«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢ НИНДӘЙҺЕҢ - БАЛАҢ ДА ШУНДАЙ
+  - 

Башта уҡ шуны әйтеп китергә кәрәк - баланы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә тигән һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ауыр. Сөнки бала тәрбиәләүе - индивидуаль эш, унда бер ниндәй ҙә дөйөм алымдар булыуы мөмкин түгел. Шуны ғына әйтергә мөмкин, тәрбиә эшендә олатай ҙа, өләсәй ҙә, махсус белемле бала ҡараусы ла түгел, ә тап ата-әсә төп ролде башҡарырға тейеш.

Бөгөнгө атай-әсәйҙәр - илдә үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуңғы осор балалары, улар бөтөнләй икенсе ҡиммәттәр, коллективизм нигеҙендә тәрбиәләгән, ә бөгөн иһә индивидуаллек көслө. Әлбиттә, был тәрбиә төрө яҡшы, быныһы насар тип әйтергә ярамай, әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡыты икәнен оноторға тейеш түгелбеҙ, икенсе ҡиммәттәр алға сыҡҡан икән, тимәк, шулай кәрәк. Мине психолог булараҡ икенсе нәмә нығыраҡ борсой. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ата-әсә донъя мәшәҡәттәрен алға ҡуйып, балаһын йышыраҡ иғтибарһыҙ ҡалдыра. Беҙҙең балалар үҙебеҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Уны нисек тәрбиәләргә - быны ла беҙ генә хәл итәбеҙ. Иң тәүҙә ата-әсә ошо яуаплылыҡты тойһон ине.
Балаға ғаиләнең матди, мораль шарттары ла, ундағы психологик мөхит тә йоғонто яһай. Әхлаҡи сифаттар ғаилә ағзалары араһында ышаныс, бер-береңә ярҙам итеү, хәстәрләү мөнәсәбәттәре булғанда ғына формалаша ала. Йәғни, бәхетле шәхес формалашһын өсөн ата-әсәгә балаға ҡарата ғына түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дә, шулай уҡ йәшәү рәүешен, уйҙарын, тормошҡа ҡарашын да яйға һалыу кәрәк.
Икенсенән, ғаиләлә яратыу булырға тейеш. Ысын мөхәббәт - ул сит күҙҙәр өсөн, бәлки, күңелһеҙ ҙә тойолалыр. Ир кеше үҙен ир һәм атай, ҡатын кеше ҡатын һәм әсәй тип тоя һәм бынан кинәнес ала икән, күҙҙәр бәхеттән гел көлөп тора икән, бына ошо инде ул ысын яратыу. Тауыш-талаш, юғары хистәр, һауыт-һаба ярылыуын фильмдар өсөн ҡалдырығыҙ, был хисте ғашиҡлыҡ тип кенә атап була. Ә ысын мөхәббәт - ул күпкә тәрәнерәк хис. Атай менән әсәй бер-береһен яратҡан ғаиләлә генә бала үҙен ышаныслы тоя, ул эмоциональ яҡтан сәләмәт була. Атай менән әсәй бер-береһен ярата икән, улар балаһын да яратасаҡ. Балаңды яратаһың икән, тәрбиә эшендә барыһын да дөрөҫ эшләйәсәкһегеҙ. Шул саҡта барыһы ла аңлашылып торасаҡ, ҡайҙа тыйырға, ҡайҙа ирек бирергә икәнен дә һиҙемләйәсәкһегеҙ. Баланың тормошондағы ваҡиғалар менән ихлас ҡыҙыҡһыныу, уның балаларса проблемаларын хәл итергә ярҙамлашыу - былар ҙа яратыу билдәһе. Яратырға яратыу аша ғына өйрәтеп була, шуға сабыйҙарығыҙҙы яратығыҙ һәм яратыуығыҙҙы бер ҡасан да йәшермәгеҙ.
Бала яратыу нигеҙендә тәрбиәләнә икән, уға ата-әсәһе бер ҡасан да, теләһә нимә эшлә, тип әйтмәйәсәк. Баланы ҡыҫҡа дилбегәлә талапсан итеп тоторға була, әлбиттә, улар яҡшы уҡыясаҡ, һеҙ теләгән һөнәргә эйә буласаҡ, һеҙ теләгән түңәрәктәргә йөрөйәсәк, тик бындай балалар ҙурайғас бер нәмәне лә үҙҙәре хәл итә алмаясаҡ. Һеҙҙең маҡсат - балаға тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итеү. Шул саҡта ул бәхетле була, алдында асылған һәр офоҡ уға бәхет килтерә, сөнки ул үҙенең юлынан бара. Бала - ул ата-әсәнең сағылышы. Әлбиттә, ул шәхес, тик ул ата-әсәһе нимә өйрәткән, шуны ғына эшләй белә. Өлкән кешегә был насар, тип аҡыл өйрәтергә була әле, ә бала быны аңламай. Бала күберәк осраҡта ни өсөн үҙен тыйғандарын, нимәнелер эшләргә рөхсәт итмәгәндәрен дә аңламай. Атаһы, әсәйең менән талашма, тип, үҙе бер нисә минуттан ҡатыны менән һүҙгә килешә икән, йәки, тәмәке тартма, тип, үҙе балконға тәмәке тартырға сығып китә икән, бала уның нәсихәттәренән һабаҡ алмаясаҡ. Балалар беҙҙең һүҙҙәрҙе ишетмәй. Юҡ, улар һаңғырау түгел, тик беҙҙең нимә әйтергә теләгәнде аңламай, әммә ҡылыҡтарыбыҙҙы ҡабатлай. Һүҙҙәребеҙ һәм ҡылыҡтарыбыҙ араһында айырмалыҡтар күберәк булған һайын, улар донъяны аңлай алмай башлай. Ә аңлашылмаған нәмә һәр ваҡыт ҡурҡыу тойғоһо уята. Һөҙөмтәлә, бала донъяны һәм ҡылыҡтарҙы үҙе аңлағанса ҡабул итә лә, шулай йәшәүгә ҡулайлаша.
Тимәк, кешенең ниндәй булыры бала саҡта һалына. Ғаилә институты эшләй икән, киләсәк быуын өсөн хәүефләнергә кәрәкмәй, ул физик һәм рухи яҡтан сәләмәт буласаҡ. Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, юғары уҡыу йорттары ла балаға, ата-әсәләр, һеҙҙең тәрбиәне бирә алмай. Эйе, кешене ҙурайғас та тәрбиәләргә мөмкин, тик был бик ауыр процесс. Өлкән кешегә нимәнелер үҙгәртеү өсөн күп ихтыяр көсө кәрәк. Әгәр ҙә ул быны нисек эшләргә белмәй икән, түңәрәк ябыла һәм кеше шунда аҙашып тик йөрөйәсәк.

Ринат ФӘРРӘХОВ,
педагог-психолог.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru