«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Халыҡтарҙың бөйөк күсеше эпохаһы (IV-V б.б.)

Керамиканан бейек булмаған яҫы төплө көршәктәр һәм бер ҡолаҡлы кувшиндар табыла, улар формалары буйынса II - IV быуаттарға ҡараған Көньяҡ Урал ҡурғандарында табылған һауыт-һабаны хәтерләтә. Уларҙы ер өйөмдәренең һәм ҡәберҙәрҙең күбеһенең формалары һәм үлсәмдәре яҡынайта. Әммә Салих ҡурғандарына бер килке яңы һыҙаттар хас, уларҙың килеп сығышын гундарҙың урындағы ҡәбиләләргә мәҙәни йоғонтоһо менән аңлатыу фарыз. Уларҙан иң элек табуттар ҡуланылыуын һәм ҡәбер өҫтәренә таштар һалыныуын, үлгәндәрҙе төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләүҙе атап була. Төҙөлөшө һәм табылдыҡтар составы буйынса Салих ҡурғандарына унан йыраҡ булмаған Дербенев ҡурған ҡәберлеге бик яҡын.
Салих ҡурғандары тибындағы ҡомартҡылар Көньяҡ Уралда берәм бөртөк кенә түгел. Мәҫәлән, уларҙан Орск ҡалаһынан йыраҡ булмаған Джанаталап ауылы янындағы 9-сы һанлы ҡурған бер нисек тә айырылып тормай, унда ерләнгән мәйет табутҡа һалынған, ҡәбер төбөнә туҙ түшәлгән була. Деформацияланған баш һөйәге унда яңы замандың иң мөһим күрһәткесе булып тора. Б.э. тиклем III - II быуаттар сигендә Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән баш һөйәген оҙонайтыу йолаһы инде киң таралыу таба. Ҡәберлектә IV - V быуаттар өсөн типик булған балсыҡ һауыт-һаба (түңәрәк төплө кувшиндар) һәм йүгән биҙәүестәре (уның күн бауҙарына беркетелгән ваҡ металл биҙәүестәр, ауыҙлыҡтар). Соль-Илецкҡа яҡын Мертвые Соли ауылы янындағы ҡурғанда шундай уҡ инвентарь табылған.
Дала халыҡтарының Урал-Волга буйының урманлы дала һәм урманлы райондарына үтеп инеүе шул тиклем киң күләмле була, уларҙың ҡайһы бер төркөмдәре Пермь крайына һәм Түбәнге Кама буйына тиклем барып етә. Бында Качка һәм Харино тибындағы ҡурған ҡәберлектәренең хасил булыуын ошоға дәлил итеп ҡарап була. Әммә улар араһында Татарстандағы Турай ҡурғандары бигерәк тә үҙенсәлекле, уларға дүрт мөйөшлө ҡәбер соҡорҙары төбөнә табуттарҙа йә иһә ағас улаҡтарға (ялғаштарға) һалып ерләү йолаһы хас.
Салих ҡурғандарындағына оҡшаш бәғзе бер ҡәберҙәрҙең стена буйҙарында киртләстәр (ырмауҙар) була, ер өҫтөндә уларҙы таштарҙы теҙеп һалып йә иһә ҡәбер өҫтәрен таштар менән ҡаплап билдәләгәндәр. Ерләү йолаһының түбәндәге детале яҡшы беленә: күп кенә ҡурғандарҙың ер өйөмө аҫтында усаҡ эҙҙәре һаҡланып ҡалған. Был ҡәбер ҡаҙығанға тиклемме, ә бәлки, унан һуңдырмы, үлгәндәр хөрмәтенә ҙур усаҡтар яғылыуын, уның әйләнәһендә серле йолалар үтәлеүен күрһәтеп тора. Ерләү йолаһының ошо детале гундарҙың IV-V быуаттарҙа Византия тарихсылары тарафынан ентекләп яҙып ҡалдырылған ғөрөф-ғәҙәттәренә тулыһынса тап килә. Уларҙың раҫлауына ярашлы, көнбайыш гундары "усаҡтар тирәләй шәрә көйө, ауыҙҙарына ҡылыстарын ҡабып, ҡырағай күмәк бейеүҙәрен башҡара". Ҡурғандарҙа саманан тыш бай әйберҙәр йыйылмаһы һаҡланған. Уларҙа оҙон ҡылыстар табылған, улар ҡыҙыл төҫкә буялған күн тире менән ҡапланған ҡындарҙа йөрөтөлгән. Яҫы төплө балсыҡ һауыт-һаба, хәнйәрҙәр, балталар, бил ҡайыштарының ҡаптырмалары һәм башҡа биҙәүес әйберҙәре бар. Оригиналь булғандары иҫәбенә ҡыҙыл төҫкә буялған, тотҡаһы эт башы рәүешендә яһалған ағас һауытты, яу ҡорамалдарын: бармицалы торҡаны, һайман (кольчуга) һәм пластинкалы ҡояҡты (панцирь) индерергә була.
Табылған әйберҙәр йыйылмаһы Турай ҡурғандарында, башлыса, арҙаҡлы һәм бай яугирҙарҙың ерләнеүен раҫлай, был Кама буйының уң яҡ ярындағы урманлы ерҙәрҙә лә тормоштоң тыныс булмауын күрһәтә. Ошоға бәйле ике ҡурғанда башһыҙ мәйеттәр ерләнгән ҡәберҙәр табылыуы билдәле бер ҡыҙыҡһыныу уята. Күрәһең, был яугирҙар алышта һәләк булған, ә уларҙың баштарын дошмандары киҫеп алып киткән. Был йола бик борондан бирле дала күскенселәренә хас булған. Ул Геродоттың скифтар хаҡындағы, боронғо Ҡытай тарихсыларының гундар хаҡындағы яҙмаларында сағылыш тапҡан. Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, гундар үлтерелгән дошмандарының баш һөйәктәренән, тышҡы яғынан күн, йә иһә алтын менән ҡаплап, һауыт яһағандар. Ҡытай сығанаҡтарынан юечжиларҙың үлтерелгән дошмандарының баш һөйәктәрен тап шулай ҡулланыуҙары хаҡында билдәле. Турай табылдыҡтары бындай йоланың IV-V быуаттарҙа Урал һәм Урта Волга ҡәбиләләренә лә билдәле булыуына дәлил.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.11.23 | Ҡаралған: 145

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru