«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ БӘХЕТЛЕ ХАЛЫҠ – БАЛАЛАРЫБЫҘҒА ҺӨЙЛӘР ЭПОСТАРЫБЫҘ, ӘКИӘТТӘРЕБЕҘ БАР
+  - 

Беҙ үҙебеҙҙең рухи ҡомартҡыларға бай халыҡ икәнебеҙҙе беләбеҙ. Көнкүрешебеҙҙә, мәҙәниәт, мәғариф кеүек барлыҡ донъяуи төшөнсәләрҙә лә борон-борондан килгән милли ҡарашыбыҙ, үҙаңыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ шулар нигеҙендә ғүмер иткән, балалар үҫтергән, ер-һыуын, ҡан, тел таҙалығын һаҡлап килгән. Бөгөн иһә йәшәйеш икенсерәк юҫыҡ алып, милләтте дөйөм халыҡтар төркөмөнән айырып алып милләт иткән үҙенсәлектәр икенсе планға күсеп, хатта ки юғалып ҡалды һымаҡ. Ниңә беҙ йолаларыбыҙҙан, халыҡ тәрбиәһенән, кәсептәребеҙҙән, аш-һыуҙарыбыҙҙан, ҡанундарыбыҙҙан ситләштек әле? Ни өсөн улар бөгөн сәхнә тамашаһы, күргәҙмә биҙәге генә булып ҡалды? Был өлкә менән махсус ҡыҙыҡһынған, ул һорауҙарға яуап бирә алған кешеләр, бәхеткә күрә, бар. Улар халыҡ байлығын туплау, һаҡлау һәм оноттормау өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт көсө һала. Шундай зыялы шәхестәребеҙ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы ТУЛЫБАЕВА һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Өфө фәнни үҙәге фольклор бүлеге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Рәүил ҡыҙы ХӨCӘЙЕНОВА менән халыҡ ижадының бөгөнгө торошо хаҡында һөйләшеү ойошторҙоҡ.

Белеүебеҙсә, халыҡ ижады 50-70-се йылдарҙа күпләп йыйылған, шул нигеҙҙә әллә күпме баҫмалар донъя күргән. Бөгөн, мәҫәлән, экспедицияла йөрөгәндә халыҡ араһында ниндәйҙер бығаса ишетелмәгән рухи хазина табырға буламы икән?

Гөлнур ХӨCӘЙЕНОВА Г. Хөсәйенова: "Халыҡ ижады - мәңгелек шишмә" тигән Кирәй Мәргән. Халыҡ ижады 60-70-се йылдарҙа ғына халыҡ ижады булған да, йыйылып бөткән, хәҙер нимәлер белгән әбей-бабайҙар юҡ, тигән ҡараш йәшәй. Тик был ҡараш дөрөҫ түгел. Быуындан-быуынға ниндәйҙер белем барыбер күсә килә. 2003 йылдан 2015 йылға тиклем беҙ 32 экспедицияға сыҡтыҡ. Әлбиттә, Кирәй Мәргәндәр ойошторған экспедициялар менән сағыштырғанда, материалдар табыу күпкә ауырлашҡан. Улар ваҡытында эпос, әкиәт, риүәйәт кеүек ҙур жанрҙар йәшәүен дауам иткән. Бөгөн беҙгә ул жанрҙарҙың тик сатҡыларын ғына табырға тура килә. Дим буйында "Заятүләк менән Һыуһылыу"ҙы төрлө варианттарҙа өҙөк-йыртыҡ белгән кешеләр булһа, Ырымбур яҡтарындағы ололарҙың: "Бәләкәй саҡта егет һыу ҡыҙын һөйгән, тип, һамаҡлап әҫәр һөйләйҙәр ине", - тигәне лә ҡыуандыра.
Әкиәттәргә килгәндә, Мәскәүҙә йәшәүсе танышым Рязань өлкәһе фольклорын өйрәнә ине, бына шул ғалимә минең китабымды ҡарап сыҡҡан да: "Һеҙ ҡайһылай бәхетле, һаман да әкиәттәрегеҙ бар икән", - тип аптырауын белдерҙе. Уларҙа әкиәт тигән нәмә күптән онотолған икән. Был халыҡ ижадының йәшәүе барыбер ҙә милләттең рухлы булыуын күрһәтә. Улар боронғо йән аҙығын онотмай, оноттормай һаҡлап килә, тимәк. Шулай уҡ халыҡ хәтере шундай тәрән һәм төрлө-төрлө кескәй уйпаттарға бай. Күптән түгел Силәбе өлкәһендә булғанда шундай бер уйпаттан "Үгәй ҡыҙ" әкиәтендәге яңы һамаҡ килеп сыҡты. Был үҙенә күрә бер табыш.
Классик йырҙарыбыҙ, бәйеттәребеҙ, эпостарыбыҙ, әлбиттә, тарихта ҡалды, ундай бөтөн һәм камил әҫәрҙәрҙе табып та булмаҫ, әммә йыр, таҡмаҡ, бәйет, мәҡәлдәр заман менән бергә йәшәүен, төрлөләнеүен дауам итә. Йәғни, халыҡ ижады йәшәй.
Нәфисә ТУЛЫБАЕВА Н. Тулыбаева: Эйе, был өлкәлә эшләүсе фән белгестәренең бурысы - рухи байлыҡты эҙләп табыу, һаҡлап ҡалыу, фондтарға урынлаштырыу. Ә беҙҙең Халыҡ ижады үҙәгенең бурысы - ошо табылған байлыҡты ғәмәли кимәлдә һаҡлау. Йәғни, беҙ уларҙы ғәмәлдә ҡулланыусылар. Былар ябай ғына һүҙҙәр түгел. Шул уҡ ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сағылдырыусы саралар - барыһы ла халыҡ ижады, халыҡ хәтере ул.
Был эштең мөһимлеге бигерәк тә ситкә сыҡҡанда, республикалар, төбәктәр араһында, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конференцияларҙа күренә. Сөнки бында сағыштырып ҡарау мөмкинлеге бар. Кемдәр нисек һаҡлай үҙ тамырҙары һутын? Файҙаланамы улар бөгөн был ҡиммәттәрҙе? Һәм ошо мәлдә беҙ үҙебеҙҙең шундай көслө, бай, оло нигеҙҙә баҫып тороуыбыҙҙы аңлайбыҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта әле барыһын да аңлап та етмәйбеҙ кеүек. Сөнки, тотонолмаған, өйрәнелмәгән, файҙаланылмаған рухи байлығыбыҙ бихисап әле. Уларға таянып, әллә күпме программалар, мәҙәни саралар сығарырға, фәнни эштәр яҙырға була. Был тәңгәлдә беҙҙең фольклор йыйыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, улар ваҡытында быларҙың барыһын да йыйып, туплап өлгөргән һәм тап әле бына ошо йыйылғандарҙы халыҡҡа кире ҡайтарыу мәле етте. Тик был тәңгәлдә һаҡланған жанрҙарҙың барыһын да бер тигеҙ хәрәкәткә килтерергә кәрәк икәнде онотмайыҡ. Юғиһә, бөгөн бейеү менән йырға ғына баҫым яһала. Ҡайҙа беҙҙең шул уҡ әкиәттәр, бәйеттәр, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, тиҙәйткестәр һ.б. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, күптән түгел Сибайҙа, Стәрлебашта мөнәжәт бәйгеләре уҙғарылды. Ошондай онотолғанды кире ҡайтарыу, тергеҙеү эштәрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының, уның район-ҡалаларҙағы ойошмаларының эшмәкәрлеген юғары баһалап китке килә.

Халҡыбыҙҙың иң ҙур халыҡ ижады ҡомартҡыһы шулай ҙа эпостары, тиһәк, килешәһегеҙме? Уларҙы пропагандалау ҙа, минеңсә, яҡшы ойошторолған. Йыл һайын республика кимәлендә балалар араһында үткәрелеп торған "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе генә лә ни тора!

Г. Хөсәйенова: Килешмәү мөмкин түгел. Сөнки эпос - ерле халыҡтың был донъяға барлыҡҡа килеүе, урыны, йәшәү миссияһы һәм рухы тураһындағы космик һәм асыҡ танытмаһы. Үҙ ерендә этнос булып формалаша башлау дәүеренән алып, үҙаллы милләт булғанға тиклем берҙәм, бер идеялы, тоғро бер телле халыҡ ҡына һәм тамыр аңы, үҙ ырыуы, тел, мәҙәниәт ҡәрҙәшлеге менән берләшкән ҡәбиләләр бөтөнлөгө генә эпослы була ала. Халыҡтың тел хазинаһы, фәлсәфәһе, сәнғәте, тарихы, этнографияһы туҡылған был әҫәрҙәр әлегә тиклем тере хәтерҙә йәшәй һәм ошоноң менән дә башҡорт эпосы үҙ халҡының тарихи-генетик ҡеүәтен, серен һаҡлаған ҡомартҡы булып тора. Мәҙәни, гуманитар феномен ғына түгел, ә киләсәктә һәр кем уның фәлсәфәһен төшөнөп, кеше булырға тейешлекте аңғартҡан бөйөк ҡаҙаныш ул. Эпосын һөйләмәгән халыҡ үҙ хәтерен һәм рухи асылын онотҡан маңҡорт була. Әгәр бер халыҡ эпосын икенсе милләт үҙләштерә икән, ул үҙенең тарихи репутацияһына зыян килтермәй ҡалмай. Сөнки эпоста һәр һүҙ, билдә, фекер, моң, тел, йола һ.б. артефакттарҙың тарихи, этногенетик нигеҙе генә түгел, ә уларҙы бар иткән сәбәп-һөҙөмтә, ваҡыт-арауыҡ, миссия-идея бәйләнештәре лә ифрат объектив кәүҙәләнеш ала. Тик диалектика һәм генетика ҡағиҙәләрен белмәгәндәр генә бер милләт эпосын икенсе милләттеке тип әйтә ала.
Тағы бер нәмәгә баҫым яһап китке килә. Беҙҙә, ниңәлер, эпосты, шулай уҡ ҡобайырҙарҙы яттан һөйләүселәрҙе "сәсән" тигән исем аҫтында телгә ала башланылар. Әҙер әҫәрҙе уҡыусы кеше нишләп сәсән булһын ул? Ул бары уны уҡыусы, яттан һөйләүсе генә. Шулай уҡ алдан яҙып, әҙерләнеп әйтешеүселәр ҙә әле сәсән түгел. "Сәсән" тигән оло һүҙҙең бәҫен төшөрмәһәк ине...

Йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә килгәндә, уларҙың беренсел бирелешен, бөтөнлөгөн, мәғәнәһен һаҡлап ҡалыу мөмкинме икән хәҙер? Бөгөн бит ул йолаларҙың күбеһе юҡ, булғандары ла ярайһы үҙгәрештәр кисергән. Мәҫәлән, бөгөн күптәр йәштәр өйләнешкәндә ҡыҙ әйттерә барыу тигән йоланы үтәп тормай. Йәки йорт күтәрер алдынан берәйһе уның нигеҙе урынын өшкөртә микән?

Г. Хөсәйенова: Ваҡытында йолалар халыҡ теленән һөт өҫтө шикелле итеп һөҙөп алынған, йыйылған. Улар әле халҡыбыҙ йолаларҙы иҫләгән замандарҙа, уларҙы нисек үтәүҙе белгән кешеләр барҙа уҡ тупланған. Шунлыҡтан беҙҙең "йолалар онотолған" тигән һүҙҙе әйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Бар улар барыһы ла, яҙылған, төшөрөлгән - фондтарҙа ята. Бөгөн бер аҙ онотола төшкән икән - ынтылып ҡына ал, өйрән, тормошҡа ашыр.
Н. Тулыбаева: Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Йола ижады - быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Бәлки, ысынлап та, уларҙың ҡайһы берҙәре онотола ла төшкәндер. Әммә, алда әйткәйнем бит инде, бөгөн онотолған рухи ҡиммәттәрҙе кире ҡайтарыу, тергеҙеү мәле, тип. Был тәңгәлдә республикабыҙҙа әүҙем эштәр алып барыла. Ниндәй генә мәҙәни бәйге йәки сара булмаһын, ул мотлаҡ үҙ эсенә йола күренешен дә ала. Мәҫәлән, туй күренештәре йолалары, байрам аштары, бала тыуыуға бәйле йолалар, миҙгел йолалары һ.б. беҙҙең фестивалдәрҙең, конкурстарҙың йәме булып тора. Ә инде беҙҙә ерләүгә бәйле йолаларҙы, дини йәки аш-һыу ғөрөф-ғәҙәттәрен үтәмәй йәшәгән ғаиләләр бик һирәктер, тип уйлайым. Ә инде ул йолаларҙы нисек итеп башҡарыуҙары, тейешле итепме, әллә еренә еткермәй йәки үҙгәртепме - уныһы һәр кемдең белем һәм аң кимәленән тора.

Глобалләшеү заманында йәшәйбеҙ. Ил, республика сиктәренең юҡҡа сығыуы менән бер рәттән, рухи ҡомартҡыларҙың уртаҡҡа әйләнә барыуы ла күҙәтелә. Мәҫәлән, татарҙар беҙҙең ҡурайҙы үҙләштерә икән, тигән хәбәр йөрөй. Шул уҡ ваҡытта улар тарафынан ҡайһы бер йырҙар, хатта шәхестәрҙең дә исеме үҙләштерелә. Ни өсөн беҙ "үҙебеҙҙеке" булғанды үҙебеҙгә законлы рәүештә беркетеп ҡуя алмайбыҙ? Юҡмы әллә рухи ҡомартҡыларҙы һаҡлар закон? Рустарҙың матрешкаһына, балалайкаһына ҡул һуҙа алмайҙар ҙа инде…

Н. Тулыбаева: Был тема үҙе бер айырым һөйләшеү ул. Ысынын ғына әйткәндә, ундай закон юҡ та. Әлеге башҡорттоң бер ҡатлылығы. Улар ҡурайҙың, ҡумыҙҙың, оҙон көйҙәрҙең, Аҡмулланың, Зәки Вәлидиҙең үҙҙәренеке икәнлеген белгәс, башҡалар ҙа шулай уйлай, тип ышанып йәшәп килгән бығаса. Ҡурайға килгәндә, ҡурай - башҡорттоң йөҙөн билдәләүсе уйын ҡоралы булараҡ, донъя кимәлендә танылыу яулаған иң ҡиммәтле мираҫы. Ҡурай нигеҙендә башҡорттоң моңо быуаттар буйы барлыҡҡа килгән, формалашҡан. Шуға ла ҡурай бары тик башҡорттоҡо ғына, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Әлбиттә, ҡурай тибындағы уйын ҡоралдары башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, төркмәндәрҙә ул - төйҙөк, ҡаҙаҡтарҙа - сыбызғы, абхаздарҙа - ачарпын, адыгейҙарҙа - ҡамыл. Татарҙар "татар ҡурайы" тип йөрөтә, әммә уларҙың ҡурайы атап үтелгән халыҡтарҙың уйын ҡоралы кеүек үк һыбыҙғы тибында. Ә фәнни телдә "Ҡурай - ул оҙон асыҡ флейта" тип йөрөтөлә. Бөтә был уйын ҡоралдарында ла уйнау тибы бер төрлө булһа ла, һәр ерлектә көйләү урындағы халыҡҡа ғына хас. Мәҫәлән, һыбыҙғы тибындағы уйын ҡоралында башҡорт халыҡ моңдарының аһәңе, драматизмы еренә еткерелмәй, күңелдең иң нескә ҡылдарына барып ҡағылмай. Үҙләштереү, тигәндән, матбуғат саралары ла, ҡурай тураһында яҙыусы башҡалар ҙа һәр һүҙенә иғтибарлы булһын ине. Сөнки даими рәүештә ҡурайҙы "башҡорт-татар музыка ҡоралы" тип яҙалар. Был бик ҙур хата һәм төптө ялған. Башҡорт ҡурайы менән татар һыбыҙғыһы - икеһе ике төрлө уйын ҡоралы. Был хаҡта оноторға, хаталарға юл ҡуйырға ярамай. Юҡһа, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ.
Эйе, ҡайһы берәүҙәр, ҡурай беҙҙең музыка ҡоралы, тип, сәхнәгә сығып уйнай, китаптар, энциклопедиялар, белешмәләр сығара ул. Әммә уны нисек кенә үҙләштереп маташмаһындар, ниндәй генә китаптар сығарылмаһын, барыбер ҙә ысынбарлыҡтан китеп булмай. Сөнки ҡурай үҙенең башҡорт ерлегенән башҡа ҡурай түгел. Ҡурайҙы ерлегенән айырһаң, ул биш тишекле һыбыҙғы ғына. "Ерлек" тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек - ул беҙҙең тарих, көйҙәребеҙ, ул беҙҙең меңәр йылдар һуҙымында тарихыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән данлыҡлы ҡурайсылар. Беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙ. Башҡа халыҡтар иһә, был беҙҙең ҡурайсыбыҙ, тип бер кемде лә әйтә алмай, уларҙың ҡурайҙа уйнай торған көйҙәре лә юҡ. Ҡурай үҙенең тулы мәғәнәһе, йөкмәткеһе менән тик башҡорттоҡо ғына. Ғөмүмән, халыҡ музыка ҡоралы ерлекһеҙ булмай. Халыҡ музыка ҡоралының үҙ репертуары, башҡарыу традициялары була. Ул быуындар, быуаттар аша тапшырыла. Ҡурайҙы, тота килеп, әйҙә, беҙҙеке лә булһын, тип кеҫәгә һалып алып булмай. Ҡурайыбыҙҙы һаҡлау үҙебеҙҙе, үҙ асылыбыҙҙы һаҡлауға тиң. Был йәһәттән ҡурайыбыҙҙы республикабыҙ символикаһына индереүҙәре ифрат аҡыллы, дөрөҫ аҙым булды, тип иҫәпләйем.
Г. Хөсәйенова: Ошо тәңгәлдә ҡумыҙға ла туҡталып китәйек әле. Ул да башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булып нығынырға тейеш. Музыка белгесе һәм фольклорсы Лебединский ҙа ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки беҙҙең эраға тиклем VI-IV мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Күренекле ғалим- археолог Нияз Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының меңәр йылдар төпкөлөнән килгәнлеген иҫбатланы. Ер йөҙөндә уның йөҙләгән исеме таралған. Улар барыһы ла ҡумыҙ уйнағанда моңдоң нисек сығыуына, инструменттың нисек уйналыуына ҡарап ҡушылған.
Башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынған рус ғалимдары ҡумыҙҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалары араһында ғына таралған музыка ҡоралы тип иҫәпләй. Ҡайһылары был фекерен башҡорттар араһында ир-егеттәрҙең ҡумыҙ уйнағанын күргәне булмауы менән дәлилләй. Руденко: "Башҡорт ҡатындарына, Ислам диненә ярашлы, артыҡ тауыш сығарырға, көлөргә, музыка менән шөғөлләнергә тыйылған, ә ҡумыҙ ҡатын-ҡыҙға уйнағанда артыҡ тауыш сығармауы, йәшерен уйнағанда тиҙ генә берәй ергә йәшереү мөмкинлеге булыуы менән бик тә уңайлы", - тип яҙып ҡалдырған. Бөгөн был ҡоралда балалар ҙа, ир-егеттәр ҙә уйнай - мәйелдәре, әммә уның да үҙебеҙҙеке икәнен нығытырға кәрәк.

Халыҡ кәсебе халыҡ ижадына инәме?

Г. Хөсәйенова: Инә, әлбиттә. Ул да бит ижад, уны ла халыҡ ниндәйҙер ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн уйлап тапҡан, булдырған, шөғөлләнә. Ауыҙ-тел ижадында рухи донъя сағылһа, кәсеп тип аталған ҡул эштәрендә шул рухи донъяны тотоп торған көнкүреш, йәғни һауа аҫтындағы ер йәшәйеше бирелә. Мәҫәлән, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ, шуларҙың тармағы булған кейеҙ баҫыу, тире эшкәртеү, ағас һөнәрҙәре, ит-һөт аҙыҡтары етештереү һ.б. - быларҙың барыһының да ниндәйҙер фольклор йолаһы, мотлаҡ үтәлеү ҡануны, шул йоланы үтәгәндә оҙата барған ауыҙ-тел ижады бар. Шунһыҙ булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки, башҡорт - тәбиғәт балаһы һәм тәбиғәттән алғаны, ҡабул иткәне өсөн рәхмәтле булыу уның ҡанында.
Н. Тулыбаева: Онотолған халыҡ кәсептәрен тергеҙеү бөгөн милләттәштәребеҙ араһында ысын мәғәнәһендә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бер нисә йыл элек кенә "Урал" галереяһы башҡорт кейеҙен тергеҙеү буйынса семинарҙар үткәрә башланы, әле килеп Әбйәлилдә кейеҙ йорто, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты лаборатория асты, "Ағиҙел" предприятиеһы матур паннолар эшләй башланы. Баймаҡтар, ана, ниндәй тирмәләр, милли кейемдәр етештерә башланы. Республика бәйгеләрендә халыҡ кәсебенең ниндәй генә өлгөһөн күрмәҫһең. Мода әйләнеп ҡайта, шуға күрә беҙ шәлдәрҙең, ҡорама картиналарҙың Францияны яулауын, балдың бар донъяны иңләүен күҙәтәбеҙ. Тиҙҙән һауыҡтырыу яғынан файҙалы туҙ һағыҙҙары, дегет етештереү кеүек кәсептәр файҙа килтерә башлар. Халыҡ аяҡ аҫтында ятҡан болдо күрер тигән өмөт бар.
Әлбиттә, боронғо кәсептәрҙе һәр кемдең белмәүе лә мөмкин. Ошо юҫыҡтан беҙҙә оҫталыҡ дәрестәре йыл дауамында үтеп тора. Яңыраҡ Әлшәй районынан аҫалы балаҫ нескәлектәрен өйрәнеп ҡайттылар. Архангел, Дәүләкән, Ғафури балаҫсылары тәжрибә уртаҡлашты. Хәҙер башҡорт милли сәхнә кейемен теләһә кем тегеп кейә ала, ләкин уның үҙенсәлектәре бик күп. Бәҫе лә шунда. Ғалимдар һәм етештереүселәр менән берлектә семинар үтте. Күптәр кемдән барып өйрәнергә белмәй икән. Беҙҙең үҙәктең миссияһы инде ошо сараларҙы ойоштороу. Бөгөнгө милли кейемдәрҙә, тирмә һырҙарында, итек-ситек ҡуңыстарындағы биҙәктәрҙә Себерҙә, Урта Азияла, Волга буйында ижад ителгән һыҙаттар ҙа, төрки, иран телле, фин, уғыр халыҡтарының традициялары ла төҫмөрләнә. Ҡайһыларында хатта көнсығыш славян биҙәү сәнғәтенең дә йоғонтоһо тойола. Әммә башҡорт халҡының сәнғәте үҙенә генә хас төп сифаттарын һаҡлап ҡала алған. Шуны онотмайыҡ һәм бутамайыҡ. Халҡыбыҙ ижадының һәр төрөндә - фольклормы, туҡыу, сигеү, ағас семәрләү, ювелир-биҙәүме, күнгә һалынған биҙәктәрме - һәр береһендә үҙебеҙгә генә хас орнаменттарыбыҙ бар. Шунлыҡтан, халыҡ ижадына бәйле ниндәйҙер юл һайлаған һәр кем ошо тәртиптәрҙе яҡшы белһә, иғтибар менән өйрәнһә, әлеге хаталар булмаҫ ине. Бөгөнгө көндә башҡорт архитектураһын, металға һәм күнгә биҙәк һалыу һөнәрен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың дауаланыу-биҙәнеү әйберҙәре әҙерләү ысулдарын һәм башҡа шундай онотолоп барған ҡиммәтле оҫталыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыу иң беренсе белемдән башланырға тейеш.

Шулай ҙа иғтибар етмәгән, үкенескә ҡалған тармаҡтар ҙа барҙыр бит?

Г. Хөсәйенова: Етерлек. Мәҫәлән, балалар уйындары, шул уйындарҙағы һамаҡтар, әйтештәр, тиҙәйткестәр, тағы ла мөнәжәттәр, бәйеттәр, сеңләүҙәр... Һанай китһәң, ысынлап та аҙ түгел. Беҙ уларҙың барлығын беләбеҙ, әммә ошо өлкәлә эшләүсе белгестәрҙең етешмәүе сәбәпле, барыһына ла өлгөрә алмайбыҙ. Халыҡ ижадын йыйыу һәм тергеҙеү менән бөгөн, дөрөҫөн әйткәндә, йәне теләп, рухы талап итеп эшләгән миссионерҙар ғына шөғөлләнә.
Н. Тулыбаева: Мин хәҙер ни өсөн ошо халыҡ ижады өлкәһендә тороп ҡалыуымды аңлайым. Был минең, әсә булыуҙан тыш, йәшәйеш бурысым, миссиям. Фольклорҙы өйрәнеү өсөн иң башта уны яратыу кәрәк. Һәр кешенең үҙ йәшәйешендәге тәғәйенләнешен, мәғәнәһен аңлау, белеү ҙә талап ителә. Әлеге көндә илебеҙҙә лә, республикала ла матди булмаған мираҫты һаҡлаусы бер закон да юҡ. Берҙән-бер һаҡ - Рәсәй халыҡтары мираҫы исемлеген йыйнаусы каталог. Уныһы ла Мәскәүҙә генә, беҙ шул теҙмәгә инеп кенә китәбеҙ. Төрки халыҡтарҙыҡы ла бар, әммә улар рәтенә баҫыу өсөн иң башта үҙеңде танытырға кәрәк. Ярай әле, һуңғы ике-өс йылда беҙ бер аҙ асыла төштөк. Рәсәй өсөн беҙ барыбер ҙә төрки халыҡ, төркиҙәр өсөн - рәсәйле. Ошо түңәрәк эсендә рухи мираҫты тергеҙеүгә "аҡса һалынмаған" йә "аҡса юҡ" булып килде. Әммә бөтә нәмәне лә аҡсаға бәйләү дөрөҫ түгел. Заманында бит ул мираҫ аҡса нигеҙендә барлыҡҡа килмәгән, аҡса нигеҙендә һаҡланмаған. Ул шул уҡ аң, рух, белем кеүек үк матди булмаған байлыҡ һәм һәр кемдең күңелендә булырға тейеш. Тағы ла, икенсе яҡтан, миссионер булыу - ул бик яҡшы әйбер, әммә тейешле закондар булмауы ҡурҡыныс тыуҙыра. Бына мин бөгөн эшләп ултырам, Гөлнур Рәүил ҡыҙы көс һалып йөрөй, Әхмәт Сөләймәнов кеүек зыялылар бар, ә һуң иртәгә?.. Ана шул хоҡуҡ нигеҙ булмағанлыҡтан, күпме архив фондтары заманында Петербургҡа, күрше өлкәләргә сығып киткән. Уларҙы кем барып тикшереп, өйрәнеп йөрөгән тиһегеҙ. Донъя халыҡтары араһында Рәсәйҙән өс кенә халыҡтың рухи мираҫы шедевр итеп билдәләнгән. Был теҙмәлә беҙ юҡ. Ҡомартҡыбыҙ юҡтан түгел, ә ваҡытыбыҙ, дәртебеҙ, теләгебеҙ юҡтан инмәгәнбеҙ ул исемлеккә...

Шулай итеп...
Әңгәмәлә ҡатнашыусылар менән әле генә булып үткән IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тураһында телгә алып, "Ҡоролтай халыҡ ижадын һаҡлау һәм пропагандалау эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡлай аламы?" тигән һорауыбыҙҙы ла бирҙек. "Милләттең рухын тергеҙеү - Ҡоролтайҙың һәм, ғөмүмән, республика етәкселәренең иң беренсе йөкләмәһе булырға тейеш. Һау-сәләмәт рух булмай тороп, башҡа мәсьәләләрҙә, шулай уҡ матди юҫыҡта ла нимәгәлер өлгәшеү икеле", - булды яуап. Тик бына ҡасан аңлай башларбыҙ икән ошо хәҡиҡәтте?..

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.12.15 | Ҡаралған: 1887

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru