III. БҮЛӘК ҺӘМ СӘЛӘМ ТАПШЫРҒАНДА
29 октябрҙең төнөндә беҙ дивизия менән берлектә "К" ҡалаһына барып еттек. Был ваҡытта инде беҙҙең бүләктәр тейәлгән эшелон шул ҡаланың станцияһында тора ине. Обстановка һәм шарттарҙың ҡушыуы буйынса беҙ бүләктәрҙе ошо урында дивизияға тапшырырға тейеш инек. Шул сәбәпле, ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, ҡала гостиницаларының береһендә дивизияның башында генерал-майор М.М. Шайморатов иптәш торған вәкилдәре менән рәсми осрашыу ойошторҙоҡ.
Башҡортостан халҡы алыҫ Дон далаһындағы бер ҡалаға үҙенең боец улдарын ҡунаҡҡа саҡырып һый бирҙе. Был мәжлес үҙенә генә хас бер мәжлес ине. Бында Башҡортостан халҡының вәкилдәре булған башҡорт ҡыҙҙары бөтәһе лә Башҡортостандан килгән ашамлыҡтар менән башҡорт атлы дивизияһының етәкселәрен ҡунаҡ итте. Шуның менән улар воиндарға халыҡтың сәләмен, мөхәббәтен һәм хәстәрлеген тапшырҙы. Шуға күрә лә, ошо мәжлестә дивизия кешеләренә Башҡортостан партия ойошмаһының, Башҡортостан хөкүмәтенең һәм бөтә Башҡортостан халҡының М. Вальшин иптәш теле аша тапшырылған сәләменә яуап итеп һөйләгән һүҙендә М.М. Шайморатов иптәш:
- Ҡәҙерле ҡунаҡ иптәштәр һәм туған халыҡтың вәкилдәре! Мин һеҙҙең йөҙөгөҙҙә беҙҙе, Ҡыҙыл Армия воиндарын, был тиклем һөйгән, беҙҙен өсөн был тиклем хәстәрлек күргән Башҡортостан халҡының асыҡ йөҙөн күрәм һәм мөхәббәтле йөрәгенең йылыһын һиҙәм. Бынау өҫтәлдә торған хуш еҫле балдың тәмендә мин бөтә Башҡортостан ҡырҙарында үҫкән сәскәләрҙең йөрәккә батырлыҡ бирә торған мөҡәддәс еҫтәрен тоям. Шул ҡайнар мөхәббәтле изге хистәр һәм тәмле еҫтәр беҙҙе подвигҡа саҡыра, башҡармайынса кисерелмәй торған изге бурыс йөкләтә. Ә беҙ ул бурысты намыҫ менән үтәрбеҙ. Кәрәк була икән, уның өсөн беҙ ҡаныбыҙҙы ла, йәнебеҙҙе лә ҡыҙғанмабыҙ, - тип, тапҡыр һүҙҙәр менән мәжлестәге иптәштәрҙең уртаҡ настроениеһын асып һалды.
Беҙ был осрашыуҙа дивизия вәкилдәренең йөҙөндә бөтә дивизия боецтарының, командирҙарының һәм политработниктарының батырлығын, ҡыйыулығын һәм тыуған илгә ысын күңелдән бирелеүҙәренең сағылыуын күрҙек. Беҙҙе был мәжлестә, барынан да бигерәк, Т. Кусимов, С. Әлибаев, Ғ. Макаев һәм Сәйетғәлин иптәштәрҙең күкрәктәрендә балҡып торған Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарын күреү шатландырҙы. Был ордендарҙың нурҙары үтә беҙ дивизияның үткән боевой юлын күҙ алдына баҫтырҙыҡ, һәм башҡорт егеттәренең онотолмаҫ данлы подвигтарын күрҙек.
Шул матур төндөң иртәгеһе көнөнә - 31 октябрҙә боецтарға тыуған илдең бүләктәрен һәм күстәнәстәрен өләштек. Делегация члендары дивизияның частарына таралды. Беренсе тапҡыр делегаттар подполковник Т. Кусимов командирлыҡ иткән частың боецтары менән осрашты. Команда тауыштары алыҫ урамдарға китеп яңғыраны. Часть стройға баҫты. Подполковник Т. Кусимов иптәш митинг асып, тәүге һүҙҙе Башҡортостан Совнаркомы председателе урынбаҫары М. Вальшин иптәшкә бирҙе.
Бынан һуң Башҡортостан халыҡ артискаһы Бәҙәр Йосопова, дивизия вәкилдәренән - Сибаев, Нафиҡов һәм Белов иптәштәр һөйләне. Иптәш Әлибаев сығыштарға йомғаҡ яһап:
- Башҡортостан халҡына беҙҙән сәләм алып ҡайтығыҙ һәм бай бүләктәр өсөн рәхмәт еткерегеҙ. Беҙ уларҙың наказын эҙмә-эҙ үтәрбеҙ. Дошманды еңеп, илебеҙгә ҡайтырбыҙ. Беҙҙе был тарихи көнгә бөйөк полководец иптәш Сталин алып бара, - тине.
Ул төндө беҙ дивизияның частары менән бергә юлға сығып киттек.
IV. ДАЛА ТӨНӨ
Ҡояш офоҡҡа яҡынлашыу менән частарҙа юлға сығырға ҡыҙыу хәрәкәт һәм ашығыс әҙерлек башланды: бөгөн боецтарҙың бөтә хәрәкәттәрендә әлегә тиклем булмаған бер йылдамлыҡ һиҙелә. Биттәрендә йәшерергә мөмкин булмаған шатлыҡ балҡый. Йөрәктәрендә ғорур батырлыҡ ярһыуы ашҡына ине. Сөнки бөгөн һәр бер боецтың ҡулында, ҡуйынында һәм кеҫәһендә тыуған илдән килгән бүләк бар. Бөгөн, байрамды алдан уҡ ҡаршы алып торор өсөн, һәр бер боецҡа бер индивидуаль бүләк бирелде, йөҙәр грамм араҡы, берәр килограмм колбаса, берәр килограмм пряник һәм берәр тауыҡ таратылды.
Бөгөн боецтар Башҡортостан ҡыҙҙары сигеп ебәргән кисеттар эсендә килгән тәмәкеләрҙе тарта. Яҡын күреп яҙылған хаттарҙы уҡыйҙар. Быларҙың бөтәһе бергә - фронт менән тылдың берҙәмлеге байрам итә. Ә ул берҙәмлектең шанлы ҡеүәте беҙҙе данлыҡлы еңеү тантанаһына алып бара.
Ҡояш байыу менән һауа ҡапыл һалҡынайып китте: частар ҡуҙғалып киткән саҡта ҡала урамдарында бер ни тиклем тығыҙлыҡ һәм буталышыу һиҙелгән һымаҡ булғайны. Ләкин ул бик тиҙ йүнәтелде. Мин дивизияның маршта үткән оҙон юлындағы тормошон белмәнем: ләкин уның бөгөнгө ҡуҙғалып китеү ваҡыты ниндәйҙер бер тантананы, байрамды хәтерләтә ине.
Бер частың ҡурайсылары Х. Ибраһимовтың "Салауат маршы"н уйнай. Икенсе частың гармунсылары, "Ҡарабай"ҙы уйнап, егеттәрҙең дәрттәрен елкендерә. Өсөнсө частың ҡурайсылары "Урал"ды һыҙҙыра. Уларға ҡушылып, кемдер - бер боец:
- Яҡшы атка менеп ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡ та тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һаҡлаған ул башҡорт Уралын, -
тип йырлап ебәрҙе.
Ҡала хеҙмәтсәндәре, атлы воиндарға боевой уңыш теләп, уларҙы оҙатып ҡалды. Дивизияның ҡаланан сығып, километрҙарға һуҙылған частары ҡуйы, оҙон әрем ҡаплаған һәм төндөң ҡараңғылығы менән бөркәнеп ятҡан дала ҡосағына инеп юғалды.
Төнгө дала тын. Тик, тәгәрмәстәрҙең шыҡылдауҙары, ат тояҡтарының тыпылдауҙары ғына был тәрән тынлыҡҡа ҡағылып, алыҫтарға яңғырап китә. Беҙҙең делегаттарҙың ҡайһы берәүҙәре машинаға ултырып, ҡайһылары атҡа атланып китте. Мин Л. Батталова, Ф. Хурамшиналар менән подполковник Кобянов һәм С. Шакирьянов иптәштәр командирлыҡ иткән бер частың боецтары араһында арбаға ултырып барабыҙ. С. Шакирьянов иптәш әленән-әле беҙҙең янға килә лә:
- Урын яйһыҙ түгелме, өшөмәйһегеҙме? - тип, хәлебеҙҙе белеп китә. Ихтимал, ул төн бик һалҡын йә бик йылы булғандыр, ләкин беҙҙе биләп алған уйҙар, кисерештәр һауаның былай йәки тегеләй булыуы тураһында иғтибар итергә мөмкинлек бирмәй ине.
Ул яҡта ундай төндәр бик күп була торғандыр, әлбиттә. Ә беҙҙең өсөн ул бер генә төн булып ҡалды. Бәлки, ғүмергә бер генә тапҡыр үткәргән төн булып ҡалыр ҙа ул. Төн бик ҡыҫҡа була торған урындарҙа ике шәфәҡ - киске шәфәҡ менән таң шәфәғе ялғана, тиҙәр. Ҡояш байығас, һауа ҡапыл ҡараңғыланып китте.
Төн ҡараңғыланған һайын, киске шәфәҡ, офоҡта мамыҡ ҡар һырындылары һымаҡ булып ҡатлауланып, күпереп торған аҡ болоттарға мәк сәскәһе төҫлө ҡуйы ҡыҙыллыҡ бөркөп бөҙрәләндерҙе. Күп тә үтмәне, беҙҙең алда, һул яҡта икенсе бер шәфәҡ ҡалҡты. Мин нисектер, абайламаҫтан, нисек былай булды һуң әле, ҡояш байыу менән таң шәфәғе лә яна башланы, тип уйларға өлгөрмәнем, дәһшәтле күкрәү мине һиҫкәндереп ебәрҙе. Иғтибарымды төйөнләп, ҡыҙыллыҡтарҙы ысынлап күҙәтә башланым һәм үҙ-үҙемә:
- Иҫәр, көньяҡта ниндәй шәфәҡ нуры булһын инде тағы, - тип көлдөм.
Ысынлап та, был ҡыҙыллыҡ, теге ысын шәфәҡ ҡыҙыллығына аҙ ғына ла оҡшамай ине. Был ҡыҙыллыҡ шәүләһе күкте үртәгән көньяҡ офоҡ өҫтөндә бер туҡтауһыҙ йәшелле-ҡыҙыллы ут йәҙрәләре осоп тора. Бер туҡтауһыҙ гөрһөлдәү яңғырай. Шуның өҫтөнә һауала, бик бейектән осоп барған самолет моторының геүелдәүе килеп ҡушыла. Ашҡынған атын тыйып, беҙҙең арба менән йәнәшә барған С. Шакирьянов иптәш беҙҙең һүҙһеҙ һорауыбыҙға яуап итеп:
- Күрәһегеҙ һәм ишетәһегеҙҙер инде, фронт линияһына бик яҡын ерҙән үтеп барабыҙ, - тине.
Аҡрын, ләкин бик һалҡын ел ҡуҙғалды. Беҙҙең дивизияның төнгө хәрәкәтен дошмандан ышыҡларға ярҙамлашҡан һымаҡ булып, күк йөҙөнә йоҡа ғына болот ҡатламы таралды. Ат тояҡтарының тыпылдауҙары тағы ла асығыраҡ ишетелә башланы. Мин уңған һәм түҙемле башҡорт аттарының ошо ватан һуғышы көндәрендә үткән оҙон юлдарын уйлап барам.
Бына, эйәр өҫтөндә ныҡлы ултырған бер егет, атын елдереп, ниндәйҙер ашығыс йомош менән алға уҙып бара. Ҡараңғыла төҫө танырлыҡ уҡ асыҡ беленмәгән был тумалаҡ һәм йылғыр ат Башҡортостандың бер колхозында йәки совхозында ҡолон сағында уҡ пионерҙар шефлығында иркәләнеп үҫкәндер. Унан һуң уңған һәм ат яратыусан конюхтар уны:
"Ерән ҡашка атҡайым,
Башын сайҡай малҡайым.
Алдарында һолоһо бөтһә,
Өҙөлә йөрәк майҡайым" -
тип, йырлай-йырлай тәрбиәләгәндәрҙер.
Хәҙер ул пионерҙарҙың да, конюхтарҙың да ышанысын аҡлап, өҫтөндәге егетте уттан да, һыуҙан да алып сыға. Оҙон юл үтеүҙәренә ҡарамаҫтан, бөгөн генә муйынына беренсе тапҡыр ҡороҡ һалып атланған ат һымаҡ, ҡайҙа баҫырын белмәй, ер һелкетеп китеп бара.
Көнсығыш яғы күгелйемләнеп яҡтыра төштө. Болон уртаһында үҙенең тиңһеҙ матурлығына ғорурланып ултырған сәскә һымаҡ, бөтә йондоҙҙарҙан нурлыраҡ янып, серлерәк йымылдап һәм көслөрәк балҡып, сулпан ҡалҡты. Боецтарҙа арыу һәм йоҡомһорау һиҙелмәй әле. Бер егет иптәшенә үткән бер бойҙың иҫтәлеген һөйләп бара:
- Был төндән дә ҡараңғыраҡ йәйге бер төн ине, һөжүм иткән немецтарға ҡаршы һөжүм менән яуап бирҙек - һәм аралашып һуғыша башланыҡ. Бөгөнгө кеүек, хәтеремдә, бер бесән эҫкерте янына һуҙылып яттым да, ата башланым. Атыш шундай ҡаты бара, aта улды, әсә - ҡыҙҙы белмәй тигән төҫлө, берәүҙең ни нәмә эшләгәнен икенсеһе белмәй торған буталыш китте. Бына бер ваҡыт беҙҙең Ғәйфулла ҡайҙандыр килеп эҫкерттең икенсе бер башына ятты ла, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡарай ата ла башланы. Мин аптырай башланым, әллә, мин әйтәм, ҡулса эсендә ҡалып, түңәрәк оборона алып барабыҙмы икән? - тием. Аптырағас, түҙмәнем:
- Ғәйфулла, Ғәйфулла! Ниңә улай үҙебеҙҙекеләргә ҡарай атаһың, был яҡҡа ҡарап ат, тип ҡысҡырҙым. Ә Ғәйфулла ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, тигән кеүек, һаман ата ғына бирә. Түҙмәнем, шыуышып, уның янына уҡ барҙым. Ҡараһам, малай, мин һиңә әйтәйем, күҙҙәрем бомба булып ярыла яҙҙы тегенең өҫтөнә. Ғәйфулла түгел, немец!
Ул да мине танып өлгөрҙө. Беҙҙен арала, күҙ асып йомғансы хәрәкәт яһап, маҡсатҡа етеү өсөн ярыш башланды. Ләкин был бермә-бер көрәштә мин өҫтөн һәм өлгөр булып сыҡтым. Нисек хәрәкәт иткәнемде, хәнйәрҙе нисек итеп немчураның бысраҡ тәненә ҡаҙағанымды әле булһа хәтерләй алмайым. Тик, мин арҡаһына хәнйәр ҡаҙағас, үҙен-үҙе белмәй салҡан әйләнеп ҡысҡырған немецтың тупаҫ тауышы ғына ҡолағымда яңғырап ҡалды...
Тыңлаусы егет, иптәшенең һүҙенән ҡәнәғәтләнеп, хуплап бара.
Атыш күкрәүе һаман баҫылмай. Тик беҙ фронт линияһынан артҡараҡ киттек буғай, күкрәү тауышы торған һайын тоноҡлана һәм беҙгә аҙыраҡ ишетелә башланы. Таң беленеүгә беҙ туҡтау өсөн билдәләнгән бер казачий станицаға барып еттек.
Туҡтау менән боецтар маскироваться итергә һәм аттарҙы тәрбиәләргә, тамаҡтарын туйҙырыу хәстәренә тотондо. Таң, үҙенең бөтә мөһабәтлеге һәм еңеүсән көсө менән маһайып, ғорур рәүештә күкте биләп алды.
V. АҘАШҠАН ҠАРТ
Бер төндө туҡтауһыҙ алтмыш километр юл үтеү асыҡтырҙы ла, арытты ла. Сәй эсеп, аҙыраҡ серем итеп алмаҡсы булдыҡ. Ләкин күҙгә йоҡо килмәне, баштан уйҙар китмәне. Боецтарҙың поход һуңындағы тормоштары мине тышҡа тартты, һауаға сыҡтым.
Өйҙән сығып, болдорға баҫыу менән минең күҙгә емерелеп һәм янып ер менән тигеҙләнгән ниндәйҙер бер ҡаралты урындары ташланды. Янған ағастарҙың һерәйеп ҡалған ҡоромло бағаналары алдыма теҙелеп баҫты. Бер ваҡыт был ағастарҙы ниндәйҙер бер ҡарт, үҫмер ағастар кеүек, йәш һәм матур уйҙар менән янып ултыртҡандыр. Улар йәшлек төҫлө күпереп атҡан энйе сәскәләрен ҡарттың эҙҙәренә һибеп, уның ғүмер юлын биҙәкләгәндәрҙер. Ә хәҙер ул ағастар кемдеңдер ҡара, ҡәбәхәт һәм енәйәтле эшен онотмаҫ өсөн ҡуйылған ҡара бағаналар һымаҡ ултыра. Ентекләберәк ҡараһаң, ул бағаналарҙа фашистарҙың күмер төҫлө ҡара һәм ерәнгес мәкерле биттәре күренгән һымаҡ була. Өйҙөң икенсе башындағы ишектән сыҡҡан бер ҡатындан:
- Бында пожар-фәлән булдымы әллә? - тип һораным. Ул уйға ҡалды. Бысраҡ бер нәмәне күреп ерәнгән кеше һымаҡ, сирҡанып, төҫөн үҙгәртте һәм унан һуң:
- Шул, ләғнәт төшкөрө немецтар, самолеттан яндырғыс бомба ташлап, шулай харап иткән бындағы ҡаралтыларҙы һәм матур баҡсаны. Баҡса һәм ҡаралтылар тағы ла бер хәл әле уның. Шунда йоҡлап ятҡан биш йәшлек бер бала янып үлгән. Уны ҡотҡарам тип, баланың әсәһе, утҡа бешеп, күҙһеҙ ҡалған. Мин үҙем бындағы кеше түгел. Дон аръяғынан ҡасып килдек. Беҙҙең станицала ошо көндә немецтар хакимлыҡ итә әле, - тип көрһөндө.
Ҡатын үҙ юлына китте. Минең иғтибарымды күрше дворҙағы япрағын ҡойған ҡарт алма ағасына һөйәлеп, тәрән уйға сумған бер ҡарт үҙенә тартты. Мин тәүҙә уның янынан үтеп киттем һәм ҡарттың торошон күҙәттем. Уның күҙҙәре, ерҙәге магнит тарафынан тартылған энә төҫлө, аяҡтарына текәлеп ҡараған да, ҡатып ҡалған. Ауыҙындағы трубкаһы уны, беренсе ҡарауға, трубка тартып торған бер кеше итеп күрһәтә. Ләкин ул трубкаһын да күптән үк онотҡан булырға кәрәк. Шул көйгә, үлеп ҡалған кеше һымаҡ булып, ағасҡа һөйәлгән хәлдә хәрәкәтһеҙ тик тора. Был күренеш мине бик ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Ләкин уны бындай ҡиәфәттә тороу хәленән ҡотҡарыр һәм уятыр өсөн, тәмәке төрҙөм дә, янына уҡ барып:
- Хәйерле көн, атай, рөхсәт итегеҙ әле, тәмәке тоҡандырырға, - тинем. Ул йоҡонан ҡапыл уятылған кеше төҫлө һиҫкәнеп китте һәм миңә ут бирер өсөн трубкаһын йыш-йыш һурырға тотондо. Ләкин трубкаһы күптән үк һүнгәйне инде уның. Ул, кеҫәһенән алып, саҡмаһын саҡты. Тәмәке тоҡандырҙыҡ. Шул арала мин уны баштан аяҡ ҡарап алдым. Битен керпе энәһе кеүек һаҡал япҡан уртаса буйлы, йыуантыҡ һәм таҙа бер казак ҡарты ине ул. Әңгәмә башларға һылтау эҙләп, мин уға:
- Әллә бабай әбейҙе һағынып, шулай уйға батҡан инде? - тип йылмайҙым. Тик бына шаярып әйтелгән һүҙҙәр менән әллә, төҙәмәй атып, бабайҙың ауыртҡан еренә тейҙерҙем, әллә ҡартҡа оҡшамаған бер хәрәкәт яһаным. Зәңгәр күҙҙәрен күтәреп, миңә ҡараны ла:
- Һағынһаң да, илаһаң да, әбейең юҡ инде хәҙер, балаҡайым, - тине ул. Мин үҙемдең шаярып биргән һорауыма үкендем һәм:
- Күптән үлдеме? - тип һораным.
- Күптән түгел, тупрағы ла һыуынмағандыр, тиер инем, уның кәүҙәһен ҡосаҡлаған ҡәбере юҡ, - тигәс, мин уның һүҙен бүлдерҙем:
- Нисек ҡәбере юҡ?
- Шулай, хәҙер бик ябай эш икән ул үлгәс ҡәберһеҙ ҡалыу. Ана, ишетәһеңме, нисек атыш бара? Ул туптар Дондың уң яҡ ярындағы беҙҙең станицала ярыла. Ана шунда немец ташлаған бомба менән минең ҡырыҡ йыл бергә йәшәгән һөйөклө ҡарсығымдың кәүҙәһе, йыйып алып сепрәккә төйнәрлеге лә ҡалмайынса, юҡҡа сыҡты. Бына шул хәлде башыма һыйҙыра алмайынса уйлап, уйылып төшәм. Өйөмдө емерҙеләр, малдарымды таланылар немецтар. Үҙем саҡ ҡасып ҡотолдом. Станицала хәҙер минең бер нәмәм дә юҡ. Ләкин шунда ҡайтҡым килә. Әллә ҡарсығымдың ҡаны тарта? Бөгөн төшөмдә лә күрҙем мәрхүмдең үҙен. Икәүләшеп баҡсала, алланып бешкән алмаларҙы корзинага тултырабыҙ икән. Бына бер ваҡыт баҡсаның ҡоймаһы шатырҙап емерелә башланы. Бағаналар ауҙылар, таҡталар селпәрәмә килде. Унан баҡсаға ҙур һәм ҡот осҡос йәмһеҙ бер ҡабан килеп инде лә, ағастарҙы аҡтарып йыға, алмаларҙы тапап иҙә башланы. Ул ғына ла түгел, ауыҙынан ут бөркөп, ҡарсыҡҡа табан ташланды. Ҡарайым, күҙ алдында ҡулға тоторлоҡ бер нәмә лә юҡ. Ул арала булманы, ҡабан кәрәгенән ҙур ауыҙын асты ла, ҡарсыҡты йотоп та ебәрҙе. Шул ваҡыт минең күҙҙәрем һарғайып бешкән ғәләмәт ҙур бер ҡабаҡҡа төштө. Йәшен тиҙлеге менән хәрәкәт яһап, ҡабаҡты күтәреп алдым да бөтә көс һәм асыу менән ҡабандың өҫтөнә ырғыттым. Ҡабаҡтың ярылып китеүе булды, уның эсенән бер-бер артлы башҡа ҡабаҡтар сығып, шартларға тотондо. Баҡсаны ҡаплаған төтөн асылып китте. Ҡараһам, ҡабандың бото-ботҡа, ҡулы-ҡулға өҙгөләнеп, ҡара ҡан менән тулған соҡор эсендә ята. Ә ҡарсыҡ, үрмәләп, шул соҡорҙан сығырға маташа. Уны һөйрәп сығарырға ҡул һуҙғайным, уянып киттем.
Көс һәм тир һеңгән тыуған ерҙең йөрәккә яҡынлығын бына бөгөн белдем. Уйламай йөрөгәнмен икән, йүләр, әлегә хәтле. Мин бит ул ерҙә алтмыш биш йыл йәшәнем. Хәҙер шул ер немецтарҙың бысраҡ табаны аҫтында тапалып мәсхәрәләнә. Ишетәһеңме, ана ул минең тыуған ерем нисек ауыр һыҡранып ыңғыраша? Уны ҡоллоҡтан ҡотҡарырға, азат итергә кәрәк, - тине. Ҡарттың күҙҙәренән эре борсаҡ кеүек йәш бөртөктәре атылып сыҡты.
Мин бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдым. Ләкин ҡарт үҙенең һуңғы һүҙҙәрен әйткән саҡта беҙҙең янға килгән майор Фәйзи иптәш Ғафаров миңә ярҙамға килде. Ул ҡарттың арҡаһынан һөйөп:
- Ҡотҡарырбыҙ, бабай, һинең тыуған ереңде генә түгел, немецтар баҫып ингән бөтә өлкәләрҙе лә ҡотҡарырбыҙ. Изге тупрағыбыҙҙа бер генә оккупант та ҡалмаясаҡ! Беҙ шуға китеп барабыҙ, - тигәс, ҡарт итләс ҡулының һырты менән күҙҙәренең йәшен һөртөп алды һәм:
- Шул бәхетле көндө түҙемһеҙлек менән һағынып көтәбеҙ, - тине.
Беҙ старший лейтенант М. Хәкимов менән частың артбатареяһына боецтар менән осрашырға киттек. Боецтар йыйылғансы, беҙҙе немецтарҙың көлөн күккә осора торған пушкалар менән таныштырҙылар. Немецтарҙан тартып алынған аттарҙы күрһәттеләр.
Боецтар тиҙ йыйылды. Беҙ уларға тыуған илдең сәләмен тапшырҙыҡ. Халыҡтың ышанысын һәм өмөтөн белдерҙек. Боецтарҙан: орденлы политрук Хөсәйенов, парторг Имелбаев, орденлы политрук Мостафин, военфельдшер Ғәлимов һәм старший лейтенант М. Хәкимов иптәштәр һөйләне. Улар үҙҙәренең һүҙҙәрендә бүләк өсөн рәхмәт әйтте. Халыҡтың ышанысын аҡларға һүҙ бирҙеләр һәм шуны бөтә Башҡортостан халҡына еткереүҙе һоранылар.
Митингынан һуң мин боецтар араһында йөрөнөм. Ике боец күстәнәс тауыҡтарҙы бешерергә әҙерләнә һәм үҙ-ара һөйләшә. Береһе әйтә:
- Малай, минең ҡатындың тауығы, моғайын, һиңә эләккәндер әле, - тигәс, икенсеһе:
- Ә минең ҡатындың тауығы, бәлки, һиңә эләккәндер, - тип көлөштөләр ҙә, тауыҡтарҙы бергә бешереп ашарға булдылар.
Бер ағас төбөнә ултырып, Имелбаев иптәштең шиғырҙарын уҡыныҡ. Мин уға рифма, ритмдар тураһында һөйләнем. Сюжетлы нәмәләр яҙырға кәңәштәр бирҙем. Боецтарҙан айырылғы килмәһә лә, ебәрелгән машина, беҙҙе ултыртып, штабҡа алып китте.
Ул кисте беҙ тағы ла М.М. Шайморатов иптәштә ҡунаҡта булдыҡ. Бында Ә. Абдуллин. Д. Әритҡолов, И.И. Гулинов, Кузнецов, А. Ғималетдинов иптәштәр һәм редакция работниктарынан А. Карнай, Ә. Ихсан һәм Йәмилевтәр ҡатнашты.
Кисә бик күңелле үтте. Иптәш Шайморатов гармун тартты. Беҙ уның яратҡан көйҙәрен йырланыҡ, шиғыр һөйләнек. Иртәгеһен тағы ла төндә күсеп киткән дивизия артынан киттек.
Икенсе ноябрҙә беҙ тағы ла Кобяков һәм Шакирьянов иптәштәр командирлыҡ иткән часҡа барып, йыйылыш үткәрҙек. Бында беҙҙе йыйылышҡа тиклем частың айырым төр ҡораллы бүлектәрендә йөрөтөп, һәр бер төр ҡоралдарҙы күрһәтеп сыҡтылар. Хатта ҡайһы берҙәренән атып та күрһәттеләр.
Күпер төбөндәге бер баҡсала, баштан аяҡ ҡоралланып, тәртипле теҙелгән боецтар беҙҙе ҡаршы алды. Беҙ боецтарға Башҡортостан халҡының сәләмен еткерҙек һәм наказын тапшырҙыҡ. Боецтар, политработниктар һәм командирҙар исеменән һөйләгән медалле Аҫылбаев, орденлы Хөсәйенев, Миңлеғолов, Имелбаев, Шакирьянов һәм Кобяков иптәштәр киләсәк һуғыштарҙа ла частың элекке командиры, майор Нафиҡов кеүек батыр һуғышырға вәғәҙә бирҙе. Фронтҡа күберәк ҡорал, кейем, аҙыҡ, яҡшы аттар биреүҙе һоранылар.
Митинг бөткәндә генә ҡайҙандыр дошмандың бер разведчик самолёты килеп сыҡты. Боецтар бик тиҙлек менән йәшенде. Шакирьянов иптәш:
- Ҡоҙғон себеш тибергә эҙләп йөрөй. Ләкин бында себештәр юҡ шул, бәлки, Урал бөркөттәре генә йыйылған, - тип көлдө.
Беҙ, боецтарҙың сәләмдәрен һәм һорауҙарын Башҡортостан халҡына еткерергә һүҙ биреп, часть менән хушлаштыҡ.
Өсөнсө ноябрҙә беҙ дивизия менән айырылышырға билдәләнгән пунктҡа - Хопер йылғаһы буйындағы "С" станицаһына килдек.
(Дауамы. Башы 19-сы һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА