«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАМОНИНО АУЫЛЫНДА ТУҒАН ТЕЛЕН ҺАНЛАМАҒАНДАР ЙӘШӘЙМЕ?
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө районы Шамонино ауылында яңы балалар баҡсаһы асыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрелде. Сараны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Йәштәр советы ағзалары ойошторғайны.

Шамонино ауылында йәшәүселәрҙең 80-90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Әммә ауылдағы мәктәптә - башҡорт кластары (быйылғы уҡыу йылынан бер башҡорт класы асылыуы тураһында хәбәр ителгәйне шикелле), балалар баҡсаһында бер генә башҡорт төркөмө лә юҡ. Әле бына икенсе балалар баҡсаһы асырға йыйыналар. Ауылда йәшәүсе ата-әсәләр яңы учреждениены башҡорт балалар баҡсаһы итергә тигән үтенес менән БР Президенты исеменә хат яҙған. Өфө район хакимиәте был теләкте иҫәпкә алып, унда дүрт башҡорт төркөмө асырға ризалығын белдергән. Булып үткән сарала Өфө район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцинә Ризуанова: "Әгәр ата-әсәләрҙең ғаризаһы учреждениены тулыһынса башҡорт балалар баҡсаһы итеп асырлыҡ күләмдә булһа, мәсьәлә һис һүҙһеҙ ыңғай хәл ителәсәк", - тип әйтте әйтеүгә. Ләкин... Халыҡ әйтмешләй, һорамаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар бит. Мине ошо ауылда йәшәүсе милләттәштәр үҙҙәре, уларҙың битарафлығы аптыратты. Ошо йыйылышта ла улар түгел, ә улар мәнфәғәтен яҡлайбыҙ тип йөрөгән Йәштәр советы ағзалары ғына сығыш яһаны, проблеманы хәл итеү юлдары тураһында тәҡдимдәр әйтте.
Ә Шамонино ата-әсәләре ниндәйҙер сығыш һуңында яңғыратҡан ҡул сабыуҙарҙы иҫәпкә алмағанда, өнһөҙ-тынһыҙ ултырҙы. Ни өсөн һеҙ, башҡорттар, балаларығыҙҙы туған теленән мәхрүм итәһегеҙ, тип өндәшке килде уларға. Мостай Кәрим әйтмешләй, "Һинең, ата-әсә, балаңды туған теленән мәхрүм итергә ни хоҡуғың бар?".
Аҙаҡ аралашыуҙан аңлашылыуынса, ата-әсәләрҙең күбеһе балалары башҡорт телендә белем алһа, рус телен насар белер, тип ҡурҡа, имеш... Ике телде бутарҙар, имеш... Мәктәптә, аҙаҡ юғары уҡыу йортонда уҡыуы ҡыйын булыр, имеш... Аптыраштан көлөргәме, иларғамы белмәнем...
Мин үҙем ҡалала тыуып-үҫкән бала. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөү бәхете эләкмәне, мин үҫкән саҡта ҡалала улар юҡ ине. 3 йәшкә тиклем тик башҡортса һөйләшкәнмен, балалар баҡсаһына йөрөтә башлағас, бик еңел генә русса ла өйрәнгәнмен. Йәйҙәрен ауылға өләсәйем эргәһенә ҡайтып йәшәгәндә башҡорт телемде тағы камиллаштырғанмын. Шунан атай-әсәйем мине башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙе.
Мин башҡорт телемде, туған телемде, ата-әсәм телен, быуындан-быуынға ҡәҙерләп һаҡланған телкәйемде яратам, һаҡлайым. Мине бала саҡтан телле, рухлы иткәндәре өсөн атай-әсәйемә, өләсәйҙәремә рәхмәтлемен. Урыҫ телен дә мин бик яҡшы беләм, хатта урыҫтарҙан бер ҙә кәм һөйләшмәйем, грамматикам да яҡшы, акцентым да юҡ. Ә башҡорт телен белеү миңә инглиз телен, хәҙер иһә төрөк һәм ғәрәп телдәрен өйрәнергә ярҙам итә. Рус телле балаларға был телдәрҙе үҙләштереү ауыр икәне берәүгә лә яңылыҡ түгелдер.
Һуңғы ваҡытта йәштәребеҙ араһында айыҡлыҡ ҡына түгел, ә туған башҡорт телендә һөйләшеү ҙә модаға инде. Бар дуҫтарым да башҡортса аралаша, башҡортса матур саралар үткәрә. Күҙ алдына килтерегеҙ: Шамонино ауылы балалары шундай рухлы башҡорттар араһына барып эләгеп, уларҙың һөйләшен - үҙ туған телен аңламаһа, үҙен кәмһетелгән һымаҡ тоясаҡ бит. Бына шул ваҡытта бала мотлаҡ ата-әсәһенә үпкәләйәсәк. Беҙ, киреһенсә, барлыҡ ғилемде үҙ телебеҙҙә үҙләштерергә тейешбеҙ, русса түгел, башҡортса фекерләргә тейешбеҙ. Һәм киләсәктә яңы башҡорт интеллигенция ҡатламын булдырыу - беҙҙең маҡсат!
Шуны аңла, башҡорт, һине бер рус кешеһе лә рус милләтле тип танымаясаҡ. Аллаһы Тәғәлә башҡорт итеп яралтҡан икән, башҡортлоҡ - һинең булмышың. Булмышынан ҡасҡан кешенең Ер йөҙөндә бәхет тапҡанын күргән-ишеткән юҡ әле. Уйланығыҙ ошо турала, Шамонино ауылы ата-әсәләре.

Азалия ДИЛМӨХӘМӘТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 1645

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru