«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (4-се бүлек)
+  - 


Алдында ултырған был әҙәмдең юҡҡа килмәүен йәш уҡытыусы аңлағайны инде. Уның саманан тыш күп белеүе быуынын йомшартты, ихтыярын алды. Юғалып, баҙап ҡалды.
- Тырышып, маҡталып эшләйһегеҙ. Дәүләтебеҙ нәҡ һеҙҙең кеүек үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған кешеләргә мохтаж. Империалистар социалистик ватаныбыҙҙы емерер өсөн оло хәйләгә бара, төрлө ҡотҡо тараталар, рухыбыҙҙы ҡаҡшатырға маташалар. Афганстанда илебеҙгә һөжүм итеү өсөн үҙҙәренә уңай плацдарм әҙерләргә уйлағайнылар, беҙ ул дәүләттең демократик хөкүмәтенә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ, агрессорҙың пландарын ҡыйраттыҡ. Емергес мәҙәниәттәрен, кейенеп йөрөү модаларын, әхлаҡи ҡанундарын еректермәкселәр Советтар илендә. Арабыҙҙа һиҙгерлекте юғалтҡан, еңел-елпе фекерләгән, сит ил кешеләре фиғелдәрен үҙләштерергә ынтылған әҙәм аҡтыҡтары күренгеләй. Беҙгә ундайҙарҙы ваҡытында фашларға, ҡый үләнендәй, арабыҙҙан утап ташларға кәрәк. Йәшермәйем, биографияғыҙҙы, Идеал Салютович, ентекләп өйрәндек. Һеҙ беҙҙең өсөн үтә лә файҙалы агент буласаҡһығыҙ. Эйе-эйе, агент! Үҙен ысын патриот һанаған совет кешеһе өсөн бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Ватанға ярҙам итеүҙә ниндәй хилафлыҡтың булыуы мөмкин? Мин хаҡлымы, Идеал Салютович? - Идеал һүҙ ҡата алмай шаңҡып тик ултырҙы. - Ваҡыты-ваҡыты менән осрашып торорбоҙ. Көнөн, сәғәтен, урынын телефондан шылтыратып әйтермен. Ошонда, мәктәпкә шылтыратасаҡмын. Дуҫың Миңлебай саҡыра, тиһәләр, тимәк, мин булам телефонда. Аптырама... Беҙҙең дөйөм эшебеҙ тураһында бер кем дә белергә тейеш түгел. Ҡала мәктәптәре интеллигенцияһы араһында ниндәй кейеф хөкөм һөрә, ниндәй һүҙҙәр йөрөй, кем ҡотҡо тарата, Совет власын, коммунистар партияһын яманлай, шуларға иғтибар итергә тейешһең. Ҡара, тыңла, иҫеңдә ҡалдыр. Бер айҙан тәүге отчетыңды көтәм. Яҙырға кәрәкмәй, телдән һөйләрһең. Яҙырға кәрәк булһа, өҫтәп әйтермен. Был эш өсөн аҡса түләнмәй. Әгәр юғары даирәләрҙә еткергән мәғлүмәттәреңде үтә лә мөһим тип һанаһалар, премия яҙыу практикаһы бар. Ундай бәхет тейһә үҙеңә, шәхсән үҙем тапшырасаҡмын. Премияның күләме бер йыллыҡ эш хаҡыңа торошло булыуы ихтимал. Карьера үҫешең бынан ары тулыһынса беҙҙең ҡулда буласаҡ. Кәрәк икән, министрға тиклем үрләрһең. Төшөндөңмө?..
Көтөлмәгән был хәлдән Идеал тамам албырғаны. Дәүләт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре алдында һиңмай ише тексәйеп ултыра бирҙе.
Тормошон бер тәртипкә һалып, яңы ғына йәшәй башлағайны бит. Уны кәмһетмәйҙәр, ирекһеҙләмәйҙәр, ҡояшты, зәңгәр күкте ҡаплаған дәү ҡаялай, бер кем дә өҫтөнә ауып бармай. Ниһайәт, ул ғүмеренең ниндәй юл менән, ҡайҙа китәсәген асыҡ төҫмөрләй башланы. Коллективта авторитеты, үҙ һүҙе бар. Бер-ике йылдан директор хаҡлы ялға сыға. Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, Идеалдан башҡа күҙгә элерҙәй кандидатура юҡ уның урынына. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һирәк тәғәйенләйҙәр хужалыҡҡа, ә алты ир уҡытыусы араһында Идеал башҡаларҙан күпкә юғарыраҡ. Оҙаҡҡа һуҙмай өйләнеү мәшәҡәтен дә атҡарып ҡуймаҡсы. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы сабырһыҙлыҡ менән тәҡдим яһағанын көтә. Үҙе әйтмәһә лә, күҙҙәре һата уны. Капитан Исчурин иптәш, тота килеп, бөтә тормошон селпәрәмә килтерергә ултыра. Аҙ күрмәне быға тиклем йәберҙе. Ошаҡсы, стукач булырға тәҡдим итә, подлец. Идеал быға лайыҡмы ни? Сафронов, шкафтың ҡараңғылығы… Үҙе лә иҫләргә оялған тормошоноң ғәрлекле миҙгелдәрен кире ҡайтарҙылар, бысаҡһыҙ һуйҙылар. Идеалдың яурындары төштө, яңағы һурылып, эскә батты, күҙҙәрендә нур һүнде. Килешле костюм-салбары ла тоҡтай һәленеп төштө лә ҡуйҙы. Күҙ менән ҡаш араһында хөрәсән Хөбөтдинов кире ҡайтты.
- Минең ваҡытым самалы, шылтыратыу көт, - тине лә язалаусыһы урынынан ҡуҙғалды. - Аңлаштыҡ, тип ышанам. Йүләрлеккә бармаҫһың, моғайын, башың икәү түгел бит. Әйткәндәй, һеҙ "агент ХИС" исеме аҫтында эшләйәсәкһегеҙ... Шәп бит, ә! - капитан күҙен ҡыҫып, мут йылмайҙы.
Ҡунаҡ сығып китте. Идеал иҫен йыя алмай байтаҡ ултырҙы әле.

* * *

-Әллә ауырып киттеңме, улым? - тип ҡаршыланы әсәһе.
- Ныҡ арыным. Ятып торайым сәйең ҡайнағансы, - Идеал үҙенең бүлмәһенә үтте.
Кейемен һалмай карауатына ауҙы ла бер килке түбәгә текләп ятты. Бушлыҡ... Тик бушлыҡ ҡына ине бар булмышында. Яңғыҙлыҡ тойғоһо бәғерен телде. Йөрәге лә туҡтаған, тамырҙарынан ҡан да йүгермәй кеүек.
Кәнфите ашалған буш ҡап һымаҡ ул. Уйҙары ла үҙенән ситтә тыуа, үҙ ыңғайҙарына йәшәй.
Дәүләт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре килмәгәндер Идеалға, ә кемдеңдер уҫал шаярыуы булғандыр. Иртәгә шул уҡ кеше киң йылмайып инер ҙә: "Йә, нисек, шөрләнеңме?" - тип иңбашынан дуҫтарса ҡаҡҡылап алыр һәм тормошо һәүетемсә артабан дауам итер. Бер ниндәй ҡағыҙға ҡул ҡуйманы, юҡ та, ярай ҙа, тип әйтмәне көтөлмәгән ҡунағына. Тимәк, үҙ өҫтөнә бер ниндәй ҙә бурыс алманы.
Үҙен ҡайһылай ғына тынысландырырға тырышһа ла, төндә насар йоҡланы. Һаташып бер булды. Сәйер осрашыу, уйламаған ерҙә ҡапыл иҫенә төшөп, аҙна-ун көн буйы һиҫкәнеп йөрөнө. Совет илендә уны кем теләгенән башҡа ихтыярһыҙлай алһын? Сереп дөмөгөүгә табан барған Көнбайыш түгел дә баһа бында. Унда ғына кеше хоҡуҡһыҙ, сикләнгән, ҡоторонған капиталистар дәүләте иҙеүе аҫтында ыҙа сигә.
Мәктәп йыйыштырыусыһының:
- Идеал Салютович, һеҙҙе дуҫығыҙ Миңлебай телефонға саҡыра, - тиеүе Идеалды иҙәнгә һеңдерҙе.
Бер ҡатлы өмөттәре аҡланманы. Исчурин иптәш уны сәғәт өскә ҡала парҡына осрашыуға саҡырҙы.
- Һеҙ, Идеал Салютович, мине аңлап етмәгәнһегеҙ, күрәһең. Бәлки, мин һеҙҙә яңылышҡанмындыр? Ул осраҡта һеҙгә рәсем уҡытыусыһы булып пенсияға сығырға тура килер. Мәктәптән ҡыуылып ҡуйыуығыҙ ҙа ихтимал. Донъя хәлен белеп булмай, - тине хәүефһеҙлек хеҙмәте капитаны Идеалдың ауыҙынан бер йүнле һүҙ ишетә алмағас. - Халыҡ ни һөйләй, уҡытыусылар араһында ҡотҡо таратыусылар бармы? Миңә ошоларға яуап кәрәк. Бөтәһе лә тырышып эшләй, Совет власы менән ҡәнәғәт, имеш. Заданиены үтәмәнегеҙ! Шелтә һеҙгә! Әгәр тағы бындай хәл ҡабатланһа, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләргә генә ҡала. Һеҙҙең мәктәптән инглиз теле уҡытыусыһы Сәғитов таусы эшселәр делегацияһы менән тәржемәсе сифатында сит илдәр буйлап йөрөп ҡайтты. Кәйефе нисек, нимәләр һөйләй - ентекләп яҙ. Ике аҙна ваҡыт. Шылтыратыу көтмә. Ун бишенсе октябрь көнө ошо ваҡытта, ошо урында осрашабыҙ, яҙма отчетың менән кил!.. Идеал өндәшмәй тыңланы, капитандың һәр һүҙенә башын ғына ҡағыу менән сикләнде. "Бәлшәүниктар үтә яһил ҡыланды. Атыбыҙҙы бирмәйем тигәнсе, атайымды, һинең ҡарт ҡартатайыңды атып киттеләр. Влас булып алғас, йортобоҙҙан ҡыуып сығарҙылар, мунсала йәшәнек. Дошман балалары тип мәктәпкә лә алманылар", - тип үткән тормошон йыш иҫләп ултырған ҡартәсәһенә донос яҙһынмы? "Коммунист булғас, ана, Мансура Әмировна миҙалын да алды званиеһына өҫтәп", - тигән әсәһен һатһынмы инде Исчуринға ярайым тип.

* * *

Сәғитов Идеалдан дүрт-биш йәшкә олораҡ. Ике балаһы бар. Тыныс холоҡло, йәмәғәт эшенә артыҡ ҡыҫылып бармаған, үҙ фекерле, үҙ һүҙле уҡытыусы. Сит илдән төшөнкөлөккә бирелеп ҡайтты ул. Балтаһын һыуға төшөргән, үтә мөһим әйберен юғалтҡан әҙәмдәй йөрөнө байтаҡ.
- Коммунизм төҙөйбөҙ тип лаф оралар беҙҙекеләр. Ә унда, Европала, өндәшмәй генә коммунизмда йәшәп яталар. Бөтәһе лә уйланып, еренә-еткереп, кеше өсөн эшләнгән. Барыһы ла төҙөк, ҡупшы, уңай. Күптәр үҙ йортонда йәшәй, икешәр машинаһы булған ғаиләләр байтаҡ. Ә беҙҙә берәүһен алыр өсөн ғүмер буйы бил бөгөргә кәрәк. Беҙҙә коммунистарҙың һүҙе һүҙ, унда иһә профсоюздар көслө. Эшсе кешенең хоҡуҡтары өсөн тауҙай торалар. Нигеҙһеҙ эштән сығарыу түгел, унда кешене бер минут артыҡ эшләтә алмайҙар. Әгәр бындай хәл килеп тыуһа, профсоюз эшсене яҡлап шунда уҡ күтәрелә. Англияла "Саут-Крофти" тау компанияһы СССР-ҙа сыҡҡан "БелАЗ" машиналарын һатып алған икән. Уларҙы нисек эшләтеүҙәрен беҙгә күрһәттеләр. Иҫебеҙ китте. Делегацияла шундай уҡ машиналарҙы йөрөткәндәр байтаҡ ине. Инглиз таусы-водителе эш урынына автобуста ғына килә. Өҫтөндә - аҡ күлдәк, ҡупшы комбинезон. "БелАЗ"да көнө буйы руда ташый ҙа, эш бөткәс, машинаны базала ҡалдыра. Бер шөрөбөн дә, бер гайкаһын да үҙе бормай, ҡулына асҡыс тотмай. Бының өсөн махсус бригада бар. Водителдең эше иртәнге һигеҙҙән киске бишкә ҡәҙәр карьерҙан тәғәйен урынға руда ташыу, "баранка" әйләндереү. Шуның менән - вәссәләм, эше тамам! Аръяғы - башҡаларҙың хәстәре. Аҡ күлдәген, комбинезонын йыуырға тапшыра ла, үҙе лә душ аҫтында ҡойоноп, таҙанан кейенеп ҡайтып китә. Бигерәк ыҙалап йәшәйбеҙ, беҙҙе алдап-хуплап эшләтәләр, һүҙ әйтергә ирек бирмәйҙәр, магазиндарҙа әйбер юҡ, һайлап алырлығы булмағас, бер иштән кейенеп йөрөйбөҙ, ярлы йәшәйбеҙ. Ниндәй китап уҡырға, ҡайһы музыка тыңларға - улар, коммунистар, билдәләй, - тип һөйләгәйне Сәғитов, ҡырға сығып, мәжлес ойошторғанда, ярайһы төшөрөп алғас. Оҙаҡ уйланып йөрөгәндер. Инде лә тәҡәте ҡалмағас, эсендәген кемгәлер асыу зарураты уның телен систе, күрәһең.
Идеал Сәғитовтың фәлсәфәһен ҡабул итмәне, әлбиттә. Бер һүҙенә лә ышанманы. Бала шикелле ялтыр тышлы кәнфиткә алданған, тип уйланы. Хатта директор менән дә үҙен бигерәк ышаныслы, азат тотҡан Сәғитовты яратып етмәй ул. Һауалы, мин-минлекле, тәкәббер һымаҡ күрә уны. Коллегаһы алдында йыш ҡына юғалып ҡала, уның кимәлендә тороп мөғәмәлә итә алмай.
Исчуриндың кешегә донос яҙырға тәҡдиме тәүҙә ытырғаныс уятһа ла, Сәғитовты уҡытып алыу теләге был йомошто үтәүҙе еңеләйтте. Капитандың: "Һеҙгә рәсем уҡытыусыһы булып пенсияға сығырға тура килер. Мәктәптән ҡыуылып ҡуйыуығыҙ ҙа ихтимал", - тигән һүҙҙәре лә башынан сыҡмай ине. Сәғитовтың ауыҙынан ишеткәндәрҙе тасуирлап яҙҙы ла, билдәләнгән көндә, билдәләнгән урынға килде. Исчурин иптәш көтә ине инде.
- Ҡана, ҡарайыҡ ижадыңды. Һәлмәк тойола, тырышҡанһың, тимәк. Афарин, - һонолған конвертты Идеалдың ҡулынан алғанда маҡтарға ла онотманы.
Ҡағыҙға текләп тынып ҡалды дәүләт именлеге хеҙмәткәре. Идеал уның хуплау һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Болоҡһоған күңелен күтәрә була көҙ үҙ төҫтәрен йәлләмәй мансыған парк күренештәрен күҙәтте.
Сабый услап-услап ерҙән һары япраҡтар ала ла баш осона сөйә, шунан донъяһын онотоп көлә. Тағы ла, тағы ла ҡабатлай бала ирмәкле был хәрәкәттәрен. Әсәһе - йәш сибәр ҡатын - ситтәрәк, ғәзизенең ҡыуанысын тамаша ҡылып, йылмайып тора. Бер ваҡыт бала, башы әйләнептер, күрәһең, ултыра төштө. Иламаны, әйләнә һалып кире аяғына баҫты ла, ҡабаттан япраҡтарға эйелде. Әсә кеше уға уҡталғандай итте лә, хәүеф булмағас, урынында ҡалды. Бәхетле ине улар. Әбейҙәр сыуағы ололарҙы ла сығарғайны паркка. Уйсан йөҙлө бабай таяғына таянып үтеп барҙы ла, башын күтәреп, ағас ботаҡтары араһында сыр-сыу килгән турғайҙарға бағып торҙо. Эскәмйәгә ҡунаҡлаған ике әбей сер сисә бер-береһенә, бабайға һынамсыл ҡараш ташлап алырға ла онотмайҙар.
- Афарин, булдырғанһың. Ярарлыҡ. Сәғитовтың ҡойроғона баҫырбыҙ беҙ, - Исчурин Идеалдың уйҙарын бүлде. - Һуңғы йылдарҙа ил етәкселәре йыш алмашынып китте. Политбюрола гел ололар шул. Черненко тураһында ниндәй хәбәрҙәр йөрөй халыҡ араһында? Шуларға ҡолаҡ һал.

(Дауамы. Башы 3-5-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 405

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru