Бер көндө иртән иртүк торҙом да телевизор ҡабыҙҙым. Бөтә каналдарҙа тиерлек йәнһүрәттәр бара. Береһенән-береһе сағыуыраҡ. Пульт төймәләрен алмаштыра-алмаштыра әллә нисә йәнһүрәт ҡараным һәм... минең буласаҡ балаларым бындай йәнһүрәттәр ҡарамаясаҡ, тигән ҡарарға килдем.
Заман йәнһүрәттәренең береһе лә кескәйҙәр өсөн түгел икән. Совет заманында сыҡҡандары, йәғни минең быуын ҡарап үҫкән йәнһүрәттәр менән 90-сы йылдарҙан һуңғылары араһында ҙур айырма бар. "Серая мышка", "Король Лев", "Кот Леопольд", "Дюймовочка", "Золушка" - улар беҙҙең быуындыҡы. Улар тәрбиәүи яҡтан бик көслө. Ярҙамсыллыҡ, тоғролоҡ, илһөйәрлек, дуҫлыҡ кеүек темалар ярылып ята унда. Ундай йәнһүрәттәрҙән балалар ыңғай эмоция ала, шатлана, уларҙың кисерештәрен үҙҙәре аша үткәрә.
Бөгөнгө йәнһүрәттәрҙә иһә әхлаҡҡа урын юҡ. Геройҙарҙың ыңғайҙары ла, киреләре лә йәмһеҙ. Кеше тиһәң, кеше түгел, йәнлеккә лә оҡшамағандар. Телмәрҙәрендә әллә ниндәй жаргон һүҙҙәр ҡулланалар, бер-береһен кәмһетәләр. Уларҙа криминалға, үлтерешкә, талаш-тартышҡа ҙур урын бирелә. Бынан бер-нисә йыл элек ниндәйҙер каналдан Арнольд исемле малай тураһында йәнһүрәт күрһәткәйнеләр. Унда кем ыңғай, кем кире образ икәнен дә айырыуы ҡыйын. Мәҫәлән, "Маша и Медведь" йәнһүрәтендәге "Давай лечиться" өлөшө балаларға ниндәй тәрбиә бирә? Бына бәләкәй ҡыҙ Маша "Ашығыс ярҙам" машинаһынан клизма эшләй торған яйлама табып ала ла, "Давай лечиться" тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай үҙенән әллә нисә тапҡыр ҙур бүренең ҡойроғо аҫтына ынтыла. Был күренеш кескәйҙәргә ниндәй тәрбиә бирә һуң? Һуңынан, балалар ҡайҙан бөтәһен дә белә икән, тип аптыраған булабыҙ.
Бындай йәнһүрәттәрҙең авторҙары, ата-әсәләр, балалар йәнһүрәттәрҙе күңел асыу, ваҡыт үткәреү өсөн генә ҡарамай, ә уларҙы ысынбарлыҡ итеп ҡабул итә, бик күп яңы нәмәгә өйрәнә, күренештәр, атамалар, һүҙҙәр менән таныша, тип уйлап ҡарағаны бармы икән? Шуға күрә йәнһүрәт һайлағанда бик иғтибарлы булырға кәрәк, тип уйлайым. Һис юғында, йәнһүрәтте ҡарағандан һуң бала менән бергә уның тураһында фекер алышығыҙ. ''Нимә яҡшы, нимә насар" булыуы хаҡында бәхәс ҡороғоҙ. Бының өсөн, әлбиттә, йәнһүрәтте бала менән бергә ҡарарға кәрәк. Юғиһә, ҡайһы бер ата-әсә ниндәй йәнһүрәт икәнен дә белмәй, диск һатып ала ла ултыртып ҡуя балаһын телевизор алдына. Бары тик шауламаһын, ҡамасауламаһын, күҙ алдында, өйҙә генә ултырһын, тип уйлай. Тик баланың урамға сыҡмай, тиҫтерҙәре менән аралашмай ғына ултырһа ла, үрҙә атап кителгән йәнһүрәттәрҙе ҡарап, тәрбиәһеҙ, тупаҫ булып үҫеүе бик мөмкин.
Һәм тағы. Бөгөн бала тап шул русса йәнһүрәттәр ҡарап, туған теленән биҙрәй икәнен дә онотмағыҙ. "Тамыр" балалар телеканалы хәҙер күп йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итә. Теле саҡ асылған мәлдә шул йәнһүрәттәрҙе ҡаратығыҙ балаларығыҙға. Ҡат-ҡат ҡуйһағыҙ ҙа, улар уны ҡараясаҡ, хатта ятлап аласаҡ. Ғөмүмән, "Тамыр" телеканалында башҡорт теленә ылыҡтыра торған башҡа тапшырыуҙар ҙа етерлек.
Мәхмүзә АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА