«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ТӘРБИӘЛӘРГӘ ӨЙРӘТМӘКСЕЛӘР…
+  - 

Бала саҡта беҙ ата-әсәйҙән ҡурҡа торғайныҡ, бигерәк тә әсәйҙән. Ул ҡушҡан эште тейешенсә үтәмәүҙән (бөтөнләй үтәмәү хаҡында һүҙ ҙә юҡ), унан шелтә алыуҙан, әрләнеүҙән, кәйефһеҙ сағына эләгеүҙән, күңелен төшөрөүҙән һ.б. Бик көйгәнендә ҡул осо ғына эләгеп китеүҙән тыш, сыбығын да, ҡайышын да иҫләмәйем, әммә ҡашын төйөп ебәреүе беҙгә йүгереп йөрөп тырышлыҡ һалыуға үҙе бер сәбәп була торғайны. Үҫкәс тә, хатта бөгөн дә, уның нимәгәлер ризаһыҙлығын тойоу йәки ишетеү ауыр ҡабул ителә. Аллаға шөкөр, үҙемдең дә балаларыма нимәнелер аңлатыу өсөн бер күҙ ҡарашым етә. Әлеге аҡылым менән мин быны ҡурҡыу тип иҫәпләмәйем, был үҙенә күрә хөрмәт һәм тәрбиә. Баланың ата-әсәһенә буйһонорға, уларҙың хоҡуҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапамаҫҡа, олоно оло итергә тейеш булған ҡанундар былар.

Күптән түгел Дәүләт Думаһы Комитетының ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар мәсьәләләре буйынса бер тәҡдиме ярайһы уҡ шаулы тауыш ҡуптарҙы. Бында һүҙ Ғаилә кодексын тамырынан үҙгәртеү хаҡында бара. Хәҙер уның нигеҙенә ата-әсәнең ғәйепһеҙлегенә, гонаһһыҙлығына өмөт итеү принциптары һалынасаҡ, тиелә. Бының сәбәбе нимәлә? Бөгөнгө кодекс эстәлегендә ата-әсәнең балалар алдында хоҡуғы бөтөнләй юҡ кимәлендә күрһәтелә икән. Йәғни, ата-әсә һәр ваҡыт нимәләлер яңылыша, ғәйепле булып ҡала һәм уның бала яҙмышында үтәгән роле лә кәметелә килә. Мәҫәлән, балиғ булмаған йәштәр никахҡа ингәндә ата-әсәнең түгел, ә опека органдарының рөхсәте кәрәк. Интернетҡа ата-әсә түләй, әммә баланы уның менән ҡулланыуҙан тыя алмай, был саҡта улар уны мәғлүмәтле булыуын сикләй. Баланың шәхси тормошо булырға тейеш, йәғни ул кем менән теләй, шуның менән аралаша ала. Ата-әсә баланың фекерен, ниәтен, теләген үҙенсә үҙгәртә йәки "шулай кәрәк, шулай яҡшыраҡ буласаҡ" тигәндән сығып эш итә алмай, һ.б. Был ювеналь юстиция ата-әсәнең балаһына булған хоҡуғын мөмкин тиклем кәметә, ғаиләнең тәрбиә функцияларын тартып алып, уны дәүләт һәм башҡа органдарға тапшыра торған идеология, принциптар буйынса ғаиләгә ҡаршы ҡуйыла. Ә инде яңы индерелергә тейешле тәҡдимдәр ата-әсәнең ғаилә тәрбиәһендә мөһим һәм алыштырғыһыҙ роль уйнауын иҫбатларға ярҙам итәсәк.
Үҙебеҙҙең таныштар араһында булған хәлдәрҙе миҫалға килтерергә мөмкин. 14 йәшлек малайға атаһы һатып алынған тиреҫте баҡсаға ташып өйөргә ҡуша. Бер көн, ике көн, өс көн… Эш үтәлмәй. Атай кеше, ахырҙа, улын футбол уйнауҙан мәхрүм итә. Малай үсегеп, атаһын ауыр эш менән йонсотоуҙа ғәйепләп, ғариза яҙа. Был хәлдән һуң ата-әсәгә әллә күпме ваҡыт полиция, опека юлдарын тапап, үҙҙәренең "яҡшы" ата-әсәй булыуын иҫбатларға тура килә.
Икенсе миҫалда берәүҙәрҙең ике йәшлек балаһы печеньеға ҡарыла. Ҡото алынған әсә бер нисек тә ярҙам итә алмағас, балаһын баштүбән күтәреп, бер нисә тапҡыр арҡаһына һуға. Артыҡ ҡурҡыуҙан һәм сараһыҙлыҡтан нығыраҡ та эләктергәндер, бәлки. Ике көндән һуң улар балалар баҡсаһына урынлашыуға медицина тикшереүе үтә. Табип баланың арҡаһындағы ҡул эҙҙәрен күреп, тейешле органдарға хәбәр итә һәм йәш әсәнең йөрәген һәм нервыларын иләр процедуралар башлана. Өсөнсө миҫалда үҫмер ҡыҙ ата-әсәһен яратҡан егете менән осрашырға рөхсәт итмәүҙә ғәйепләй һәм закон уны яҡлап сыға. Был хәлдән һуң ул ҡыҙҙың ғаиләнең оло ағзаларын тыңлауы бөтөнләй икеле.
Был тәңгәлдә беҙҙекеләр сит илдәргә эйәрә, ахыры. Норвегияла балиғ булмағандар араһында таратылған плакаттарҙа "Әгәр ата-әсә һинән дәрес әҙерләүҙе талап итә икән - шылтырат, ярҙам итербеҙ", Нидерландияла "Ата-әсә кеҫә аҡсаһы бирмәй икән - мәжбүр итербеҙ", Францияла "Ата-әсә һинең шәхси теләктәреңә ҡаршы төшә алмай" тигән яҙыулылары ла бар. Голландияның бер балалар комиксы "Ниндәй енестә йәшәргә икәнде һин үҙең хәл итәһең, был мәсьәләлә ата-әсә һиңә бойора алмай", тигәнгә ишаралай. Шунлыҡтандыр инде, Францияла һәр бишенсе бала ғаиләһенән тартып алынған. Ата-әсәләргә ярҙам ассоциацияһы күрһәткестәре буйынса, был балаларҙың яртыһынан күбеһенә ярҙам түгел, ә ҡатыраҡ ҡайыш кәрәк. Әлбиттә, баланың хәүефһеҙлеген яҡлаусы закондарға һүҙ юҡ. Әммә әлеге Ғаилә кодексында тәртиптәр баштан уҡ ата-әсәгә ышанырға ярамай тигәндән сығып эш итә. Нисек кенә булмаһын, аҡыллы сиктәрҙә ата-әсә балаһына хужа һәм яуаплы булырға тейеш. Ул һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә ниндәйҙер кимәлдәге ҡатылыҡтың зыян иткәне юҡ, минеңсә. Беҙҙе бала саҡта кәнфиткә йәки яңы әйбергә алдаштырып эшләтмәнеләр. Ғаилә тормошона көс һалырға тейешһегеҙ, тип өйрәттеләр. Шул уҡ ваҡытта уҡыу һәм унан ҡалған ваҡытты нисек файҙаланырға икәнде лә күберәген ата-әсә хәл итте. Ниңәлер, хоҡуҡһыҙ һәм кәмһетелгән итеп тойманыҡ үҙебеҙҙе. Һәм бының менән, моғайын, күптәр килешер. Бөгөн балаларҙы беҙ, ата-әсәләр, үҙебеҙ боҙабыҙ. Уларҙы бәләкәйҙән әпәүләп, алдарында йүгереп йөрөп, ололар хәбәренә тығылдырып, тыя, ярай-ярамайҙы өйрәтә белмәйбеҙ. Шундай балалар еңешеү өсөн ата-әсәһенә ҡаршы закон ҡуллана ла инде.
Ғаилә кодексындағы үҙгәрештәр 2016 йылға тиклем индерелергә тейеш, тип көтөлә. Тик ундағы кемгә ниндәй хоҡуҡты күберәк йәки аҙыраҡ биреү ғәҙәти кешелек донъяһына артыҡ үҙгәреш бирер микән? Белеп булмай. Ә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошо юҫыҡта ниндәй тәҡдимдәр индерер инегеҙ?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1700

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru