«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘП КЕЙЕМЕ БЕР ТӨРЛӨМӨ, ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨМӨ?
+  - 

Август айы ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән янып йөрөгән мәле. Мәктәп кейеме, канцелярия, китап һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын әҙерләүҙәге иң ҙур сығым, әлбиәттә, уҡыу йортонда ҡабул ителгән берҙәм мәктәп формаһын алыуға тотонола. Ҡасандыр бөтә мәктәп уҡыусылары бер төрлө кейемдә йөрөнө, унан һуң ирекле кейемдәрҙә белем алдыҡ һәм һуңғы ваҡытта уҡыусылар өсөн тағы ла берҙәм мәктәп формаһы булдырылды. Төрлө бәхәстәр тыуҙырған берҙәм мәктәп формаһы бөгөнгө көндә ысынлап та кәрәкме, әллә бындай талап уҡыусыларҙы сикләйме?

Күпселек таныштарым уҡыусыларҙың мәктәптә берҙәм формала йөрөүенә ыңғай ҡарашта, сөнки был балаларҙы тәртипкә өйрәтә һәм төрлө кимәлдәге ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте юҡ итә, тип билдәләй. Шулай уҡ мәктәп формаһы баланы уйын һәм урамдағы, өйҙәге иркенлектән уҡыу ойошмаһындағы тәртип һәм талапсанлыҡҡа күсеүҙе еңелләштереүен дә билдәләп китергә кәрәктер. Тағы ла берҙәм мәктәп формаһы күп төрлө кейем-һалым алыуҙан, тимәк, тағы ла ҙурыраҡ сығымдарҙан ҡотҡара. Ә көн дә иртән ниндәй кейем кейҙерергә икәнен хәл итеүҙән, уны әҙерләүҙән азат итеүен иҫләгәндә, берҙәм мәктәп формаһының мөһимлеге тағы ла нығыраҡ арта. Теге йәки был мәктәп уҡыусыларының бер төрлө мәктәп формаһында йөрөүе белем усағы биләмәһендә ят кешенең килеп сығыуына иғтибар итергә, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы сараға барғанда уҡытыусыларға "үҙ" балаларын айырырға һәм уларҙы күҙҙән ысҡындырмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Мәктәп формаһына ҡаршы булыусылар иһә уның баланың үҙлеген сикләүен, социаль тигеҙһеҙлекте форма ярҙамында ғына юҡ итеп булмауын һәм күпселек балаларҙың мәктәпкә ирекле кейемдә йөрөргә теләүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бер төрлө мәктәп формаһында булып та, ҡыйбатлы кәрәҙле телефондар, "фирменный" рюкзак һәм сумкалар, өҫ кейеме һәм башҡа төрлө әйберҙәр социаль тигеҙлеккә ынтылыуҙы юҡҡа сығара, тигәндәр менән ысынлап та ризалашырға тура килә. Мәктәп формаһы сығымдарҙы кәметә, тиеүселәргә ҡаршы яуап итеп балаларҙың тиҙ үҫеүен һәм ҡайһы саҡта бер уҡыу йылында ике тапҡыр форма алырға кәрәклеген аргумент итеп килтерә ата-әсәләр. Был фекер менән дә килешмәйенсә булмай. Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәрҙә күҙәтелгәнсә, форманы мотлаҡ бер урындан ғына һатып алыуҙы йәки заказ буйынса тектереүҙе талап итеү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Әгәр ҙә берҙәм мәктәп формаһы кейеү тураһында килешелгән икән, формаларҙың төрлөһө бөтә магазинда ла ирекле һатыуҙа булырға һәм ата-әсәләрҙең һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш икәнлеге күҙ уңынан ысҡындырыла.
Законға ярашлы, мәктәп формаһы эшлекле һәм донъяуи (светский) булырға тейеш. Эшлекле форма балаға уҡыуға көйләнергә ярҙам итһә, уның донъяуи булыуы белем биреү процесының диндән ситтә тороуын аңғарта. Шул уҡ ваҡытта мәктәп формаһы баланың һаулығына зыян килтермәҫкә, бөтә санитар нормаларға тура килергә тейеш. Шуға күрә мәктәп формаһы һатып алғанда уның СанПиН нормаларына тура килеүе тураһында сертификат һорау артыҡ булмаҫ.
Берҙәм мәктәп формаһы һәр бер мәктәп усағында төрлөсә. Уның ниндәй булыуын уҡыусылар, ата-әсәләр һәм мәктәп администрацияһы берҙәм хәл итергә һәм ҡарар локаль норматив актта теркәлергә тейеш һәм, ғәҙәттә, ул тәҡдим итеү рәүешендә генә була. Шул уҡ ваҡытта законда берҙәм мәктәп формаһын кеймәгән өсөн ниндәйҙер яза биреү һәм яуапҡа тарттырыу тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән. Тимәк, бер кем дә мәктәпкә формала түгел, ә башҡа кейемдә килгән уҡыусыны дәрестән ҡыуып сығарырға, мәктәпкә индермәҫкә, ҡайтып форма кейеп килергә талап итергә тейеш түгел. Хатта ки бындай талаптар уҡыусының хоҡуғын боҙоу, тип ҡараласаҡ. Мәктәп администрацияһының, уҡытыусыларҙың берҙәм мәктәп формаһы кейергә теләмәгән балаға һәм уның ата-әсәһенә йоғонто яһау юлдары - ҡабул ителгән тәртипте боҙмауға, аңлылыҡҡа саҡырыуға ғына ҡайтып ҡала. Ә бына ҡурҡытыу, янау һәм башҡа төрлө баҫым яһау бөтөнләй булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа мәктәпкә йыртыҡ джинсы салбарҙа, майка һәм кроссовкала йөрөү урынһыҙ икәнен дә белеү кәрәк, сөнки мәктәп мин-минлелекте алға ҡуйыу урыны түгел.
Шәхсән үҙем балаларҙың мәктәпкә берҙәм формала йөрөүенә ыңғай ҡараштамын. Шулай ҙа аҙнаның бер көнөндә ирекле кейемдә килеү-ҙе рөхсәт итеү ҙә урынлы булыр ине. Тағы ла республика мәктәптәрендә, балалар ниндәй формала булыуҙарына ҡарамайынса, дөйөм милли һыҙат индереү ҙә ҡамасау итмәҫ, тип уйлайым, сөнки был бөтә Башҡортостан уҡыусыларын берләштереүсе символ булараҡ ҡабул ителер ине.

Шулай итеп...
Ниндәй генә бәхәстәр ҡоролмаһын, дөйөм мәктәп формаһын яҡлап йәки уны кире ҡағып әллә күпме дәлилдәр килтерелмәһен, һәр ата-әсә өсөн тәү сиратта баланың сифатлы, уңайлы һәм ыҡсым кейемдә булыуы мөһим. Шуға күрә, кейем етештереүселәр ошоно күҙ уңында тотоп, барыһының да күңеленә хуш килгән мәктәп формаһы текһен, ә балалар уны кейеп, ҡыуанып, мәктәпкә барһын, тип теләйек.

Сәлимә АРЫҪЛАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru