«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫБЫҘ ҘА УҠЫТЫУСЫЛАР!
+  - 

Сибай медицина колледжының производство практикаһы мөдире Айгөл Ураҙгилдина "Педагогик династия" төбәк-ара конкурста Исламғоловтар нәҫеле исеменән сығыш яһап, гран-при яуланы.

Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала дөйөм педагогик стажы 800 йылдан ашыу тәшкил иткән Исламғоловтар нәҫеленең намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Был нәҫелдән иң арҙаҡлы уҡытыусыларҙың береһе - Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баймаҡ районы мәктәптәрендә балаларға белем биргән. Ул "Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 60 йыллығы" юбилей миҙалы менән наградланған. Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙына инәй тейешле Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова иһә, 1957 йылда Баймаҡ районы Әхмәр ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башлай. Уның намыҫлы хеҙмәте РСФСР мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. Мәхмүзә Исламғолова әлеге ваҡытта Ярат ауылында йәшәй һәм хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, "Атайсал" гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уның өлкән ҡыҙы Наилә Хәкимйән ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы. Баймаҡ районының Покровка мәктәбендә етәксе вазифаларҙа эшләне, һуңғы йылдарҙа Сибай гимназия-интернатында балаларға математика фәненән һабаҡ бирә. Дәрәжәләр биләһә лә, уҡытыусы булмышына тоғро ҡалып, математика фәненән белем биреүен һис ташламаны.
Исламғоловтар нәҫеленән иң йәш уҡытыусы - Наилә ханымдың ҡыҙы Юлиә Владимировна. Ул Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй.
Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙының бер туған апайы Мәҙинә Нәҙерғолова ла Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Ул Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Мәҙинә Нәҙерғолованың ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусыһы - 2018" төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе. Әлеге ваҡытта ул Өфөнөң 5-се лицейында башҡорт балаларына туған телдән дәрес бирә. Нәҙерғоловтарҙың улдары Илгиз Дәүләтгәрәй улы Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙан уҡыта. Бик күп республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты.
- Конкурста сығыш яһау өсөн бүленгән ваҡыт эсендә нәҫелебеҙҙең барлыҡ уҡытыусылары хаҡында һөйләп өлгөрә алманым. Зат-ырыуымдың шундай уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән сикһеҙ ғорурланам! Ярышҡа мине төрлө яҡлап әҙерләргә ярҙам иткән колледж коллективына, туғандарыма рәхмәтем сикһеҙ. Был беҙҙең дөйөм еңеү! - ти Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы, ҡыуанысын йәшермәй. Мөғәллимлекте быуындан-быуынға тапшырып, нәҫел ҡиммәттәренә хыянат итмәгән Исламғоловтарға уңыштар теләйбеҙ.

Люциә ҒӘББӘСОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 229

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru