«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЖМАХ БАҠСАҺЫЛАЙ ҒЫНА ИНЕ ИЛЕМ...
+  - 


"Борон - борон заманда беҙ йәшәгән ерҙәрҙә ҡуйы ҡара урмандарҙы тайыш табан айыуы, шеш ҡолағы - ҡуяны, ҡыҙ балалай наҙлыҡай, көлтә ҡойроҡ төлкөһө, йылғыр, ҡомһоҙ бүреһе, урман йәме боланы, ғорур, текә мышыһы үҙенә төйәк иткән, ти. Урман-ҡырҙарында иҫертерлек хуш еҫле мең төрлө сәскәләре тәсбих әйтеп ултырған, турғай башындай эре-эре ҡыҙыл еләктәре аяҡ баҫҡыһыҙ булып тәгәрәп бешкән, ти. Сылтыр-сылтыр шишмәләре урман шауын, ҡурай моңон, ҡоштар тауышын, һыуға килгән ҡыҙ-ҡырҡындың моңло йырҙарын үҙенә отоп алып, йырлай-йырлай ҙур йылғаларға барып ҡушылған, ти. Шишмә моңдарын тыңлап, көмөш һыуҙарын эсеп, кешеләр үҙҙәренә көс, дәрт, илһам алған. Саф, мул һыулы йылғаларында, тәрән күлдәрендә төрлө-төрлө балыҡтары кемуҙарҙан ярышып, һикерешеп уйнағанын күҙәтеү үҙе бер ҙур кинәнес булған, ти. Урмандарҙа ниндәй генә ағастар, емештәр үҫмәгән: аҡ күлдәкле, зифа буйлы һомғол ҡайындары, ғорур солоҡ ҡарағайҙары, меңйәшәр ҡарағастары, тарбаҡ- тарбаҡ имәндәре, шыбырлап ҡына сер һөйләр уҫаҡтары, сөм-ҡара күҙле муйылдары, сәскәләренән хуш еҫле бал тамып торған йүкәләре, сағандары, эре-эре ҡыҙыл муйынсаҡлы баландары, миләштәре, ашап туйғыһыҙ тәмле ҡарағаттары, татлы ҡурай еләктәре, һутлы сейәләре... Һарынаһы, балтырғаны, әтлеге, ҡымыҙлығы, ҡуҙғалағы, йыуаһы, оҫҡоно кешеләрҙең танһығын ҡандырған. Урмандарыбыҙ халҡыбыҙ өсөн йәшәү сығанағы, һыу һаҡлағыс, ете ҡат тун булған, ти.
Был ерҙәрҙә борон-борондан бик егәрле, эшсән, уңған халыҡ йәшәгән, ти. Баҫыуҙарында иген диңгеҙе тулҡынған. Көтөү-көтөү булып, һыйырҙары мөңрәшеп, аттары кешнәшеп, ҡолондары сырҡырашып, һарыҡ- кәзәләре мыҡырыҡлашып ялан тултырып үлән утлап йөрөгән, ти. Аҫты ла, өҫтө лә хазина еребеҙҙә халыҡтарҙың һил генә, татыу ғына йәшәүе ҡайһы бер ҡалын кеҫәле һөмһөҙ әҙәми заттарға һис кенә лә оҡшап бөт-мәгән, ти. Был халыҡтың илһөйәрлек тойғоларын үлтереп, рухтарын һындырып, ожмах баҡсаһындай бай ерҙәренән төңөлдөрөп, үҙебеҙ хужа булып алайыҡ әле, тип үҙҙәренең ҡара ниәттәрен бойомға ашыра башлағандар, ти. Тәүҙә күпләп-күпләп урмандарын ҡырғандар, шунан ерҙең аҫтын өҫкә әйәндереп, алтын-көмөштәрен соҡоп алғандар, ти. Ҡайһы бер шаулап үҫкән урмандар урынында бер нәмәгә ярамаған, файҙаһыҙ һары сәскәләр менән ҡапланған ҡола яландар тороп ҡалған, ти. Күп кенә шишмәләр ҡороған, элек ат йөҙҙөргән йылғалар инеш кенә булып ҡалған, ти..."
Мин был әкиәтте ҡыҙыҡ өсөн генә яҙманым. Ҡыҙғаныс: әгәр ҙә байлыҡ өсөн ҡыҙығып, тәбиғәтебеҙҙе таларға, ҡырағайҙарса ҡырырға юл ҡуйһаҡ, киләсәктә беҙҙең ейәндәребеҙ үҙҙәренең ейәндәренә ошондай күңелһеҙ әкиәттәр һөйләйәсәк. Килер быуын беҙгә ләғнәт уҡыясаҡ.
Борон ата - бабаларыбыҙ тәбиғәткә шул тиклем һаҡсыл ҡарашта булған. Бөтә урманды ҡырғын яуы һымаҡ ҡырмағандар. Ағасты ҡыш көнө генә ҡырҡа торған булғандар. Япраҡ ярғас, ағас ҡырҡыу гонаһ һыналған. Санитар ҡырҡыу, тип, һайлап ҡына ҡырҡҡандар. Хәҙерге ваҡытта йәй ни, ҡыш ни, ағастың йәшеме, ҡартымы, ҡарап тормайҙар, көнө-төнө ҙур-ҙур машиналары менән ташый ғына беләләр. Интернеттан километрҙарға һуҙылған вагон-вагон ағастарҙы күргән һайын, ултырып иларлыҡ бит. Бөтә Башҡортостаныбыҙ буйынса киҫелгән был хәтлем дә ағастар ҡайҙа китә ул?
Әллә кемдәрҙең күңелен күрәбеҙ, тип, илебеҙ менән урмандары ҡырылған, хазиналары соҡоп алынған, яландары, тауҙары аҡтарылған шөкәтһеҙ ерҙә ултырып ҡалмаҫбыҙмы? Тәбиғәттә бөтәһе лә бер-береһе менән бәйле бит, һуңынан афәттәр булмаҫмы?..
Бер ҡусты тейеш кеше ағасты киҫкән дә, ауҙармаған килеш, арбаһы менән ултыртып ҡалдырып ҡайтып киткән. Кәләш алған булған. Туйын үткәрергә өс кенә көн ҡалғанда теге ағас эргәһенән үтеп барғанда ауҙармай ҡалдырып киткән ағасы өҫтөнә йығылып, ҡусты һәләк булды. Ололар: "Ағастың да хәтере бар шул",- тинеләр. Аяуһыҙ ҡырылған бөтә урмандарҙың да хәтерҙәре бик шәп, хәтәр булыр ул.
Ҡәйепҡол ауылы эргәһендә, Ҡарағош ояһы ерендә, эзбиз сығарабыҙ, тип ерҙең аҫтын-өҫкә әйләндереп һалып ҡуйҙылар. Ерҙе аҡтармаҫ элек шул яҡтан ҡабарып ҡара болоттар сыҡһа, һис шикһеҙ, ямғыр яуыр ине. Хәҙер болоттар шул урынға килеп етәләр ҙә, икегә бүленеп, Ураҙ, Миндәк яғына боролоп китә лә баралар, ямғыр яумай.
Ҡотой, Ҡолош, Ҡәйепҡол эргәһендәге дым һаҡлар урмандары ҡырҡылып, ҡола яландарға әйләндерелгәс, Шәгәр, Рәҫтәк йылғаларын тулыландырып торған күп кенә шишмәләр ҡороно. Элек был йылғаларҙа ат йөҙҙөрөрҙәр ине. Бик аяныслы: йылғаларыбыҙ хәҙер инеш кенә булып ҡалдылар. Үҙемдең тыуған ерем Бөрйән районында Нөгөш йылғаһы буйлап йәй буйына кәмәләрҙә туристар аға торғайны. Ниндәй ҙур йылға Нөгөш тә хәҙерге көндә тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып бара... Өс йәшлек игеҙәк ейәндәремде эйәртеп, элек һабантуйҙар үткәрелгән ергә китеп барам. Юл буйынса:
- Ҡоштар ни эшләй?
- Ҡоштар һайрай.
- Балыҡтар йөҙә.
- Йылға аға, - тип һөйләндерәм.
Иҫтәрендә ҡалдымы икән, тип, ҡайтышлай тағы ла шул уҡ һорауҙарҙы бирәм.
- Йылға ни эшләй? - тип һорайым, "Йылға аға"тигән яуапты ишетәм икән тиһәм, ейәндәремдең береһе:
- Өләсәй, йылға бес итә, - тип яуапланы. Ысынлап та, Шәгәребеҙ сөптөрләп кенә ағып тора шул.
Тәбиғәттә бөтәһе лә үҙ урынында. Һәр йән эйәһе үҙенә тәғәйен урында йәшәргә тейеш. Айыу, бүре, төлкөһө - урманда, балығы йылға- күлдәрендә, аты, һыйыры, һарығы, кәзәһе сәскәле болондарҙа татлы үҫемлектәрҙе утларға тейеш. Һуңғы ваҡытта йыш ҡына айыу- бүреләрҙең кеше йәшәгән ерҙәргә килеп, урамдарҙа хужаларса йөрөүен, сүп-сарҙарҙы аҡтарыуын төшөрөп интернетҡа һалалар. Был күренештәр бер ҙә ҡыҙыҡ түгел. Йәшәгән төйәктәре урмандар ҡырылып, тәғәм итер йәнлектәре бөткәс, улар ҡайҙа барырға тейеш һуң? Урамда йөрөгән берәҙәк эттәр кеүек, кешеләргә ташланырға ла күп ҡалмаған.
Магазин кәштәләрендә хәҙер ҡайҙан ғына килтерелмәгән дә, ниндәй генә һөт ризыҡтары юҡ. Ҡайһы һөт тәмлерәк, фаҙалыраҡ? Магазиндарҙа һатылған төрлө химикаттар ҡушылған һөтмө, ҡыбырламай ғына тик бесән ашап торған һыйыр һөтөмө, әллә болондарҙа хуш еҫле үлән ашап йөрөгән һыйырҙыҡымы? Беҙ бала саҡта аллергияның нимә икәнен дә белмәнек. Хәҙер күп кенә балалар шул сир менән яфалана. Ул химикаттар ҡушып эшләнгән һөт ризыҡтарының составын кем тикшереп ҡараған? Элек халыҡ контроле була торғайны, хәҙер улары ла юҡ.
Файҙалы ҡаҙылмалары алынғандан һуң, күп кенә ерҙәрҙә рекультивация үткәрелмәй, халыҡҡа киренән тапшырылмай ҡалдырыла, шунлыҡтан, сәсеүлектәр юҡҡа сыға, көтөүлектәр ҙә ныҡ кәмей. Ниндәй генә компаниялар килеп эш асһалар ҙа, иң беренсе нәүбәттә халыҡтың һаулығын ҡайғыртыуҙы алғы планға ҡуйырға, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙе, инфраструктураны яҡшыртыуҙы күҙ уңында тоторға тейештәр. Тыуған еребеҙ, тәбиғәтебеҙ юҡҡа сыҡҡанда, нисек кенә итеп тыныс йәшәргә була? Берәй сараһын күреп, был тәртипһеҙлектәрҙе, сикһеҙлекте туҡтатып булмаймы ни? Ҡайҙа һеҙ, халыҡ һайлап ҡуйған депутаттар, экологтар, ғалимдар, юристар?

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
Учалы районы Ҡәйепҡол ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 195

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru