«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘЫУСЫ ӨСӨН ИЖАД МӨҺИММЕ, ӘЛЛӘ ОЙОШМА АҒЗАҺЫ БУЛЫУМЫ?
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 2-се һанында Тимер Ниәтшин ағайҙың "Яҙыусы вазифаһы - ул рух һағындағы яугир" тип исемләнгән мәҡәләһен уҡып сығып, үҙ фекеремде әйтергә булдым.

Автор телгә алған "әтәс" функцияһының тәғәйенләнешен, был ҡоштоң, йыл хужаһы булыуҙан тыш, мәҡәләгә бәйләнешен күрмәнем, әлбиттә. Әммә быныһы мөһим түгелдер. Ә нимә мөһим һуң? "Ойошма" мәғәнәһенә һалынған һәм ингән төшөнсәләрҙә нимә иң мөһиме? Ғөмүмән, ысын ижадсыға ойошма ниңә кәрәк? Быныһы минең уйланыуҙарым булды. Ә инде мәҡәләлә телгә алынған Яҙыусылар ойошмаһына килгәндә, минеңсә, бындай ойошманы үҫеш өҫтөндә булған, әүҙем ижад иткән йәки ижад итеүселәрҙең хеҙмәтен төплө анализлай алған кешеләр етәкләргә тейеш. Үҙе ижад итеүҙән, уҡыусы өсөн ҡыҙыҡ булыуҙан туҡтаған яҙыусылар (нисек кенә үкенесле булмаһын - хәҡиҡәт) "яҙыусы" япмаһы артында нимә генә башҡарып ҡарамаһын - үҙгәреш булмаясаҡ. Шунлыҡтан, мин (ойошма ағзаһы булмаһам да) бөгөн актуаль була алған ҡәләм тирбәтеүселәр яҡлы. Әлбиттә, ижад классикаға дәғүә итергә һәм мәңгелек булыуға ынтылырға тейеш. Әммә бында һүҙ ижадсылар эшен ойоштороусыны һайлау хаҡында бара бит. Асылда, бик һирәк ижадсы ойоштороусы һәләтенә эйәлер. Шунлыҡтан, ойошма эшен ойоштора алмаған етәкселәрҙе әрләү ҙә яҙыҡ булыр, яҙыша белеү етәкселек итеүҙе йәки етәкселек итә белеү яҙыусы була алыуҙы аңлатмай бит.
Ошо тәңгәлдә Зәки Әлибаев кандидатураһына ла туҡтап киткем килә (сөнки, ул мәҡәләлә телгә алына). Ул бөгөнгө башҡорт филологияһының иң нигеҙле ғалимдарының һәм башҡорт әҙәбиәтенең бармаҡ менән генә һанарлыҡ реаль тәнҡитселәренең береһе. Бөгөн яҙыусылар яңы әҫәр ижад итә лә, уны икенсе берәүҙәренән һыҙыра маҡтатып яҙҙырып һала. Һәм ошо әҫәргә күҙәтеү булып һанала. Үрҙә телгә алынған тәнҡитсе материалдарын һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барам, сөнки унда ысын тәнҡит, фәнни анализ бар. Тап ошо өлкәнең юҡҡа сығып барыуы арҡаһында ла бөгөн әҙәбиәттә көрсөк кисерәбеҙ түгелме һуң? Минең әлегә тиклем Яҙыусылар ойошмаһына ғариза тотоп барғаным булманы, әммә уны З. Әлибаев кеүек белемле, мәҙәниәтле, замандаштары хөрмәтен ҡаҙанған ғалим етәкләһә, шатланып барыр инем.
Оло быуын һәр саҡ йәштәрҙе кәмһетергә тырыша инде ул (барыһы ла түгел, әлбиттә). Нисек кенә яҡшы һәм һәйбәт булмаһын, берәү ҙә, бер нәмә лә мәңгелек түгел. Ә инде һинең ижадыңдың ни ғүмер йәшәүен бары тик һәләтең һәм уҡыусы (халыҡ) ғына хәл итә. Уға йөҙ китап та, ижад кисәләре лә, ойошма етәксеһе булыу ҙа, атаҡлы исемдәр ҙә йоғонто яһай алмай. Быларҙы тормош беҙгә иҫбатлай тора, беҙ аңламамышҡа һалышабыҙ. Сөнки яһалма дан, билдәлелек көҫәйбеҙ. Әҙәмдең нәфсе тигәнгә баш була алмауылыр инде был...
Ойошманың сираттағы ултырышы үтеп, ул тағы ла бер нәмә лә хәл итмәһә лә аптырамайым. Бында күптәрҙең тормошҡа ҡарашын һәм фекерләүен нигеҙҙән үҙгәртмәй тороп, артыҡ алға китеш булмаясаҡ. Ә, ғөмүмән, ижад иткән кешегә быларҙың барыһы ла мөһим дә түгел...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1218

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru