«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫУАТ АРЪЯҒЫНАН СӘЛӘМ, ЙӘКИ КРУКОВСКИЙ БӨГӨН КЕМДЕ ҺАЙЛАР?
+  - 



Салауат районының үҙәге Малаяҙ ауылы уртаһында оло тирмә булып ҡалҡып торған күркәм бина - Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлай улының музейы. Тыуған яҡты өйрәнеү эшенә ҙур өлөш индергән һәм Салауат батыр төйәгенең йөҙөн аса торған мәҙәни үҙәк ул.

Беҙ барып ингәндә башҡорт милли кейемендәге йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ музей етәксеһе Зилә Садиҡова янында торған йәш егеттең ("Янғантау" геопаркы" хеҙмәткәре Айрат Ғәлиев булып сыҡты ул) сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йотлоғоп тыңлай ине.
- Мин фотоларға аңлатмала "Азекево", "Яхья", тигән яҙыуҙарҙы күреп ҡалдым. Былар бит минең тыуған яғымдағы ауыл исемдәре! Иғтибарлап ҡараһам, ысынлап та, Салауат районы яғында бынан йөҙ ҙә ун йыл әүәл, 1908 йылда, рус ғалимы һәм этнографы Михаил Алексеевич Круковский беҙҙең яҡ кешеләрен фотоға төшөргән. Был һүрәттәр бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейында - данлыҡлы Кунсткамерала һаҡлана. "Көньяҡ Урал. ХХ быуат башы. М.А. Круковский, № 1919-84, 94, 110, 365-сы номерлы фотолар", тип эҙләп табып була, - тип аңлата егет.Йәш егет йыйылған халыҡҡа күренекле этнограф М. Круковский (1865-1956) арҡаһында тарихи фотоларҙа ҡалған башҡорттарҙың тарихын, ҡиәфәтен, көнкүрешен, эш-хеҙмәт рәүешен, кейемдәрен, йөҙҙәрен, хатта милли характерын яңынан асыуын ҡыуаныслы тулҡынланып, бәйнә-бәйнә һөйләй. Салауат Юлай улы музейында асылған фотографиялар күргәҙмәһен дә ул үҙе әҙерләп алып ҡайтҡан - фотоларҙы бик ныҡ ҙурайтып, яҡшы сифатлы фотоҡағыҙҙа баҫтырған. Хәҙер улар иркен фойе стеналары буйлап теҙелгән: һәммә кеше ентекләп ҡарарлыҡ һәм өйрәнерлек. Салауат төбәгенең ҡыҙыҡлы һәм мөһим булған хазинаһын - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен теүәл сағылдырған фотогалерея хасил булған. Тимәк, был йәһәттән әҙер фотоәсбап бар, бары тик тейешле туҡыма һәм биҙәүестәр табырға һәм милли кейемде тергеҙергә генә ҡала.
Ысындан да, ул көндө район мәҙәниәт йортонда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙе кейгән йәки тегергә әҙерләнгән милли кейемде ошо фотокүргәҙмәләге кейемдәр менән сағыштырып ҡараны. Һәр хәлдә, Салауат районында "Дуҫлыҡ күпере" төбәк фестиваль-эстафетаһын йомғаҡлау кисәһенә йыйылған ағинәйҙәр Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан - төньяҡ-көнсығыш яҡтан килде. Ҡыҙғанысҡа күрә, улар менән бер ишерәк итеп, тәмбәрә-тамбур ысулы менән ҡайылған күлдәктәр, ҡалпаҡтар кейергә яратҡан Силәбе, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Ҡурған яҡтарынан да килеүселәр булһа, төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан вәкилдәре күберәк күренер ине. "Дуҫлыҡ күпере" барыһын да саҡыра һәм йыя, юғиһә, был - бөгөнгө мәҙәни баҫҡыс.









Бик ихласлап әҙерләнгән салауаттар "Дуҫлыҡ күпере"нә: башҡорт милли кейемдәрен тегеү оҫталары үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, сәхнәлә бер-бер артлы ағинәйҙәр башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен башҡарып сығыш яһай. Туҡта, яйлап ҡына тамаша залы янындағы "милли кейем йәрминкәһе" буйлап үтәйек. Ахун ауылынан ҡул эше оҫтаһы Филүсә Хөснөтдинова башҡорт ҡатындарының ҡалпаҡтарын тегеп, уларҙы үҙе уҡалап, һәп мәрйен менән ҡайып эшләргә өйрәнгән. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева унан ҡалпаҡ һатып алып, миңә бүләк итте: башыма бик матур ҡара бәрхәттән тегелгән, көмөш уҡа өҫтөнән сейә төҫөндәге ваҡ мәрйен теҙелгән таҡыя-ҡалпаҡты кейеп ебәрҙем... Күптәнге хыялым бар шул: үҙебеҙсә, башҡортса ҡалпаҡ кейеү. Минең һөйөнгәнде күреп, оҫтаһы Филүсә йылмайып тора. Ҡояш кеүек алсаҡ ине уның йылмайыуы. Рәхмәт яуғыры, ҡулының ҡоросо кәмемәһен, хеҙмәтенең мәнфәғәтен күрһен. Тик уға "Башҡорт милли кейемдәре"н өйрәнгән Светлана Шитова, Наил Бикбулатов китап-альбомдарын бик ентекләп өйрәнергә кәрәк. Бигерәк тә рус этнографы Сергей Руденконың "Башҡорттар" китабындағы уникаль фотоларҙы күрергә һәм белергә кәрәк: унда ике йөҙҙән артыҡ һарауыс - сигелгән маңлайса өлгөһө бирелгән. Тамъян, табын, үҫәргән, бөрйән, ҡатай башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының маңлайса-һарауысына ҡайылған орнаменттар иң боронғо төрки һәм орхон тамғаларына барып тоташа, тип яҙа ғалим. Тимәк, башҡорт ҡалпаҡтарын биҙәгәндә бик уйлап-абайлап эшләргә кәрәк. Боронғолоғобоҙҙо һис тә иҫтән сығармаҫҡа, булғанға таянып яңыртырға! Минеңсә, был девиз беҙҙең һәр кемебеҙгә, һәр эшебеҙгә, милли кейем, биҙәүес яңыртыусыға ҡағыла. "Башҡортостандың төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм көнбайыш яғында башҡорт ҡатындары ҡалпаҡ кейә: тәңкәле ҡалпаҡ, мәрйенле ҡалпаҡ, ҡыя ҡалпаҡ, сикә ҡалпаҡ, тупый ҡалпаҡ, уҡалы ҡалпаҡ һ.б. тигән әллә нисә төрө бар. Башҡорт ҡалпағы артыҡ бейек түгел - ике-өс илеләй генә тәрәнлектә була, баш түбәһен йәки сикәне ҡаплап тора. Башҡорт ҡалпаҡтары күберәк яулыҡ аҫтынан кейелә, шуға күрә башлыса ал яҡтан ғына биҙәлә. Ҡайһы берҙә уны "таҡыя", "тупый" тиҙәр, ләкин "ҡалпаҡ" тип тә йөрөтәләр. Ҡыҙҙар ҡалпағы, әбейҙәр ҡалпағы, тигәндән уларҙың формаһын, биҙәлешен, хатта ниндәй туҡыманан тегелеүен кеше белеп тора". Был мәғлүмәтте мин Салауат районында һәм Балаҡатай районында ишеттем.
... Ә Малаяҙ уртаһында, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә байрам геүләй. Ағинәйҙәр майҙан тота унда. Ағинәйҙәрҙең төп маҡсаты - башҡорт халыҡ йолаларын һәм халыҡ тәрбиәһе нигеҙҙәрен һаҡлау һәм таратыу, ата-бабаларҙың рухи мираҫына мөхәббәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, туған телде өйрәтеү һәм һаҡлау, фольклор өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу. Был турала уларҙың уставында ҡәтғи яҙылған. Салауат районындағы ун ике ауылда ағинәйҙәр төркөмдәргә тупланып, ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер төптән эш башлаған. Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Көнһылыу Ҡазыхан ҡыҙы Ғәлиева ил тыныслығы һәм халыҡ тәртибе өсөн янып йөрөгәндәр - илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡтан ҡасмай, киреһенсә, ауыл кешеһенә, бигерәк тә йәш быуынға беренсе ярҙамсы һәм кәңәшсе, тип нарыҡланы ул ағинәйҙәрҙе.
Бына сәхнә тулып Урмансы ауылы ағинәйҙәре бейей: биҙрәләр сиртеп, таҡмаҡ әйтеп ярышыу - ҡыҙҙар уйыны күренеше. Баш ағинәй бурысын йөкмәгән Хәлиҙә Йәнмырҙина әйтеүенсә, "йырлы-бейеүле милли уйындар һәр ауылда үҙенсә яңыртыла, үҙенсә таҡмаҡтар, көйҙәр менән йәшәй, бары тик уларҙы иҫкә төшөрөп башҡарыусылар ғына һау булһын". Урмансыларҙың һүҙен йөпләп, сәхнәне Ишембай ауыл биләмәһе ағинәйҙәре "баҫып ала": баш ағинәй Альмира Хизбуллина етәкселегендә улар "Яхъя ауылы таҡмаҡтарын" гөрләтә. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтеү - һәр табын-йыйынды биҙәгән ауыҙ-тел ижады өлгөһө генә түгел, таҡмаҡтар кешене үткер тел, сая тәнҡит, шаян кинәйә менән аралашыу йолаһына ла өйрәтә. Михаил Круковский фотоларында Яхъя ауылының ир-егеттәре, балалары ла һүрәтләнә. Уларҙың йөҙҙәренә ҡарап, ҡайһы бала кемдең, ҡайһы араның тоҡомо икәнде танып һәм хәҙерге ниндәй быуындың ата-бабалары икәнен дә төҫмөрләп була, тип көлөшә бөгөнгө яхъялар. Егерменсе быуат башынан алып бик яман һынауҙар кисергән халҡыбыҙ, ауыр йылдарҙа уның яртыһы астан, һуғыштан, репрессияларҙан ҡырылған. Шулай булһа ла һаман ырыу-заттарҙы барлауҙан һәм тергеҙеүҙән баш тартмайбыҙ. Ил йолаһы нимә ти: боронғоно белһәң, бөгөнгөң көлөп торор.
Әлкә ауыл биләмәһенән бер төркөм ҡатындарҙы баш ағинәй Ләлә Кәримова әйҙәп алып килгән. Әлкәләр яңы күлдәктәрен күрһәтеп, өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейене, таҡмаҡ менән йомаҡ ҡойҙо, әйтеш әйтте. Әлкәләрҙән йыр сәләме булып Вәдиғә Дәүләтшинаның тауышы сыңлап киткәс, 1994 йылдарҙағы Салауат Юлаев көндәре иҫкә төштө. Ул ваҡытта тәүгеләрҙән булып башына таҫтар ябынған Вәдиғә апай Салауатҡа ҡобайыр әйтте, уның саф көмөш тауышы Йүрүҙән буйлап алыҫтарға таралды, күңелдәргә һеңеп ҡалды. Беҙҙең йыраусыбыҙ, тип тыңлап туймай уны яҡташтары. Вәдиғә апай Әлкә мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт орнаменттарын өйрәтеп, хеҙмәт дәресе кабинетын башҡорт өйө һымаҡ биҙәп, ауылдың өлкән ҡул эше оҫталары менән бергә күргәҙмәләр ҡороп, дәрес үткәрә торғайны. Әле лә ул Әй-Йүрүҙән буйы башҡорттарының кейемен күтәрмәләп-хуплап йөрөүсе халыҡсан рух эйәһе булып, хөрмәт ҡаҙанып йәшәй.
Салауат ауылы биләмәһенә ингән Ҡалмаҡ менән Малаяҙ ҡыҙҙары баш ағинәйҙәре Лилиә Кононова әйҙәүендә "Дуҫлыҡ күпере"нә тиҙәйткестәр әйтеп, халыҡтың күңел асты. Был жанр хәҙер халыҡсан ауыҙ-тел ижады китабында йәки бик тә телдәр кешенең тел осонда ғына һаҡланалыр, тиһәк, Ҡалмаҡ ҡыҙҙары менән малаяҙҙар телдәре телгә йоҡмай, бер-бер артлы ярышып тиҙәйткестәр теҙҙе. Ифрат та ҡыҙыҡлы һәм матур күренеш икән туған телдең гөрләп торған йор шишмәләй ағышын ишетеү! Тиҙәйткесте сәхнәнән башҡарыу бөгөнгө кәмит һәм шаяниум кисәләренән кәм түгел икән дә! Улар ҡатнашыусыны ла, тыңлаусыны ла йәнләндерә, һоҡландыра, ғәжәпләндерә! Шулай итеп, Ҡалмаҡ-Малаяҙ төркөмө сығышында башҡорт теленең моңо, байлығы, образлылығы, тапҡырлығы асыҡ күренде, бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ йөрәккә май булып яғылды, хәтерҙә ҡалды. Тикмәгә генә беҙҙе әсәйҙәр бала саҡтан тиҙәйткес, йомаҡ, мәҡәл менән үҫтермәгән. Уларҙы белмәгәндәр "ағас тел", "һыныҡ тел" булып интегеп йәшәйҙер.
Салауат районында Мөрсәлим тигән боронғо ауыл бар, уның биләмәһенә йәнә Ҡарағол, Башҡорт Илсекәйе тигән ваҡ ауылдар ҡарай. Баш ағинәйлек вазифаһын тырышып йөкмәгән Фәриә Ниғмәтова менән Рәфилә Сәйетғәлиналар тамаша залын геү килтереп йомаҡ ҡойҙо. Ғүмерҙә лә ишетмәгән серле йомаҡ-йомғаҡтар бөтә кешегә оҡшаны, гүйә, туған тел байрамы башланды! Бик тә образлы, сағыу беҙҙең телебеҙ, уның тылсымын йомаҡтар ҙа һаҡлай икән. Беҙ йомаҡ ҡойоу, йомаҡ әйтешеү кеүек зирәклек ярыштарын онотоп, үкенескә ҡаршы, отолабыҙ ғына.
Бына шулай салауаттар ағинәйҙәр йыйынын халыҡ ижады байрамына әйләндерҙе. Башлыса мәктәп уҡыусыларына ғына өйрәтелә торған ауыҙ-тел ижады өлгөләре өлкәндәр өсөн шулай уҡ танһыҡ һәм мәғәнәле. Тирмән ауылының баш ағинәйе булған Фәнүзә Шакирова етәкләгән төркөм "Косилка-молотилка" йырлы-бейеүле уйынын башҡарғанда ла һәр таҡмаҡ, һәр тыпырлаҡ кешеләрҙең күңеленә тормошҡа дәрт, йәшәүгә өмөт уятыусы бер ишара икәне күренде. Артабан сәхнәлә бик һирәк осрай торған, әммә һәр башҡорт йөрәген йылытырҙай яҡты тамаша балҡыны: Янғантау ауылы биләмәһенә ҡараған Илтәй, Сулпан, Комсомол ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр төркөмө "Ҡурайға тәңкә тағыу" йолаһын күрһәтте. Ҡурай моңона рәхмәтле кеше күп, ул моң ҡурайсы йөрәгенән бәреп сыҡҡан шишмә тауышы икәнен дә беләбеҙ. Оҫта көйсөгә ярҙам, бәрәкәт бирергә теләп, уның ҡурайына тәңкә тағыу бик тантаналы күренеш. Баш ағинәй Әлиә Ишбулдина был күркәм йола менән бергә халыҡтағы "алғыш әйтеү", "теләк теләү", "көй ҡотлау" кеүек саф, ихлас энергетикалы мәлдәрҙе лә күҙ алдына баҫтыра алды.
Халыҡ ижады бары тик эш-хеҙмәт эсендә, туҡ һәм бәрәкәтле тормош булғанда сәскә ата. Мәсетле ауыл биләмәһенә ингән Ахун, Мәсетле, Көҫәпәй тигән ауылдарҙан килгән ҡатындарҙы Фәнзиә Ханова, Зилирә Сабирова, Алһыу Ғәзизовалар әйҙәп йөрөй. Улар бергәләп "Шәл бәйләнем" көйөнә бейеү башҡарҙы. Әйткәндәй, уҙған йылдың декабрендә Өфөлә 6-сы Бөтә Рәсәй "Ладья" халыҡ-ара һөнәрмәндәр фестивале үтте, шунда Салауат районы мамыҡ шәл бәйләүселәре лә ҡатнашты. Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһы етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова Салауат яғында ла оҫта шәлселәр булырға тейеш, тип иҫәпләй. Был боронғо кәсептең бөтә Башҡортостан өсөн киң таралған булыуын ағинәйҙәр сығышы данлап ҡеүәтләне.
Сәхнәгә Таймый ауылы биләмәһенең Ташауыл, Иҙелбай ауылдарының ҡыҙҙары теҙелә. Баш ағинәйҙәр Зөлфиә Миңнеғолова менән Миндинур Шәйбәковалар: "Ҡаршы алығыҙ! Йүрүҙән буйы таҡмаҡтары менән йолаларын отоп алығыҙ!" - тип һөрәнләй. Ысынлап та, йырлы-бейеүле ижады менән үҙенсәлекле Йүрүҙән буйы. Халыҡ бейеүҙәрен өйрәнеүсе ғалимдар был яҡтың бейеүселәрен күреп, тотош диссертациялар яҙыр ине. Һәм яҙасаҡ та, сөнки бөгөн дә ағинәйҙәр төркөмө уникаль бейеү алымдарын, тыпырлаҡ, хәрәкәттәрҙе теүәл итеп, үҙгәртмәйенсә күрһәтеп бирә ала. Таймый бейеүселәрен Арҡауыл биләмәһе ағинәй-аҡһаҡалдары алмаштыра. Баш ағинәй Гөлнур Мөхәмәтшина "Ҡара-ҡаршы бейеү" иғлан итә. Электән йәше-ҡарты бик яратып һәм бер ҡасан да ташламай-онотмай башҡарған уйын күренештәренең береһе ул "Ҡаршы бейеү". Арҡауылдың рухи хазиналары бының менән генә бөтмәй, төбәктең сәмле, һәләтле, ғәмле кешеләре әле бик күп тамаша төрҙәрен алға сығарып, илгә күрһәтергә әҙер. Торналы ауылы төркөмөн етәкләгән баш ағинәй Зөлфиә Хисмәтуллина "Әй ынйылары" халыҡ бейеү ансамбленең сығышын тәҡдим итә. Ғәжәп йәмле һәм бай Салауат төбәген иңләп-буйлап аға Әй менән Йүрүҙән йылғалары, шуларҙы һыулап йәшәгән заттар ошо хозурлыҡ эсендә ижад итә. Шуға ла уларҙың данлы йылғалары хаҡында йырҙарын бөтә башҡорт иле яратып йырлай.
Лағыр тигән боронғо тарихлы ауыл да бар Салауат районында. Уның ауыҙ-тел ижады ағинәйҙәргә бик таныш. Баш ағинәй Рәфисә Басирова "Саҡ-Суҡ" башҡорт халыҡ бәйетен сәхнәләштергән тамаша ойошторған. Нисә быуын әҙәм балаларын тәрбиәләгән был мәшһүр бәйет моңо һәр кемгә бөгөнгө йыйындың төп мәғәнәһен дә асып бирҙе: бары тик татыулыҡ һәм кешелеклек менән генә йәшәү йәме табыла...

Шулай итеп...
"Дуҫлыҡ күпере" киләсәккә ҡарай һуҙыла. Ә мин күңелемдән Круковский әфәнде менән "һөйләшәм": 1908 йылда ошо яҡтарҙа фотоаппарат тотоп йөрөгән рус ғалимы һәм этнографы Михаил Алексеевич Круковский бөгөн, йөҙ йылдан һуң, ни әйтер ине икән? Уға башҡорт ҡатындарын фотоға төшөрөр өсөн Ахундың һәм Диниә назаратының рөхсәте кәрәк булмаҫ ине, әммә ләкин ул һәр ауылда тергеҙелгән милли кейемдәрҙең сыбарлығына аптырар ине. Улар араһында тарихи дөрөҫлөккә тап килгәнен, милли сама һәм зауыҡты, халыҡ рухын һәм тарихын сағылдырғанын нисек эҙләп табыр ине икән? Кемегеҙҙе һайлап фотоға төшөрөр ине Круковский әфәнде? Кемегеҙ тарихи фотоға лайыҡ, ҡыҙҙар?..

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.19 | Ҡаралған: 663

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru