«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ ДИЛБЕГӘҺЕН АҠҺАҠАЛДАРҒА ТАПШЫРЫРҒА ӘҘЕРҘӘР
+  - 

Әбйәлил районы ағинәйҙәре был юлы Таштимер ауыл биләмәһендәге "Ғимран ташы" тип исемләнгән ҡая таш янында йыйылды. Ҡыҙыу эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙ ғына ял итеп, кәңәшләшеп, фекер төйнәп, йыл буйы эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһап ҡайтыу ине ниәттәре. Уларҙың туплаған тәжрибәһе, һис шикһеҙ, башҡалар менән дә уртаҡлашырлыҡ, шуға ла әбйәлилдәр ҡорона Учалы, Белорет, Хәйбулла ағинәйҙәре лә саҡырылды.

Гөрләшеп, ғәҙәттәгесә сағыу милли кейемдәрҙә килеп төшкән ҡунаҡтарҙы Таштимер ауыл биләмәһе ағинәйҙәре, биләмә башлығы Гөлшат Йәркәева ҡаршы алды. Ҡорҙоң программаһы буйынса, йыйылыусылар иң тәүҙә тауға артылырға тейеш ине. Ойоштороусылар Рәйлә Хафизова һәм Ғәлиә Ҡаһарманова башта "Ғимран ташы"ның, Ҡанлы бил тауының һәм ошо уҡ исем менән аталған кескәй генә таҙа һыулы йылғаның тарихын бәйән итте. Был атамалар башҡорттарҙың үҙ ерҙәре өсөн ҡаҙаҡтар менән аяуһыҙ алышы тураһындағы тарихҡа бәйле икән. Риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, башҡорттар ҡаҙаҡтарҙың ҙур ғәскәренә ҡаршы тора алмайынса сигенеп, ошо ҡая-ташлы, текә һәм ҡуйы урманлы тауға килеп һырынған. Эҙәрлекләп килгән дошман ҡулынан байтаҡ ир-егеттәребеҙ ҡырылған. Түгелгән ҡандан йылға ҡыҙыл төҫкә ингән хатта, бына шуға ла был урын "Ҡанлы бил" тип аталған. Йылға тау башындағы бәләкәй күлдән инеш алып, шарлауыҡ булып ағып төшә. Был йылғаның һыуы йыл буйына яҡынса бер үк температура һаҡлай, унда сумып сыҡҡан кеше йыллыҡ сырхауҙарынан арынып, тәненә сихәт ала икән... Ошондай фәһемле тарихтарҙы тыңлай-тыңлай, "Ғимран ташы" ҡаяһына дәррәү күтәрелде ағинәйҙәр. "Иҫ киткес мөғжизәле лә, һоҡланғыс та тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ. Ләкин донъя мәшәҡәттәренән арынып, ауылыбыҙ эргәһендәге тауҙарға артылып, тирә-яҡты байҡарға, күлдәребеҙҙә, йылғаларыбыҙҙа бер йөҙөп сығырға ла ваҡыт таба алмайбыҙ шул". Тауға артылғанда әленән-әле шулай тип үкенес белдереүҙәр салынды ҡолаҡҡа. Әммә ағинәйҙәр, халыҡ әйтмешләй, үкенестең үсен ҡандырҙы. Ҡаялы тау башында өймәкләшеп ултырып хәбәрен дә һөйләште, йырланы ла, мөнәжәт тә әйтте. Иң ҡыҙығы: ағинәйҙәр уратып ултырған тар ғына ерҙә, ярты метрҙай ғына майҙанда, рәхәтләнеп, кинәнеп бейеп тә күрһәтте Салауат ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Хафизова. "Быны бары тик беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары ғына атҡара ала!" тип һоҡланды йыйылыусылар.
Тауҙан төшкәс, Таштимер биләмәһе хужабикәләре ҡунаҡтарҙы үҙҙәре әҙерләгән табын артына саҡырҙы. Бишбармаҡ ашаған, сәй эскән арала ағинәйҙәр үҙ-ара аралашты, ҡунаҡтарҙың сығыштарын тыңланы. Әбйәлил районы "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Роза Вәли ҡыҙы Таһирова үҙҙәре алып барған эшкә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны, әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Ҡотлауҙарҙы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева дауам итте, шулай уҡ маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән ҡайһы бер ағинәйҙәрҙең тырышлығын, әүҙемлеген билдәләп китте.
- Ағинәйҙәр алдына шундай ҙур бурыс ҡуйылған: һеҙ халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүселәр, йәмғиәтебеҙҙә таралған эскелек кеүек яман ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшеүселәр, ауылдарыбыҙҙың сәләмәт мөхитен, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлаусылар, йәш быуынды тәрбиәләүселәр, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. - Ошо бурыстарҙы атҡарыу буйынса һеҙ, Әбйәлил районы ағинәйҙәре һәм һеҙҙең етәксегеҙ Роза Вәли ҡыҙы Таһирова - республикала иң әүҙем эшләүселәр. Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет, Учалы ағинәйҙәре лә һеҙҙән ҡалышмай. Артабан да тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашып, үҙ-ара аралашып йәшәһәгеҙ ине. Һеҙҙең бына шулай үҙегеҙ белеп, үҙегеҙҙең күңел талабы буйынса башҡарған эштәрегеҙ киләсәктә йәмғиәтебеҙҙең зарури бер күренешенә әйләнеп, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуға үҙенең тос өлөшөн индерәсәк икәненә иманыбыҙ камил. Урындағы етәкселәр ҙә һеҙҙең улар ҡулы етмәгәнде эшләүселәр, уларға төп ярҙамсылар икәнде таный башлар, инициативаларығыҙҙы хуплап, күтәреп алыр икәненә ышанайыҡ...
Ағинәйҙәр ҡорона баш ҡаланан танылған яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева ла килгәйне. Ул республикала ағинәйҙәр хәрәкәтенең әүҙем таралып китеүенә ҡыуаныуын белдерҙе.
- Халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләү ир-егеттәр елкәһенә лә һалынған, ошо яуаплылыҡты ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иңенә алып уҡ бөтмәһен ине, - тине Мәрйәм апай. - Ағинәйҙәрҙең төп бурысы - эште ойоштороп, яйға һалып ебәреү. Үҙ баһағыҙҙы белегеҙ, бәҫегеҙҙе төшөр-мәгеҙ. Әсәләр - милләт тотҡаһы, һеҙгә ғаилә мәктәбен тергеҙеү буйынса бик күп эштәр башҡарырға кәрәк. Бөгөн беҙ, мәктәптәр ябыла, тип илайбыҙ ҙа ултырабыҙ, ләкин элек башҡорт халҡы дөйөм мәктәптәрҙә уҡымаһа ла бик белемле, зыялы булған. Әгәр ҙә беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың туған телде белеүен төп бурыс итеп ҡуймаһаҡ, ауылдарҙы, милләтте һаҡлап ҡалыуға мәктәптәр генә ярҙам итмәҫ...
Артабан билдәле табип Ишмырҙа Һиҙиәтовтың ҡатыны Венера Фәрит ҡыҙы телмәр тотто. Ул ағинәйҙәрҙе ир-егеттәребеҙҙе заман афәте булған эскелектән йолоп ҡалырға саҡырҙы. Йор һүҙле сәсәниә Вәсилә Садиҡова ҡатын-ҡыҙҙарға шул арала ижад итеп өлгөргән шиғри юлдарын уҡып ишеттерҙе:

- Ағинәйҙәр һеҙгә әйтәм,
Ил тотҡаһы ирҙәр ҡайҙа?
Донъя ҡалһа ҡатын-ҡыҙға,
Янып әйләнмәҫме ҡуҙға?
Дилбәгәне тотһа улар,
Кәрәк саҡта ҡаҡһа ҡулдар,
Ил намыҫы - ир намыҫы.
Ирһеҙ ҡалһаҡ Алла ҡарғар!

Ирҙәрҙе ҡәҙерләйек, улар эсә тип, тағы ниндәйҙер етешһеҙлектәрен табып, ирҙәребеҙҙе өйҙән сығарып ебәреп, балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләп ултырып ҡалмайыҡ. Итәгенә йәбешеп булһа ла изгелеккә һөйрәйек уларҙы, яҡшы ниәттә эшләнгән эшкә Хоҙай үҙ ярҙамын һәр ваҡыт бирә, - тип, Вәсилә апай йәш ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Йылы һүҙ - йән аҙығы, тиҙәр. Ағинәйҙәрҙең сығыштарын ситтәнерәк тыңлап тороусы ир-егеттәр үҙҙәре тураһындағы йылы һүҙҙе ишетеп, йәнләнеп китте. Бер-бер артлы үҙ фекерҙәрен белдереп, бергәләп хәл ителергә тейешле ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе барланы. Рысҡужа ауылы старостаһы Вәкил Баҡыев, мәҫәлән, эскелек тураһындағы мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡарамаҫҡа, был афәттең таралыуында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ғәйебен танырға саҡырҙы. "Ҡатын-ҡыҙҙар яңы күлдәк алып кейеү кеүек бәләкәй шатлығын да, бала табыу һымаҡ оло ҡыуанысын да әхирәттәре менән "йыуырға" күнегеп китте, - тине Вәкил Әнәс улы. - Байрамдарҙа, ғаилә менән бергә йыйылғанда, һуғым аштарына йөрөгәндә өҫтәлгә хәрәм ризыҡ ҡуйыуҙан тыйылмайынса, хатабыҙҙы танымайынса тороп, был афәттән ҡотолоп булмаясаҡ. Һеҙҙең был изге ниәттәр менән башланған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, уртаҡ проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеп, бергәләп эшләргә насип итһен".
Әбйәлил районының Әүнәш ауылынан Рәсүл Даутов, Ҡаҙмаштан Миҙхәт Рәжәпов, Ишбирҙенән Зөлфәр Дәүләтшин, Ҡужандан Азат Фәтхуллиндар ҙа үҙ сығыштарында бындай мәсьәләләр буйынса ағинәйҙәр менән бер төптән эш итеүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны. Ир-егеттәрҙе "Аҡһаҡалдар ҡоро"на ойошторорға хыялланған ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың ағинәйҙәр бурыс итеп алған эштәрҙән, маҡсаттарҙан ситтә ятып ҡалырға теләмәүен, битараф булмауҙарын күреп шатланды. Донъя дилбәгәһен ҡатын-ҡыҙҙар тартып алды, тип түгел, ә дилбегәне дөрөҫ йүнәлешкә борорға маташалар, тимәк, уларға ярҙам итергә кәрәк, тигән аңлау тип ҡабул ителде уларҙың сығыштары.
Әйткәндәй, ағинәйҙәр "Ғимран ташы" эргәһендәге ҡорҙан һуң юл ыңғайында Ҡужан ауылы эргәһендәге урманда үҫкән, халыҡ телендә "бөҙрә" йә "өлпәк" тип йөрөтөлгән ҡарағастар янына ла һуғылды. Был уникаль ағастар бары тик Японияла һәм Австралияла ғына үҫә икән. Улар Әбйәлил районы территорияһына ниндәй хикмәт, ниндәй юлдар менән килтереп ултыртылғандыр, уны Хоҙай үҙе генә белә. Шуға ла эшҡыуар Клара Абдуллинаның был территорияны кәртәләп алып, ҡарағастарҙы ҡурсыуы, килгән-киткән кешеләрҙе тәбиғәт мөғжизәләре менән таныштырыуҙы үҙ өҫтөнә алыуы маҡтауға ғына лайыҡ. Клара апай әйтеүенсә, был ағастарҙың "инәһе" һәм "атаһы" бар, улар һәр яҙ һайын башҡа ағастарҙы һеркәләндереп, береһе һыу ағыҙып, икенсеһе сайыр тамыҙып тора һәм был ағастарҙың йәшәйешен тәьмин итә, имеш. Эйе, тәбиғәттә һәр нәмәнең үҙ гармонияһы бар. Шуның кеүек, һәр милләттең үҙенең рухи донъяһы, боҙолмаҫ ҡанундары, үҙенә генә хас уникаль йәшәү рәүеше була. Әбйәлил районында үткән "Ағинәйҙәр ҡоро"нан тап ошо иң мөһим фекергә килеп, үҙ асылыбыҙға тоғро ҡалыу юҫығында әүҙем эш башлаған ағинәйҙәребеҙ йәнәшәһенә аҡһаҡалдарыбыҙҙың да баҫырға ынтылышын күреп ҡайттыҡ. Афарин һәммәһенә!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.08.15 | Ҡаралған: 1492

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru