«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕТРУШКА
+  - 

Петрушка составында аҡһым, углевод, калий, натрий, кальций, магний, фосфор, тимер, А провитамины, В, В2, РР, Е, С витаминдары, күгәреү һәм әсеү процестарын тотҡарлаусы бик күп фитонцидтар бар. Уны дөрөҫ ҡулланғанда барлыҡ ағзаларҙы ла тиерлек дауаларға мөмкин.

Петрушка Грециянан таралған. Боронғо гректар уны изге үҫемлек тип иҫәпләгән һәм ашамаған, венок өсөн ҡулланған һәм аллаларына ҡорбан килтергәндә, ҡунаҡтарға, һөйгәндәре менән айырылғанда бүләк иткәндәр. Хатта мәйеттәргә лә петрушка тажы үреп оҙатҡандар. Ҡайғы килеүен сағылдырып та шундай венок кейгәндәр.
Әбүғәлисина петрушканы бик юғары баһалаған. Ул былай тип яҙа: "Ҡара ҡан тамырҙары тығылыуын бөтөрә, тирләтә, һыҙланыуҙарҙы баҫа, яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе бөтөрә, күкрәк ҡыҫһа һәм тын алыуы ауырлашһа, йүтәлдән ярҙам итә, бауыр һәм талаҡ өсөн файҙалы, ашҡаҙан һәм эсәктәр эшмәкәрлеген тиҙләтә, таштарҙы иретеп сығара, әммә быума ауырыуы (эпилепсия) булғанда ҡулланырға ярамай. Петрушка бәүел ҡыуа һәм күремде килтерә, йөклөләр өсөн зарарлы. Петрушканың барлыҡ өлөштәре лә бәүел ҡыуығы һәм аналыҡты таҙарта. Үлемесле ағыуҙарҙан һөҙөмтәле".
Простатит. Үҫеп ултырған үләнен дә алырға мөмкин, әммә тамырын ҡулланыу һөҙөмтәлерәк. Уны яҡшылап йыуырға һәм ваҡлап турарға. 1 тулы ҡалаҡ әҙерләмәгә ярты стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм төнгөлөккә ҡалдырырға (яҡынса 10 сәғәткә). Иртәнсәк һөҙөргә. Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 4 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Әгәр ҡыш дауаланһағыҙ, 4 балғалаҡ киптерелгән тамырына ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста 8 сәғәттән оҙағыраҡ төнәтергә кәрәк. Шулай уҡ ашарҙан ярты сәғәт алда 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Күрем күп килһә, һыҙландырһа, үҙ ваҡытында килмәһә. 4 балғалаҡ петрушка орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә, талғын ғына утта 15 минут тоторға. Һыуытып һөҙөргә. Ашаған арала көнөнә 5-6 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Перикардит (йөрәк көбө шешеүе). Ике уртаса ҙурлыҡтағы петрушка тамырын ваҡларға һәм һауытҡа 1,5 литр һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, талғын утта ҡайнатырға. Һыуы 0,5 литр ҡалғансы ҡайнарға тейеш. Шунан һөҙөргә, ике лимон һутын һәм 100 грамм бал ҡушып, яҡшылап болғатырға. Ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Һыуытҡыста һаҡларға.
Эскелек. 30 грамм петрушка орлоғо һәм 50 грамм ваҡланған яңы кәбеҫтә япрағын алып, 1 литр ҡайнар һыу ҡойорға. Термоста 15 минут тоторға. Ашарҙан саҡ ҡына алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан эсергә. Был рәүешле 2 аҙна дауаланырға. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға теләкте баҫа, ваҡыты-ваҡыты менән ҡабаттан дауаланып торорға.
Артрит. 1 балғалаҡ киптерелгән петрушка үләне һәм тамыры ҡатышмаһына 2 стакан эҫе һыу ҡойорға. 9 сәғәт төнәтергә. 3 көн дауамында ашарҙан алда 2-3 ҡалаҡ эсергә. Быуындар һыҙлағанда ауыртыныуҙы баҫа һәм шешенеүҙе бөтөрә. Цистит. 4 балғалаҡ петрушка орлоғон онтаҡҡа иҙергә, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм тағы 10-12 минут талғын утта ҡайнатырға. Һыуынғас һөҙөргә. Ашауға ҡарамайынса, көнөнә 4-6 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Балаларға төнәтмәне балғалаҡлап эсерәләр.
Һимеҙлек. Көн һайын 1-әр стакан яңы петрушка төнәтмәһен эсергә. Уны 1-2 балғалаҡ йәшел үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп әҙерләргә. Бер нисәгә бүлеп, көн дауамында эсергә лә ярай.
Иҫкәрмә. Петрушканы сикләүҙәрһеҙ ҡулланырға ярай, тип уйламағыҙ. Петрушка дауалары бөйөр паренхимаһын ҡуҙғыта, шуға уны нефрит булғанда ҡулланырға ярамай. Ул ауыры йыш төшкән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡурҡыныс. Йөклө осорҙа петрушканы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа, юғиһә ул сабыйҙы ваҡытынан алда табыуға килтереүе ихтимал.

Рим ӘХМӘДОВ китабынан.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 303

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru