«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРМАНДАРҒА КЕРҺӘҢ АҘАШМА!
+  - 


Йәйҙең тәүге ял көндәрендә генә республика урмандарында 5 кеше аҙашҡан. Бәхеткә күрә, уларҙы иҫән-һау тапҡандар. Ләкин бындай осраҡтарҙың күңелһеҙ тамамланыуы ла йыш күренеш. Шуға күрә һәр кем аҙашҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш. Үҙеңде нисек тоторға, урманға барғанда үҙең менән нимә алырға, эҙләргә сығыусылар тиҙерәк тапһын өсөн ниндәй ысулдар ҡулланырға һәм башҡа әһәмиәтле һәм кәрәкле мәғлүмәттәр тураһында Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, эске эштәр капитаны Алик Әнүәр улы ШӘРӘФЕТДИНОВ менән һөйләштек.

Алик Әнүәр улы, статистикаға ярашлы, урманда иң күбе кемдәр аҙаша? Һәм бындай осраҡта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тота?

- Урманда аҙашыусыларҙың күп өлөшөн пенсия йәшендәге ир-ат тәшкил итә. Улар үҙҙәренә шул тиклем ныҡ ышана, күрәһең, һәм күп осраҡта урманға әҙерлекһеҙ сыға, ғәҙәти ҡағиҙәләргә ҡул һелтәп ҡарай, телефондарын өйҙә ҡалдыра, алған хәлдә лә уның зарядкаһы тулы булыуын күҙ уңынан ысҡындыра. Шулай уҡ йәштәрен, сирҙәрен иҫәпкә алмайҙар һәм тейешле дарыуҙарын өйҙә оноталар.
Ғәҙәттә, кеше еләк-емеш, бәшмәк йыйырға үҙҙәре күптән белгән һәм йыл һайын барған урынға йөрөй. Ләкин унда яңы делянка барлыҡҡа килергә, газ торбаһы һалынырға, яҡтылыҡ бағаналары ултыртылырға, бесәнлек урындары йә уратып алынырға йәки, киреһенсә, ҡоймалар алып ташланырға мөмкин һәм башҡалар. Быларҙың барыһы ла кешене албырғата, ул үҙенең яҡшы белгән урындарын да танымайынса, таныш ерҙәрен эҙләй барып, аҙашып та ҡуйырға мөмкин. Бындай хәлгә осрағанда ир-егеттәр үҙҙәрен ышаныслыраҡ тота. Күпселек осраҡта улар бер тапҡыр булған урынды яҡшы хәтерендә ҡалдыра, шулай уҡ үткән юлын да онотмай. Географик мәғлүмәтте иҫтәрендә һәйбәт тота, картаны тиҙ һәм дөрөҫ аңлай. Шуға күрә уларҙың урмандан үҙҙәре, ярҙам килгәнен көтмәйенсә, сығыу ихтималлығы ҙур. Әлбиттә, был осраҡтар һаулыҡтары ныҡ булған ир-егеттәргә ҡағыла. Шулай уҡ көслө зат, ғәҙәттә, азимуттар һәм йүнәлештәр буйынса юлды эҙләй, ниндәйҙер аныҡ ҡына ориентирҙы иҫәпкә алмай.
Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тик яҡынса 10 проценты ғына урын-ерҙе яҡшы төҫмөрләй, картаны дөрөҫ уҡый, ә ҡалғандар өсөн былар ауыр бирелә. Шуға күрә әлеге күпселеккә ингән ҡатын-ҡыҙҙар урманға үҙҙәре генә бик һирәк сыға. Ғәҙәттә, улар бер нисә кеше йыйылып баралар.
Әгәр ҙә аҙаша ҡалһа, ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ниндәйҙер ориентир буйлап урмандан сығырға тырыша. Мәҫәлән, машиналар тауышы, эттәр өрөүе һәм башҡалар. Күпселек осраҡта улар үҙҙәре килгән яҡтан, ә ир-егеттәр урманға ингән урындарынан тиҫтәләгән саҡрым алыҫлыҡта барып сыға.

Урманға ниндәй әҙерлек менән сығырға һуң, сөнки күпселек кеше барам да әйләнәм, тип юллана бит?

- Ысынлап та, бер кем дә "урманда аҙашып ҡуйырмын", тип уйлап, ныҡлы әҙерлек менән сыҡмай. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр була һәм урманды биш бармағы кеүек белгәндәр ҙә аҙашырға мөмкин.
Шуға күрә урманға барғанда үҙең менән мотлаҡ бысаҡ, шырпы йәки тоҡандырғыс (зажигалка), компас, тағы ла тамаҡ ялғарлыҡ ашамлыҡ, фонарь һәм сағыу стикерҙар алырға кәрәк. Шулай уҡ кәрәҙле телефондың зарядкаһы тулы булырға тейеш һәм урманда оҙаҡ һөйләшеп йәки ҡолаҡсын аша музыка тыңлап йөрөргә ярамай, сөнки, беренсенән, тирә-яҡҡа иғтибарҙы кәметә һәм кеше ҡайҙа барғанына иғтибар итмәй.
Икенсенән, әлеге лә баяғы телефондың зарядкаһын һаҡлау мөһим.
Яндырғысты ҡыҙыл, һары, күк һымаҡ сағыу төҫлөләрен һайлау яҡшы, сөнки уларҙы үлән араһына төшөрөп ебәргән осраҡта табыуы еңел буласаҡ. Шулай уҡ яндырғыстарҙы бер нисәне алыу һәм салбар, куртка кеҫәләренә, рюкзакка айырып һалып алыу урынлы.
Аҙашҡан кеше яҡтыртыуҙы сағылдырыусы жилет кейгән саҡта ҡотҡарыусыларға эште бермә-бер еңеләйтә. Ғөмүмән, урманға бер сәғәткә юлланғанда ла, походҡа сыҡҡанда ла сағыу кейенергә кәрәк. Ә күптәр яратып кейгән камуфляж костюмдарҙы урманға кейеп барыуҙан бөтөнләй баш тартыу мөһим, сөнки ул тәбиғәт төҫтәре менән ҡушылып, кешене күҙгә артыҡ бәрелмәҫлек итә.
Тағы ла 240 литрлыҡ сүп-сар тоғо алыу ҙа ҡамасауламаҫ. Ул күп урынды алмай, еңел, ә тәғәйенләнеше киң - һыу төшмәһен өсөн ҡыуыш өҫтөнә һалырға, еүешләнмәҫ өсөн аҫҡа түшәргә, ямғыр яуғанда кейеп алырға мөмкин.
Иң мөһиме, урманға юлланғанда өйҙәгеләргә йәки күрше-тирәгә ҡайһы яҡҡа һәм күпме ваҡытҡа китеүегеҙ тураһында хәбәр итеү. Әйтелгән ваҡытҡа ҡайтмаһағыҙ йәки артыҡ оҙаҡлаһағыҙ, улар ҡотҡарыусыларҙы саҡырасаҡ. Аҙашҡан саҡта иң мөһиме ваҡыт, кешене ни тиклем иртәрәк эҙләй башлайҙар, шул тиклем ҡотҡарыуға ышаныс күберәк буласаҡ.

Аҙашҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәк?

- Аҙашыуҙы аңлағас та туҡтарға кәрәк. Ҡайҙа булыуҙы аңламау, паника, тегеләй-былай йүгереү, урмандан сығырға тырышыу хәлде тик ҡатмарлаштыра ғына. Артабан уяу булырға һәм тауыштарҙы тыңларға кәрәк. Ҡотҡарыусылар сирена ҡуйырға мөмкин, автомобиль йәки поезд тауышын, эттәр өргәнен йәки бысҡы тауышы ишетергә мөмкин. Поезд тауышы 10, автомобиль йөрөгәне, эт өрөүе һәм атыу тауышы - 3, кешеләр һөйләшкәне 1 саҡрымға тиклем ишетелә. Тауышты яҡшылап тыңларға кәрәк, сөнки урманда уның нәҡ ҡайһы яҡтан килеүен бутарға мөмкин. Шулай уҡ төнөн тауыш ишетелгән яҡҡа барырға кәңәш ителмәй, сөнки күрмәйенсә, соҡорға төшөп китергә һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәргә тарырға мөмкин.
Туҡтаған урынды, төнгөлөккә ҡалырға тура килгәндә, күп итеп ҡоро ағас менән тәьмин итеү мөһим. Ағас бер ҡасан да артыҡ булмай. Усаҡ оҙаҡ янһын өсөн түмәрҙәр ҡулланырға була, сөнки бәләкәй ботаҡ һәм ағастар тиҙ янып бөтәсәк. Миҫал өсөн, беләк йыуанлыҡ ағас 15-20 минут яна, ә ҙур диаметрлы түмәр төнө буйы янырға мөмкин, нәҡ шундайҙы эҙләргә кәрәк тә инде. Аҙашҡанда кеше стресс хәлендә була, шуға күрә ҡаты йоҡламай, был уның өсөн ыңғай момент, сөнки уянған һайын утын өҫтәп торасаҡ.
Әйткәндәй, органик быяла (плексиглас) киҫәге ниндәй температурала ла, еүеш булғанда ла яҡшы яна. Уның менән еүеш утындарҙы ла яндырып ебәрергә мөмкин.

Урманға киткән кеше тәғәйен ваҡытҡа ҡайтмаһа, телефоны яуап бирмәһә, уның яҡындарына нимә эшләргә?

- Тиҙ арала был хаҡта полицияға хәбәр итергә йәки 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ "Лиза Алерт"тың ҡыҙыу телефонына шылтыратып, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе әйтеү ҙә мөһим. Ғариза яҙғанда шәхесте раҫлаусы документ булырға тейеш. Шулай уҡ юғалыусының документтарын да күрһәтеү ҡамасауламаҫ. Уны эҙләргә сығыусыларҙа мотлаҡ уның фотоһүрәте булырға тейеш.

Шулай итеп...
Бер ҡағиҙә лә, кәңәш тә буш урындан уйлап сығарылмаған - уларҙың һәр береһе тормоштан алынған. Бөгөнгө әңгәмә барышында әйтелгәндәр ҙә ваҡытында кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙ был ҡағиҙәләрҙе ҡолағына элер, тип ышанабыҙ. Шулай ҙа, ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, "иң яҡшы эҙләү - ул бөтөнләй булмаған эҙләү" тигәндәренә ҡушылып, һәр кемде лә бындай бәлә урап үтһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru