыһан һынлы йыһанда үсегеп, ишекте шарт ябып сығып китеп булмай бит, һинең эгоң башҡаларҙың эгоһы менән бер ритмда булырға тейеш. Һыу аҫты кәмәләрендә океан гиҙгәндәр ҙә һоҡландыра мине. Ярай, улар ваҡыты-ваҡыты менән иреккә сығалар. Әммә шуға тиклем бит ябыҡ, тар урында һыйышып йәшәргә, эшләргә кәрәк. Төптән уйлаһаң, Йыһан масштабынан ҡараһаң, Ер шары ла йәшәү өсөн яраҡлы берҙән-бер карапты хәтерләтә. Ә ни өсөн беҙ бер-беребеҙ менән һыйыша алмайбыҙ, фетнәләшеп йәшәйбеҙ? Экстремаль осраҡта асылыбыҙ иҫкә төшә бит! Уйҙар, уйҙар... Уйҙарҙан да күберәк һорауҙар борсой.
Был көсөргәнешле ваҡиға 2010 йылдың 5 авгусында Чилиҙа була. Атакама сүллегендә еҙ һәм алтын ҡаҙып сығарыу шахталары бихисап. Эш күп, әммә хәүефһеҙлек саралары насар үтәлә. Ғәҙәти эш көнөндә Копьяпо ҡалаһының 33 шахтеры ер аҫтына төшә һәм, шахта емерелеүе арҡаһында, 700 метр тәрәнлектә ҡамауҙа ҡала. Күҙ алдына килтерегеҙ, саҡрымға яҡын ер ҡатламы уларҙы донъянан айыра! Тәүге өс көндә шахтерҙар һыр бирмәҫкә тырыша, ҡолаҡ тондорғос тынлыҡта бер-береһен ҡеүәтләп маташалар. Бригадир Луис Урзуа эшселәрҙә булған аҙыҡты йыйып ала, көндәлек ризыҡ нормаһын билдәләй, булған запасты бәләкәй генә өлөштәргә бүлә. Тиҙҙән һыу запасы бөтә. Аккумуляторҙар өсөн тәғәйенләнгән техник һыу менән мөрхәтһенергә ҡала. Хәүеф артҡандан арта бара: ҡай берәүҙәр өмөтөн юя башлай. Ҡотҡарырҙармы уларҙы, әллә мәңгелеккә ер аҫтында ҡаласаҡтармы? Һәр бер шылт иткән тауышҡа ҡолаҡ һалалар, әммә шомло тынлыҡ ҡот осҡос тойола. Ә өҫтә бөтөн Чили халҡы ауыр хәлдә ҡалған яҡташтары өсөн ҡайғыра. Ҡотҡарыусылар, министрҙар, шахта хужалары, президент үҙе баш вата: нисек уларҙы таш ҡоршауынан тартып алырға. Башта уларҙың ҡайһы тәңгәлдә булыуын билдәләргә кәрәк. Тоҫмаллап, ете йөҙ метр тәрәнлеккә тишектәр уйырға тигән ҡарарға киләләр. Көн һайын бер нисә урындан быраулайҙар. Өс көндән шахтерҙар таныш тауыш ишетеп ҡыуана, ләкин бырауҙың осо улар ҡамалып ҡалған бушлыҡҡа килеп етмәй. Бер мәл тауыш шул хәтлем яҡын ишетелә, бына-бына стенаны уйып инәсәк. Баҡтиһәң, аҙаҡтан билдәле булыуынса, шахтерҙар көпләнеп ҡалған бушлыҡҡа бер метр ғына ара ҡалған була.
Бер нисә көндән өҫтәгеләр ҙә өмөтһөҙлеккә бирелә башлай. Шахтерҙарҙың туғандары ғауға күтәрә. Быраулауҙы дауам итәләр. Аҫтағыларҙың ризығы бөтә. Улар бер туҡтауһыҙ Аллаһтан ярҙам һорай. Ҡабул була доғалары! Мөғжизә! 22 августа, авариянан һуң 17 көн үткәс, бырау таусылар ултырған бүлмәнең стенаһын үтә тишеп инә. Тотҡондар бырауҙы ҡыҙыл төҫкә буяп, "Беҙ - 33. Үҙебеҙҙе яҡшы тоябыҙ", тип яҙылған ҡағыҙ киҫәген беркетәләр. Бырауҙы өҫкә күтәргәс, ундағы буяуҙы һәм яҙыуҙы күреп, ҡотҡарыусыларҙың шатлығының сиге булмай. Тура эфирҙан бөтөн илгә күрһәтәләр был ваҡиғаны. Хәбәр Ер шары буйлап тарала. Шахтаға телефон кабеле һәм ашамлыҡтар төшөрәләр. Аҫтағылар менән бәйләнеш булдырыла. Бөтәһе лә тере. Бирешмәйҙәр һәм ҡотҡарыу көтәләр. Тереләр ҙә ул, тик уларҙы нисек ер аҫтынан сығарырға? Тишектең ҙурлығы ни бары 13 см. Уны киңәйтеп, ҡотҡарыу капсулаһы төшөрөүгә дүрт ай ваҡыт кәрәк. Аңға һыймаҫлыҡ хәл! Тағы мөғжизә! АҠШ-тың бер инженеры яңы уйлап табылған бырауын тәҡдим итә. Ул тишек уйыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ. Етмәһә, ул күптән түгел 11 Америка таусыһын ҡотҡарыуҙа ҡулланылған икән. Батып барғанда һалам киҫәгенә булһа ла йәбеш, тигәндәй, яңы ысулға сат йәбешәләр. Эш алға китә - тишекте 70 сантиметрға тиклем киңәйтеүгә өлгәшәләр. Һәм 12 октябрҙә, 69 көн үткәс, ҡотҡарыу капсулаһы шахтерҙар ҡамалған бүлмәгә төшөрөлә. Төнгө 23 сәғәт 18 минутта беренсе шахтер ҡотҡарыла. Бер кешене күтәреүгә 20 минут ваҡыт китә. Бөтөн Ер шарынан йыйылған мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, шахтерҙарҙың туғандары һәр ҡотолоусыны шатланып ҡаршы ала. Президент үҙе һәр шахтерҙы ҡаршылай. 30 сәғәт дауам иткән ҡотҡарыу операцияһында иң аҙаҡтан Луис Урзуа күтәрелә. Шахтерҙар саф һауаны туя алмаҫтай булып һулай, яҡтылыҡтан күҙҙәре ҡамаша.
Был булған хәл. Тимәк, Әҙәм балалары өмөтһөҙ түгел.
Бөйөк гуманист, академик Дмитрий Лихачевтың һүҙҙәре иҫкә төшә: "Бер-беребеҙгә ҡамасауламаһаҡ, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе һәйбәт тоясаҡбыҙ. Ҡамасауламаҫҡа өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә, шауламағыҙ. Һәр осраҡта ла шау-шыуҙан ҡолаҡты ҡаплап ҡына ҡотолоп булмай ".

Шулай итеп...
Борсоған уйҙар, һорауҙар эго мәсьәләһенә килеп төртөлдө. Нимә ул эго? Мин-минлекме, әллә үҙеңде генә ҡайғыртыумы? Эгоист булыу ниндәй төшөнсә - һәйбәтме, насармы? Киләһе класс сәғәтендә шул турала һөйләшербеҙ, әлегә фекер туплай тороғоҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 290

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru