Тарихи шәхестәрҙең биографияһы һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята. XVIII быуаттың беренсе яртыһындағы ҙур башҡорт ихтилалы юлбашсыһы Килмәк Нурышев кеүек халыҡ геройы тураһында һүҙ барһа, был мәғлүмәт бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итә.
1737 йылдың 29 мартында Килмәктән һорау алыу протоколында "дед и отец ево старинные башкирцы" тип яҙылған (Материалы по истории Башкортостана. Уфа, 2002. Т.VI. С.365). Тимәк, Килмәк боронғо зыялы башҡорт ырыуына ҡараған. Артабан Килмәк үҫмер сағында Алдар ихтилалында ҡатнашыуын, унда атаһы һәләк булыуы хаҡында хәбәр итә. Ихтилалға тиклем ярты йыл алдан, йәғни 1706 йылдың аҙағында, 1707 йыл башында Алдар Иҫәкәев һәм уның дуҫы, Килмәккә туған тейешле кеше "төп бунтарь" Хажи Аҡҡусҡаров 27 кешенән торған делегацияны, ярҙам һорап, Ҡырым ханына һәм төрөк солтанына ебәргән. Ошо алыҫ һәм хәүефле сәйәхәттә Килмәк тә ҡатнаша. Күрһәтмәләрҙән күренеүенсә, ул яҡынса 1690 йылда тыуған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Хажи Аҡҡусҡаров 1707 йылда башҡорт ханы тип иғлан ителгән.
1660 йылдарҙа батша хакимиәтендә Юрматы ауылынан ағалы-энеле тархан Аҡҡусҡаровтар тураһында баҫылған бер нисә документ теркәлә. Дөйөм алғанда, уларҙа ҡайһы бер ауыл исемдәре, шулай уҡ Юрматы ырыуы шәжәрәһе билдәләнгән. Уның һуңғы төҙөүсеһе - Мырҙаш ауылынан Миңлеғол Зыянбирҙин. Ул XIX быуат уртаһында - XX быуат башында йәшәгән. Унан күренеүенсә, легендар Юрматы бейҙең алыҫ нәҫеле Аҡҡусҡар Айдашевтың Хажы ауылына нигеҙ һалған Хаджибаба исемле улы, Этҡол ауылына нигеҙ һалыусы Этҡол, Ҡолош, Суман, Иҫәнғол, Ғәйет һәм Ярат (старшина Сайран Сәйетовтың олатаһы) исемле улдары булған (Башкирские родословные. Уфа, 2002. С.51-104). Был бер-береһенә яҡын ғына тораҡ пункттарҙың барыһы ла әлеге ваҡытта Ишембай районында урынлашҡан.
1735-1737 йылғы ихтилал буйынса документтарҙа Килмәктең ағаһы Дауыт Иманов телгә алына. Уның исеме 1734 йылғы Юрматы олоҫо тархандары исемлегендә лә осрай (Әсфәндийәров Ә.З. Башҡорт тархандары. Өфө, 2006, 130-сы бит). Был факт Килмәктең Аҡҡусҡар нәҫеленән икәнлеген йәнә бер тапҡыр раҫлай.
Килмәктең ике туған ағаһы Дауыт Имановтың 1741 йылда Минзәлә төрмәһендә язалап үлтерелгәне билдәле. Шул ваҡытта Аҡай Күсемовтың улы Абдулла Аҡаевтың һәм Алдар Иҫәкәевтың улы Муса Алдаровтың башын киҫкәндәр (РГАДА. Ф.248. Кн.251. Л.1001). Хажи Аҡҡусҡаров 1735 йылда иҫән булған әле (Материалы … Т.VI. С.52). Юрматы олоҫоноң төп һәм иң ҙур ауылы Һайран XVII быуат аҙағында XVIII быуат башында Юрматы тип аталған һәм Килмәктең тыуған төйәге булған тип уйларға урын бар.
Ихтилалға тиклем үк мулла Килмәк абыҙ билдәле кеше була. Уның мәсете ҙур популярлыҡ яулай. Уҡымышлылығынан тыш, Килмәк шәхси сифаттары менән айырыла. Быларҙың барыһы ла, тормош һәм хәрби тәжрибәһе менән бер рәттән, уны Юрматы ҡәбиләһе башлығы итеп танырға булышлыҡ итә. Һуңынан, ауыр һынауҙар осоронда, башҡорттар "уның исеме мең кешегә торош итә" ("имя ево служит за тысячу человек") тип әйтә (Материалы… Т.VI. С.368).
1734 йылдың ноябрендә Өфөлә Ырымбур экспедицияһы барлыҡҡа килеүе башҡорттарҙың батша власы менән үҙ-ара мөнәсәбәте тарихында яңы дәүерҙе аса. Тыныс ваҡытта ҙур ғәскәрҙең килеп инеүе, Сенаттың обер-секретары Иван Кириловтың Башҡортостандың көньяҡ сигендә Ырымбур ҡәлғәһен төҙөргә ниәте башҡорттарҙың үҙ ирке менән Урыҫ дәүләте составына инеү шарттарына тура килмәй. Әйткәндәй, был төҙөлөш хөкүмәттең авантюристик планының башланғыс этабы ғына була. Бынан һуң Азиянан Һиндостанға тиклем поход күҙаллана, унда башҡорттар ҡатнашырға тейеш була. 1734 йыл аҙағында Нуғай юлының төрлө олоҫ вәкилдәре, шул иҫәптән Килмәк Өфө янындағы Азиев мәсете янында йыйыла. Советта походта ҡатнашмаҫҡа ғына түгел, ә Ырымбурҙы төҙөргә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡарар ҡабул ителә.
1735 йылдың май аҙағында, июнь башында Өфө эргәһендә Ҡаҙан юлынан Аҡай Күсемов, Үмәр Таҡтаров, Солтан Морат Дюскеев, Мәсәғүт Уразаев һәм Нуғай юлынан Килмәк Нурышев, Бәпәнәй Бабкин, Һөйәрғол Сиремшанов, Ҡарамырҙа Аҫылов, Рысай Игимбәтов етәкселегендә 500 башҡорт йыйыла. Эшмәкәрлеге тураһында аңлатыуын һәм императорға башҡорт делегацияһын ебәрергә рөхсәт биреүен талап итеп, Кирилов лагерына ике тапҡыр вәкил ебәрәләр. Кириловтың ярҙамсыһы Алексей Тевкелев уларҙың икеһен дә язалап үлтерә. Килмәкте, Аҡай һәм Үмәрҙе юлбашсы итеп һайлап, башҡорттар тарала һәм һуғышҡа әҙерләнә башлай.
15 июндә ҡеүәтле артиллерия менән ҡоралланған өс меңлек отряд башында Кирилов Өфөнән сыға. Ул Юрматы олоҫо аша сыҡҡанда етерлек көсө булмағас, Килмәк уға ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Бер нисә көндән Өфөнән подполковник Чириков етәкселегендә 700 кешелек Вологодский драгундар полкы ҡуҙғала. 1 июлдә Ергән тауы тирәһендә уларға Килмәк һәм Аҡайҙың отряды һөжүм итә. Оҙаҡҡа һуҙылған яу барышында Чириков үҙе һәм уның ярты отряды һәләк була.
Драгундарҙы тулыһынса ҡырылыуҙан Кирилов яғынан килгән ярҙам ҡотҡара. Үҙенең планынан ситләшеп торорға мәжбүр булған Кирилов үс алыу менән яна. Ырымбурға нигеҙ һалғас, башҡорт ауылдарын яндырып, талап, Өфөгә йүнәлә. Ир-егеттәрҙең барыһын да үлтерәләр, ҡоллоҡҡа һатыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы әсирлеккә алалар. Бигерәк тә Әрмет йылғаһы буйындағы ауылдар ҙур зыян күрә.
2 октябрҙә, 5 мең башҡортто туплап, Аҡай һәм Килмәк уларҙы әлеге Стәрлетамаҡ тирәһендә ҡаршы ала. Яу 4 көн дауам итә. Был ваҡытта ихтилал бөтә Башҡортостан биләмәһенә тарала. Баш күтәреүселәргә ҡаршы Кириловтан башҡа баш ҡаланан ебәрелгән генерал Александр Румянцев етәкселегендәге махсус каратель ғәскәрҙәр сыға.
Башҡорттар "батша миһырбанлығы"на өмөтөн юғалтмаған була әле. 1735 йылдың 30 октябрендә Килмәк һәм Аҡай етәкселегендә Анна Иоановнаға коллектив хат яҙалар. Әммә яуап килмәй. Киреһенсә, Петербургтан Кирилов элекке килешеү мөнәсәбәттәрен бөтөргән һәм крайҙа колониаль сәйәсәтте иғлан иткән 1736 йылдың 11 февралендәге указ менән әйләнеп ҡайта.
Мартта хөкүмәт ғәскәрҙәре һөжүм итә башлай. Өфөнән Килмәк отрядын сигендереп, Кирилов Нуғай юлына үтеп инә. Июлдә Табынск ҡәлғәһен төҙөү менән шөғөлләнә. Минзәләнән Румянцев Дим башҡорттарына ҡаршы сыға. Екатеринбургтан Василий Татищев Себер юлына һөжүм итә. Сыбаркүл күленә еткәс, башҡорттар Урта йөҙ ҡаҙаҡтары менән аралашмаһын өсөн, ошондай исемле ҡәлғәғә нигеҙ һала. Һөйәнтүҙ ауылы халҡын ҡанһыҙ рәүештә юҡ иткәндән һуң, Тевкелев Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенән Яйыҡ буйлап түбәнгә йүнәлә.
1736 йылдың июнендә Килмәк Торатау янында Кириловҡа ҡаршы 8 меңдән ашыу башҡортто йыя. Ошо ваҡыт уға Солтан Морат Дюскеев килә һәм Румянцевта пленда булған Аҡайҙы азат итергә тәҡдим итә. 29 июндә Үрмәкәй (Урмекеево) ауылында, әлеге Туймазы районы биләмәһендә, яу була. Аҡайҙы азат итә алмайҙар, әммә баш күтәреүселәр 180 һалдатты үлтереп, күптәрҙе яралап, ҡаршы яҡты ныҡ ҡына ҡаҡшаталар. Тиҙҙән хөкүмәт Башҡорт комиссияһы начальнигын алмаштыра. Румянцев урынына ихтилалдар менән көрәш буйынса махсус органды бригадир Михаил Хрущев етәкләй. Килмәк уның менән бәйләнеш булдырырға, үҙ-ара килешеүгә саҡырырға теләй. Ошо маҡсат менән ул ике тапҡыр хат менән мөрәжәғәт итә. Тик Хрущев Румянцевҡа ҡарағанда ла ҡанһыҙыраҡ булып сыға.
Табынскиҙа булғанда Кирилов тоҙ ҡайнатыусы Иван Утятников менән Килмәкте ҡулға алыу буйынса план төҙөй. Балахон сауҙагәре Килмәктең элекке танышы була. Шуны файҙаланырға ҡарар итәләр. Кирилов Һаҡмар казактар ҡаласығынан киткәс, Утятников "знакумы"на, Петербургтан Өфөгә башҡорттар менән һөйләшә башларға кәрәклеге хаҡында хат килгән, тип хәбәр итә. Килмәк Өфө воеводаһы Степан Шемякинға был хаҡта белешергә кеше ебәрә.
Уныһы килешеүгә указ алыуын раҫлай һәм теймәҫкә ант биреп ышандыра. Туғандары, дуҫтары бармаҫҡа өндәһә лә, Килмәк ҡаты һуғыштан һәм аслыҡтан интеккән халҡы өсөн үҙенең әхлаҡи яуаплылығын тойоп, барырға ҡарар итә. 1737 йылдың 5 февралендә 25 кешенән торған ярандары менән Табынск ҡәлғәһенә килә. Бүләккә бер нисә тиҫтә ат, һыйыр, бер нисә батман бал, тун, аҡса алып бара (РГАДА. Ф.248. Кн.249. Л.908.). 9 февралдә Утятников оҙатыуында һәм үҙенең 7 иптәше менән Өфөгә килә. Шул көндә үк Шемякин планлаштырылған операция тураһында белгән Минзәләләге Хрущевҡа хат яҙа. Икенсе көнөнә үк көслө баҫым аҫтында Килмәк Нуғай һәм Себер юлдары юлбашсыларына ҡорал һалырға һәм баш эйеп килергә хат яҙа. 19 февралдә ул Аҡай, Себер юлы юлбашсыларының береһе Йосоп Арыҡов һәм башҡалар ябылған Минзәлә төрмәһенә килтерелә. Һорау алыуҙар башлана. 21 февралдә Хрущев Минзәләнән китә, уның урынын яуызлығы менән айырылған генерал Леонтий Соймонов ала. Килмәк менән Аҡайҙы, башҡаларҙы ла ҡаҙыҡҡа ултыртырға булалар. Әммә башҡа баш күтәреүсе командирҙарҙы өркөтмәҫ өсөн ваҡытлыса язаламай торорға бойороҡ килә. Был сара үҙенекен итә. Бер аҙҙан ошондай уҡ алдаҡ юл менән билдәле юлбашсы Көҫәп Солтанғолов ҡулға алына.
3 һәм 17 майҙа Килмәкте көрәштәштәренә яңы саҡырыу ебәрергә мәжбүр итәләр. Шул ваҡытта уға үҙенең ғаиләһенә хат яҙырға рөхсәт бирәләр. Көҙөн ул ғаиләһен Һәләүек йылғаһы башынан Ашҡаҙар сыҡҡан урынға ҡышлауға алып килә. Апрелдә уны, Кирилов бойороғо менәндер, бәлки, Һаҡмар казактары баҫып ала. Йөҙ тирәһе кеше һәләк була, шул иҫәптән Килмәктең улы Ҡотлобәк, ике туғандары Маитмәҫ батыр, Исмаҡ батыр, Мораптал һәм башҡа туғандары, ҡатыны Хәлимә, 10 йәшлек улы Ғүмәр һәм килене әсирлеккә алына. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: баш күтәреүселәрҙең береһе Һөйәрғол Сиремшанов та Килмәктең ике туғаны булған. Уның нәҫеле аҙаҡтан Көҫәпҡол ауылында йәшәне.
Май айында Соймонов язалауға күсә. 18 июнгә ул 98 кешене язалай. Властың ҡанһыҙлығы менән риза булмай, башҡорттар йыйылып хат яҙа, Килмәкте сығарыуҙарын һорай, ҡаршылашыуҙы туҡтатырға вәғәҙә итә һәм, әгәр сығармаһалар, һуңғы кеше ҡалғансы һуғышыуҙары менән янай (Материалы… Т.VI. С.506.). Хатта ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер ҙә Килмәкте азат итеүҙәрен үтенә (Материалы по истории Башкирской АССР. М.-Л., 1936. Ч.1. С.360). Билдәле булыуынса, ихтилал 1740 йылға тиклем дауам итә.
1739 йылдың ғинуарында Василий Татищев Мәскәү аша Петербургҡа бара, үҙе артынан Килмәк, Аҡай һәм Йосопто алып килергә бойора. Мәғлүм булыуынса, 1740 йылдың яҙында улар иҫән була әле (Материалы… Ч.1. С.418.). Уларҙың әйләнеп ҡайтыуы тураһында бер ниндәй документ та юҡ. Халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән был батырҙар язаланып үлтерелгән тип уйларға урын бар.
Салауат ТАЙМАҪОВ,
тарих фәндәре кандидаты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА