«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ ҠИММӘТТӘРЕБЕҘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫ ҺАҠЛАЯСАҠ
+  - 



Бөгөнгө көндә үҙеңде тап, үҙеңде яратырға өйрән, тигән саҡырыуҙар, бәхетле, уңышлы булыу серҙәрен асырға вәғәҙә иткән тренингтар күбәйҙе. Әммә йәнде дауалау, йәнде имләү, йәнде шифалау тигән күренеш халыҡ медицинаһында ла бар. Динебеҙ ҙә йән менән физик тәнде айырып ҡарай. Тимәк, борондан килгән йолаларыбыҙ һәм дин тәртиптәренә тоғролоҡ һаҡлап йәшәй белеү - бәхетле, уңышлы булыуҙың сере түгелме һуң? Бөгөн ошо һорауға Нурмөхәмәт хәҙрәт НУРИЕВ менән яуаптар эҙләйбеҙ.

Заман үҙгәрһә лә, дөйөм кешелек өсөн уртаҡ булған әхлаҡи ҡанундар шул килеш ҡала. Хәҙерге заман кешеһенә ниндәй сифаттар етмәй, тип уйлайһығыҙ?

- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Донъялағы диндәр ҙә, быуаттар буйына формалашҡан әхлаҡи ҡанундар ҙа бер-беребеҙгә ҡарата мөхәббәтле, ихтирамлы, түҙемле булыу, бер-беребеҙҙе ғәфү итә белеү, мәрхәмәтлек, тыныслыҡ, иреклек кеүек принциптарға нигеҙләнгән. Бөгөнгө заман менән үткән заман халыҡтарының тормошон сағыштырған ваҡытта, халыҡтың матди хәле яҡшы, әммә рухи торошо фәҡирләнә бара. Намаҙ уҡырға ла өйрәнә кеше, мәсеттәр ҙә һала, хәйриә эштәрендә лә ҡатнаша, матур итеп балалар ҙа тәрбиәләй, шуның менән бергә рухи ҡиммәттәргә өлгәшә алмай, сөнки ихласлығы юҡ. Ихласлығы булмау сәбәпле, бөгөн биргән ун һум хәйере иртәгә мең һум булып әйләнеп ҡайтыр тип көтөп йәшәй. Ураҙа тотҡаны, намаҙ уҡығаны, хажға барғаны өсөн нимәлер көтөп йәшәй икән, кеше ул ғәмәлдәрен юҡҡа сығара. Мәсет һалалар ҙа, үҙҙәренең исемен бирергә тырышалар, хажға барып, ниндәйҙер дәрәжә яуларға теләйҙәр, бер-береһенә ярҙам итәләр һәм дошман булып ҡалалар, сөнки был эштәр матди донъя менән бәйле булып китә.
Беҙҙең тәнебеҙ һәм йәнебеҙ бар. Йәнебеҙҙе, рухыбыҙҙы күтәрә торған нәмә - ул иман һәм ихсан. Дин - иман, ихсан - ул ихласлыҡ, күңелдән сыҡҡан нәмә. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында беҙҙең һәр ғәмәлебеҙ яҙыла, ихласлыҡ менән эшләнмәгәндәре барыһы ла юҡҡа сыға, сөнки улар кеше күҙе күрһен өсөн, дәрәжә өсөн, маҡталыр өсөн генә эшләнгән. Уларҙың ҡиммәте юҡ.

Яҡшылыҡ сәсһәң - яҡшылыҡ урырһың, ти халыҡ. Бумеранг законы бар тип раҫлай белгестәр, йәғни, ҡылған ҡылыҡтарың: изгелеге - изгелек, яуызлығы яуызлыҡ булып үҙеңә кире әйләнеп ҡайта. "Урал батыр" эпосында ла, яҡшылыҡ булһын атығыҙ, яманға юл ҡуймағыҙ, тиелә. Кешелектең төп бурыстарының береһеме - яҡшылыҡ ҡылыу?

- Аллаһы Тәғәлә, бер-береһенә ҡарата изгелекле булһындар тигән сәбәп менән ебәргән бәндәләрҙе ергә. Ул бөтөн гонаһтарҙы ла ғәфү итә, тик беҙҙең араларыбыҙҙа булған гонаһтарҙы ғына ғәфү итмәй - улары иң ауыр гонаһтар. Кешенең күңелен ҡыйыу өсөн күп кәрәкмәй, тел - һөйәкһеҙ. Шуға ла изгелек таратығыҙ тигәнде лә, ҡул менән генә түгел, иң тәү сиратта, йөрәктән сыҡҡан һүҙ менән, тел менән әйтелгәнде күҙ уңында тоторға кәрәк. Ысын күңелдән эшләгән һәр бер эш - ул да изгелек. Саҙаҡа биргәндә лә тәүҙә ихлас күңел кәрәк, ул аш әҙерләү, таҫтамал таратыу ғына түгел.

Бөгөнгө заман кешеһенең тағы бер трагедияһы - ул күпте теләй. Һәм бөтөн нәмә лә уға ошо мәлдә кәрәк. Бигерәк тә матди етешлеккә ынтылыш уның аңын томалай, кәрәккәнен дә, кәрәкмәгәнен дә ҡулына төшөргөһө килә. Ошоларға өлгәшә алмаһа, өмөтһөҙлөккә бирелә. Тап ошо "депрессия" тигән модалы заман сиренә алып килмәйме?

- Олатайым: "Балам, һин йоҡлап ятма. Һин йоҡлап ятҡандан тормош алға китмәй ҙә инде", - тип әйтер ине. Етеш йәшәргә ынтылыу насар ҙа түгелдер, тик бының өсөн эшләргә кәрәк бит. Бәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып: "Булмай торған, тормошҡа ашмай торған мәғәнәһеҙ өмөттәрҙән мин һиңә һыйынам", - тигән. Бына ошо мәғәнәһеҙ, эшкә ашмай торған өмөттәр кешене юҡҡа сығара. Шуларға бирелеп китә лә, ғүмерен бушҡа уҙғара әҙәм балаһы. Ҙур эш хаҡы алғыһы килә, ҙур машинала йөрөгөһө килә. Бигерәк тә йәштәр хафаландыра. Шундай булыуҙарында уларҙың ата-әсәләре лә ғәйепле, тип иҫәпләйем. "Үҙебеҙ еңеллектә, етешлектә йәшәй алманыҡ, исмаһам, балалар йәшәһен", - тиҙәр ҙә, матди яҡтан ярҙам итеп хәлдәре бөтә. Һөҙөмтәлә ялҡау, интернетта ғына ултырырға яратҡан, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала ла белмәгән быуын тәрбиәләйҙәр. Көнкүреш кимәлендә генә алайыҡ: уларҙың күптәре картуф әрсей, утын яра белмәй. Берәй катаклизм килеп сыға икән, беҙ, ярай, ашай торған үләндәрҙе таныйбыҙ, ә улар нишләйәсәк? Айфон тотоп, аслыҡтан ҡырыласаҡмы? Кешенең иманы, рухи эске үҙәктәре булмауы насар ғәҙәттәргә алып килеүен әйтеп торорға ла түгел.
Үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙы, киләсәк быуыныбыҙҙы, йәштәребеҙҙе тәрбиәләү өсөн дингә генә түгел, борондан килгән рухи ҡиммәттәребеҙгә иғтибар итеп, баларыбыҙ менән туған телебеҙҙә һөйләшһәк, киләсәгебеҙ булыр. Сөнки беҙҙең халҡыбыҙҙың булмышы - кешелеклелек, шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә уға Урал бәйғәмбәрҙе ебәргән. Шуның өсөн дә беҙҙең халыҡ гел дөрөҫлөктө яҡлап сыға һәм уның асылы шунда. Рухыбыҙға таянып, бер-беребеҙ өсөн хәстәрлекле, яуаплы булып, ошоно тойоп йәшәргә кәрәк беҙгә. Тик Көнбайыштыҡын үҙләштерергә түгел, ә үҙебеҙҙең мәҙәниәтте һаҡларға кәрәк. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа туған телдәргә бәйле проблемалар килеп сыҡты. Туған телде белеү, өйрәнеү кәрәкме, тигән һорау булырға ла тейеш түгел ине. Икенсе яҡтан, туған телебеҙҙе белмәҫкә беҙ берәй яҡтан күсеп килгән халыҡмы ни? Социаль селтәрҙәрҙә, ниндәй телдәр беләһең, тигән һорауға күптәр: башҡорт, татар телен, тип яҙа. Был тел белеүгә һаналмай, туған телеңде һин былай ҙа белергә бурыслыһың. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, беҙҙең олатайҙар кәм тигәндә 5-6 тел белгән! Бөгөнгө заман кешеһе, әйтәйек, төрөк телен, инглиз телен, мосолман булараҡ, ғәрәп телен белергә тейештер. Киләһе быуатта, моғайын да, ҡытай телен белеүҙең кәрәге тейер. Әгәр ҙә һин туған телеңде белмәйһең икән, башҡа телдәрҙе лә өйрәнә алмайһың. Туған тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, халҡыбыҙға, ватаныбыҙға һөйөү тәрбиә нигеҙен алып торорға тейеш. Телебеҙҙе, динебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалһаҡ, барыһы ла урынына ҡайта ул. Шул саҡта ғына беҙ Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле халыҡ булып ҡалабыҙ. Ә Ул рәхмәтле халыҡты күтәрә.

Аллаһы Тәғәлә менән беҙҙе тоташтырыусы нәмә ул - уй. Нимә уйлайһың, шул алдыңа килә, тиҙәр. Ошо дөрөҫмө?

- "Аллаһу ниәти" тигән һүҙ, Бәйғәмбәребеҙҙең: "Кешенең һәр эше уның ниәте менән бәйле", - тигән хәҙисе бар. Хатта яман, насар ниәт тә тормошҡа аша, тик бының өсөн кеше язаһын да ала. Бер туҡтауһыҙ аҡса уйлап йәшәгән кешегә уныһы ла килә. Һөйгәнеңде эҙләһәң - уны табаһың, балалар теләһәң - балалар килә, йортло булғың килһә - мөмкинлек табыла һ.б. Аллаһы Тәғәлә һин нимәне теләйһең, шуны бирә, әммә теге донъяла бөтөн нәмә өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк. Шуға ла кеше мәғәнәһеҙ өмөттәрҙән һаҡланып, юғары маҡсаттар ҡуя белергә тейеш.
Кешенең юл һайлау мөмкинлеге бар. Бер яҡтан, Аллаһы Тәғәлә һинең тәҡдиреңде билдәләгән. Йәғни, һинең менән нимә булырға тейеш, Ул уны яҙған һәм уны Ул ғына белә. Әммә тормошта үҙ алдыңа маҡсаттар ҡуйып, бар нәмәгә үҙеңдең ниәтең менән өлгәшәһең һәм улар өсөн бер кемде лә, хатта Аллаһы Тәғәләне лә ғәйепләй алмайһың. Сөнки был юлды үҙең һайлағанһың, үҙеңдең ҡулың, аҡылың, эшең менән яҡшыһын да, насарын да үҙең тапҡанһың. Шул уҡ ваҡытта, әгәр алдан тәҡдиреңде белгән булһаң, һин ғәйепле булыр инең. Аллаһы Тәғәләнең хикмәте шунда - ул хәлде һин белмәнең. Тарихта шундай хәлдәр булған, бик яуыз кешеләр - яҡшы, бик яҡшы кешеләр яуыз булып донъянан киткәндәр. Шуның өсөн яуызлыҡтан ҡурҡыу, изгелеккә ынтылыу һәр ваҡыт булырға тейеш һәммәбеҙҙә. Ә ысынбарлыҡта иһә, беҙҙе нимә көтә, Ул ғына белә. Шуға ла насарлыҡ күргәндә, Аллам һаҡла, тип, яҡшылыҡ күргәндә, Алла бирһә, тип йәшәйбеҙ.
Ысынында иһә, Аллаһы Тәғәлә мине күрә, минең был эштәрем дөрөҫ, тигәнгә инанған кеше алдында кәртәләр юҡ. Беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ кәртә ҡуябыҙ. Бөгөн психологтар, һин яҡшы малайһың, һин әсәйеңә, атайыңа кәрәкһең, тип кешенең күңелен үҫтерә. Ул ошо рәүешле яҡтылыҡҡа сыға, әммә артабан нимә эшләргә белмәй. Рухи ҡиммәттәрҙе баһалаған кешеләр араһына барып эләкһә, яҡшы ла. Ә Ислам психологияһы кешене үҙ-үҙенә аса: мин шәхес, минең бар үҙемә билдәле етешһеҙлектәрем, бар үҙемә билдәле яҡшы яҡтарым. Һәм мин ошо булған мөмкинлектәрем менән нимә эшләй алам, тигәнгә һорау эҙләй ул. Бында өмөтһөҙлөк юҡ. Өмөтһөҙлөк, булырмы икән, булмаҫмы икән тип, шиккә урын ҡалдырған кешелә генә була. Намаҙ уҡыһам, ҡабул булырмы икән, юҡмы икән, тәһәрәтте дөрөҫ алдыммы икән, юҡмы икән, тип, шиккә бирелә ундайҙар. Аллаһы Тәғәлә үҙе беҙгә өмөт бирә, әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, тибеҙ. Хатта был донъяла бер нәмәгә лә өлгәшә алмаһаң, һәр хәлдә теге донъяла барыһы ла килеп сығасаҡ, бары тик маҡсатыңа тоғро ҡал, дөрөҫлөктән ситкә тайпылма, Аллаһы Тәғәлә һиңә ярҙам итәсәк. Кеше шулай үҙен-үҙе контролдә тотоп, үҙенең эштәренең хаҡлығына ышанһа, тормошта үҙенең юлын таба.

Диндә сабырлыҡҡа өндәү бар. Халҡыбыҙ ҙа артыҡ ҡайғырыуҙы ла, артыҡ шатланыуҙы ла тыя. Сабырлыҡ - ул кешенең иң күркәм сифатымы?

- Аллаһы Тәғәләнең 99 исеме бар: Ул - ашатыусы, Ул - күреүсе, Ул - белеүсе һ.б. Шуларҙың 99-сыһы, иң аҙаҡҡыһы - сабырлыҡ. Сабырлығы булған кеше тормошта бәхетле. Ысынында иһә, ул ҙур сифат, уны һорарға, уға лайыҡ булыу өсөн тырышырға кәрәк. Изге әүлиәләр һәм бәйғәмбәрҙәр, уларға күпме генә насарлыҡтар эшләһәләр ҙә, сабырлыҡ менән ҡабул итә һәм күтәрә белгән. Ә беҙ автобуста бер туҡталыштан икенсеһенә барып еткәнсе аяҡҡа баҫыусыға, ҡысҡырып һөйләшеүселәргә йәки кемдеңдер шылтыраған телефонына йәнебеҙ үртәлеп килә, сыбырлыҡ етмәй. Сабырлыҡ - ул Аллаһы Тәғәләнең бүләге, уның өҫтөндә эшләргә, булғанын һаҡлап, шөкөр итергә кәрәк. Сабырлыҡтың төбө һары алтын, ти халҡыбыҙ ҙа. Бөгөнгө заман кешеһенә сабырлыҡ етешмәй. Икенсе яҡтан ҡарағанда, сабырлыҡ булмауы - ул кешегә яза ла. Йәғни, кешенең был донъялағы ҡәнәғәтһеҙлеге уның үҙен ғазаплай. Тегеһе-быныһы юҡ, күршемдекенә ҡарағанда эш хаҡым, фатирым бәләкәй һ.б тип, был тормошта үҙебеҙгә-үҙебеҙ проблемалар уйлап сығарабыҙ. Былар барыһы ла күңел тыныслығын юғалтыусы әйберҙәр. Ә уның төп шифаһы - сабырлыҡта. Сабырлыҡ булһа, Аллаһы Тәғәлә тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға форсат бирә. Бөгөн тормошта ике нәмә дефицит: береһе - рәхмәтле булыу етмәй һәм сабырлыҡ. Аҡыллы кеше иң тәүҙә эргә-тирәһендәгеләргә рәхмәтле була, атай-әсәйенә, туғандарына, яҡындарына рәхмәтле була белгән кеше Аллаһы Тәғәләгә лә рәхмәтле була. Һин үҙеңде намыҫыңа ҡарап, Аллаһы Тәғәләгә ниндәй миҡдарҙа рәхмәтле була алаһың, ана шул динлелек тип атала. Сағыштырып ҡарағанда, әсәй кеше балаһын нисек ярата, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе уға ҡарағанда ла нығыраҡ ярата. Бәләкәй генә сабый килеп, күҙҙәреңә ҡарап, рәхмәт, тип әйтһә лә, һин уның ҡылған кире ҡылыҡтарын ғәфү итергә әҙерһең. Әҙәм балаһы ла, Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәт тойғоһо кисереп йәшәһә ине.
Мәҫәлән, бар бер әбей, заманында балалар тәрбиәләгән, донъяһын көткән, һыйыр һауған, картуф ултыртҡан һ.б. Уның менән һөйләшеүе лә күңелле, сөнки һәр өсөнсө һүҙендә "Аллаға шөкөр" ти: "Аллаға шөкөр, ризыҡ бар, иҫән-һаубыҙ, балалар ҡайтып йөрөй, пенсия килеп тора, киленем һәйбәт". Ә икенсе кешегә кәңәш һорап барһаң, үҙең уға ярҙам итерҙәй булаһың -проблемаларына зарланып тик ултыра. Донъяға ыңғай ҡарашлы кеше - рәхмәтле кеше. Башҡорт халҡының өҫтөнлөгө, беҙҙең халыҡта булған юғары сифаттарҙың береһе лә рәхмәтле була белеү.

Шулай итеп...
Был тормошта барыһы ла ябай ғына. Изгелек эшләһәң, ҡыуаныс кисерерһең, үҙеңде бәхетле тойорһоң. Ихлас булһаң, ихласлыҡ менән яуап ҡайтарырҙар. Халҡыңа файҙа килтерһәң, ул да һиңә рәхмәтле булыр. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Кешенең тауҙы урынынан күсереп ҡуйыр, бөтөн донъяны үҙгәртер көсө булмаһа ла, үҙенең тормошон яҡшы яҡҡа бороп ебәрер ҡеүәте бар - бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошоно ҡабаттан хәтерҙәребеҙгә төшөрһә ине. Энергиябыҙҙы файҙалы эштәргә йүнәлтергә өйрәнеп, борондан килгән рухи ҡиммәттәребеҙгә, динебеҙгә таянып йәшәү - ул, ысынлап та, йәшәйебеҙҙең нигеҙелер.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 767

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru