«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХУЖАБИКӘЛӘРҘЕҢ УРАҒАЙ МӘШӘҠӘТТӘРЕ
+  - 


Август - йәйҙең һуңғы айы. Башҡорттарҙа ул урағай тип йөрөтөлә. Сөнки нәҡ ошо осорҙа игенселәр ураҡҡа төшә, баҡса уңыштары йыйып алына, ҡышҡылыҡҡа көҙбайлыҡ әҙерләнә башлай. Августа аяҙ булһа, көндөҙ ҡыҙҙырып, төндәрен һалҡынайта, көҙ һулышы һиҙелә башлай. Ай аҙаҡтарында, йылына ҡарап, ҡырау төшөүе лә ихтимал.
Баҡсаларҙа ҡыяр, помидор өлгөрә, сейә, крыжовник, алмалар бешә. Был ваҡытта еләк үҫентеләрен ултыртыу ҙа килешә, киләһе йылға уңыш бирәсәк. Ҡырҙа иһә әлморон, балан, миләш ҡыҙара, муйыл да тәмләнә. Ямғырлы көндәрҙә иһә бәшмәктәр ҡалҡып сыға. Йәйҙең һуңғы айы булһа ла, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сағыу сәскәләре менән дә йәмле урағай. Мул миҙгелдә уңған хужабикәләргә эш икеләтә арта. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигәндәре шул - ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, салаттар әҙерләнә, йәшелсә тоҙлана. Үҙҙәрен тыңлайыҡ.

"Үҙең үҫтергән ҡарбуз татлыраҡ"

Моҡас ауылында йәшәгән Гөлназ Муллабаева быйыл йылдың һалҡынса һәм һуңыраҡ килеүенә ҡарамаҫтан, баҡсаһында ҡарбуз үҫтерә.
- Алдан үрсетмә ултыртмайым, быйыл май айында тура ергә сәстем. Йыл да орлоғон алып ҡалам. Ҡоро, эҫе һауаны яратһа ла, быйыл да, ямғырлы йыл булыуына ҡармаҫтан, һәйбәт кенә үҫеп китте. Үҙең үҫтергән ҡарбуз-ҡауынды тәмләүе лә күңелле. Ныҡ ҙур булмаһа ла, татлы була. Таҙа ерҙә, ашламаһыҙ үҫтерелгәс, ҡабығын да файҙаланырға мөмкин. Ҡабығын шаҡмаҡлап турағас, ҡайнар һыуҙа бешереп алабыҙ ҙа, 10 сәғәткә шәкәр сиробына һалып ҡуябыҙ, тағы бер ҡат бешереп алабыҙ.
Сироп былай әҙерләнә: кило ярым шәкәрҙе 4 стакан һыуҙа иретәбеҙ. Бешеп килгәндә бер балғалаҡ лимон кислотаһы һәм бысаҡ осонда ғына ванилин өҫтәйбеҙ. Эҫе ҡарбуз ҡабыҡтарын киң һауытҡа бушатабыҙ, шәрбәте ағып бөткәнен көтәбеҙ һәм өҫтөнә тағы шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Ҡабыҡтар кипкәс, быяла банкала йә ҡағыҙ пакетта һаҡлайбыҙ, - ти уңған хужабикә.

Крыжовниктан "Мохито" компоты

Мораҡ ауылынан Эльвира Кинйәбулатова ла йәй ҡәҙерен белә. Ишек алды тулы аллы-гөллө сәскәләр булһа, баҡсаһы йәшелсә-емешкә бай. Гәзит уҡыусыларға ул крыжовниктан эшләнгән "Мохито" компоты рецебын тәҡдим итәбеҙ. 3 литрлыҡ компот ябыу өсөн 350 г крыжовник, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 лимон киҫәге, 2-3 бөтнөк һабағы кәрәк. Емеште таҙалап йыуғас, самалап банкаға тултырабыҙ, бөтнөк, лимон киҫәген һалабыҙ ҙа ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Өҫтөн таҙа ҡапҡас менән ҡаплап, 15-20 минут тирәһе ултыртып торабыҙ. Һыуынғас, тағы берҙе ҡайнатып, 1 стакан шәкәр өҫтәп, нығытып ябабыҙ. Бер-ике көндән тәмле компот әҙер ҙә була.
Августа йәшелсәләр һаман да үҫә әле. Ай аҙаҡтарына ҡыяр, помидорҙар, ҡабаҡтарҙы йыйып, тоҙлай, салат эшләй торған осор етә. Һуғанды ла ошо ваҡытта йолҡоп һалып киптерәләр. Көн торошона иғтибарлы булығыҙ, ямғыр яуып, уңышты юҡҡа сығармаһын. Көн яуынлы торғанда иһә баҡса еләген күсереп ултыртырға мөмкин. Сәскәләрҙән люпин, дельфиниум, мальва, лилиәләрҙе август аҙағында бүлергә, күбәйтергә була. Тюльпандарҙы ла ошо ваҡытта ҡаҙып алып, көҙ икенсе ергә күсерәләр. Һуғанлы сәскәләрҙең өс йылға бер тапҡыр булһа ла урынын алмаштырыу яҡшы. Юғиһә, сәскә атмай, һуған юғала башлай.

Сәриә апайҙан ҡабаҡ салаты

Тәүәкән ауылының "Ағинәйҙәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Сәриә апай Ғәлиева ла баҡса эштәрен ярата. Тәртип тупһанан башлана, тигәндәй, уның өйөнә ҡарап, матурлыҡ тупһанан башлана тиергә була. Баҡса, ер эшенә булған һөйөү бала саҡтан һалыналыр, ти ул. Ысынлап та, бал ҡортондай егәрле ул. Баҡсаһында сейәһе лә, ҡарағаты ла, алмаһы ла, еҙәй кеүек емеш ҡыуаҡтары ла, муйылы ла, крыжовнигы ла, сортлы еләктәре лә мул уңыш бирә. Йорт, баҡса эштәрендә генә түгел, йәмғиәттә лә әүҙем, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ауылдың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын уңышлы етәкләп килә Сәриә апай.
- Әле ҡабаҡтарҙың өлгөргән мәле. Бына ошо ябай ғына йәшелсәнән еңел генә эшләнә торған тәмле салат рецебын тәҡдим итәм. 3 кг ҡабаҡҡа, 1 кг әсе борос, ярты кило кишер, шул самалай томат пастаһы, 1 ҡалаҡ тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 200 гр тәмле майонез кәрәк. Ҡабаҡты әрсеп, орлоғонан таҙартабыҙ, кишерҙе лә матурлап йыуабыҙ, боростоң да орлоҡтарын алабыҙ. Бөтә йәшелсәләрҙе ит турағыстан үткәрәбеҙ. Тоҙ, шәкәр һалып ҡайнатабыҙ ҙа томат пастаһы менән майонез өҫтәп, тағы бер ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән нығытып ябабыҙ. Һыуынғансы түңкәреп тороп, һыуытҡыста йә баҙҙа һаҡлайҙар. Бик тәмле килеп сыға, эшләп ҡарағыҙ. Ҡышҡыһын картуф иҙмәһе эргәһенә лә, макарон-спагетти менән дә, ҡарабойҙай менән дә ашарға була. Быйылғы йәй бигерәк матур, ямғыры ла ваҡытында яуҙы, баҡса уңыштарын да ваҡытында йыйып алып, бәрәкәтен күрергә яҙһын барыбыҙға ла, Хоҙай биргән ниғмәтте эш итәйек, хужабикәләр! - ти Сәриә апай.

Ҡыҙыл рауза, һары лимон һәм ананас

Мораҡ ауылында йәшәгән иң әүҙем "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Зифа инәй Баймәнова тәҙрә төбөндә йылы яҡ емештәрен оҫта үҫтерә. Яҙғыһын тумалаған лимон бөгөн һап-һары ғына булып бешеп тә еткән. Унан башҡа инәй өйөндә ананас та үҫтерә.
- Йылы яҡ үҫемлектәренә минең һөйөү көслө. Ананасты магазиндан һатып алып, башын бер илеләй генә ҡырҡып, бөтә һутын һығып (аҡ ҡына сүстәр ҡалырға тейеш), тупраҡҡа ныҡ күммәй генә ултырттым. Өс йыл үҫте. Өс йылдан һуң 1 литр һыуға бер семтем карбит ебетеп һиптем. Үҫеп китте, емешләнде. Ҡасан өлгөрөп етер, ҡарарбыҙ, - ти Зифа инәй.
Әйткәндәй, ағинәй рауза, лилиә сәскәләрен дә яратып үҫтерә. Өй алдында ғына ҡып-ҡыҙыл раузалары әллә ҡайҙан балҡып, күҙҙе ҡамаштыра.
Донъяны гөл иткән зат ул ҡатын-ҡыҙ. Матурлыҡ яратҡан, гүзәллек һөйгән апай-инәйҙәрҙең күп булыуы һоҡландыра.

Баллы шөғөл - татлы шөғөл

Бикес ауылында йәшәгән Вәлиевтар өсөн дә йыл бәрәкәтле килә. Улар утыҙ йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Гөлгөнә апайҙың ҡартатаһы ла, атаһы Нуретдин олатай ҙа заманында атаҡлы ҡортсо булған. Вәлиевтарҙың умарталығы экологик таҙа ерҙә - Бикес менән Тәүәкән араһындағы Сыбартау итәгендә, йүкәлектә урынлашҡан.
- Йүкә сәскә атып бөтөп, балды айыртып алғас, ҡарабойҙай эҙләп китәбеҙ. Умарталарҙы баҫыуҙың үҙенә үк барып ултырабыҙ. Унан сират көнбағышҡа етә. Бик ҙур эш ул ҡортсолоҡ. Эш һатыуҙа ла, аҡсала ла түгел. Күңел ҡәнәғәтлеге бирә ул беҙгә. Беҙ ошо мөхиттә тыуғанбыҙ, үҙебеҙҙе белгәне бирле ошо мөхиттә үҫкәнбеҙ. Был - беҙҙең йәшәү рәүеше, - ти Вәлиевтар.
Гөлгөнә апай сәскә-гөлдәр ҙә яратып үҫтерә. Уның ишек алды, баҡсаһы, хатта тәҙрә төптәре һәр ваҡыт шау сәскә. Хатта исем-атамаларын да теүәлләп бөтөү мөмкин түгел ул үҫтергән гөлдәрҙең. Ҡул эштәренә лә маһир хужабикә. Ул бәйләгән ултырғыс, диван япмалары, селтәрҙәрҙе хатта заказ менән һораусылар күп. Рәсүл ағай ҙа алтын ҡуллы, ниндәй эшкә тотонһа ла булдыра. Бигерәк тә ағас эштәренә оҫта. Егәрле уҙаман ябай ғына ағас киҫәгенә "йән өрөп" тигәндәй, ҡупшы ғына әйбер ҙә эшләп ҡуя.
Хужабикә йыл да үлән сәйҙәре әҙерләй.
- Болануттың өлгөргән ваҡытын көтөп кенә торабыҙ, сәскәһен йыймайбыҙ. Сөнки бөтә шифаһы - япрағында. Бер аҙналыҡ эш инде. Алып ҡайттың да һалып киптерҙең түгел, уның серҙәре бик күп. Урын-еренә еткереп эшләйем тиһәң, бер аҙна ваҡыт кәрәк. Артыҡ күпләп эсеп тә булмай был сәйҙе, бер-ике аҙна эсәбеҙ ҙә ял итәбеҙ. Күстәнәскә биреп тә ебәрәм. Үлән сәйҙәре ҡышҡыһын айырыуса килешә. Мунсанан һуң йүкә балы ҡушып тороп эсеп ебәрһәң, шифа ғына инде, - ти Гөлгөнә апай.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 261

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru