«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕРМЬ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 

Альберт Мәхмүтов - ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, "Пермь башҡорттары" китабы авторҙарының береһе, төбәк башҡорттарының тарихын һаҡлау йәһәтенән күп көс һалған милләттәшебеҙ. Ул үҙенең арҙаҡлы яҡташы, билдәле милләттәшебеҙ Туҡтамыш Ишбулатовтың данын терегеҙеү, уға һәйкәл ҡуйыу өсөн күп тырышлыҡ һалған.

Мәғлүм булыуынса, Туҡтамыш Ишбулатов - 18-се быуатта йәшәгән билдәле башҡорт шәхестәренең береһе. 1730 йылда Ишбулат Ҡамышев исемле башҡорт кешеһенең ғаиләһендә тыуған. 1767-1768 йылдарҙа -Уложенный комиссия депутаты. Заманының эре мәғдән сәнәғәтсеһе булған, егерме йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, алдынғы Ғәйнә улысы старшинаһы вазифаһын башҡарған. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Киң белемле шәхес башҡорт халҡының социаль-иҡтисади, сәйәси-хоҡуҡи хәлен яҡшы аңлаған, башҡорт һәм рус телдәрендә ирекле аралашҡан, уҡый-яҙа белгән.
Наказдарҙы ул 47 биткә, 35 бүлеккә яҙған. Унда ул башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын, эске үҙидараһын, мосолмандарҙың дини хоҡуҡтарын яҡлаған. Уложенный комиссия ултырыштарында биш тапҡыр сығыш яһаған, Өфө сауҙагәрҙәренең монополиялы сауҙаһына ҡаршы көрәшкән, башҡорт старшиналарына беркетелгән һәм һәр аҙымын түрәләргә еткереп торған мишәр писарҙәренән арындырыуҙы талап иткән. 1771-1773 йылдарҙа Польша походында ҡатнашҡан.
Альберт Мәхмүтов әйтеүенсә, арҙаҡлы милләттәшебеҙгә уның тыуған яғында һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе күптән күтәрелһә лә, был хәл былтыр, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында тормошҡа ашырылған (скульпторы - Ө. Ҡобағошов). Унда Туҡтамыш Ишбулатовтың шәжәрәһен дә күрергә була. Әйткәндәй, был шәжәрә - киң, тәрәндән өйрәнелгән һәм мәғлүмәт сығанағы булып тора. Һәйкәл, анығыраҡ әйткәндә, тап ошо шәжәрәгә таянып яһалған. Альберт Мәхмүтов һуңғы йылдарҙа Башҡортостан һәм Барҙа башҡорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығыныуын, урындағы йәмәғәт ойошмаларының милләттәштәребеҙҙе берләштереү буйынса ҙур эштәр алып барыуын билдәләй. Милли кейемдәрҙе тергеҙеү, Туҡтамыш Ишбулатов һәйкәле янында тағы ла арт-объекттар асыу - ошо иҫәптә.
Альберт Мәхмүтов - әүҙем, рухлы шәхес. Ул Милли кейем парадында ҡатнашҡан һәм Барҙа башҡорттарының милли кейем өлгөләрен тергеҙеү өсөн күп көс һала. "Беҙҙең нимә теләгәнде, нескәлектәрҙе Өфө ҡалаһындағы оҫтаханалар шунда уҡ төшөндө һәм онотола башлаған ғәйнә башҡорттары баш кейемдәре - таҡыяны, кәләбәште тергеҙҙек. Көмөштән генә йыйылған кәләбәш ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән һоҡландыра. Боронғо ҡомартҡыны Гөлдәр Шәбиева тергеҙгән. "Ҫаҡал" тип аталған милли биҙәүес тә шулай уҡ уның ҡул эше. Бөгөн бындай биҙәүес өлгөһөн Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында осратырға мөмкин. Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы XIX быуаттан һаҡланған", - ти Альберт Мәхмүтов. Ул Ғәйнә башҡорттарының бик боронғо тарихлы, көслө ырыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Һөйләшебеҙ үҙенсәлекле, ул элек-электән килгән һәм әле лә беҙ ошо һөйләшкә тоғро ҡалабыҙ. Өфөгә килһәң, "телең татарсаға тартым", тиҙәр, Ҡаҙанда иһә, "татар теле түгел", тип белдерәләр. Был - башҡорт теленең бер һөйләше, ғәйнәләр теле һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ", - ти Альберт Мәхмүтов. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru