«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҒАЛМАҒЫҘ, БАШҠОРТТАРЫМ!
+  - 

Берәй милләттәшеңә үҙ телеңдә өндәшеп, яуапты башҡа телдә алыу айырыуса ҡала ерендә йәшәгән кешеләр өсөн бик тә тәбиғи хәл. Быға әллә ни иғтибар итеп тормайбыҙ, һин дә мин урыҫса һөйләшеп алабыҙ ҙа китәбеҙ. Аллаға шөкөр, ул телде лә беләбеҙ... Әммә бына республикабыҙҙан алыҫта, башҡа өлкәләрҙә шундай хәлдәргә юлыҡһаң, теге йәки был яҡташың өсөн, хатта бөтөн милләтең өсөн ниндәйҙер ҡыйынһыныу тойғолары кисереп, ныҡ ҡына уйланырға мәжбүр булаһың.

Медицина лейтенанты званиеһындағы йәш табип булып тәүге мәртәбә госпиталь буйынса дежурға тороуым бөгөнгөләй хәтеремдә. Тулҡынланып, иртәнге оперативкаға инәм. Майор, подполковник дәрәжәләрендәге олпат "ағайҙар" алдында үҙемде малай һымаҡ ҡына хис итеүемде башҡаларға, айырыуса шәфҡәт туташтарына белдермәҫкә тырышып: "Товарищ подполковник, лейтенант Суюндуков дежурство по госпиталю принял", - тип, госпиталь начальнигына доклад яһайым. Был госпиталдәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, беренсе мәртәбә дежурға торғандарға ярҙамға оло табиптарҙы беркетәләр икән. "Һин башҡорт егете бит әле", тине подполковник Скибюк (ул үҙе украин милләтенән ине). "Так точно!" "Һиңә ярҙамға землягыңды беркеттек. Таныш булығыҙ, майор Сәлихов Әсғәт (фамилияһы һәм исеме үҙгәртеп алынды)". Майор битараф ҡына баш ҡаҡты. Ситтәрәк ултырған был майорға ҡарап: "Минең яҡташ түгелме икән был ағай?" - тип уйлап ҡына ултыра инем, ҡалай йәтеш булды әле... Бына бәхет! Дежур табип булмәһенә инеп, икәүҙән-икәү ҡалғас, яҡташыма ҡул бирәм һәм башҡортсалап һүҙ ҡушам:
- Хәлил Һөйөндөков, Баймаҡ районынан.
- Иптәш лейтенант, хәтереңдә тот, звание буйынса түбәндәр башлап ҡул бирмәй! - тип һалды был ағай урыҫсалап, миңә ҡул да бирмәйенсә. Уның һөйләшеүендә ярайһы ғына ныҡ һиҙелгән акцентына ҡарап, был яҡташтың башҡорт, йәиһә татар телен бик яҡшы белеүен тойомланым шулай ҙа (һуңынан райондарыбыҙҙың береһенән булған был ағайҙың, ысынлап та, татар телле башҡорт булыуы, тап минең һымаҡ уҡ ҡасандыр Өфөлә медицина институтында уҡығаны хаҡында белдем). - Виноват, товарищ майор...
Һалҡын ғына танышҡан был оло кешегә шулай ҙа бер аҙҙан:
- Һеҙ ҡайһы райондан? - тигән һорауҙы бирергә батырсылыҡ иттем тағы ла башҡортсалап. Ул, гүйә, минең һорауымды ишетмәне, урыҫ телен вата-емерә дежур табиптың документтары менән таныштыра башланы... Тыуған яҡтан алыҫта яҡташымды, өҫтәүенә, коллегамды осратыу шатлығым ифрат та ныҡ ҡырылған кәйеф менән алышынды. Тәүге дежурство ана шулай күңелһеҙ генә башланып китте.
Минең был "напарнигым"дың дежурство барышындағы ҡыланыштары, ысынлап та, аптыратырлыҡ ине. Артымда баҫып тороп, ауырыу тарихын нисек яҙыуымды яуырыным аша күҙәтеп, ул ғына ла түгел, "Не так надо писать, лейтенант!" тип, ауырыу һалдат һәм дежурҙағы шәфҡәт туташы алдында үҙен күрһәтергә тырышыуы тора-бара йәнгә тейә башланы. Миңә һәр саҡ "һин"гә өндәшеп, "Слушай, лейтенант, че тебе старшие говорят!" тип бойороҡ тонында һөйләшкән яҡташыбыҙ өсөн оялыуымдың сиге булманы. Күпмелер ваҡыттан был яҡташҡа үпкәләү генә түгел, хатта асыулана ла башланым.
- Послушай, товарищ майор, я уже давно не студент, и очень хорошо знаю как писать историю болезни! - Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, минең түҙемлегем сигенә етте, һәм мин унан ярайһы ғына ҡәтғи формала медсестра һәм ауырыу алдында бойороҡ тонындағы күрһәтмәләр биреп тормауын үтендем. Табип этикаһы хаҡында ла иҫенә төшөрҙөм. Беҙҙең һөйләшеүҙәр, әлбиттә, урыҫ телендә барҙы.
- Өлкәндәр менән нисек "һин"гә һөйләшергә баҙнат итәһең, лейтенант?
- Үҙең башлап, иптәш майор, миңә "һин" тип өндәштең. Устав буйынса, званиеға ҡарамай, бөтә хәрбиҙәр ҙә бер-береһенә "һеҙ" тип өндәшергә тейеш!..
- Ағайыңа әйтеп, ҡолағыңды борҙортмаһаммы, лейтенант!.. - тип ҡуйҙы был ағай ахырҙа (шул уҡ гарнизонда минең бер туған ағайым Ғайса капитан званиеһында ракетчик булып хеҙмәт итеп йөрөй ине. Был яҡташ майор уның менән таныш булған икән). Уның был һүҙҙәрен ярым шаяртыу итеп ҡабул иттем...
Юғарыла һөйләгән рәүештә танышып киткән яҡташыбыҙға ҡарата, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, ихтирам тойғолары уянманы һәм мин уның менән башҡаса бер ҡасан да башҡортса һөйләшергә ынтылманым. Үҙен әллә кемгә ҡуйған был ағайҙың туған телендә һөйләшкәнен дә бер тапҡыр ҙа ишетмәнем. Уның ҡарауы, был майорҙың ҡатыны ифрат та ябай Әлмирә исемле башҡорт ҡыҙы булып сыҡты. Матур итеп йырлай ҙа, саф башҡортса алсаҡ итеп һөйләшә лә белә ине... Аҙым һайын булмаған хәлдә лә, ситтә бына ошондай яҡташтарыбыҙҙы осратыу бик күңелһеҙ хәл, әлбиттә. Үҙен ул хаҡ тип иҫәпләгәндер, моғайын, начальник бит ни тиһәң дә (әрмелә һөнәре буйынса йә терапевт, йә хирург булмаған, йәғни кеше дауалау менән шөғөлләнмәй торған врачтар - ойоштороусылар, медицина хеҙмәте начальнигы, тигән штат берәмектәре бар)... Уның урынында башҡа милләттәге берәй оло офицер булһа, бәлки, был хәлде иғтибарһыҙ ҙа ҡалдырған булыр инем һәм уға ҡарата шундай "юғары талаптар" ҡуйырға башыма ла инеп сыҡмаҫ ине…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. (Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1114

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru