«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА БАҠМАҠ - ЙӘН СЫҠМАҠ
+  - 


Был мәҡәләне яҙырға ултырғанда ғына смартфонға Ҡариҙел районынан күңелһеҙ хәбәр килеп төштө: Бөрө - Таҙтүбә-Сатҡы трассаһы буйлап Mazda машинаһында килеүсе 36 йәшлек ҡатын идараны юғалта һәм юл ситендәге канауға осоп барып төшә һәм шундуҡ йән бирә, ә етди йәрәхәттәр алған 11 йәшлек улы санавиация менән ашығыс рәүештә Өфө дауаханаһына килтерелә.

Бындай бәлә-ҡазалар хаҡында гәзитебеҙҙең үткән ике һанында материалдар бирелгәйне инде, әммә үлемесле фажиғәләр сылбыры һис өҙөлөргә оҡшамай, бер ҡасан булмағанса йышлыҡ менән һаман дауам итә. Иң үкенеслеһе шул: өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы, ҡайһы саҡта хатта ғәфү иткеһеҙ битарафлығы арҡаһында балалар менән булып торған һәләкәттәр. Әле әйтелгән Ҡариҙел фажиғәһендә лә бит балаһын ултыртып алған әсәгә ниҙер ҡамасаулай. Әгәр рулдә үҙеңде ышаныслы тоймайһың, телефоныңдан айырыла алмайһың, йә булмаһа, тиҙлек яратаһың икән, ниңә күрәләтә хәүеф-хәтәргә дусар итеп, балаңды ултыртып алырға?
Ошо ваҡытҡа Яндекста Сибайҙан да бер хәбәр баҫылды: Төмәндән ҡартатаһы менән өләсәһенә йәйге ялға килгән 10 йәшлек ҡыҙыҡайҙы мотоциклы менән бәреп үлтергән 20 йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарылды: тиҙлек яратыусы 6 йылға иркенән мәхрүм ителде. Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр: енәйәтсене төрмәгә ябыу менән дә, зыян күреүселәргә миллионлап аҡса түләтеү ҙә балаһын юғалтыусыларҙың йөрәк яраһын төҙәтә алмаясаҡ, әлбиттә, сөнки зыян күреүселәр балаларын юғалтыуҙа үҙ ғәйептәрен дә таный һәм бының өсөн улар ғүмерлек ғазап кисерәсәк бит. Әлеге электр самокатында йөрөгән 10 йәшлек ҡунаҡ ҡыҙҙы алыҫ ергә ялға ебәрерҙән алда ата-әсә өгөт-нәсихәт уҡыманымы ла, ҡартатаһы менән өләсәһе күҙ яҙҙырмай ҡарап торманымы икән ни, тигән һорау тыуа. Бала ни тиклем үҙаллылыҡҡа ынтылған хәлдә лә, уларҙың ҙурына ла, бәләкәсенә лә өҙлөкһөҙ ҡарауыл кәрәк. Ә бала ҡарау еңел эш түгел, юҡҡамы ни бының өсөн хөкүмәт аҡса түләй ата-әсәгә: бала ҡараған өсөн!
Был бигерәк тә бәләкәй бала ҡарағандарға ҡағыла, сөнки өйҙә ултырып та балаһы менән бәхетһеҙлек осрағына тарығандар бик күп. Мәҫәлән, һуңғы осор кескәйҙәрҙең күп ҡатлы йорт тәҙрәләренән осоп төшөү факттары йышайып китте. Үҙәк матбуғат был күренешкә "детопад" тип атама ла сәпәп ҡуйҙы хатта. Мәҫәлән, ошо араларҙа, 4 августа ғына булған хәл: Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге 5 ҡатлы йорт тәҙрәһенән 2 йәшлек бала йығылып төшә. Сабый ҡолағанда фәрештәләр ҡанат ҡуйып торор, тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры: бәхеткә, бала иҫән ҡала, ләкин йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелә. Шуныһы ла ғәжәп: бала өйҙә яңғыҙы булмаған, тик, әлеге лә баяғы, ҡарауыл, хәстәрләү етмәгән. Асыҡ тәҙрә төбөнә нисек килеп эләккәндер, әммә себендән һаҡлағыс сеткаға таянып, йығылып төшә. Яҙмыштың уҫал шаярыуымылыр - тап ошо көндө Дүртөйлө районында ла 4 йәшлек бала 4-се ҡаттан йығыла. Тап шундай уҡ хәл 30 июндә Өфөнөң Борисоглебский урамындағы йортта ла ҡабатлана: 2 йәшлек бала 5-се ҡаттан баяғы сеткаға таянып, ҡолап төшә. Ә был ваҡыт тағы бер сабыйҙы - имсәк балаһын ҡараусы әсәһе өйҙә була...
Хәйер, бындай осраҡтарҙы һанап сығыуҙан фәтүә юҡтыр, әммә ата-әсәләр һәм балаларҙың туғандары һабаҡ алыр, бәлки, сөнки республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлү-мәттәренә ҡарағанда, былтыр 302 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән булһа, быйыл тәүге ярты йыллыҡта улар һаны 117-гә еткән, өс бала һәләк булған. Шундай һәләкәттәрҙең береһе 3 йәшлек ҡыҙ бала менән була, ул... 10-сы ҡаттан йығылып үлә. Былтыр мартта 12-се ҡаттан ҡолаған 5 йәшлек малай ҡар өҫтөнә барып төшкәнлектән генә иҫән ҡала, ә быйыл, ҡыҙғанысҡа, апрелдә Нефтекамалағы йортта әсәһе менә өйҙә булған 2 йәшлек сабый бишенсе ҡаттан йығылып үлә.
Бындай хәлдәр беҙҙә генә түгел, бөтөн Рәсәй кимәлендә таралған. Мәҫәлән, быйыл ярты йыл эсендә Мәскәү өлкәһендә генә лә 55 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән, шуларҙың 11-е һәләк булған. Үткән аҙнала Дағстанда балалар менән ҡот осҡос һәләкәт була. 4 йәшлек малай 2 йәшлек һеңлеһе менән әллә йәшенмәк уйнап, әллә эҫенән ҡасып, өйҙәре янында торған автомашинаға инеп ултыралар һәм кире сыға алмайҙар, сөнки ишектәр автоматик рәүештә бикләнә. Өлкәндәр пыр туҙып эҙләһә лә таба алмайҙар, ә бикле торған машинаны асып ҡараусы булмай, етмәһә, машина тәҙрәләре ҡараңғылатылған була. Һөҙөмтәлә ике бала ла машина эсендә тонсоғоп үлә.
Сәбәп ниҙә һуң? Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, бала ҡазалары имен булмаған ғаиләләрҙә генә була тип уйлаһа, яңылыша икән. Ҡотҡарыусылар һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлаусылар белдереүенсә, бәлә-ҡазаларҙың күпселеге ҡәҙимге һәм ғәҙәттәге ҡәнәғәтләнерлек шарттарҙа йәшәүсе ғаиләләрҙә килеп сыға. Хатта ки балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөү осраҡтарының 90 проценты имен ғаиләләр өлөшөнә тура килә, өҫтәүенә, күпселеген - өлкәндәр өйҙә саҡта!
Атай йә әсә кеше балаһынан иғтибарын ситкә йүнәлткән саҡта була бәхетһеҙлек: улар иркенләп һәм оҙаҡ итеп телефондан һөйләшә, аш бүлмәһендә мәшәҡәтләнә йә ванна-туалетҡа инеп китә, ә фажиғә тап шундай мәлде генә көтөп тора ла инде... Бигерәк тә тәҙрә асыҡ килеш ҡалдырылһа, был мотлаҡ баланың иғтибарын йәлеп итәсәк, ул имгәкләп булһа ла тәҙрә янындағы диван йә өҫтәлгә үрмәләп менәсәк һәм артабан ҡазаға бер генә ынтылыш йә хәрәкәт тә етә.
Әйткәндәй, күптәр тәҙрәгә ҡуйылған әлеге себендән һаҡлағыс сетканы ... ғәйепләй икән! Быныһы инде бөтөнләй мәғәнәһеҙлек. Алдараҡ әйтеп кителеүенсә, бәхетһеҙлек осраҡтары теләһә ҡайһы шарттарҙа һағалай ҡарауһыҙ баланы. Айырыуса йәйге ял, каникул осоронда, балалар лагерҙарында, тәбиғәттә, һыу буйында, урамда һәм хатта тыуған өйөндә йә йорто янында ла. Әгәр был ваҡытта ул балаларҙың ата-әсәһе ниндәйҙер "мөһимерәк" эштәре менән мәшғүл икән, ҡоторған эттәр талаймы, янғында һәләк буламы, батып үләме, ярамаған емеш-бәшмәктән ағыуланамы, машина тапаймы, маньяк ҡулына эләгәме - бәлә ҡотолғоһоҙға әйләнә. Баланан да мөһим эш юҡлығын аңлап етмәгәндәргә, шулай уҡ балаларҙың опекундары, уллыҡҡа һәм ҡыҙ итеп алған кешеләргә ҡарата үҙ бурыстарын тейешле башҡармағандары, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып, ҡазаға юлыҡтырғандары өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Был исемлеккә шулай уҡ балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен дә индерергә була. Ярай, сараһын да күрерҙәр, штрафын, компенсацияһын да түләтерҙәр, тик балаларҙы ғына ҡайтара алмаҫтар. Халыҡ аҡылы юҡҡа ғына "Бала баҡмаҡ - йән сыҡмаҡ" тимәгәндер. Ата-әсә үҙенең туранан-тура изге бурысын, яуаплылығын аңлап тәрбиәләгәндә генә йорттарында сабыйҙарының шат тауыштары яңғырап торор. Амин, шулай булһын ғүмергә!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru