«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-ЕГЕТ ҠЕҮӘТЕ ИЛДЕ ҠУРСАЛАЙ
+  - 


Махсус хәрби операцияла һәләк булған Радик Венер улы Килмөхәмәтов тураһында мәҡәлә яҙырға ниәт иткәс, әсәнең былай ҙа өҙгөләнгән күңел яраларына һаҡһыҙ ҡағылып, хәтирәләрен яңыртыу урынһыҙ булмаҫмы, тигән уй оҙаҡ ҡына тынғылыҡ бирмәй йөҙәтте. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, редакцияның буш бинаһын маскировкалау селтәре үреү цехы булараҡ файҙаланған "Көмөш ирекмәндәр"гә ярҙамға килгән Сәриә апай Килмөхәмәтова менән сираттағы осрашыу шиктәремде юҡҡа сығарҙы.

..."Йыл да август башында билдәләнәсәк Һауа десант ғәскәрҙәре көнөнә Радигым алдан әҙерләнә торғайны, - тип һөйләп китте Сәриә апай. - Формаһын үтекләп, түш билдәләрен таҙартып элер ҙә, оҙаҡ ҡына ҡарап һоҡланып торор ине. Сәбәбен яҡшы беләм - ошо элиталы ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өсөн ул үҙен бәләкәйҙән әҙерләне.
Беҙ бер арауыҡта Татарстанда йәшәнек, Радик башланғыс белемде Түбәнге Кама ҡалаһында алды. 4-се класты Мәләүездә 1-се мәктәптә дауам итте. Тиҫтерҙәрен шул тиклем оҡшатты, класс етәксеһен, уҡытыусыларҙы хөрмәт итте. Тырыш булды, сәмле ине. Ул йылдарҙа спортҡа иғтибар көсәйгәйне. Мәктәптән хоккей түңәрәгенә яҙылып ҡайтҡан да, ишек асылыу менән һөйөнөслө хәбәре менән уртаҡлаша һалды: "Мин үҫкәс хәрби булам, тренерым Сергей Михайлович ысын егеттәр әҙерләйем тине",- ти.
Баламдың ҙур спорт сумкаһын күтәреп, күнекмәгә сығып киткәне әле лә хәтерҙә. Хоккей таяғы үҙенән ике тапҡырға оҙонораҡ, һалҡынға, буранға ҡарамай, һис зарланмай йөрөнө. Бер аҙ үҫә төшкәс, мәктәп өсөн, һуңғараҡ ҡала, шунан район исеменән төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөнөләр. Мәктәптә яҡшы уҡыны, үҙен хәрби хеҙмәткә, Һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә әҙерләне. "Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер" нормаларын тапшырып, I дәрәжә таныҡлыҡ алды.
...Тағы бер хәлде һөйләмәй булдыра алмайым. Үҫмер сағында комиссия үткәндә ошо ғәскәргә эләгеү өсөн буйының бер нисә сантиметр етмәүен әйткәндәр. Ҡайтты ла, иҙәнгә үҙе ҡоролма эшләп, кәүҙәһен тарттырып ята, ауырта, күрәһең, әммә өндәшмәй. Аяҡтарына гер бәйләп, турникта аҫылынып тора. Йәлләп, етте, үҙеңде яфалама, балам, тим. "Әсәй, миңә саҡ ҡына үҫергә кәрәк", - тип йылмая үҙе. Күмертау ҡалаһында парашюттан һикереү буйынса күнекмәләрҙә шөғөлләнеп, танытмалы булды. Беренсе тапҡыр ошо һынауҙы үткәс, шатланғанын белһәгеҙ икән! Ваҡыт тарлығына ҡарамай, күрше ҡалаға аҙна һайын күнекмәгә йөрөнө.
...Мәктәптән һуң 42-се һөнәрселек лицейына уҡырға инде. Нимәлер эшләргә, йүнәтергә, үҙгәртеп ҡорорға, хатта тегергә яратты. Һәр эште күңел һалып башҡарҙы. Берәй нәмә эшләр алдынан мотлаҡ атаһы менән кәңәшләште. 1988-1990 йылдарҙа Совет Армияһы сафына алынды. Ни сәбәптәндер, бәләкәйҙән ныҡ әҙерләнгән һауа десанты ғәскәрҙәренә эләкмәне, Себер яғында Канск ҡалаһына ебәрҙеләр. Һәр һалдат һымаҡ, беренсе айҙарҙа тыуған яғын, беҙҙе һағынды, юҡһынды. Атаһы Радиктың күңел кисерештәрен аңланы һәм хеҙмәт иткән урынға улыбыҙҙы һауа десанты ғәскәрҙәренә күсереүҙәрен һорап ғариза яҙҙы. Уҡынылар, рәхмәт төшкөрө, улыбыҙҙы февраль айында Фирғәнә ҡалаһындағы частҡа күсерҙеләр.
...Беҙҙең ғаиләлә бер-беребеҙгә көтөлмәгән сюрприз эшләү йолаһы булды - тоттоҡ та, алдан хәбәр итмәй, ул хеҙмәт иткән частҡа, улыбыҙ эргәһенә барҙыҡ. Марш-бросоктан ҡайтып ҡына торған мәлдәре ине - арыған, тирләгән, аяҡтарына сөйәл сыҡҡан, әммә шул тиклем шат, ҡәнәғәт йылмая. Беҙҙе күргәс, аптырауынан сүкәйә төштө, күҙемә күренәһегеҙме әллә, тип ҡосаҡлап алды. Ул ихлас, асыҡ булды, бер ҡасан да асыулана, үпкәләй белмәне. Кемебеҙҙеңдер тыуған көнө булһа, кистән ҡулдан открытка эшләп бүләк итәбеҙ, ул быға тиклем шулай дауам итте. Улым иртүк яныма килә лә: "Әсәй, һине мин беренсе булып ҡотланыммы?" - тип һорар ине. Быйыл беренсе тыуған көнөм улымдың ҡотлау открыткаһы, уның ихлас йылмайыуынан башҡа үтте...
...Армиянан ҡайтҡас, "Эколайн" предприятиеһына водитель булып эшкә урынлашып, төрлө төбәккә йөрөнө. 90-сы йылдарҙа рэкет, юлдағыларҙы талау, һөжүм итеүҙең ҡоторған осоро. Тапшырылған йөктө имен-аман алып барып еткергәнсе, ҡайтып күҙемә күренгәнсе, йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй булып хафалана инем. Тиҫтерҙәре һымаҡ, ғаилә ҡорҙо, улдары Артур менән Булатҡа бөтә күңел йылыһын бирҙе, уларҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләне. Ул үҙ өҫтөндә ныҡ эшләне, физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да үҫеште, китап уҡырға яратты. Томансы ауылында йәшәгән өләсәһенә велосипед менән йөрөнө. Ҡайҙалыр юлға сыҡһа, мотлаҡ блокнот, ручка алды - һүрәт төшөрөү һәләте лә бар ине уның. Армиянан килгән хаттарын да рәсем менән биҙәп ебәрер ине.
...Украинала боларыш башланғас, уҙған йылдың сентябрендә махсус операцияға юлланды. Улар гел алғы һыҙыҡта йөрөнө. 4 ай дауамында даими бәйләнештә булды. Бәрелешкә ингәнен бер ҡасан да әйтмәне, телефоны һүнгәненән үҙем аңлай инем. Операциянан ҡайтыу менән беренсе һүҙе: "Әсәй, мин һине яратам!" - булды. Ошо ҡыҫҡа һөйләм бөтә хәбәрҙән бөйөгөрәк ине минең өсөн. Кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапты, дуҫтары күп ине. Ҡайтҡас, илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған хеҙмәттәштәре менән даими бәйләнештә булды, ҡулынан телефоны төшмәне. "Унда мин кәрәгерәк, әсәй, йәш егеттәрҙе һаҡларға кәрәк", - тиер ине. Вахта ысулы менән Себерҙә эшләне, китергә йыйынып бөткән, самолетҡа билет алынған, үҙе һаман комиссариаттан саҡырыу көтә. "Хәбәр килһә, әсәй, тегендә китәм, эшкә барып тормайым", - ти. "Булдың бит, балам, йөрөмә, башҡа барма", тип ялынам. "Әсәй, һинең тулҡынланыуың миңә күсә, тыныслан", - тип арҡамдан ярата...
...Китте, бөтә ҡаршылыҡтарҙы йырып, февралдә тағы махсус хәрби операцияға юлланды. Эвакуациялау бүлеге механик водителе, зенит ракета батареяһы менән идара итеү операторы булды. Телефон аша һөйләшкәндә бер ҡасан да зарланманы, уның нимә менәндер риза булмағанын хәтерләмәйем дә. Ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды улыҡайымдың, әйтеп бөтмәгән һүҙе, эшләп бөтмәгән башланғыстары, биреп бөтмәгән наҙы ҡалды", - тип тамамланы һүҙен Сәриә апай.
...Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен һалдат хеҙмәтенә әҙерләп, тыуған иле, азатлыҡ өсөн башын һалған "Киля" ҡушаматлы батыр яҡташыбыҙ Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә 16 майҙа батырҙарса һәләк булды. Радик Венер улының батырлығы "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән билдәләнде. Ә Сәриә апай Килмөхәмәтова бөгөн махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрә, ирекмәндәр ойошторған акцияларҙа ҡатнаша. Радиктың сираттағы отпускыға ҡайтҡан хеҙмәттәштәре әсәнең тыуған көнөндә Мәләүездә йыйылған. "Улымдың яратҡан йырҙарын башҡарҙылар, уның тураһында ижад иткән шиғырҙарын бүләк иттеләр, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар", - ти Сәриә апай...
Йылдар үтер, заманалар үҙгәрер, ҡайғыларҙы ваҡыт дауалар, әммә быуаттар төпкөлөнән, ата-бабаларҙан килгән был традиция - ир-егеттәрҙең илде, ерҙе һаҡлау өсөн көрәше, яуҙарға күтәрелеүе генә үҙгәрмәҫ. Яугирлыҡ ҡеүәте, көсө быуындан-быуынға тапшырыла, уға ваҡыт үлсәүе юҡ...

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Мәләүез районы.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.08.23 | Ҡаралған: 223

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru