«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ЯРҘАМ КӘРӘК!
+  - 

Эксперттар Өфөлә Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде тикшереп, уны һүтергә (демонтаж) кәрәклеген белдергән. Бындай һығымта "Салауат Юлаев һәйкәле" федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға проект документацияһы буйынса үткәрелгән тарихи-мәҙәни экспертиза һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнгән. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ сайтына ҡуйылған документтан күренеүенсә, экспертизаны Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург белгестәре ҡала хакимиәте заказы буйынса үткәргән.

Инженер-техник тикшереү һәм эшләнгән иҫәпләүҙәр буйынса, һәйкәл боҙола һәм ныҡлығын юғалта бара. Аныҡлап әйткәндә, батыр атының алғы һул аяғының аҫҡы өстән бер өлөшө алмаштырыуҙы талап итә. Шулай уҡ һәйкәлдең ҡойоп йәбештерелгән урындарында үтәнән-үтә тишектәр бар. Айырым элементтарҙы иретеп йәбештергән урындар өлөшләтә зыянланған һәм ремонт талап итә. Бынан тыш, белгестәр һығымта яһауынса, һәйкәл тыштан да, эстән дә атмосфера һәм электрохимик (суйын менән ҡорос бер-береһенә тейеп торған урындар) коррозиянан һаҡланмаған. 2019 йыл менән сағыштырғанда коррозия кимәле 10 процентҡа артҡан, шул сәбәпле иретеп йәбештерелгән урындар үҙҙәренең тәғәйенләнешен юғалтҡан. Был урындар таҙартыуҙы, коррозияға ҡаршы эшкәртеүҙе һәм зыян күргән йәбештереү урындарын, ярыҡтарҙы ҡабаттан иретеп йәбештереүҙе талап итә. Монументта шулай уҡ эскә ҡар-ямғыр үтеп инерлек тишектәр, ярыҡтар бар.
"Һәйкәлдең ышаныслылығын һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уның эргәһендәге территорияны ябырға; һәйкәлде һәм плинтты һүтергә тәҡдим ителде. Аттың аяғын нығытыу өсөн плинтта өҫтәмә деталдәр булдырыуҙы ҡарау; һәйкәл тирәһендәге ерҙе нығытыу; аттың алғы һул аяғының өстән бер өлөшөн яңы эшләнгәненә алмаштырыу, шулай уҡ нигеҙҙе һәм ерҙе өҫтәмә рәүештә тикшереү кәрәк", - тиелә эксперттарҙың һығымтаһында.
Әйткәндәй, Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау планлаштырылыуы тураһында Өфө ҡала хакимиәте бер йыл самаһы элек хәбәр иткәйне. Ул ваҡытта реставрация эштәре йыл ярым - ике йылға тиклем дауам итеү ихтималлығы һәм экспертиза үткәрелгәндән һуң ғына эштәр башланыу мөмкинлеге белдерелгәйне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.21 | Ҡаралған: 401

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru