«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ БАТЫР РУХЫ ТАУ БУЛЫП КҮТӘРЕЛДЕ, ҠАЯ БУЛЫП ҠАЛҠТЫ
+  - 


Үткән аҙнала Урал батырҙың эҙҙәре, Шүлгәндең аһтары ҡалған хозур төбәктә - "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Сирек быуатлыҡ тарихында (Бөрйән районына иһә унан да күп - 27-се тапҡыр үтә) конкурста 5 меңгә яҡын уҡыусы сәсәнлектә һынау тотҡан. Ошо мәртәбәле конкурс ярҙамында иңдәренә илһам ҡанаттары ҡуйғандар, йөрәктәрендәге рух осҡонон ялҡын итеп дөрләткәндәр бөгөн республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡый, телебеҙ, рухыбыҙ һағында уяу тороп, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөй. Әлеге тантанала ла кемдер берәү билдәләп үтеүенсә, "йәштәр, балаларҙың һуңғы 25 йылдағы быуыны, беҙҙең быуындағылар кеүек, "Урал батыр" эпосын әкиәт итеп түгел, ә халҡыбыҙҙың тәүтарихы итеп уҡыны, йәшәйеш коды итеп аңдарына һеңдерҙе. Шуға ла бөгөнгө йәштәр икенсерәк, аңлыраҡ, улар өҙөлә яҙған быуындар бәйләнешен тергеҙеүселәр..."
Йомғаҡлау тантанаһы конкурста ҡатнашыусы нурлы, шат, дәртле балаларҙың сафтарға теҙелеп баҫып, ҡорҙо сәләмләүенән башланды. Нурлылар, сөнки улар "Урал батыр" эпосындағы аҡыл, белем, тәрбиәүи нәсихәттәрҙе йөрәктәре аша ла үткәргән. Йөрәктең ҡатнашлығы булмаһа, шул тиклем ҙур күләмдәге эпосты шартлатып яттан һөйләп бөтөп булыр инеме ни! Тел бәҫен белеүсе, рухыбыҙ һағында тороусы йәш ҡобайырсыларға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!
Артабан ололар берәм-берәм һүҙ алып, ошо балаларға маҡтау һәм хуплау һүҙҙәрен еткерҙе. Үткән йылдарҙағы еңеүселәр исеменән Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты , конкурстың 2018 йылғы еңеүсеһе Гөлсәсәк Шәрипова ҡотлау һәм фатиха һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Бөрйән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева конкурстың башланыу тарихы, бөрйәндәрҙең 27 йыл дауамында рухыбыҙҙы уятыр был сараның мәртәбәһен арттырыу өсөн һалған тырышлығы хаҡында матур тарих бәйән итте. Алып барыусылар был тарихҡа, Әхмәт Сөләймәнов, Гөлнар Юлдыбаева, Салауат Ғәлин, Ғәйнислам Ибраһимов, Артур Сурин, Әхмәт Дәүләтҡолов кеүек ғалимдарыбыҙ эпосыбыҙҙы һаҡлауға, киләсәк быуынға еткереүгә, йәш сәсәндәр мәктәбен тергеҙеүгә ҙур көс һалды, тигән мәғлүмәтте лә өҫтәне. Эйе, был арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исем-шәрифтәре бындай тантаналарҙа яңғырамай ҡалырға тейеш түгел. Сөнки улар башлаған ғилми-тикшеренеү эштәре, ошо матур бәйге сирек быуаттан артыҡ дауам итә. Лайыҡлы дауам итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, фольклорсы ғалимә Нәркәс Хөбөтдинованың был тантанала Бөтөн донъя башҡорттарының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнеүе ошоға раҫ. Ул атаһы Әхмәт Сөләймәновтың юлын дауам итеп, бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡорт фольклоры үҙәгендә эшләй. Шулай уҡ туғандары "Урал батыр" эпосын төрөк теленә тәржемә итеүсе, ғилми яҡтан өйрәнеүсе, оҙаҡ йылдар "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының жюри составында эшләүсе Ғәйнислам Ибраһимовҡа арнап, уның исемендәге махсус премия ла булдырған. Әйткәндәй, премия был юлы Баймаҡ районы Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы Розалия Ибраһимоваға тапшырылды.



Мәртәбәле конкурста ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән телһөйәр, илһөйәр уҡыусыларға республикабыҙ уҡыу йорттары, ваҡытлы матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмалары тарафынан әҙерләнгән махсус приздар бирелде. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәренә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбе уҡыусыһы Алтынай Ишбаева, Силәбе өлкәһе Сосновка районы Сируси урта мәктәбе уҡыусыһы Зарина Фәләховалар, "Киске Өфө" гәзите бүләктәренә - Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Зөлфиә Яхина, Краснокама районы Яңы Бура урта мәктәбе уҡыусыһы Илзидә Закарина, Өфө ҡалаһының 147-се мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Маликов, Өфө ҡалаһы М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡысыһы Мәҙинә Хәбибуллина, Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Нургизә Әбделмәнова (һүрәттә) лайыҡ булды. БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус приздарын Йылайыр районының Исҡужа башланғыс мәктәп-баҡса тәрбиәләнеүсеһе Йәмилә Яманғоловаға, Бөрйән районынан Айназ Ғиззәтуллинға, Ишембай районы Маҡар урта мәктәбенән Искәндәр Һиҙиәтовтарға тапшырҙы.



Төрлө номинацияларҙа бүләкләнде балалар. Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, сәхнәләштерелгән тамашала күмәкләп башҡарыусылар ҙа - барыһы ла баһаланды, бүләкһеҙ ҡалманы. 1-се урын яулаусы Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең ижади коллективы (һүрәттә), Йылайыр районы Юлдыбай ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһы ижади коллективы һоҡландырҙы! "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ образы" номинацияһында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, Бөрйән сығышлы Наҙгөл Ғәбитоваға, "Иң яҡшы ир-ат образы" номинацияһында Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Илтимер Мырҙағоловҡа алҡышламаған кеше ҡалманы. Ҡотлауҙар һуңында иһә 25-се юбилей конкурсының абсолют еңеүсеһенең исем-шәрифе яңғыраны. БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева тылсымлы конвертты аса. Унда еңеүсе исеме - Республика инженер лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова! Ул йәш ҡобайырсы-сәсәндәр ҡорона үҙенең теләктәрен еткереп: "Был конкурста 1-се кластан ҡатнашам. "Урал батыр" эпосын ятлап, тарихи ҡомартҡыбыҙ йөкмәткеһен ныҡлап үҙләштерҙем, әйҙәгеҙ, ошо рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға еткерәйек", - тине һәм ҡурайҙа уйнап, үҙенең яратҡан өҙөгөн яттан һөйләп ишеттерҙе.
Эйе, Урал батыр тирә-йүнгә Йәншишмә һыуын тағы һиптеме ни - өс көн дауамында Бөрйән ере йәш ҡобайырсы-сәсәндәрҙең рухлы, сәмле сығышына шаһит булды, эпостар төбәге булған изге еребеҙҙә, тәүтөйәгебеҙҙә боронғолоҡтоң үҙе яңғыраны, башҡорт рухы тау булып күтәрелде, ҡая булып ҡалҡты, Ағиҙелгә ҡушылып моңайҙы, августың ҡайнар ҡояшынан уҙҙырып, күңелдәрҙе йылытты, киләсәгебеҙҙең рухлы, ышаныслы ҡулдарҙа икәненә төшөндөрҙө...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 254

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru