«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТЛЕ БУЛА БЕЛӘМ...
+  - 

Билдәле эстрада йырсыһы, һәләтле актер, телетапшырыу алып барыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Венер КАМАЛОВ ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Уның тығыҙ эш графигы араһында осрашып һөйләшкән әңгәмәлә иһә һүҙ күберәк театр тураһында барҙы, сөнки күптәр өсөн ул, тәү сиратта, театр актеры бит.

Милли йәштәр театрының асылған көнөнән алып ошо сәхнәгә тоғролоҡ һаҡлап ижад итәһегеҙ, бер ҡасан да башҡа театрға күсергә теләк булманымы?

- Башҡа театрға күсеү уйы бөтөнләй булманы, ә бына театрҙан китергә мәжбүр иткән ваҡыттар булды. Мине йырсы булараҡ саҡырыуҙар булып торҙо. Ә театрҙың үҙ йәшәйеше - репетициялар, спектаклдәр, гастролдәр һәм һин унан бер көнгә лә ситтә тороп ҡала алмайһың. Шул мәлдә ярты йыл элекке ролдәрҙе генә уйнап, күберәк эстрадаға бағышланым үҙемде. Тик ярты йылдан артыҡ театрһыҙ йәшәй алманым. Һөнәргә лә мин аңлы рәүештә, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлеген тамамлап, курсҡа йәш буйынса өлкәнерәк булып килдем. Шуныһына ла гел шөкөр тип кенә торам, тормошта ла, һөнәрҙә лә алдыма ҡаты һынауҙар, кәртәләр, ҡаршылыҡтар ҡуйманы миңә яҙмыш. Барыһы ла көтөлмәгәндә генә ыңғай юҫыҡҡа һалынды.

Ситтән ҡарағанда, тормош, тәбиғәт, йыһан менән бер көйгә көйләнеп, тулы гармонияла йәшәгән кешегә оҡшағанһығыҙ?

- Тормошҡа ыңғай ҡарашлы, бар нәмәгә рәхмәтле була белгән, ауырлыҡтарҙы ла ваҡытлыса һынау итеп ҡабул итә белгән ғаиләлә үҫтем. Атайым мәрхүм үҙе гармунда уйнай, йырлай ине, олоһона ла, кесеһенә лә алсаҡ йөҙ күрһәтеп, барыһы менән дә аралашып, уртаҡ тел табып йәшәне. Кинйә ул булараҡ, төп йортта йәшәнек. Өләсәйемдең ситтә көн иткән балалары, ейәндәре йәй һайын ҡайтыр ине, бик күңелле була торғайны. Ошо мөхит, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр үҙе минең холҡомдо тәрбиәләгәндер. Кеше менән низағлашып, үҙенә-үҙе проблемалар уйлап сығарып, аҙаҡтан уларҙы героик рәүештә еңеп сыҡҡан кешеләр рәтенән түгелмен, тип кенә әйтә алам. Күңел тыныслығы минең өсөн өҫтөнөрәк. Әле бына ҡатынығыҙ һөнәрегеҙҙе аңлаймы тип һорайһығыҙ. Ә беҙ был турала бөтөнләй һөйләшкәнебеҙ ҙә юҡ, ул бит минең актер икәнемде белеп кейәүгә сыҡты. Шөкөр, ғаиләлә лә юҡ-бар өсөн тауыш сығарыу беҙгә хас түгел. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тыныс холоҡло, музыка мәктәбендә уҡынылар, бейеүгә лә йөрөнөләр һәм әлеге мәлдә һынлы сәнғәттә туҡтап ҡалдылар. Художество мәктәбендә белем алалар.
Икенсе яҡтан, нисек кенә юғары яңғырамаһын, сәхнә бит ул тормоштоң көҙгөһө. Уҡытыусыбыҙ Павел Романович Мельниченко, тамашасыға һинең нисә китап уҡығаныңа тиклем күренә, тип әйтә торғайны. Унда геройың артына йәшенә алмайһың, сәхнәлә бөтөн етешһеҙлегең, ыңғай яҡтарың күренеп тора. Шуға ла камиллыҡҡа ынтылаһың инде. Актерҙың донъяға, әлеге мәлдә үҙе уйнаған ситуацияға үҙ ҡарашы, әйтер һүҙе, ҡайһылыр осраҡта гражданлыҡ позицияһы ла булырға тейеш. Авторҙың тексына үҙеңдең фекереңде ҡушып әйтмәһәң, ул ҡоро һүҙ булып, һауала эленеп ҡаласаҡ.

Актер өсөн ролдәрҙең булып тороуы ла, үҙенең тап ошо заманда, тап ошо театрға кәрәк булыуы ла мөһимдер?

- Ролдәргә бик баймын. Йәш саҡта ла, әле лә күп уйнайым. Бер ролдән дә ҡурҡманым. Бөгөнгө көндә 7, 14 йәшлек малайҙарҙы ла уйнайым, егеттәр ролдәре тураһында әйтеп тә тормайым. Беҙ бит балалар өсөн дә күп уйнайбыҙ, Ҡабаҡмы, Аждаһамы, Терпеме - ролдәремдең барыһын да яратам. Иҫтә ҡалған, йәш саҡта Нәғим Нурғәлин менән әкиәт уйнайбыҙ ҙа, "Күҙ алдына килтерәһеңме, 50 йәштә лә ҡуян булып һикереп йөрөйбөҙ икән, ти", тип көлгән булабыҙ. Ул ваҡытта был, ысынлап та, көлкө хәл булып тойола ине. Хәҙер бер ҙә көлкө килмәй, әммә йылдан-йыл ҡуяндар ҙа оҫтара, байый, матурая бара. Ә былай мин үҙемде 50 йәшлек итеп тоймайым да, күңел буйынса 35 тирәһе бар. Кешенең быуыны нығынып, үҙ-үҙендә ышаныс тойоп, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса алға ышаныс менән ҡарап, ең һыҙғанып эшләй торған мәл.

Актер Венер Камалов үҙенең был күркәм юбилейын нисек билдәләйәсәк?

- Майҙың 31-ендә бенефис буласаҡ, "Килә яуа, килә яуа" (З. Хәким) спектаклендә төп ролде башҡарам. Был музыкаль комедияны ике ай уйнап йөрөйбөҙ, гастролдә лә йөрөп ҡайттыҡ, шуға бик тулҡынланмай ғына көтәм был көндө. Драма, трагедияла темп яйыраҡ, унда актерҙан хистәр тәрәнлеге, фекер күберәк талап ителә. Ә комедияла ихласлыҡ, дәрт, энергетика менән алдыраһың. Шуға ла комедияны физик яҡтан уйнауы ауырыраҡ. 5 актер ғына ҡатнаша, материалы ла ҡыҙыҡлы - тамашасыға оҡшайҙыр, тип ышанам. Һәр спектакль бит уға һалынған идеяһы менән ҡиммәтле. Ғаиләлә бер-береңдең ҡәҙерен белергә, бар нәмәне уртаға һалып һөйләшергә кәрәклеген иҫкәрткән был комедияның да тамашасыға үҙенең әйтер һүҙе бар. Нисек кенә булмаһын, театр ул тәрбиәләргә лә тейеш. "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклендә мин хәҙер Автор ролен уйнайым. Финал мәлендә залға ҡарап торам, тамашасының яртыһы илай-илай ҡарай спектаклде. Театрҙың көсө ошонда ла. Әйтергә теләгән һүҙебеҙ, тимәк, тамашасының күңеленә барып еткән. Шундай ваҡыттарҙа үҙеңдең эшеңдән ҡәнәғәтлек кисерәһең дә инде.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.19 | Ҡаралған: 710

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru