«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН АУЫЛ БАҺАҺЫН УНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР КҮТӘРӘ
+  - 

Республика райондарында әле яңы ғына гөрләп һабантуйҙар үтте. Бесәнгә, ураҡҡа төшкәнсе бер аҙ тынлыҡ урынлашырға тейеш һымаҡ та, беҙҙең халыҡ улай итә алмай шул. Уның байрамдары, бергә йыйылыр сәбәптәре бихисап. Бына әле лә Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылы халҡы киң яланға оло байрам майҙанына йыйылды. Ул бер юлы бер нисә ваҡиғаға арналды: ауылдың 230 йыллығы, шәжәрә ағастары буйынса нәҫел-нәсәпте барлау, ошо данлы төбәктең данлыҡлы улы, яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовтың 80 йыллығы.

Булат ағай Рафиҡов халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән, тарихҡа сикһеҙ тоғролоҡ һаҡлаған, тәрән белемле, тәбиғи һәләтле һәм тынғыһыҙ йөрәкле шәхес булыуы менән хәтергә уйылып ҡалған. Бөгөн райондың Корнеевка мәктәбе уның исемен йөрөтә, унда уның бюсы ҡуйылған. Йыл һайын белем биреү учреждениеһының алдынғы уҡыусыларына, спортсыларға, район һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлсәсәк ойошторған Булат Рафиҡов исемендәге премия бирелә. 1999 йылдан район хакимиәте тарафынан да әҙәбиәт, сәнғәт һәм журналистика өлкәһендә намыҫлы эшләгәндәргә яҡташыбыҙ исемендәге премия булдырылды. Ошо ваҡыттан алып был премияға 13 кеше лайыҡ булды. Был юлы Булат Рафиҡов исемендәге премия алты китап авторы, һәләтле яҙыусы Сәлмән Яҡуповҡа тапшырылды. Быйыл ғына булдырылған премияның миҙалы беренсе булып уға, шулай уҡ премияның быға тиклемге лауреаттары - скульптор Фәрит Мөстәҡимовҡа, "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәеваға, үҙешмәкәр композитор, рәссам Фәнил Яманаевҡа, Булат Рафиҡовтың уҡыусыһы Роза Хәмзинаға, Рәфҡәт Айытҡоловҡа һәм башҡаларға тапшырылды.
Был көндә Булат Заһретдин улының тыуған йортонда мемориаль таҡта асылды. Ул йортта бөгөн яҙыусының ҡустыһы, III Дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, 35 йылдан ашыу тыуған колхозында механизатор булып эшләгән Риф ағай Рафиҡов йәшәй.
Артабанғы саралар ауыл янындағы Сәләғәй күле тип аталған матур аҡланда дауам итте. Ҡунаҡтар - шағир, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советы ағзаһы, "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫеп, әле Мәскәүҙә йәшәгән авиация полковнигы Зөбәйер Иҫәнғолов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Иҫәнғолова, Булат Рафиҡовтың ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлсәсәк, ейәне Юлдаш, юрматы ырыуы вәкилдәре һәм башҡалар Дәүләтҡолдоң нигеҙен тәшкил иткән Көҫәпҡоловтар, Йәмилевтар, Рафиҡовтар, Рахманғоловтар, Сәхиевтар, Һөйәрғоловтар, Дилмөхәмәтовтарҙың ғаилә шәжәрәләре менән танышты, улар әҙерләгән милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, сығыштарын тыңланы. Шунан барыһы ла сәхнә янына йыйылды.
Күркәм байрамды асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков дәүләтҡолдарҙы байрам менән ҡотланы, уға әҙерлек барышында башҡарылған мөһим эштәргә туҡталды. Ауыл халҡы өсөн иң мөһиме, әлбиттә, мәҙәниәт усағына капиталь ремонт үткәрелеү, уның тирә-яғын кәртәләү булды. Геннадий Шлычков ауылдағы бындай төҙөкләндереү эштәре артабан да дауам итәсәге, дәүләтҡолдарҙың "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуы идеяһының хуплап ҡаршы алыныуы, уның сиктәрендә лә ниндәйҙер ярҙам күрһәтеләсәге тураһында билдәләне.
Артабан сәхнәгә Дәүләтҡол ауылы старостаһы, Ленин, Октябрь революцияһы, Почет билдәһе ордендары кавалеры Тәлғәт Көҫәпҡолов, хеҙмәт ветераны, ун бала тәрбиәләп үҫтергән Герой-әсә Наилә Йәмилева, "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Илдус Хәлитов, Дәүләтҡол ауылы клубы мөдире Хәҙисә Низамова сыҡты. Уларға Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова дәүләтҡолдар башҡа тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙән берҙәмлеге, уңғанлығы, тыуған төйәктәренә тоғролоғо менән айырылып тороуы хаҡында һоҡланып һөйләне һәм ил-йортҡа терәк булған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән ауылды данлаған кешеләрҙе ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Татьяна Михайлова Дәүләтҡолда йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә тиерлек оло хөрмәткә, ошондай бүләктәргә лайыҡ булыуы тураһында айырып әйтте. Бәләкәй генә ауыл кешеләренә бирелгән ошо баһа тотош халҡыбыҙға баһа булып яңғыраны. Сөнки халыҡты, милләтте уның бер вәкиле, бер ауылы ла күтәрә, таныта ала бит.

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.08.14 | Ҡаралған: 1652

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru