«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ
+  - 

Борон башҡорт йәмғиәтенең юғары ҡатламында тарханлыҡ институты шулай уҡ ҙур урын тотҡан. Тарханлыҡ - хан замандарынан килгән күренеш. Хан, солтан, бейҙәрҙән ҡала тархан дәрәжәһе иң аҫыл исем һәм ишлерәк булған, буғай. Тарихтан күренеүенсә, тарханлыҡ Төрки ҡағанаты дәүерҙәренә барып тоташа. Боронғо монголдарҙа ла ул исем-ат бар. Хазар ҡағанатында документтарҙан Гөрбән тархан исеме билдәле. Византия императоры һәм тарихсыһы Константин Багрянородный Олуғ Тархан титулы хаҡында яҙған.

Һәр хәлдә, тархан титулы борон монгол-төркиҙәрҙә юғары хакимиәт эйәһе дәрәжәһен аңлатҡан булһа кәрәк. Монгол телендә таркан (тархан) һүҙе олуғ тархан мәғәнәһен аңлата. Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуани лөғәт әт-төрки" (XI быуат) һүҙлегендә алп тархан һүҙе хакимиәт башлығы төшөнсәһен бирә. Сыңғыҙ хан заманында тархандар аҫыл аҡһөйәктәр ҡатламын тәшкил иткән. Шул яҡтан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тарханды татар ханы тоҡомо тип аңлатыуында ла хаҡлыҡ бар. Хәҙерге ваҡытта тархан атамаһының бер нисә мәғәнәһен айырып ҡарарға мөмкин:
1. Тархан - төрки-монгол халыҡтары тарихында юғары аҫыл зат дәрәжәһе исеме, хакимлыҡ титулы;
2. Урта Азия, Кавказ халыҡтары, Ҡаҙан, Әстерхан, Ҡырым ханлыҡтары тарихында - дәүләт һалымдары һалынмаған социаль ҡатлам;
3. Рәсәйҙә льготалы ярлыҡтар (грамоталар) исеме. "Башҡорт теленең һүҙлеге" тарханға "ырыуҙаштары араһында өҫтөнлөк менән файҙаланып, яһаҡ түләүҙән ҡотҡарылған юғары ҡатлам кешеһе һәм шул кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дәрәжә исеме", - тип, беҙҙең шарттарға бәйле рәүештә анығыраҡ итеп аңлатма бирә. Төрки ҡағанаттары, Хазар ҡағанлығы традицияларына бағлы рәүештә, Кавказ алды Бөйөк Болгария дәүләтендә тарханлыҡ титулы йәшәгәнлеге мәғлүм. Ул Волга буйы Болгария дәүләтенә лә күсә. Ғәйнә башҡорттары легендаларында үҙҙәрен Болгариянан күсеп килгән тархан дәрәжәле ырыуҙар тип иҫәп-ләйҙәр.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
"Башҡорт халҡының рухи донъяһы" китабынан.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №15, 18 - 24 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.25 | Ҡаралған: 377

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru