«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮК ЙҮТӘЛ
+  - 

Күк йүтәл, быума йүтәл тип йөрөтә уны халыҡ. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяла йыл һайын 500-600 бала тап ошо күк йүтәлдән үлә. Быума йүтәл (коклюш) - бактериаль сир, ул кешенән кешегә күсә, тик бының өсөн ныҡ яҡын контакт булырға, мәҫәлән, балалар бергә уйнарға, аралашырға тейеш. Йәғни, асыҡ һауала бактерия йәшәй алмай, шуға ла ауырыған кешенең эргәһенән үтеп китеп кенә уны йоҡтороп булмай.

Сирҙең иң ҡурҡыныс яғы шунда: быума йүтәл башланғансы уҡ кеше уны башҡаларға йоҡтора башлай. Унан һуң тағы ла 2-3 аҙна йоғошло иҫәпләнә. Күк йүтәл бигерәк тә 2 йәшкә тиклемге балалар өсөн ҡурҡыныс. Шуға ла баланың кем менән уйнауына иғтибар итергә, йүткереүсе балалар менән аралашыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
Исеме үк әйтеп тороуынса, сир ваҡытында бала быуылып йүткерә. Уны 100 көнлөк йүтәл тип тә атайҙар, сөнки оҙаҡ үтә. Инкубацион осоро 4 көндән 2 аҙнаға тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә бактерия тын юлдарында үрсей - еңелсә тымау башлана, бала һирәк кенә йүткереп ала. Шуға ла ата-әсәләр борсолмай ҙа, уны дауаламай ҙа тиерлек. Тик йүткереү башта уҡ нисек ҡоро булған, шулай ҡала, йомшармай. Әгәр ҙә ауырыу башланып ҡына торғанда ниндәйҙер шик бар икән, мәҫәлән, сирле кеше менән аралашҡанһығыҙ, балалар баҡсаһында балалар ауырыған, шунда уҡ анализ биреп, дауаланыу яҡшы буласаҡ. Тик күпселек осраҡта күк йүтәл һуң беленә.
Быума йүтәл шуныһы менән айырылып тора - бала тын алырға ла өлгөрмәй быуылып йүткерә. Ҡапыл тын алып ебәргәндә лә тын һыҙғырып, хырылдап тора. Ул реприза тип атала. Ҡоро көслө йүтәл һәм ошо реприза булыуынан сирҙе танырға була. Ауыр осраҡтарҙа йүтәл өйәнәге 4-әр минутҡа етә. Баланың бите ҡыҙара, ҡайһы саҡта тире һәм күҙ капиллярҙарында ҡан һауыуҙар була. Шулай уҡ йүтәл ваҡытында баланың телен сығарыуы, күҙенән йәш ағыуы ихтимал. Яйлап йүтәл өйәнәктәре кәмей, ул ябай йүтәлгә әйләнә һәм тағы ла 2 аҙна дауам итә.
Бер йәшкә тиклем балаларҙа ул ныҡ ҡурҡыныс үтә, бала бер нисә сәғәт эсендә тын ала алмай башлауы бар. Шуға ла мотлаҡ стационарҙа дауаланыу кәрәк. Йәш балала йүтәл булмаҫҡа ла мөмкин, ул ныҡ итеп ҡысҡырып илағандан һуң бер-икене йүткерә һәм тын алмай башлай, йөҙө күгәрә. Был осраҡта уның тел тамырына баҫып, ҡоҫторорға кәрәк. Ҡоҫоу үҙәген эшләтеп ебәреү тын алышты яйға һаласаҡ. Файҙа булмаһа, яһалма тын алдырып, саф һауаға алып сығырға һәм тиҙ ярҙамға шылтыратырға.

Күк йүтәл тураһында тағы ла нимәне мотлаҡ белергә кәрәк?

Микробты нисек юҡҡа сығарыу, ниндәй дарыуҙар эсеү - быныһы табиптың бурысы. Шуға ла үҙаллы дауаланыуҙан һаҡланығыҙ. Бала күк йүтәл менән ауырыған икән, уның оҙаҡ йүткерәсәген дә аңлағыҙ. Әүҙем уйындар, йүгереү, һикереү йүткертәсәк, шуға ла тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Ризыҡты оҙаҡ итеп сәйнәгәндән дә яңы өйәнәк башланыуы ихтимал, аҙлап, әммә йышыраҡ ашау ҡулайыраҡ. Бүлмәлә саф һауа булһын. Быума йүтәл өйҙә яҡшы дауалана, шулай ҙа уның пневмония, бронхитҡа әйләнеп китеүенән һаҡ булырға кәрәк. Сирләүҙең 2-3-сө аҙнаһына температура күтәрелһә, хәл яҡшырғандан һуң йүткереү көсәйеп китһә, табипҡа мөрәжәғәт итергә. Вакцинациянан баш тартмаҫҡа ла кәңәш ителә.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 252

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru